Ҡаһирә

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Ҡәһир (ҡала) битенән йүнәлтелде)
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Ҡала
Ҡаһирә
القاهرة
Флаг
Флаг
Ил Мысыр
Мүхәфәҙәт Ҡаһирә (мүхәфәҙәт)
Координаталары 30°03′22″ с. ш. 31°14′22″ в. д. / 30.05611° с. ш. 31.23944° в. д. / 30.05611; 31.23944 (G) (O) (Я)Координаталар: 30°03′22″ с. ш. 31°14′22″ в. д. / 30.05611° с. ш. 31.23944° в. д. / 30.05611; 31.23944 (G) (O) (Я)
Ҡала башы Ғәбдел Ғәзим Вәзир
Нигеҙләнгән 969 й.
Майҙан 214 км²
Үҙәк бейеклеге 68 м
Рәсми тел ғәрәп теле
Халыҡ 8 026 454[1] кеше (2009)
Тығыҙлыҡ 36 143 кеше/км²
Агломерация 17 856 000
Телефон коды +20 02
Почта индексы 11511-11668
Ҡаһирә (Донъя)
Ҡаһирә


Ҡаһирә (ғәр. القاهرة‎‎‎, «Еңелмәҫ») — Мысырҙың баш ҡалаһы, Африкалағы һәм ғәрәп илдәрендәге иң ҙур ҡала. Халыҡ һаны: ҡалала 8 026 454[1], агломерацияhында 17 856 000 кеше тора (2009 йыл) .

Тарих[үҙгәртергә | Cығанаҡ кодты үҙгәртергә]

Ҡаһирә ҡалаһы барлыҡҡа килгәнсе үк, уның бөгөнгө биләмәһендә һәм яҡын тирә яғында ерҙә, кешеләр бик борын замандан бирле йәшәй. Боронғо Мысыр заманында йыраҡ түгел ерҙә Мемфис ҡалаһы булған. Рим империяһы тарафынан баҫып алынғас, ул әһәмиәтен юғалта, был ерҙә римлылар Вавилон ҡәлғәһен төҙөй.

  • 640 йылда — Ғәрәптәр Мысырҙы баҫып ала.
  • 642 йыллда — хәҙерге ҡаланан төньяҡтараҡ Фустат ҡалаһын төҙөй башлайҙар. Ҡаланың емереклектәрен бөгөнгө көндә Ҡаһирәнең «Мар-Гиргис» метро туҡталышында күреп була.
  • 868 йылда — Әхмәт ибн Тулун Мысырҙың идара башлығы итеп тәғәйенләнә. Ул хакимлыҡ иткәндә Мысыр үҙ аллы булып китә.
  • 870 йылда — Фустат ҡалаһынан йыраҡ түгел, хәҙергә Ҡаһирә биләмәһендә, Мысырҙың яңы баш ҡалаһы Әл-Ҡатай төҙөлә.
  • 876—879 йылдарҙа — ибн Тулун мәсете төҙөлә, был мәсет әлегә тиклем Ҡаһирәнең күренекле урыны булып тора.
  • 969 йылда — Фатимиҙар Мысырҙы баҫып ала. Ҡаһирәгә нигеҙ һалына.
  • 972 йылда — Әл-Әзһәр төҙөлә, университет ойошторола. Әл-Әзһәр университеты донъялағы иң боронғо юғары уҡыу йорто.
  • 996—1021 йылдарҙа — Фатимиҙар хәлифе әл-Хаким хаким итә. Ҡалала ҙур төҙөлөш алып барыла.
  • 1176 йылда — Сәләх әд-Дин Ҡаһирә нығытмаһын төҙөй.
  • 1250 йылда — Мәмлүктәр Ҡәһирәлә һәм Мысырҙа хаким итә башлай. Беренсе мәмлүк ханы итеп Айбәк билдәләнә. Яңы хакимдар Ҡаһирәне үҙ дәүләтенең баш ҡалаһы итеп иғлан итә. Ике мәмлүк солтаны ырыуы билдәле: Бәһрәт (төрки сығышлы) (1250—1382) һәм Бөрйөт (Таулы Кавказ сығышылы) (1382—1517).
  • 1302 йылда — Ҡаһирәлә ер тетрәй.
  • 1517—1914 йылдарҙа — Мысыр Ғосман империяһы бойонһоноуында. Илдә төрөк пашалары хакимлек итә.
2004 йыл. Ҡәһирә телеүҙәге башынан фотоһүрәт

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | Cығанаҡ кодты үҙгәртергә]

  1. 1,0 1,1 World Gazetteer. Тәүге сығанаҡтан архивланған 8 декабрь 2012.