Дакар

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Дакар
франц. Ville de Dakar
ФлагГерб
Рәсем
Рәсми атамаһы Ville de Dakar
Этнохороним Dakaroise[1] һәм Dakarois[1]
Рәсми тел волоф[d] һәм Француз теле
Дәүләт  Сенегал
Административ үҙәге Сенегал, Француз Көнбайыш Африкаһы[d], Мали Федерацияһы[d] һәм Дакар[d]
Административ-территориаль берәмек Дакар[d]
Сәғәт бүлкәте UTC±0:00[d]
Һыу ятҡылығы буйында урынлашҡан Атлантик океан
Тәбиғи-географик объекты сиктәрендә урынлашҡан Зелёный Мыс[d]
Хөкүмәт башлығы Barthélémy Dias[d][2]
Халыҡ һаны 1 438 725 кеше (2021)[3]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 22 метр
Туғандаш ҡала Исфаһан, Бисау, Марсель, Анн-Арбор[d], Милан[4], Сфакс ҡалаһы, Көнсығыш Иерусалим[d], Ниамей[5], Киншаса[6], Бамако[7], Браззавиль[6], Вашингтон, Тайбэй, Оран[d], Баҡы[8][9], Росарио[d][10][11], Дуала[d] һәм Дижон
Майҙан 82,5 км²
Рәсми сайт villededakar.sn
Урынлашыу картаһы
Подробная карта
Иң тәүге яҙма ваҡыты 1857
Элементтың күренеше өсөн категория Category:Views of Dakar[d]
Карта
 Дакар Викимилектә

Дака́р (фр. Ville de Dakar, волоф Ndakaaru) — Йәшел морон ярымутрауында, Атлантик океан буйында урынлашҡан Сенегалдың иң ҙур диңгеҙ порты һәм баш ҡалаһы. Дакар Африканың иң көнбайыш ҡалаһы булып тора.

Дакар халҡы иҫәбе — 1 146 052 кеше, ҡала яны биләмәләре менән 3 938 358 кеше тәшкил итә.

Этимологияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1857 йылда ҡалаға Н’Дакара — «тамариск» исемендәге балыҡсылар ауылы янында француз хәрби пост булараҡ нигеҙ һалына[12].

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ярымутрауҙа XV быуатҡа тиклем лебу халҡы — күрше волоф һәм серер ҡәбиләләре менән бәйле аквамәҙәни этник төркөм йәшәй. Тәүге ауылдар — Уакам, Нгор, Йофф һәм Ханн — башлыса ҡалалағы лебу халҡы йәшәгән кварталдарҙы барлыҡҡа килтерә.

1444 йылда Дакар ҡултығына португалдар (тәүҙә ҡолдар артынан һунарсылар булараҡ) килгән[13][14]. 1456 йылда Диогу Гомеш урындағы халыҡ менән татыу мөнәсәбәттәр булдыра, һәм һуңынан ҡултыҡ «Ангра-де-Безегиш» (урындағы хаким исеменән) тип атала башлай[15].

Безегиш бухтаһы Португалияның һинд армадалары өсөн мөһим туҡталыш булып хеҙмәт итеүен дауам итә. Унда сөсө һыуҙағы запастарҙы тулыландырыу һәм урындағы халыҡтан аҙыҡ-түлек һатып алыу өсөн флоттар Һиндостанға илткән юлда ла, шулай уҡ кире ҡайтҡанда ла даими туҡтай[15]. 1501 йылда шундай туҡталыштарҙың береһендә Флоренция диңгеҙсеһе Америго Веспуччи Американы асыу тураһында «Яңы Донъя» гипотезаһын тәҡдим итә, тип иҫәпләнә.

Португалдәр ахыр сиктә Горе утрауындағы (шул ваҡытта Безегиш йәки Пальма утрауы булараҡ билдәле) торамаға нигеҙ һала. Уны 1536 йылға ҡолдарҙы сығарыу өсөн база сифатында файҙалана башлайҙар.

Ләкин ярымутрауҙың материк өлөшө, 1549 йылда Джолофтан айырылған көнбайыш Кайор провинцияһының бер өлөшө булараҡ, Джолоф империяһы контролендә булған.

Ндакаару тип аталған лебу халҡының яңы ауылы Европа сауҙа факторияһын аҙыҡ-түлек һәм эсәр һыу менән тәьмин итеү өсөн XVII быуатта Горе ҡаршыһында нигеҙ һалынған.

1588 йылда Нидерланд Горены баҫып алған. Португалдар менән голландтар тағы бер нисә тапҡыр бер-береһен алыштырған. Утрау 1664 йылдың 23 ғинуарында адмирал Роберт Холмс етәкселегендәге инглиздәр власына күсә, ә 1677 йылда француздар ҡулына эләгә. Киң билдәле «Ҡолдар йорто» 1776 йылда Горе утрауында төҙөлгән.

1795 йылда Кабо-Верденан лебу халҡы Кайор идараһына ҡаршы фетнә күтәрә. Яңы теократик дәүләт (һуңынан ул француздар тарафынан «Лебу Республикаһы» тип атай) Кайорҙағы Коки мосолман клерик ғаиләһенән сыҡҡан Диоп етәкселегендә барлыҡҡа килә. Республиканың баш ҡалаһы тип Ндакаару торамаһы иғлан ителә. 1857 йылда француздар Ндакаарула хәрби пост ойоштора (улар уны «Дакар» тип атай) һәм Лебу республикаһын аннексиялай, шулай ҙа уның учреждениелары номиналь эшләүен дауам итә.

1794 йылдың февралендә Франция ҡолдар менән сауҙа итеүҙе туҡтата. Әммә Наполеон уны 1802 йылдың майында тергеҙә, ә һуңынан 1815 йылдың мартында ул бөтөнләй ғәмәлдән сығара. Наполеондың бойороғона ҡарамаҫтан, ҡолдар менән йәшерен сауҙа итеү Горе утрауында 1848 йылға тиклем дауам иткән.

Был ваҡытта Францияның бөтә территорияһында ҡолдар менән сауҙа итеү бөтөрөлгән. Ҡолдар менән сауҙаны алмаштырыр өсөн, француздар материкта арахис үҫтереүҙе тәҡдим иткән. Арахис менән сауҙа итеү сәскә атҡанда, халҡы 6000 кешегә тиклем еткән бәләкәй Горе утрауы порт сифатында файҙаһыҙ булып сыҡҡан. Горелағы сауҙагәрҙәр материкка күсергә ҡарар иткән, һәм 1840 йылда Рюфискиҙа складтар менән фактория нигеҙләнгән.

Колониаль властар тарафынан Дакар инфраструктураһын үҫтереүгә байтаҡ средстволар бүленә. Порт ҡоролмалары яҡшыртыла. Яр буйы буйлап Сен-Луиға тиклем телеграф линияһы һалына. Ә 1885 йылда Дакар-Сен-Луи тимер юлын төҙөү тамамлана. Бынан һуң ҡала Көнбайыш Суданды яулап алыу өсөн мөһим базаға әүерелә.

Горе утрауы, шул иҫәптән Дакарҙы индереп, 1872 йылда француз коммунаһы тип таныла. 1887 йылда Дакар үҙе Горенан айырым коммуна сифатында айырыла. Ҡала граждандары үҙҙәренең мэрын һәм муниципаль советын һайлаған һәм һайланған вәкилен Францияның Милли йыйылышына ебәрә алған. Дакар 1902 йылда Францияның Көнбайыш Африка баш ҡалаһы сифатында Сен-Луиҙы алмаштыра[16].

1906—1923 йылдарҙа төҙөлгән Дакар-Нигер икенсе ҙур тимер юлы Дакарҙы Бамако менән бәйләй. Һәм был ҡаланың Франция Көнбайыш Африка башында урынын нығыта. Шулай уҡ, 1929 йылда инде бер нисә йөҙ генә кешенән торған, Горе утрауы коммунаһы Дакар менән берләштерелә.

Колониаль осорҙа урбанизация йыш ҡына ҡала структураһын билдәләгән сәләмәтлеккә һәм гигиенаға ҡағылышлы раса һәм социаль сегрегация формалары менән билдәләнә. Чума эпидемияһынан һуң 1914 йылда властар Африка халҡының күпселек өлөшөн иҫке кварталдарҙан, йәки «Плато», «санитар кордон» менән бүленгән Мәҙинә тип аталған яңы кварталға ҡыҫырыҡлап сығарған.

Төп халыҡ булараҡ, лебулар был экспроприацияға уңышлы ҡаршы торған. Уларҙы Францияның Милли йыйылышы депутаты итеп һайланған тәүге африкалы Блез Диань хуплаған. Шуға ҡарамаҫтан, һуңынан Европа халҡы өсөн бүленгән һәм Францияның башҡа колониаль баш ҡалаларында (Бамако, Конакри, Абиджан, Браззавиль) ошондай административ анклавтар өсөн модель булып хеҙмәт иткән Плато ҡаланың административ, коммерция һәм торлаҡ районына әүерелә.

Үҙенең колониаль сәскә атҡан осоронда Дакар Франция империяһының Ханой йәки Бәйрүт менән сағыштырырлыҡ ҙур ҡалаларының береһе була. Франция сауҙа фирмалары унда филиалдар аса, порт һәм тимер юл үҙәге булыуы арҡаһында ҡала сәнәғәткә күп кенә инвестициялар йәлеп итә (заводтар, һыра ҡайнатыу, нефть эшкәртеү, консерва заводтары). Был шулай уҡ Франция өсөн стратегик яҡтан мөһим була. Ул бында мөһим хәрби-диңгеҙ базаһын һәм гавандә күмер станцияһын булдырған һәм Дакарҙы Хәрби-һауа көстәре һәм авиапочта өсөн узел сифатында ҡулланған.

1940 йылда Дакар Икенсе донъя һуғышына йәлеп ителә, ул саҡта «Ирекле Франция» лидеры генерал Шарль де Голль ҡаланы үҙенең ҡаршылыҡ операциялары өсөн база итеп алырға тырыша. Көнбайыш Африкала Ирекле Франция флагын күтәреү, Дакарға эйә булыу һәм, шулай итеп, француз ҡаршылығын Африка колонияларында туплай башлау — уның төп маҡсаты була. Планда Британия флотына ярҙам итеү ҡарала. Әммә оҙаҡҡа һуҙылыуҙары һәм планды иғлан итеүҙәре арҡаһында Дакар Германия контролдә тотҡан Виши хөкүмәте йоғонтоһона эләгә.

Де Голль, Дакарҙа француз көстәрен Гитлерға ҡаршы коалицияға ҡушылырға күндерә алыр, тип уйлай, әммә «Ирекле Франция» һәм Британия флоты көстәрен ярға төшөрөргә маташҡанда ныҡышмалы ҡаршылыҡҡа осрай һәм яр буйында Дакар өсөн өс көнлөк һуғыш башлана, ул 1940 йылдың 23-25 сентябрендә дауам итә. Британия флоты ҙур юғалтыуҙар кисергәндән һуң операция туҡтатыла. Дакар буйынса инициатива бойомға ашырылмаһа ла, генерал де Голль Камерунда Дуалда төпләнә алған, тап ошо ер ҡаршылыҡ көстәрен туплау нөктәһе булған да инде[17][18].

1944 йылдың ноябрендә француз армияһының көнбайыш Африка призывниктары ҡала ситендә Тиарой лагерында насар шарттарға ҡаршы фетнә күтәрә. Баш күтәреү колония системаһын ғәйепләү тип ҡарала һәм милли хәрәкәт өсөн башланғысҡа әүерелә.

Дакар ҡыҫҡа ваҡытҡа 1959—1960 йылдарҙа Мали Федерацияһының баш ҡалаһы булған, шунан һуң Сенегалдың баш ҡалаһына әйләнгән. Шағир, философ һәм Сенегалдың тәүге президенты Леопольд Седар Сенгор Дакарҙы «Сахаранан көньяҡта урынлашҡан Афина»ға (l’Athènes de l’Afrique subsaharienne) әүерелдерергә тырыша[19].

Хәҙер Дакар — тиҫтәләгән милли һәм төбәк банкыларының, шулай уҡ күп һанлы халыҡ-ара ойошмаларҙың, ғилми-етештереү берекмәләренең һәм халыҡ-ара тикшеренеү үҙәктәренең вәкиллектәре урынлашҡан ҙур финанс үҙәге. Дакарҙа ливандарҙың ҙур общинаһы (импорт-экспорт секторында тупланған) көн итә, улар бында 1920-се йылдарға күсеп килгән. Марокко бизнесмендары, шулай уҡ Мавритания, Кабо-Верде һәм Гвинея общиналары йәшәй. Бында 20 меңгә яҡын француз эмигранты йәшәй. Францияның Йоффелә хәрби-һауа базаһы элеккесә бар, ә француз флоты Дакар портында хеҙмәтләндерелә.

1978 йылдан 2007 йылға тиклем Дакар йыш ҡына «Дакар» раллиһының аҙаҡҡы нөктәһе була.

Климаты[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Климаты субэкваториаль, ныҡ ҡоро, ҡыҫҡа ямғырлы һәм оҙайлы ҡоро миҙгелле. Ямғырҙар миҙгеле июлдән октябргә тиклем дауам итә, ә ҡоро миҙгел ноябрҙән июнгә тиклем. Дакарҙа йылына яҡынса 395 миллиметр яуым-төшөм яуа, барыһы ла — ямғырҙар миҙгелендә, ҡоро миҙгелдә яуым-төшөмдөң бик һирәк күҙәтелә.

Дакарҙа температура Африкалағы башҡа ҡалалар менән сағыштырғанда ошондай уҡ киңлектә түбәнерәк, һәм сентябрь-октябрҙә генә 30 градустан аҙ ғына күберәк. Яуым-төшөм аҙ булғанда дымлылыҡ йыл әйләнәһенә, хатта ҡоро миҙгелдә лә юғары кимәлдә һаҡлана. Башҡа Көнбайыш Африка менән сағыштырғанда ҡаланың үҙенсәлекле микроклиматы уның йыл әйләнәһенә диңгеҙ бризы менән һыуытыуы сәбәпле барлыҡҡа килгән.

Ҡала климаты
Күрһәткес Ғин Фев Мар Апр Май Июн Июл Авг Сен Окт Ноя Дек Йыл
Абсолют максимум, °C 39,6 38,7 40,4 38,4 36,2 36,6 36,9 35,0 36,2 39,3 40,3 39,5 40,4
Уртаса максимум, °C 25,3 25,2 25,4 25,0 26,0 28,6 30,0 30,3 30,7 31,0 29,8 27,4 27,9
Уртаса температура, °C 20,9 20,6 21,1 21,5 22,8 25,6 27,2 27,5 27,7 27,7 25,9 23,4 26,4
Уртаса минимум, °C 18,3 18,0 18,5 19,2 20,7 23,5 25,1 25,3 25,2 25,3 23,3 21,0 23,8
Абсолют минимум, °C 11,0 10,7 10,9 14,0 15,4 17,0 17,2 20,0 20,0 17,2 17,0 12,4 10,7
Яуым-төшөм нормаһы, мм 1,0 2,0 0,3 0,0 0,1 14,0 51,0 154,0 133,0 26,0 0,2 1,0 382,0
Сығанаҡ: Погода и климат

Иҫтәлекле урындар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Теодор Моно исемендәге Африка сәнғәте музейы — Көнбайыш Африкала иң боронғо сәнғәт музейҙарының береһе.
  • Дакар йәмиғ мәсете — Сенегалдағы төп мәсеттәрҙең береһе.
  • Африканы тергеҙеү монументы — Африкала иң бейек статуя.
  • Колобан — кейем-һалым һәм аяҡ-кейем күмәртәләп һатыу баҙары.

Туғандаш ҡалалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 http://cnig.gouv.fr/wp-content/uploads/2020/02/CNT-PVM_r%C3%A9vis%C3%A9_2020-01-27-1.pdf
  2. https://www.rfi.fr/fr/afrique/20220217-s%C3%A9n%C3%A9gal-barth%C3%A9l%C3%A9my-dias-officiellement-maire-de-dakar
  3. https://www.ansd.sn/ressources/publications/Rapport_projection_version_12fev06.pdf
  4. https://www.comune.milano.it/aree-tematiche/relazioni-internazionali/city-to-city-cooperation/gemellaggi/dakar
  5. Dakar
  6. 6,0 6,1 .Dakar, Kinshasa et Brazzaville signent un accord de jumelage
  7. Villes jumelées
  8. http://baku-ih.gov.az/page/26.html
  9. http://azerbaijans.com/content_1719_az.html
  10. https://www.rosario.gob.ar/web/gobierno/internacionales/relaciones-bilaterales#hermanamientos
  11. https://www.rosario.gob.ar/web/sites/default/files/hermanamiento_alessandria.pdf
  12. Поспелов Е. М. Дакар // Географические названия мира. Топонимический словарь / отв. ред. Р. А. Агеева. — 2-е изд., стереотип. — М.: Русские словари, Астрель, АСТ, 2002. — С. 130. — 512 с. — 3000 экз. — ISBN 5-17-001389-2.
  13. B.W. Diffie and G.D. Winius. Foundations of the Portuguese empire, 1415-1580. — Minneapolis : University of Minnesota Press, 1977.
  14. A. Teixeira da Mota. A descoberta da Guiné // Boletim cultural da Guiné Portuguesa. — 1946. — Vol. 1, no. 2 (Apr). — P. 273—326.
  15. 15,0 15,1 A. Teixeira da Mota. Ilha de Santiago e Angra de Bezeguiche, escalas da carreira da India // Do tempo e da historia. — 1968. — Vol. 3. — P. 141—149.
  16. Roman A. Cybriwsky. Capital Cities around the World: An Encyclopedia of Geography, History, and Culture. — ABC-CLIO, 2013.
  17. John Williams. The Guns of Dakar: September, 1940. — Heinemann Educational Books, 1976.
  18. Martin Thomas. The Anglo‐French divorce over West Africa and the limitations of strategic planning, June‐December 1940. // Diplomacy and Statecraft. — 1995. — Vol. 6, no. 1. — P. 252—278.
  19. Discours de réception de M. Jean-Claude JUNCKER comme membre associé étranger à l'Académie des Sciences morales et politiques (фр.). Архивировано 24 июль 2013 года. 2013 йыл 24 июль архивланған.