Дижон
Город | |||||
Дижон Dijon | |||||
| |||||
Ил | |||||
---|---|---|---|---|---|
Координаталар | |||||
Башлыҡ | |||||
Город с | |||||
Майҙаны |
40,41 км² | ||||
Бейеклеге |
245 м | ||||
Халҡы |
151 212 кеше (2010) | ||||
Тығыҙлығы |
3742 кеше/км² | ||||
Сәғәт бүлкәте | |||||
Почта индексы |
21000 | ||||
Һанлы танытмалар | |||||
Рәсми сайт |
dijon.fr (фр.) | ||||
Дижон (франц. Dijon — элекке Бургундия герцогылығы, һуңынан Бургундия провинцияһы, хәҙер Кот-д'Ор француз департаменты һәм Бургундия — Франш-Конте төбәгенең төп ҡалаһы[1].
Географияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Париждан 326 км көньяҡ-көнсығышта, Кот-д’Орҙың көнсығыш битләүендә, Сюзон йылғаһының Уш йылғаһына ҡойған ерҙә, Сона һәм Рона системаһын Сена менән берләштергеүсе Бургунд каналы янында урынлашҡан; Париж-Лион тимер юлының үҙәк пункты.
Климаты
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Дижон климаты | |||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Күрһәткес | Ғин. | Фев. | Март | Апр. | Май | Июнь | Июль | Авг. | Сен. | Окт. | Нояб. | Дек. | Йыл |
Абсолют максимум, °C | 16,5 | 19,9 | 23,5 | 29,0 | 34,4 | 36,0 | 38,6 | 39,3 | 34,2 | 28,3 | 21,6 | 17,5 | 39,3 |
Уртаса максимум, °C | 4,2 | 7,0 | 10,8 | 14,7 | 18,7 | 22,4 | 25,3 | 24,5 | 21,3 | 15,5 | 8,6 | 4,8 | 14,8 |
Уртаса температура, °C | 1,6 | 3,6 | 6,5 | 9,8 | 13,7 | 17,2 | 19,7 | 19,1 | 16,1 | 11,3 | 5,6 | 2,3 | 10,5 |
Уртаса минимум, °C | −1 | 0,1 | 2,2 | 5,0 | 8,7 | 12,0 | 14,1 | 13,7 | 10,9 | 7,2 | 2,5 | −0,2 | 6,3 |
Абсолют минимум, °C | −21,3 | −22 | −15,3 | −5,3 | −3,3 | 0,8 | 2,8 | 4,3 | −1,6 | −4,9 | −10,6 | −20,8 | −22 |
Яуым-төшөм нормаһы, мм | 59 | 52 | 52 | 52 | 86 | 62 | 51 | 65 | 66 | 57 | 64 | 62 | 728 |
Сығанаҡ: Infoclimat, Meteo France |
Иҡтисады
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Дижонда 15 юғары уҡыу йорто: Бургундия университеты, Һынлы сәнғәттең милли мәктәбе, медицина һәм фармацевтика мәктәптәре, дини семинария, уҡытыусылар өсөн семинария. Төрлө ғилми йәмғиәттәр бар, 80 000 томдарҙан һәм 900 ҡулъяҙмаларҙан торған китапхана һәм ботаника баҡсаһы, обсерватория һәм башҡалар - эшләй.
Электротехник, механик, химик заводтар бар; автокомплектлау, йөн, кизе-мамыҡ туҡыма, тире, бөтә донъяға билдәле гәрсис, балауыҙ һәм мискә яһау, обойҙар етештереү үҫешкән. Шулай уҡ шарап яһау, баҡсасылыҡ, сәскәселек, шарап һәм башҡа урындағы аҙыҡ-түлек һатыу үҫешкән.
Эре предприятиелары — Groupe SEB, металлургия заводы, Sanofi, Urgo Fournier һәм Groupe фармацевтика предприятиелары, Essilor, SAGEM һәм Nachet оптик предприятиелары, Nestleшоколад фабрикаһы, Tetra Pak төргәкләү заводы.
Халҡы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Коммунаның халҡы 2010 йылда 151 212 кеше тәшкил итә.
1962 | 1968 | 1975 | 1982 | 1990 | 1999 | 2010 |
---|---|---|---|---|---|---|
135 694 | 145 357 | 151 705 | 140 942 | 146 703 | 150 138 | 151 212 |
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Дижон боронғо замандарҙан хәрби стратегик әһәмиәткә эйә, сөнки Саона һәм Рона үҙәндәренән бассейнға юлдың ҡапҡалары эргәһендә Cole d’Or һәм Лангр яйлаһы һырттары араһында ята. Уның урынлашыуы римлеләр тарафынан да баһалана. Император Аврелиан Дижонды 30 фут бейеклегендә һәм 15 фут ҡалынлығында диуарҙар менән уратып алырға ҡуша. V быуатта Дижон бургундтарға эләгә, ә 534 йылда Дижон франктар хакимлығы аҫтына күсә. 737 йылда Дижонды сарациндар, ә 888 йылда нормандтар емерә. 923 йылда ҡала герцог Ричард V Бургундскийҙың улы король Рауль тарафынан емерелә. 1015 йылда король Роберт Дижонды ҡамай һәм биләп ала; был ҡәлғәне алыу уға бөтә Бургундияны ҡулға төшөрөргә мөмкинлек бирә. 1137 йылда көслө янғындар Дижондың күп өлөшөн юҡ итә[2].
1183 йылда ҡала хоҡуғын ала. Христианлыҡты был ерҙәргә ыҙа сигеүсе Венигн Дижонский алып килгән, ул ҡаланың күк ҡурсалаусыһы булып һанала.
Урта быуаттарҙа Дижон үҙенең сәйәси әһәмиәте менән герцог Роберт Беренсегә бурыслы, ул бында бөтә Бургундияның баш ҡалаһын күсерә. Шулай ҙа ысын сәнғәт һәм иҡтисади үҫешенә Дижон XV быуатта хакимлыҡ иткән бургунд герцогы Валуа династияһы менән бәйле. Нәҡ шул ваҡытта ҡалала скульптор Слютер башлығында күренекле готика оҫталары эшләй.
1477 йылдан Францияға ҡушылғандан һуң Дижон Бургунд парламентының урыны булып ҡала. Людовик XIV Франш-Контены яулап алғас, Дижон сик буйы ҡалаһынан эре иҡтисади һәм административ үҙәккә әүерелә. Дижонда композитор Жан Филипип Рано һәм инженер Гюстав Эйфель тыуған. Революция осоронда урындағы үҙидара реформаһы уның административ әһәмиәтен ҡаҡшата.
1851 йылда Дижонда тимер юлы үткәндән һуң, индустриялаштырыу процесы башлана, был халыҡтың артыуына булышлыҡ итә. XIX быуаттың утыҙынсы йылдарында Дижонда Дарси Анри етәкселегендә Европала тәүге тапҡыр төрлө фильтрлау юлы менән таҙартҡыс ҡоролмалар системаһы булдырыла
Иҫтәлекле урындары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Дижон ике быуаттың һуғыштарында сағыштырмаса аҙыраҡ зыян күрә. Үҙәктә XII—XV быуаттарҙа төҙөлгән фахверк йорттары һәм Изге Филипп башняһы менән герцог Бургундскийҙарҙың һарайы һаҡланған; үҙенең хәҙерге ҡиәфәте менән XVII—XVIII быуаттарҙағы үҙгәртеүҙәргә бурыслы. Хәҙер һарай залдарын ратуша менән боронғо француз һәм боронғо нидерланддар һынлы сәнғәтенең һирәк йыйылмаһы тупланған һынлы сәнғәт музейы бүлә.
Культ биналарының иң күренеклеләре:
- Изге Венигн готик соборы 1280 һәм 1325 йылдар араһында төҙөлә, 1393 йылда изгеләндерелә, XVIII быуатта кафедраль собор була.
- Нотр-Дам готик сиркәүе (XIII быуат башы) үҙенең семәрле фасады һәм урта быуат биҙәү-ҡулланма сәнғәте өлгөләре менән дан тота.
- Ҙур булмаған Сен-Филибер сиркәүе, хәҙер ғибәҙәт хеҙмәте өсөн ябыҡ, XI быуаттан алып XVI быуатҡа тиклем төҙөлгән.
- Изге Михаил сиркәүе XVI быуат башында готиканан ренессансҡа күсеүҙең сағыу миҫалы.
XIV—XV быуаттарҙа Слютер етәкселеге аҫтында төҙөлгән картезиан монастыры Шанмоль Революция йылдарында өлөшләтә һүтелә һәм психиатрия дауаханаһы итеп бирелә, әммә унан һаҡланып ҡалғандары, һис шикһеҙ, художестволы ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра. Герцогтар Ҡыйыу Филипп һәм Ҡурҡыу белмәҫ Иоанндың ҡәбер таштары монастырҙан герцог һарайының Ҡарауыл залына күсерелгән.
Дижон шулай уҡ үҙенең бик яҡшы музейҙары, мәҫәлән: Археология музейы, Бургундия ҡала музейы, Дижон мәҙәниәте музейы менән дан тота.
Дижон — туристик ҡала. Был ҡалала бик күп бәләкәй урамдар һәм часовнялар бар.
Туғандаш ҡалалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Франция ҡалалары араһында Дижон туғандаш-ҡалалар һаны буйынса тәүге урындарҙың береһен биләй. Бынан тыш, Дижон Икенсе донъя һуғышынан һуң немец ҡалаһы менән туғанлашҡан Франциялағы тәүге ҡала.
Билдәле кешеләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Дижон // Малый энциклопедический словарь Брокгауза и Ефрона: В 4 томах. — СПб., 1907—1909.
- ↑ Дижон // Военная энциклопедия : в 18 т. / под ред. В. Ф. Новицкого и др.. — СПб. : Товарищество И. Д. Сытина, 1911—1915.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Дижон // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]dijon.fr — города Дижон рәсми сайты (фр.)