22 июнь
Уҡыу көйләүҙәре
22 июнь | |
Аҙна көнө | Йәкшәмбе, Дүшәмбе, Шишәмбе, Шаршамбы, Кесаҙна, Йома һәм Шәмбе |
---|---|
22 июнь Викимилектә |
22 июнь — григориан стиле буйынса йылдың 173-сө (кәбисә йылында 174-се) көнө. Йыл аҙағына тиклем 192 көн ҡала.
← июнь → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шб | Йш |
1 | 2 | |||||
3 | 4 | 5 | 6 | 7 | 8 | 9 |
10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15 | 16 |
17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22 | 23 |
24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29 | 30 |
2024 йыл |
- Ер: Тропик урмандар көнө.
- Рәсәй Федерацияһы, БДБ: Хәтер һәм ҡайғы уртаҡлашыу көнө.
- Конго Республикаһы: Ҡораллы көстәр көнө.
- Сальвадор: Уҡытыусылар көнө.
- Гаити: Президент көнө.
- 1675: Англиялағы Гринвич обсерваторияһы эшләй башлай.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Буренкова Надежда Андреевна (1955), мәғариф ветераны, 1989 йылдан Күмертау ҡалаһының 5-се урта мәктәбе уҡытыусыһы, Рәсәй Федерацияһының почётлы мәғариф хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Тюкаев Александр Иванович (1941), хеҙмәт ветераны һәм производство алдынғыһы. 1963—2011 йылдарҙа хәҙерге Күмертау авиация етештереү предприятиеһының яуаплы хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1975 йылдан материаль-техник тәьминәт бүлеге начальнигы. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған машина эшләүсеһе (1998), предприятиеның атҡаҙанған хеҙмәткәре (2008). Сығышы менән хәҙерге Татарстан Республикаһының Нурлат районы Сәләнгеш ауылынан.
- Әхмәтйәнов Риф Фәтҡулла улы (1946), хеҙмәт ветераны һәм производство алдынғыһы. 1968—2006 йылдарҙа «Салауатнефтеоргсинтез» һәм «Газпром Нефтехим Салауат» берекмәһе аппаратсыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған химигы (1995). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ишембай районы Ишем ауылынан.
тулы исемлек
- Антонова Людмила Петровна (1951), педагогик хеҙмәт ветераны. 1973 йылдан Салауат ҡалаһының Балалар музыка мәктәбе уҡытыусыһы, шул иҫәптән 2005 йылдан директорҙың уҡытыу-тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары, 2011—2016 йылдарҙа — директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2009). Сығышы менән Октябрьский ҡалаһынан.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ғималова Мәрйәм Ғилметдин ҡыҙы (1922—24.06.2006), педагог-методист, педагогия фәндәре кандидаты (1961), РСФСР (1987) һәм Башҡорт АССР-ы (1969) мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы, РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1967, 1976), Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (1994).
- Измайлов Иван Григорьевич (1922—2000), партия һәм дәүләт эшмәкәре, 1974-1983 йылдарҙа Ырымбур өлкәһе Эске эштәр идаралығы начальнигы, милиция генерал-майоры, өс I дәрәжә Ватан һуғышы, Ҡыҙыл Йондоҙ, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ һәм «Почёт Билдәһе» ордендары кавалеры. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Сығышы менән Шаран районынан.
тулы исемлек
- Ханин Василий Дмитриевич (1922—5.01.1983), педагог. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, миномёт взводы командиры. Мәләүез ҡалаһы 2-се урта мәктәбенең (хәҙер 1-се гимназия) элекке тарих уҡытыусыһы. Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры.
- Бакланов Юрий Григорьевич (1937), хужалыҡ эшмәкәре, Өфө приборҙар эшләү производство берекмәһенең 1994-2005 йылдарҙағы генераль директоры. СССР Министрҙар Советы премияһы лауреаты (1982), «Почёт Билдәһе» (1988) һәм Преподобный Сергий Радонежский (2007) ордендары кавалеры, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған төҙөүсеһе (1985), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған машиналар эшләүсеһе (1997). Өфө ҡалаһында тыуған.
- Латыпов Зиязетдин Талип улы (1937), «Аксаковнефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығының элекке нефтсеһе, II һәм III дәрәжә Хеҙмәт Даны һәм Халыҡтар Дуҫлығы ордендары кавалеры, Рәсәйҙең Яғыулыҡ энергетикаһы министрлығының атҡаҙанған хеҙмәткәре.
- Лебедьков Валерий Иванович (1947), хеҙмәт ветераны, хужалыҡ эшмәкәре, йәмәғәтсе. 1973 йылдан Өфө ҡала һөт заводының баш инженеры, директор урынбаҫары һәм директоры; 1980—2003 йылдарҙа Өфө һөт комбинаты һәм «Уфамолагропром» берекмәһенең генераль директоры. Башҡорт АССР-ының ун икенсе саҡырылыш Юғары Советы, Башҡортостан Республикаһының икенсе һәм өсөнсө саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Башҡорт АССР-ының һәм Рәсәй Федерацияһы аҙыҡ-түлек индустрияһының атҡаҙанған хеҙмәткәре. Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры.
- Хлюпин Иван Иванович (1947), ауыл хужалығы ветераны. 1967—2007 йылдарҙа Баҡалы районы «Искра Ленина» колхозы водителе. 2-се (1986) һәм 3-сө (1976) дәрәжә Хеҙмәт даны ордендары кавалеры. Сығышы менән ошо райондың Ҡаҙансы ауылынан.
- Бакулин Владимир Георгиевич (1952), музыкант, педагог. Өфөләге махсус урта музыка колледжы уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы, халыҡ-ара, Бөтә Рәсәй һәм республика ижади конкурстары лауреаты.
- Әхмәтханов Ринат Мәснәүи улы (1957), ғалим-химик, 2010 йылдан Башҡорт дәүләт университетының химия факультеты деканы. Химия фәндәре докторы (2005), профессор, Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2012).
- Шаһмөхәмәтов Азат Ғәли улы (1977), хәрби музыкант, дирижёр, полковник (2022). Рәсәй Милли гвардия ғәскәрҙәренең өлгөлө-үрнәк оркестры начальнигы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2018).
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Задионченко Семён Борисович (1898—19.11.1972), СССР-ҙың дәүләт һәм партия эшмәкәре. 1942—1943 йылдарҙа ВКП(б)-ның Башҡортостан өлкә комитетының беренсе секретары. Граждандар һәм Бөйөк Ватан һуғыштарында ҡатнашыусы. СССР-ҙың 1-се һәм 2‑се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Өс Ленин (1939, 1943, 1945) һәм Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары кавалеры.
- Осетров Пётр Петрович (1913—10.01.1987), инженер-металлург, 1965—1978 йылдарҙа Белорет металлургия комбинаты директоры. СССР-ҙың Дәүләт премияһы лауреаты (1952), Ленин (1966), Октябрь Революцияһы (1971), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1958) һәм «Почёт Билдәһе» (1944) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Мәскәү өлкәһенең Шаховская ҡала округына ҡараған Канаево ауылынан.
тулы исемлек
- Кәримова Сәлисә Сәфи ҡыҙы (1923—18.09.2017), педагог, йәмәғәтсе. 1958 йылдан Салауат ҡалаһы 6-сы урта мәктәбе тәрбиәсеһе, 1961 йылдан — директорҙың тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары; 1970 йылдан Салауат педагогия училищеһының директор урынбаҫары, 1982—1985 йылдарҙа — уҡытыусыһы. 1971 йылдан округ һайлау комиссияһы рәйесе. РСФСР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы (1976) һәм халыҡ мәғарифы отличнигы (1957). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1967). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Шишмә районының Келәш ауылынан.
- Юнысбаев Булат Хәләф улы (1953—10.11.2016), педагог-методист, 1991—2016 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының Мәғарифты үҫтереү институтының кафедра мөдире. Педагогия фәндәре кандидаты (1991), профессор (2015). Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы.
- Түләкова Зилә Дамир ҡыҙы (1968), педагог, Көйөргәҙе районы Яҡшымбәт мәктәбе уҡытыусыһы. Башҡортостандың атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Йосопов Һарун Вәли улы (1914—26.06.1968), ғалим-археолог, төркиәтсе һәм этнограф. 1952—1958 йылдарҙа СССР Фәндәр академияһының Башҡортостан филиалы Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты ғилми хеҙмәткәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Тарих фәндәре кандидаты (1952). Татарстан Республикаһының Дәүләт премияһы лауреаты (1994).
- Абдулбанеева Памира Мансур ҡыҙы (ҡыҙ фамилияһы Сөләйманова); 1939—31.03.2021), хеҙмәт ветераны. 1965—1999 йылдарҙа «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы телевидение студияһының тауыш режиссёры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
Дөйөм исемлек
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1805: Джузеппе Мадзини, Италия революционеры, илдең берләшеүе өсөн көрәшеүсе.
- 1845: Ричард Седдон, дәүләт эшмәкәре, 1893—1906 йылдарҙа Яңы Зеландияның премьер-министры.
тулы исемлек
- 1890: Исак Зеленский, СССР-ҙың партия һәм дәүләт эшмәкәре.
- 1898: Ремарк Эрих Мария, Германия яҙыусыһы.
- 1910: Джон Хант, Англия офицеры, Эверестҡа тәүге булып менгән экспедиция етәксеһе.
- 1910: Конрад Цузе, Германия инженеры, компьютер эшләй башлаусыларҙың береһе.
- 1925: Әминә Сәфиуллина, Татарстан телевидениеһының беренсе дикторы, Татар АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1964).
- 1930: Юрий Артюхин, СССР-ҙың лётчик-космонавы, Советтар Союзы Геройы.
- 1949: Мерил Стрип, АҠШ-тың театр һәм кино актёры.
- 1950: Светлана Крючкова, СССР һәм Рәсәйҙең театр һәм кино актёры, РСФСР-ҙың халыҡ артисы (1991), ике тапҡыр «Ника» премияһы лауреаты (1990, 2010).
- 1960: Трэйси Поллан, Америка актрисаһы.
- 1965: Уве Болл, Германия кинорежиссёры.
- 1970: Отар Кушанашвили, Грузия һәм Рәсәй журналисы, телетапшырыуҙар алып барыусы.
- 1980: Илья Брызгалов, Рәсәй хоккейсыһы, ҡапҡасы.