Эстәлеккә күсергә

Наполеон I

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Наполеон битенән йүнәлтелде)
Наполеон I
Napoléon Ier
Наполеон I
Флаг
Флаг
Француздарҙың 1-се императоры
18 май 18046 апрель 1814
20 март — 22 июнь 1815
Коронация: 2 декабрь 1804, Нотр-Дам
Алдан килеүсе: титул булдырылған
Дауамсы: Наполеон II
Флаг
Флаг
Францияның беренсе консулы
9 ноябрь 1799 — 20 март 1804
Алдан килеүсе: вазифа булдырылған
Дауамсы: вазифа бөтөрөлгән;
Франция императоры булараҡ ул үҙе
Флаг
Флаг
Италия Республикаһы президенты(1802—1805)
27 ғинуар 1802 — 17 март 1805
Вице-президент: Франческо Мельци д'Эриль
Алдан килеүсе: вазифа булдырылған
Дауамсы: апзифа бөтөрөлгән;
Италия короле булараҡ ул үҙе
Флаг
Флаг
Италия короле
Флаг
Флаг
17 март 1805 — 11 апрель 1814
Алдан килеүсе: вазифа булдырылған;
Италия республикаһы президенты булараҡ ул үҙе;
Италияның һуңғы титуллы короле булараҡ Карл V
Дауамсы: титул бөтөрөлә; Виктор Эммануил II
 
Дине: католик
Тыуған: 15 август 1769({{padleft:1769|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:15|2|0}})
Аяччо, Корсика
Үлгән: 5 май 1821({{padleft:1821|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:5|2|0}}) (51 йәш)
Лонгвуд, Изге Елена утрауы
Ерләнгән: Изге Елена утрауы, 1840 йылда ҡәбере Париждың инвалидтар йортона күсерелә, Париж
Нәҫел: Бонапарттар
Исеме: корс. Napulione Buonaparte
итал. Napoleone di Buonaparte
Атаһы: Карло Буонапарте
Әсәһе: Летиция Рамолино
Ҡатыны: 1) Жозефина де Богарне
2) Мария-Луиза Австрийская
Балалары: 2-се никахтан
улы: Наполеон II
никахтан тыш
улдары: Шарль Леон Денюэль, Александр Валевский
ҡыҙы: Жозефина Наполеона де Монтолон
Белеме: Военная школа[d]
 
Автограф:
Монограмма: Монограмма
 
Наградалары:
Почётлы легион Оло Тәре ордены кавалеры Кавалер ордена Воссоединения
Серафимдар ордены кавалеры
Серафимдар ордены кавалеры
Фил ордены кавалерҙары
Аҡ бөркөт ордены
Аҡ бөркөт ордены
Йәшел таж ордены
Йәшел таж ордены
Австрия Леопольд орденының Ҙур тәреһе кавалеры
Австрия Леопольд орденының Ҙур тәреһе кавалеры
Изге Стефан король венгр орденының Ҙур тәреһе кавалеры
Изге Стефан король венгр орденының Ҙур тәреһе кавалеры
Өслө орден кавалеры
Өслө орден кавалеры
I дәрәжә Арыҫлан һәм Ҡояш ордены
I дәрәжә Арыҫлан һәм Ҡояш ордены
Людвиг Гессенский ордены
Людвиг Гессенский ордены
Изге Губерт ордены
Изге Губерт ордены
Орден Гражданских заслуг Баварской короны
Орден Гражданских заслуг Баварской короны
Ҡара бөркөт ордены
Ҡара бөркөт ордены
Ҡыҙыл бөркөт ордены Оло тәре
Ҡыҙыл бөркөт ордены Оло тәре
Вюртемберг тажы орденының Ҙур тәреһе кавалеры
Вюртемберг тажы орденының Ҙур тәреһе кавалеры
Большой крест ордена Карлоса III
Изге апостол Андрей Первозванный ордены
Изге апостол Андрей Первозванный ордены
Изге Александр Невский ордены
Изге Александр Невский ордены
I дәрәжә Изге Анна ордены
I дәрәжә Изге Анна ордены

Наполео́н I Бонапа́рт (итал. Napoleone Buonaparte, франц. Napoléon Bonaparte [na.po.leɔ̃ bɔ.nɑ.paʁt]; 15 август 1769 йыл, Аяччо, Корсика — 5 май 1821 йыл, Лонгвуд, Изге Елена утрауы)— 1804—1815 йылдарҙа Франция императоры, бөйөк француз полководецы һәм дәүләт эшмәкәре, хәҙерге заман француз дәүләтселегенә нигеҙ һалған

Дөйөм ҡылыҡһырлау

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Наполеоне Буонопарте (Корсикала уның исеме шулай әйтелгән) 1785 йылда артиллерия кесе лейтенанты дәрәжәһендә хәрби хеҙмәтен башлап ебәрә; Бөйөк француз революцияһы ваҡытында үҙен күрһәтә, Директория осоронда — бригада (14 ғинуар, 1794 йыл), шунан инде дивизия генералы һәм тыл хәрби көстәре команующийы дәрәжәһенә күтәрелә. 1796 йылдың 23 февраленда Италия армияһы командующийы итеп тәғәйенләнә.

1799 йылда дәүләт түңкәрелеше ойоштора (18 брюмер), һәм беренсе консул дәрәжәһен алып, ғәмәлдә бар хакимиәт вәкәләттәрен бер үҙенең ҡулына ала 1804 йылдың 18 майында үҙен иператор тип иғлан итә. Диктатор режимы урынлаштыра. Реформалар үткәрә (гражданлыҡ кодексы ҡабул итеү (1804), Француз банкыһы асыу (1800) һ. б.).

Наполеондың еңеүле һуғыштары (бигерәк тә беренсе австрия кампанияһы, 1805 йыл; прус кампанияһы, 1806 йыл; польша кампанияһы, 1807 йыл), Францияны континентта төп державаға әүерелдерә. Мәгәр Наполеондың «диңгеҙҙәр батшаһы» Бөйөк Британия менән уңышһыҙ көндәшлеге был статусты артыҡ көсәйтергә бирмәй..

Бөйөк Армияның 1812 йылда Рәсәйгә ҡаршы асҡан һуғышта еңелеүе Наполеона I империяһының емерелеүенә баш һала. Лейпциг янындағы «халыҡтар һуғышынан» һуң Наполеон ғәскәре башҡаса күтәрелә алмай. 1814 йылда француздарға ҡаршы коалицияның Парижға инеүе Наполеон I тәхеттән баш тартырға мәжбүр итә. Ул Эльба утрауына һөргөнгә ебәрелә. Яңынан тәхеткә 1815 йылдың мартында ултыра (Йөҙ көн). Ватерлоола еңелгәндән һуң тәхеттән икенсе тапҡыр баш тарта (22 июнь, 1815). Һуңғы йылдары Изге Елена утрауында инглиз әсирлегендә үтә. Мәйете 1840 йылдан Париждағы Инвалидтар йортонда һаҡлана.

Титулдары:

  • француз революционармияһы генералы ;
  • Француз республикаһының беренсе консулы (9 ноябрь,1799 — 20 март, 1804);
  • француз императоры (1/ 18 май, 1804 — 11 апрель, , 1814, 2/ 12 март, 1815 — 22 июнь, 1815);
  • Италия республикаһы президенты (26 ғинуар, 1802 — 17 март, 1805);
  • Италия короле (17 март, 1805 — 11 апрель, 1814);
  • Рейн союзы протекторы (12 июль, 1806 — 19 октябрь, 1813);
  • Швейцария Конфедерацияһы медиаторы (19 февраль, 1803 — 19 октябрь, 1813);
  • Бергтың бөйөк императоры(1808—1809).

Наполеон I буйы 169 см булған, ул заман өсөн уртасанан оҙонораҡ.

Карло Буонапарте (Анн-Луи Жироде-Триозон, 1806)
Летиция Рамолино

Наполеон Корсика утрауында Аяччола тыуған, (ул ваҡытта Генуэз республикаһына ингән). 1755 йылда Корсика генуэз хакимиәтен ҡолата, шунан бирле ғәмәлдә урындағы ер биләүсе Паскуале Паоли етәкселек иткән үҙ аллы дәүләткә әйләнә уның сәркәтибе Наполеондың атаһы була. 1768 йылдау Генуэз республикаһы Корсикаға хоҡуҡтарын француз короле Людовикҡа XV-гә һата. Корсика халҡы баш күтәрә, әммә фетнә баҫтырыла. Наполеон был хәлодәрҙән һуң 3 ай үткәс донъяға килә. Паоли 1790-сы йылдарға тиклем уның кумиры булып ҡала.

Наполеон Карло Буонапарте һәм Летиция Рамолиноның 13 балаһының икенсеһе булып тыуа. Шуларҙан 4 ир туғаны, 3 ҡыҙ туғаны тере ҡала:

  • Жозеф Бонапарт (1768—1844), Испания короле
  • Люсьен Бонапарт (1775—1840), Канино һәм Музиньяно кенәзе
  • Элиза Бонапарт (1777—1820), Тосканан бөйөк герцогиняһы
  • Луи Бонапарт (1778—1846), Голландия короле
  • Полина Бонапарт (1780—1825), Гвасталла герцогиняһы
  • Каролина Бонапарт (1782—1839), Клевбың бөйөк герцогиняһы.
  • Жером Бонапарт (1784—1860), Вестфалия короле
Наполеонға 16 йәш (билдәһеҙ автор)

Атаһы Наполеонға хәрби карьера теләй. 1778 йылда малай ағаһы менән Отёнда колледжға телдәр өйрәнергә инә,шулай ҙа Наполеон французса акцент менән һөйләшә. Икенсе йылына Наполеон Бриен-ле-Шатола кадет мәктәбенә уҡырға инә. Наполеон математиканы бик яҡшы белә; гуманитар фәндәр, киреһенсә, ауырлыҡ менән бирелә. Наполеон арымай-талмай фәндәр өйрәнә, ныҡышмал була.

«Королева муйынсаһы» тигән конкурста, үҙе лә уйламағанда еңеп сығып, Париждағы Король кадет мәктәбенә уҡырға алына (франц. École royale militaire). Францияны һаман да күрә алмауы менән һабаҡташтарына оҡшамай, дуҫтары булмай.

1785 йылда атаһы үлә, ағаһы ғаилә башлығы булып ҡалырға тейеш булһа ла, уның йыуашлығы арҡаһында Наполеонға был вазифаны үҙенә алырға тура килә. Шул йылы ул алдан уҡыуын тамамлай, Валансела лейтенант чинында эшләй башлай. 1788 йылдың июнендә Осонға күсерелә. Әсәһенә ярҙам итер өсөн 11 йәшлек ҡустыһы Луины үҙе янына ала. Бик фәҡир йәшәйҙәр. Ул бик күп уҡый, эшсән һәм тырыш була.

Публицистик әҫәрҙәр баҫтыра («Диалог о любви», «Dialogue sur l’amour», 1791, «Ужин в Бокэре», «Le Souper de Beaucaire», 1793), уларҙан якобсылар яҡлы икәнлеге күренә.

Хәрби хеҙмәт башы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1785 йылда Париж хәрби мәктәбен тамамлап, Бонапарт 10 йыл эсендә лейтенанттан башлап Франция армияһындағы бар хәрби баҫҡыстарҙы үтә. 1788 йылда, лейтенант сағында, рус хәрби хеҙмәтенә инергә теләй, әммә уға түбән чин тәҡдим итәләр. Йәне көйөп, «Миңә Пруссия короле капитан чины бирсәк», — тип ҡысҡырып сығып китә.

1789 йылда Корсикаға ҡайта һәм революцияға тап була, уны яҡлап сыға.

Беренсе яу тәжрибәһен Бонапарт — Ла-Маддален утрауына экспедицияла ҡатнаша.[1][2].

1793 йылда Паскаль Паоли Корсиканы Франциянан бойондороҡһоҙ тип иғлан итә, Наполеон быны революция идеяларына хыянат тип баһалай, һәм, асыуланып, Францияға китә. Тулонды яулауҙа ҡатнаша, 24 йәшендә бригада генералы — вазифаһына өлгәшә (14 ғинуар, 1794).

Термидориан фетнәһенән һуң Бонапарт Огюстен Робеспьер менән бәйләнеше өсөн ҡулға алына (10 август, 1794 йылда, ике аҙнаға). Иреккә сыҡҡас, отставкаға китә (795), бер йылдан Йәмәғәт ҡотҡарыуы Комитетына эшкә инә. Париждағы роялистик фетнәлә үҙен яҡшы күрһәтеп, (13 вандемьера 1795), дивизия генералы итеп тәғәйенләнеп, тыл ғәскәрҙәре командующийы булып китә.

Бер йылдан Италия армияһы командующийы итеп тәғәйенләнә(23 февраль, 1796 йыл)

Италия кампанияһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
«Наполеон Арколь күперендә», Жан-Антуан Гро, 1801

Италия армияһы командующийы булараҡ, Бонапарт Сардиния короллеге һәм Австрия ғәскәрҙәрен тар-мар итә һәм Республиканың атаҡлы полководецтары иҫәбенә инә.

1798—1801 йылдарҙа Наполеона Бонапарт тәҡдиме һәм етәкселеге менән Мысырға яу асалар.

Юл ыңғай 1798 йылдың июнендә Мальтаны алалар.

1 июлдә Наполеон ғәскәре Искәндәриә (Александрия)ға килеп етә, икенсе көнөнә үк ҡала яулана. Тиҙҙән Ҡаһирәне лә алалар.

Наполеон имамдар менән уртаҡ тел эҙләй, әммә Ҡаһирә лә француздарға ҡаршы баш күтәрәләр.

Үртәлеп, Наполеон Сүриәгә яу аса (февраль, 1799 йыл). Яффаны ала, әммә Акрала уңышһыҙлыҡҡа осрай. 1799 йылда сигенә башлайҙар. Тоҙаҡҡа эләккәнен аңлап, 23 августа Наполеон генерал Клеберға армияһын ҡалдырып, во Францияға ҡайта.

Хакимлыҡҡа килеүе

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Бонапарт — беренсе консул, художник Доминик Энгр
Наполеондың аллегорик һүрәте

Парижда 1799 йылға, Наполеон Мысырҙа йөрөгән арала, власть тулыһынса көсөн юғалта, . Коррупцияға бирелгән Директория революция ҡаҙаныштарын яҡлай алмай. Италияла рус-австрия ғәскәрҙәре генерал-фельдмаршал А. В. Суворов етәкселегендә Наполеондың ҡаҙаныштарын тотош тартып ала, хатта Францияға инеү хәүефе тыуа. Ошо шарттарҙа Мысырҙан ҡайтҡан генерал, Жозеф Фушеның һәм армияның ярҙамына таянып, вәкәләтле органдарҙы һәм и Директорияныҡыуып, консуллыҡ режимы урынлаштыра (9 ноябрь, 1799).

Яңы конституцияға ярашлы, ҡануниәт власы Дәүләт Советы, Трибунат, Закон сығарыу корпусы һәм Сенат ҡатнашлығынан тора, был уларҙың эшен һүлпәнәйтә һәм көсһөҙләндерә. Башҡарма власть, киреһенсә, беренсе консулға, йәғни Бонапартҡа ғына буйһона. Конституцияны плебисцитта халыҡ хуплай (3 миллион- ыңғай, 1,5 мең — ҡаршы) (1800). Һуңғараҡ Наполеон сенат аша үҙ вәкәләттәренең ғүмерлек икәнлегенә декрет ҡабул иттерә (1802), шунан үҙен француз императоры тип иғлан итә (1804).

Наполеондың эске сәйәсәте

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Map of Europe. French Empire shown as bigger than present day France as it included parts of present-day Netherlands and Italy.
Беренсе француз Империяһы, 1811 год[12][13][14]

Наполеондың эске сәйәсәте үҙ ҡулына бар хакимиәтте туплауҙан тора. Был революция ҡаҙаныштарын һаҡлап ҡалыу өсөн кәрәк тип һанай Граждандар кодексы (1804) быны тәьмин итергә тейеш була («Наполеон Кодексы»). Наполеон административ реформа үткәрә, хөкүмәткә бойондороҡло департамент префекттарын һәм округтар супрефекттар тәғәйенләй (1800). Ҡала һәм ауылдарға назначались мэрҙар ҡуйыла.

Наполеонға Италия короле таж кейҙерә (26 май, 1805 йыл, Милан). Андреа Аппиани картинаһы

Француз Дәүләт банкыһы ойошторола, ул алтын запасын һаҡлай һәм ҡағыҙ аҡса эмиссияһын үткәрә (1800).

Наполеон индергән административ һәм хоҡуҡи үҙгәрештәр күбеһенсә бөгөнгәсә һаҡланып ҡалған.

Наполеон Сен-Бернар артылышында. Жак Луи Давид рәсеме

Империяның ҡаҡшауы һәм емерелеүе (1812—1815)

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Император Наполеон Тюильрилағы кабинетында. Жак Луи Давид (1812)
Наполеон Бонапарт Фонтенбло Поль Деларош һарайында — тәхеттән баш тартҡандан һуң
Беренсе тапҡыр тәхеттән баш тартыу, 12 апрель, 1814 йыл

Изге Елена утрауы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Изге Елена утрауына һөрөлгәс, Наполеон Лонгвуд поместьеһында йәшәй
Наполеон Изге Елена утрауында

Наполеондың үлеме

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Наполеондың Инвалидтар йортондағы ҡәбере

Утрауҙа Наполеондың сәләмәтлеге хөртәйгәндән-хөртәйә. 1819 йылда йыш ауырый. Табибы гепатит тиһә лә, Наполеон үҙе атаһыныҡы кеүек рактыр тип уйлай. 1821йылда хәле ныҡ насарая, һәм ул инде үләсәген аңлай. 1821 йылдың 13 апрелендә Наполеон васыят яҙҙырта.

Наполеон Бонапарт шәмбе көн, 1821 йылдың 5 майында, 17 сәғәт 49 минутта баҡыйлыҡҡа күсә. Ул "Ярангөл үҙәне " тигән ерҙә ерләнә..

1840 йылда Луи-Филипп, бонапартистарҙың ҡыҫымы аҫтында, Изге Елена утрауына делегация ебәрә — Наполеондың һуңғы үтенесен, Францияла ерләнергә теләүен, үтәп, кәүҙәһен алып ҡайталар. Ул Парижда Инвалидтар йортонда ҡуйылған.

  • Французский Орден Почетного Легиона большой крест (1805)[3]
  • Вюртембергский Орден Золотого Орла большой крест (1807)
  • Российский Орден Святого Андрея Первозванного (27.06.1807, по Высочайшему повелению исключен 9 февраля 1816 года)
  • Российский Орден Святого Александра Невского (27.06.1807)
  • Прусский Орден Черного Орла (1807)
  • Вестфальский Орден Короны Вестфалии большой крест (1809)
  • Австрийский Орден Святого Стефана большой крест (1810)[4]
  • Французский Орден Воссоединения большой крест (1811)
  • Датский Орден Слона
  • Шведский Орден Серафимов
  • Испанский орден Золотого руна (1805)
  • Австрийский Орден Леопольда 1 ст.

Никахтары һәм балалары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • 1-се ҡатыны: (с 9 март, 1796, Париж) Жозефина де Богарне (1763—1814), француз императрицаһы. Балалары булмай 16 декабрь, 1809 йыл — айырылышалар.
  • 2-се ҡатыны: (1 апрель, 1810, Сен-Клу) Мария-Луиза Габсбург-Лотарингская (1791—1847), Австрия эрцгерцогиняһы, француз императрицаһы бер улдары:
    • Наполеон II Бонапарт (1811—1832)

Аҫрауға алған балалары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
(Жозефина де Богарненың 1-се никахынан)
  • Евгений де Богарне (1781—1824), Лейхтенберг герцогы
  • Гортензия де Богарне (1783—1837), де Сен-Ле герцогиняһы, Голландия королеваһы
(Жозефина де Богарненың тәүге иренең туғаны)
  • Стефания де Богарне (1789—1860), Бадендың бөйөк герцогиняһы

Никахһыҙ бәйләнештәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Элеонора Денюель де Ла Пленье (ум. 1868)
    • Шарль Леон (1806—1881)
  • Мария Лончинская, графиня Валевская (1786—1817)
    • Александр Валевский (1810—1868)
  • Альбина де Васаль (по третьему браку Монтолон) (1779—1848)
    • Жозефина Наполеоне де Монтолон (1818—1819)
Наполеондың документтары

Математикала күрһәткән хеҙмәттәре өсөн Наполеон Франция фәндәр академияһының академигы итеп һайланған. Мәҫәлән:

  • Ул ике тамға һалынған линейка ярҙамында квадрат һыҙыуҙы уйлап сығарған. Ундай линейка ярҙамында төрлө һыҙмалар эшләү бик еңеләйгән.
  • Тигеҙ яҡлы өсмөйөштәр тураһында уның исемен йөрөткән мәсьәлә бар

Мәҙәниәттә һәм сәнғәттә сағылдыру

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Наполеон (пирожное)

1804 йылда Наполеона хөрмәтенә ағастарға исем бирелә Napoleonaea P.Beauv.[5].

Наполеон Бонапарт шәхесенә һәм уның осорона төрлө континеттарҙың тиҫтәләрсә илдәренең : Европа, Америка, Африка, Азия, Океания һәм хатта Антарктиданың йөҙҙәрсә почта маркалары бағышланған

Тәүге тапҡыр Наполеон образы Францияла 1951 йылда а (№ 896, Ивер һәм Телье каталогы) почта миниатюраһында һүрәтләнә.

Наполеон тематикаһы филателистар араһында бик популяр. Уның үҙенә генә түгел, уға бәйле тематикалар буйынса ла маркалар йыялар[6].

Компьютер уйындарында

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Europa Universalis III: Napoleon's Ambition — дополнение к Europa Universalis III , компьютерной глобальной стратегии в реальном времени от компании Paradox Interactive;
  • Napoleon: Total War — шестая игра в серии Total War компании Creative Assembly, вышедшая в феврале 2010 года;
  • «Napoleon» — компьютерная игра 2010 года, разработанная компаниями Puzzle Time и Mycats .
  • Казаки II: Наполеоновские войны — компьютерная игра — стратегия в реальном времени, разработанная компанией GSC Game World и изданная компанией GSC World Publishing 4 апреля 2005 года под Windows.

Наполеон һуғышында башҡорттар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1812 йылғы Ватан һуғышында башҡорттар ҙа ҡатнашҡан. Наполеонға ҡаршы 28 башҡорт полкы ойошторола. Улар Рәсәй армияһы сафында төрлө походтарҙа ҡатнаша, Парижғаса барып етә. Ошо һуғыш иҫтәлеге булып халҡыбыҙҙа «Любизар», «Кутузов», «Француз көйө», «Ҡаһым түрә» тигән йырҙар ҡалған.

Любизар

Беҙ һуғышҡа ингәндә,
Бәхилләштек барыбыҙ.
Беҙ һуғыштан сыҡҡанда,
Алдан сыҡты даныбыҙ.

Любезники, любизар,
Маладис, маладис!

Француздар килеп ингән
Мәскәү тигән ҡалаға.
Беҙҙең ғәскәр ҡыҫып алғас,
Сығып ҡасты далаға.

Любезники, любизар,
Маладис, маладис!

Француздар танынылар
Әрәсәйҙә үҙҙәрен.
рус, башҡорт ҡыҫмаҡлағас,
Табалмайҙар эҙҙәрен.

Любезники, любизар,
Маладис, маладис!

Мәскәүгә лә керҙек беҙ,
Парижде лә күрҙек беҙ.
Француздарҙы еңгәндә,
Ер емертеп йөрөнөк беҙ.

Любезники, любизар,
Маладис, маладис!

КУТУЗОВ

Полководец батыр ир Кутузов,
Уттар, һыуҙар кисте, ҡурҡманы,
Һай, Кутузов,
Полководец икән Кутузов.

Наполеондың баҫҡынсы яуҙарын
Көтөү кеүек әйҙәп туҡманы,
Һай, Кутузов,
Полководец икән Кутузов.

Рәсәй ҙә генә иле, һай, киң икән,
Донъяла иң гүзәл ер икән,
Һай, Кутузов,
Полководец икән Кутузов.

Ирҙәре лә батыр ирҙәр икән,
Ил дошманын яуҙа еңә икән,
Һай, Кутузов,
Полководец икән Кутузов.

ФРАНЦУЗ КӨЙӨ

Ҡыҙыл ғына менән Яйыҡ һыуы,
Салт аяҙ көн булмай, туңмай ҙа.
Беҙ китә лә тип үк иламағыҙ,
Илаһағыҙ, юлым уңмай ҙа.

Беҙ китәбеҙ инде, ай, үҙебеҙ,
Алыҫ ҡалыр тыуған илебеҙ.
Беҙ килә лә тип үк, ҡарай-ҡарай,
Тилмерер ҙә ике күҙегеҙ.

Атҡа ғына мендек беҙ үҙебеҙ,
Ҡалманымы әйтер һүҙегеҙ?
Ҡалһа-ҡалһын әйтер һүҙҙәрегеҙ,
Сабырһыҙ ҙа булмаң үҙегеҙ.

• «Тененбаум Б.» Великий Наполеон.- ЭКСМО (издательство), 1-е изд., 2011.

  • Тюлар Ж. Наполеон, или Миф о «спасителе». — М.: Молодая гвардия, 1-е изд., 1996, — 2-е изд., 1997, — 3-е изд., 2009. — Пер. с фр.
  • Филатова Ю. «Основные аспекты внутренней политики Наполеона»
  • Чандлер Д. Военные кампании Наполеона. — М.: Центрополиграф, 1999.
  • Чандлер Д. (под ред. А. Зотова) Ватерлоо. Последняя кампания Наполеона.— СПб.: Знак, 2004.
  • Шад М. Бонапарты. Великие династии. (Серия «Власть и мифы»). — М.: ЗАО «Русский мир», 2008. — 96 с.
Алдан килеүсе:
(Беренсе республика)
Ул үҙе, Француз республикаһының беренсе консулы булараҡ.
Француздарҙың 1-се императоры
(Беренсе империя)

20 март 18046 апрель 1814
1 март 181522 июнн 1815
Һуңынан килеүсе:
(Реставрация Бурбонов)
Францияның 34-се Короле Людовик XVIII
Алдан килеүсе:
(Беренсе республика)
Француз республикаһынан Директорияһы
Француз республикаһының беренсе консулы
(Беренсе республика)

9 ноябрь 17992 март 1804
Һуңынан килеүсе:
(Беренсе империя)
Ул үҙе, Францияның 1-се Императоры булараҡ