Эстәлеккә күсергә

Конакри

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ҡала
Конакри
франц. Conakry
Ил

Гвинея

Координаталар

9°30′33″ с. ш. 13°42′44″ з. д.HGЯO

Эске бүленеш

5 коммунна

Губернатор

Матюрен Бангора (с 2016)

Нигеҙләнгән

1884

Майҙаны

450 км²

Рәсми теле

француз теле

Халҡы

2 164 282 кеше (2012)

Сәғәт бүлкәте

UTC+0

Һанлы танытмалар
ISO 3166-2

GN-C

Конакри (Гвинея)
Конакри
Конакри

Конакри́[1][2] йәки Ко́накри[3][4] (франц. Conakry [kɔnakʁi]) — Гвинеяның баш ҡалаһы (1958 йылдан) һәм шул уҡ исемле административ төбәктең административ үҙәге. Атлантик океан буйындағы порт. 2012 йылғы мәғлүмәттәр буйынса ҡала халҡы 2 164 182 кеше тәшкил итә; 1996 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса унда 1 092 936 кеше иҫәпләнгән[5]. Административ рәүештә биш коммунаға (Калум, Диксин, Матам, Ратома һәм Матото) һәм 97 кварталға бүленә.

Ҡала 1885 йылда утрауҙа урынлашҡан ауыл урынында барлыҡҡа килә һәм уның «һыу артында», «икенсе ярҙа» тип аңлатылған Конакри атамаһын мираҫ итеп ала. Күрәһең, был исемде материктың яр буйында йәшәүселәр биргәндер[6].

Ҡала Калум ярымутрауында һәм материк менән дамба аша тоташтырылған Томбо (Толебо) утрауында урынлашҡан. Әйткәндәй, дамба үҙе 1891 йылда уҡ төҙөлгән. Хәҙер утрау ҡаланың үҙәк өлөшө булып тора.

Уртаса бейеклек 100 метрҙан артмай. Бысраныу кимәле юғары.

Климаты субэкваториаль булараҡ ҡылыҡһырлана. Ҡоро миҙгел һәм ямғырҙар миҙгеле асыҡ айырыла. Декабрҙән апрелгә тиклем ҡоро миҙгел дауам итә. Яуым-төшөмдөң йыллыҡ нормаһы 3800 миллиметр самаһы тәшкил итә; иң дымлы айҙар — июль һәм август айҙары.

Ҡала климаты
Күрһәткес Ғин Фев Мар Апр Май Июн Июл Авг Сен Окт Ноя Дек Йыл
Абсолют максимум, °C 40 34 39 38 37 35 35 37 37 38 40 38 40
Уртаса максимум, °C 32,2 33,1 33,4 33,6 33,2 31,8 30,2 29,9 30,6 30,9 32,0 32,2 31,9
Уртаса температура, °C 26,1 26,5 27,0 27,4 27,5 26,5 25,5 25,2 25,6 26,3 27,0 26,6 26,4
Уртаса минимум, °C 19,0 20,2 21,2 22,0 20,7 20,2 20,4 20,8 20,7 20,4 21,0 20,1 20,6
Абсолют минимум, °C 18 20 20 20 20 20 20 22 21 18 18 18 18
Яуым-төшөм нормаһы, мм 1 1 3 22 137 396 1130 1104 617 295 70 8 3784
Һыу температураһы, °C 27 26 26 27 28 28 28 27 27 28 29 28 27
Сығанаҡ: Гонконгская обсерватория, Weatherbase, World Climate Guide

Конакри ҡасабаһы Томбо утрауында барлыҡҡа килә һәм әкренләп Калум ярымутрауының тар һыҙатын биләй. Легендаға ярашлы, атамаһы Cona исеменән һәм nakiri һүҙенән килеп сыҡҡан — сусу телендә «башҡа яр» тип аңлатыла. 1880-се йылдарҙа Бөйөк Британия утрауҙы Францияға биргәнгә ҡәҙәр, унда 500-ҙән кәм кеше йәшәгән[7]..

1880-се йылдарҙа (бер мәғлүмәттәр буйынса, 1884 йылда, икенселәре буйынса — 1885 йәки 1887 йылда) француз хакимиәте тарафынан ҡалаға нигеҙ һалына һәм ул бер нисә балыҡсылар ҡасабаларын берләштерә. 1890-сы йылдарҙан уҡ Француз Гвинеяһы колонияһының административ үҙәге булып тора. 1958 йылдың 2 октябренән, бойондороҡһоҙлоҡ иғлан ителгәндән һуң, — Гвинея Республикаһының баш ҡалаһы.

1970 йылда Гвинея-Бисауҙың бойондороҡһоҙлоғо өсөн көрәште баҫтырыу сиктәрендә Португалия армияһы бер көнгә баш күтәреүселәрҙең инфраструктураһын юҡ итеү, португал хәрби әсирҙәрен азат итеү, шулай уҡ Амилкар Кабралды тотоу һәм Әхмәт Секу Туре хакимлығын бөтөрөү маҡсаты менән ҡаланы баҫып ала. Һөҙөмтәлә улар Кабралды ҡулға ала алмаған, Секу Тура хакимлығын да бөтөрә алмаған. Һуңынан португалдар илдән сығып киткән. Баҫып инеү репрессиялар, атап әйткәндә, судтан тыш язалар тулҡыны өсөн сәбәпсе була.

Иҡтисад һәм транспорт

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Конакри — илдең төп иҡтисади үҙәге, унда эшкәртеү сәнәғәте предприятиеларының күбеһе тупланған. Металл эшкәртеү, аҙыҡ-түлек, химия, туҡыу, ағас эшкәртеү сәнәғәте, балыҡсылыҡ үҫешкән. Конакри порты аша Гвинеяның тышҡы сауҙаһының күп өлөшө бара, боксит, банан, кофе, ананас, алма, цитрус, ер еләге, балыҡ һәм башҡа аҙыҡ-түлек сығарыла.

Тимер юл станцияһы һәм Конакри халыҡ-ара аэропорты (Гбессия) бар, бер нисә автобус маршруты Конакриҙы күрше төбәктәр менән тоташтыра. Ҡалала такси йөрөй.

Архитектура һәм иҫтәлекле урындар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

XIX быуат аҙағында алып ҡалала әүҙем төҙөлөш башлана, заманса биналар 1960-сы йылдарҙа барлыҡҡа килә. Ҡалала Политехник институт, «Камайен» ҡунаҡханаһы, Ғилми үҙәк (1982 йылда төҙөлгән) һәм 25 мең урынлыҡ Милли стадион (уларҙың төҙөлөшөндә Советтар Союзы ҡатнашҡан), шулай уҡ Милли музей бар. Диксин коммунаһында Ботаника баҡсаһы бар.

Толебо утрауында Президент һарайы, монумент һәм виллалар урынлашҡан, уларҙа халыҡ-ара ойошмалар, илселектәр, банктар һәм башҡа ойошмалар урынлашҡан. Төп иҫтәлекле урындарҙың береһе — Көнбайыш Африкала иң ҙур Бөйөк (йәки Оло) мәсет.

Баш ҡаланың көнсығыш өлөшөндә Милли сәнғәт музейы урынлашҡан, төньяҡ өлөшөндә Халыҡ һарайы урынлашҡан, унда театр тамашалары бара. Бынан тыш, ҡалала Гвинея Демократик партияһының штаб-фатиры урынлашҡан.

Иң эре баҙар — Мәҙинә.

  • Гбессия үҙәк колледжы
  • Сент-Мари колледж-лицейы
  • Гамаль Абдель Насер университеты (башта Политехник институт)
  • Милли география институты
  • Гвинея милли китапханаһы
  • Гвинея милли архивы
  • Кофи Аннан университеты
  1. Зализняк А. А. Конакри́ // Приложение. Имена собственные // Грамматический словарь русского языка. — М.: АСТ-Пресс Книга, 2010. — С. 757. — (Фундаментальные словари). — ISBN 978-5-462-00766-8.
  2. Агеенко Ф. Л. Конакри́ // Собственные имена в русском языке. Словарь ударений. — Более 35 000 словарных единиц. — М.: Изд-во НЦ ЭНАС, 2001. — С. 152. — ISBN 5-93196-107-0.
  3. Горская М. В. Англо-русский и русско-английский словарь географических названий. — 2-е изд., стереотип. — М.: Русский язык, 1994. — 199 с.
  4. БРЭ. Дата обращения: 10 июнь 2017. Архивировано 5 февраль 2020 года. 2020 йыл 5 февраль архивланған.
  5. Guinea: largest cities and towns and statistics of their population(недоступная ссылка)
  6. Поспелов, 2002, с. 212
  7. Histoire de Conakry (фр.). Дата обращения: 13 июль 2014. Архивировано из оригинала 25 июнь 2006 года.
  • Поспелов Е. М. Географические названия мира. Топонимический словарь / отв. ред. Р. А. Агеева. — 2-е изд., стереотип. — М.: Русские словари, Астрель, АСТ, 2002. — 512 с. — 3000 экз. — ISBN 5-17-001389-2.
  • Dave, Nomi (2019) The Revolution’s Echoes: Music, Politics & Pleasure in Guinea. Chicago: The University of Chicago Press.
  • Thomas O'Toole, Janice E. Baker. (2005) Historical Dictionary of Guinea. Scarecrow Press. ISBN 0-8108-4634-9
  • Philipps, Joschka (2013) Ambivalent Rage: Youth Gangs and Urban Protest in Conakry, Guinea. Harmattan Guinée.
  • Cohen, Adrienne ( 2019) “Performing Excess: Urban Ceremony and the Semiotics of Precarity in Guinea-Conakry.” Africa: The Journal of the International African Institute. 89 (4): 718-738.
  • Odile Goerg. "Chieftainships between Past and Present: From City to Suburb and Back in Colonial Conakry, 1890s–1950s". Africa Today, Summer 2006, Vol. 52, No. 4, Pages 2–27
  • Conakry the Capital: history of the city at site of expat artist.
  • HISTOIRE DE CONAKRY, 1463 to present, by Luc MOGENET, reprinted at guineeconakry.info (no date)
  • Kids in Guinea Study Under Airport Lamps, RUKMINI CALLIMACHI The Associated Press, Thursday, 19 July 2007.
  • Archdiocese of Conakry: history and structure (at catholic-hierarchy.org)
  • Guinea's Telecommunication Infrastructure, United Nations Economic Commission for Africa (UNECA), 1999 figures.

Ҡалып:Регионы Гвинеи