Нджамена

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ҡала
Нджамена
франц. N’Djaména
ғәр. إنجامينا
Герб
Герб
Ил

Чад

Координаталар

12°06′59″ с. ш. 15°04′20″ в. д.HGЯO

Нигеҙләнгән

1900

Элекке исеме

Форт-Лами

Майҙаны

1000 км²

Халҡы

1 360 000[1] кеше (2019)

Тығыҙлығы

951,42 кеше/км²

Сәғәт бүлкәте

UTC+1

Телефон коды235
Һанлы танытмалар
Нджамена (Чад)
Нджамена
Нджамена

Нджаме́на (франц. N’Djaména, ғәр. إنجامينا‎), 1973 йылға тиклем Форт-Лами (франц. Fort-Lamy) — Чад баш ҡалаһы. Шари-Багирми префектураһының административ үҙәге. Нджамена ҡалаһы шулай уҡ Чадтың 22 төбәгенең береһе булып тора һәм административ рәүештә 10 ҡала районына бүленә.

Этимологияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1900 йылда француз нығытмаһы (форт) булараҡ нигеҙ һалына һәм бының алдынан алышта һәләк булған француз командующийы Франсуа Лами хөрмәтенә Форт-Лами тип атала. Лами һәм Фуро етәкселегендәге отряд тәүге тапҡыр Сахара аша сыға һәм, ҡиммәтле ғилми һөҙөмтәләр алып, Чад күленә сыға. 1973 йылда ҡала Нджамена (N’Djamena) тип үҙгәртелә, был исемде «ял, тыныслыҡ урыны» тип аңлаталар[2].

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1900 йылда француз колонизаторҙары ҡалаға нигеҙ һалған һәм улар уны Форт-Лами исемле хәрби терәк пункт булараҡ файҙаланған. 1904 йылдан ул Убанги-Шари француз колонияһы составына ингән. 1910 йылда ҡала Францияның Экваториаль Африкаһына ҡарай башлай. Икенсе донъя һуғышы осоронда француздар урындағы аэропортты йөк ташыу өсөн файҙаланған. 1942 йылда немец авиацияһы ҡалаға килеп етеп, уны бомбаға тотҡан. Тиҫтәләгән самолёт һәм яғыулыҡ запастары юҡҡа сығарыла. 1958 йылдан 1960 йылға тиклем Форт-Лами автономиялы Чад Республикаһының баш ҡалаһы була, ә 1960 йылдан һуң бойондороҡһоҙ Чад Республикаһының баш ҡалаһына әйләнә. 1973 йылдан алып ҡаланың хәҙерге исеме ҡулланыла.

1980 йылда Чадтың баш ҡалаһы Ливия президенты Гукуни Уэддей яҡлылар менән Хиссен Хабре етәкселегендәге Төньяҡтың ҡораллы көстәре араһындағы аяуһыҙ һуғыштар майҙаны була[3]. 1982 йылдың 7 июнендә Хабре ғәскәрҙәре Нджаменаға инә. Хабраның авторитар режимында баш ҡала DDS каратель аппараты үҙәктәренең береһе булған[4]. 1990 йылдың 1 декабрендә Иҙрис Деби ғәскәрҙәре Нджаменаны ҡулға ала.

2006 йылдың 13 апрелендә Берләшкән фронт ғәскәрҙәре демократик үҙгәрештәр өсөн ҡаланы яулап алырға маташа, әммә Нджамена өсөн һуғышта еңелә[5]. 2008 йылдың 2 февралендә баш күтәреүселәр йәнә ҡаланы яулап алырға маташа, ләкин 2 көндән һуң сигенергә мәжбүр була[6]. Әлеге ваҡытта ҡалала заманса биналарҙың бер нисәһе генә таштан һалынған, әммә баш ҡалалағы ҡаралтыларҙың ҙур өлөшөн аласыҡтар һәм балсыҡ йорттар тәшкил итә.

Географияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Диңгеҙ кимәленән 299 метр бейеклектә, илдең көньяҡ-көнбайышында, Шари йылғаһының уң ярында, уға Логон йылғаһы ҡойған ерҙә урынлашҡан[7]. Уның территорияһы ярайһы уҡ һаҙлыҡлы ерҙә урынлашҡан.

Климаты[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Климаты бик эҫе, субэкваториаль, муссон характерына эйә. Иң эҫе ай — апрель, ә иң һыуығы — декабрь. Йыл әйләнәһенә эҫе була, апрелдә температура 46 градусҡа етеүе мөмкин. Абсолют минимум 8 градус тәшкил иткән (декабрҙә һәм ғинуарҙа). Дымлы миҙгел май айынан октябргә тиклем дауам итә, ҡалған ваҡытта ямғырҙар — бик һирәк осрай.

Нджамена көньяҡта дымлы һәм уңдырышлы саванна менән төньяҡта Сахара араһында күсеүсән төбәктең, Сахелдең үҙәгендә тиерлек урынлашҡан. Нджаменаға июнь-сентябрь айҙарында ҡыҫҡа, әммә көслө дымлы миҙгелле, ноябрь-март айҙарында тиерлек ямғырҙар булмаған оҙайлы ҡоро миҙгелле бик эҫе субэкваториаль климат хас.

Нджаменала температура йыл әйләнәһенә бик юғары һәм күләгәлә 45 градустан юғары булыуы ихтимал, ә уртаса айлыҡ температура апрель-май айҙарында 33 градус тәшкил итеп, ғинуарҙа 23 градусҡа тиклем кәмей, әммә был ваҡытта ҡоро миҙгел башлана, уның барышында яуым-төшөм күҙәтелмәй. Яуым-төшөмдөң уртаса йыллыҡ миҡдары 500 миллиметр самаһы тәшкил итә.

Ҡала климаты
Күрһәткес Ғин Фев Мар Апр Май Июн Июл Авг Сен Окт Ноя Дек Йыл
Абсолют максимум, °C 39 42 43 47 42 43 41 42 42 41 41 38 47
Уртаса максимум, °C 32,4 35,2 38,7 41,0 39,9 37,2 33,5 31,6 33,7 36,9 35,8 33,5 35,8
Уртаса температура, °C 23,4 25,9 29,9 32,9 32,9 31,0 28,3 27,0 28,2 29,4 26,8 24,2 28,3
Уртаса минимум, °C 14,3 16,6 21,0 24,8 25,8 24,7 23,1 22,4 22,7 21,8 17,8 14,8 20,8
Абсолют минимум, °C 7 9 15 17 18 18 20 20 15 12 2 7 2
Яуым-төшөм нормаһы, мм 0,0 0,0 0,3 10,3 25,8 50,3 144,0 174,4 84,3 20,3 0,1 0,0 509,8
Сығанаҡ: Гонконгская обсерватория, Weatherbase

Демографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2009 йылғы милли халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса ҡала халҡының иҫәбе 951 418 кеше тәшкил итә[8].

Төп этник төркөмдәр: даза (16,97 %); ғәрәптәр (11,08 %); хаджарай (9,15 %); нгамбайе (6,41 %); билала (5,83 %); канембу (5,80 %); маба (4,84 %); канури (4,39 %); гор (3,32 %) һәм башалар. Рәсми телдәр — француз һәм ғәрәп телдәре, әммә ҡала халҡы шулай уҡ нил-сахара, афразия һәм нигер-кордофан телдәрендә һөйләшә. Диндарҙар араһында мосолмандар күберәк; христиандар аҙыраҡ. Төп халыҡтың бер өлөшө традицион урындағы мәжүси культ яҡлы.

Йылдар буйынса ҡала халҡы иҫәбе динамикаһы:

1937 1947 1958 1960 1970 1993 2000 2009 2019
9976 18 375 53 000[9] 60 000[9] 130 000[9] 529 555[9][10] 728 000[9] 951 418 1 360 000[1]

Транспорт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡала Транссахель шоссеһының көнсығыш һуңғы пункты булып тора; бынан тыш, Нджамена көнсығыш һәм үҙәк Африкалағы юлдар селтәре менән бәйле. Ҡала ситендә Нджамена халыҡ-ара аэропорты урынлашҡан. Ҡала менән тимер юл бәйләнеше юҡ.

Мәғариф[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Өлкәндәрҙең яртыһынан ашыуы уҡый-яҙа белмәй. Башлыса француздар социаль өлкә хеҙмәткәрҙәре һәм уҡытыусылары булып ҡала. 1971 йылда ҡалала Нджамена университеты асыла, унда уҡытыу француз телендә алып барыла, ә 1991 йылда Кинг-Файсал университеты булдырыла, унда уҡытыу ғәрәп телендә алып барыла[11].. Шулай уҡ ҡалала Зоотехника һәм ветеринария институты, Милли гуманитар фәндәр институты, Малсылыҡ һәм тропик илдәрҙең ветеринария институты, Мамыҡсылыҡ институты, Милли хакимиәт мәктәбе, Милли музей бар.

Туғандаш ҡалалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 Major Agglomerations of the World - Population Statistics and Maps. Citypopulation.de. Дата обращения: 10 апрель 2019. Архивировано 13 сентябрь 2018 года.
  2. Поспелов, 2002, с. 285
  3. 1980-1983 : Libye-Tchad, de la seconde bataille de N’Djaména à celle de Faya Largeau. Дата обращения: 11 апрель 2020. Архивировано 18 декабрь 2019 года.
  4. Rappel historique. Tcad. Дата обращения: 11 апрель 2020. Архивировано 23 октябрь 2020 года.
  5. BBC: UN condemns rebel attack in Chad 2008 йыл 9 февраль архивланған.
  6. Rebels clash with Chadian forces inside capital (2 февраль 2008). Дата обращения: 28 декабрь 2013. Архивировано 4 февраль 2008 года.
  7. N'Djamena, Chad Page (ингл.). Fallingrain Global Gazetteer. Дата обращения: 28 декабрь 2013. Архивировано 31 декабрь 2013 года.
  8. მოსახლეობის 2009 წლის აღწერა (Census-2009). Дата обращения: 1 март 2017. Архивировано из оригинала 1 июль 2016 года. 2016 йыл 1 июль архивланған.
  9. 9,0 9,1 9,2 9,3 9,4 Zeleza, Tiyambe; Dickson Eyoh. Encyclopedia of twentieth-century African history (инг.). — Taylor & Francis, 2003. — P. 379. — ISBN 978-0-415-23479-5.
  10. Europa Publications. Africa South of the Sahara (билдәһеҙ). — Routledge, 2004. — С. 230. — ISBN 978-1-85743-183-4.
  11. Chad’s education system follows the model of its former colonizer, France. Bibl.u-szeged.hu. Дата обращения: 26 март 2013. Архивировано из оригинала 24 май 2012 года. 2012 йыл 24 май архивланған.
  12. Toulouse-N’Djamena: une solidarité durable (фр.). Adequations (2008). Дата обращения: 30 ноябрь 2009. Архивировано 3 сентябрь 2011 года.
  13. Российско-чадские отношения. Russian Ministry of Foreign Affairs (16 февраль 2009). Дата обращения: 23 июль 2009. Архивировано 6 март 2012 года.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Поспелов Е. М. Географические названия мира. Топонимический словарь / отв. ред. Р. А. Агеева. — 2-е изд., стереотип. — М.: Русские словари, Астрель, АСТ, 2002. — 512 с. — 3000 экз. — ISBN 5-17-001389-2.