21 октябрь
Перейти к навигации
Перейти к поиску
21 октябрь | |
![]() |
21 октябрь — григориан стиле буйынса йылдың 294-се көнө (кәбисә йылында 295-се). Йыл аҙағына тиклем 71 көн ҡала.
← октябрь → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | 3 | ||||
4 | 5 | 6 | 7 | 8 | 9 | 10 |
11 | 12 | 13 | 14 | 15 | 16 | 17 |
18 | 19 | 20 | 21 | 22 | 23 | 24 |
25 | 26 | 27 | 28 | 29 | 30 | 31 |
2021 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
Бөйөк Британия: Алма көнө.
Лаос: Тулған ай байрамы.
Судан: Революция көнө.
Тарихи ваҡиғалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1520: Фернан Магеллан Атлантик һәм Тымыҡ океан араһындағы боғаҙҙы аса (Магеллан боғаҙы).
- 1731: Әбелхәйер хан тәҡдиме буйынса, Кесе йөҙ ҡаҙаҡтары Рәсәй империяһына ҡушыла.
- 1879: Томас Эдисон үҙенең беренсе электр лампаһына һынау үткәрә.
- 1899: Владивостокта Көнсығыш институты асыла (хәҙер Алыҫ Көнсығыш дәүләт университеты).
- 1915: АҠШ һәм Париж араһында беренсе трансатлантик радиотелефон бәйләнеше урынлаштырыла.
- 1917: Петроград гарнизоны хәрби-революцион комитет яғына сыға.
- 1923: Мюнхенда донъялағы беренсе планетарий асыла.
- 1936: Ленинградта троллейбус йөрөй башлай.
- 1948: Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы атом ҡоралын юҡ итеү буйынса СССР-ҙың тәҡдимен кире ҡаға.
Был көндө тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Бикбулатов Ғәлимнур Хөснийәр улы (1925—16.12.1996), диктор, театр актёры. 1947—1993 йылдарҙа хәҙерге «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы хеҙмәткәре, бер үк ваҡытта 1957—1997 йылдарҙа Борай, Баймаҡ колхоз-совхоз театрҙары һәм хәҙерге Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актёры. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1979). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Мишкә районы Янағош ауылынан.
- Яруллин Айҙар Флүр улы (1960), тренер. 2011 йылдан «Уфимец» олимпия резервы спорт мәктәбенең тренер-уҡытыусыһы, бер үк ваҡытта 464-се Уҡыу күнекмәләр үҙәге (1986—2011), Рәсәй үҫмерҙәр йыйылма командаһы (1993—1998), Рәсәй ир-егеттәр йыйылма командаһы (1999 йылдан) тренеры. Ауыр атлетика буйынса Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры (2003), СССР-ҙың спорт мастеры (1983) һәм 1-се халыҡ ара категориялы судья (2005). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре (2000). Почёт ордены кавалеры (2007). Сығышы менән хәҙерге Пермь крайының Губаха ҡалаһынан.
- Ефимов Александр Анатольевич (1960), тренер, йәмәғәтсе. 1990 йылдан Башҡортостан Республикаһының Спорт буйынса дәүләт комитеты ҡарамағындағы «Физкультура һәм сәләмәтлек» кесе предприятиеһы директоры, 1995 йылдан — «Ирбис» спорт клубы президенты, 2006 йылдан — Башҡортостан Республикаһының Спорт сараларын ойоштороу һәм үткәреү идаралығы начальнигы. 1990 йылдан Башҡортостан Республикаһының Пауэрлифтинг федерацияһы президенты. Пауэрлифтинг буйынса Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры (2000), халыҡ-ара категориялы судья (2001). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре (2004).
- Сафиуллин Руслан Ильяс улы (1970), ғалим-уролог. 1995 йылдан Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы. Медицина фәндәре докторы (2007), профессор (2010). Рәсәй Федерацияһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2007). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Борай районы Борай ауылынан.
- Буренин Алексей Александрович (1985), спортсы, йәмәғәтсе. Парашют спорты буйынса 2002 йылдан Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының Парашют спорты федерацияһы рәйесе урынбаҫары. Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (2005), Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры. Башҡортостан Республикаһының күренекле спортсыһы (2008). Парашют спорты буйынса һигеҙ тапҡыр донъя чемпионы. «Рәсәй өмөтө» премияһы лауреаты.
- Меркулов Артём Александрович (1990), спортсы, дзюдоист. Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы. Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры. Һуҡырҙар һәм насар күреүселәр араһында дзюдо буйынса төрлө кимәл чемпионаттары еңеүсеһе һәм призёры.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Абдрахманов Ильяс Әхмәт улы (1951), хужалыҡ һәм йәмәғәт эшмәкәре. Техник фәндәр кандидаты (2009). Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы һәм Башҡортостан Республикаһының 2-се һәм 3-сө саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Рәсәй Федерацияһының (2007) һәм Башҡортостан Республикаһының (1999) атҡаҙанған металлургы. Рәсәй Хөкүмәте премияһы лауреаты (2003). 2‑се дәрәжә Изге Станислав (2002), Башҡортостан Республикаһының Халыҡтар дуҫлығы ордены (2002) һәм Салауат Юлаев (2008) ордендары кавалеры.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Ғәскәров Фәйзи Әҙһәм улы (1912—18.06.1984), беренсе башҡорт профессиональ бейеүсеһе, хореограф һәм балетмейстер. Башҡорт АССР-ының (1944) һәм РСФСР-ҙың (1975) атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1967). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1967).
- Старцев Александр Петрович (1922—9.04.2008), Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, артиллерист-тоҫҡаусы, гвардия сержанты. Советтар Союзы Геройы (1943). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Бөрө районының Старцин ауылынан.
- Бикмәтова Рәшиҙә Шаһиморат ҡыҙы (Рәшиҙә Бик; 1952), Башҡортостанда йәшәп, рус телендә ижад итеүсе балалар яҙыусыһы, шағир. «Рәсәйҙең алтын ҡәләме» Милли әҙәби (2013) һәм төрлө кимәлдәге башҡа, шул иҫәптән халыҡ-ара әҙәби премиялар лауреаты.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Зеленин Дмитрий Константинович (1878—31.08.1954), Рәсәй империяһы һәм СССР-ҙың ғалим-фольклорсыһы, диалектолог, этнограф. СССР Фәндәр Академияһының мөхбир ағзаһы (1925), Болгария Фәндәр Академияһы академигы (1946), рус теле һәм әҙәбиәте докторы (1917), Рус география йәмғиәтенең тулы хоҡуҡлы ағзаһы (1904). Этнография докторы (1935). Башҡорттар этнографияһын һәм фольклорын өйрәнеүсе. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1945). Сығышы менән хәҙерге Удмурт Республикаһы Завьялов районының Люк ауылынан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Позднов Виктор Андреевич (1929—11.10.2010), рәссам, йәмәғәтсе. 1952—1992 йылдарҙа Башҡортостан ижади‑производство комбинаты рәссамы, бер үк ваҡытта 1981—2010 йылдарҙа Өфөләге «Таң» Республика үҙешмәкәр рәссамдар клубы етәксеһе. 1960 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы. Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған рәссамы (1973). «Тыуған ил буйлап» Бөтә Рәсәй һынлы сәнғәт күргәҙмәһе дипломанты (Мәскәү, 1981).
- Боғҙанова Ғәлиә Нәғим ҡыҙы (1944), ғалим-педиатр, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1987—1992 йылдарҙа Башҡорт дәүләт медицина институтының балалар ауырыуҙары кафедраһы мөдире. Медицина фәндәре докторы (1998), профессор (1998). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (2002). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Бүздәк районы Ҡаңны-Төркәй ауылынан.
- Бибисара Азаматова (1949), хеҙмәт ветераны, инженер-технолог, хужалыҡ эшмәкәре, үҙешмәкәр йырсы. 1980–1998 йылдарҙа Баймаҡ һыра ҡайнатыу заводы директоры. Башҡортостан Республикаһы аҙыҡ индустирияһының атҡаҙанған хеҙмәткәре. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районы Бәхтегәрәй ауылынан.
- Трошина Наталия Борисовна (1949), ғалим-үҫемлектәр физиологы. 1980—2013 йылдарҙа хәҙерге Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәгенең Биохимия һәм генетика институтының ғилми хеҙмәткәре һәм өлкән ғилми хеҙмәткәре. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
Дөйөм исемлек[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1833: Альфред Бернхард Нобель, Швеция химигы, Нобель премияһын булдырыусы.
- 1896: Евгений Шварц, СССР драматургы, прозаик һәм сценарист.
- 1899: Григорий Роша́ль, СССР-ҙың театр һәм кино режиссёры, сценарист һәм педагог, СССР-ҙың халыҡ артисы (1967).
- 1903: Михаил Куприя́нов, СССР рәссамы, «Кукрыниксылар» ижади төркөмө ағзаһы, СССР-ҙың халыҡ рәссамы (1958), Социалистик Хеҙмәт Геройы (1973).
- 1923: Михаил Бушно́в, СССР-ҙың театр һәм кино актёры, режиссёр һәм педагог, СССР-ҙың халыҡ артисы (1985).
- 1928: Раднэ́р Моратов, СССР-ҙың кино актёры, РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы (1986). (Василий Алибабаевич — «Джентльмены удачи»).
- 1930: Иван Сила́ев, СССР һәм Рәсәйҙең хужалыҡ һәм дәүләт эшмәкәре, 1990—1991 йылдарҙа РСФСР Министрҙар Советы рәйесе, Социалистик Хеҙмәт Геройы (1975).
- 1942: Елена Сана́ева, СССР һәм Рәсәйҙең театр һәм кино актёры, РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы (1990).
- 1945: Никита Михалков, СССР һәм Рәсәй кинорежиссёры, актёр, сценарист һәм продюсер. РСФСР-ҙың халыҡ артисы (1984).
- 1949: Биньямин Нетаньяху, Израиль премьер-министры.
- 1950: Геннадий Онищенко, сәйәсмән, академик, медицина фәндәре докторы.
Был көндө вафат булғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1805: Горацио Нельсон, Англия адмиралы.
- 1976: Садиҡ Сайранов, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, Советтар Союзы Геройы (1945).
- 1978: Анаста́с Микоя́н, СССР-ҙың дәүләт эшмәкәре, Социалистик Хеҙмәт Геройы (1943).
- 1979: Жозеф Котин, СССР-ҙың танк һәм тракторҙар конструкторы, генерал-полковник, техник фәндәр докторы, Социалистик Хеҙмәт Геройы (1941).
- 2007: Нәзиф Бәхтизин, Башҡортостандың ауыл хужалығы ғалимы, профессор, юғары мәктәп эшмәкәре. 1964—1973 йылдарҙа Башҡортостан ауыл хужалығы институты ректоры. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1970).
Йыл көндәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]