Ишкилдин Әмир Фәтҡулла улы
Ишкилдин Әмир Фәтҡулла улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 21 октябрь 1941 |
Тыуған урыны | Бикес, Теләүембәт ауыл Советы (Күгәрсен районы), Күгәрсен районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Вафат булған көнө | 22 февраль 2011 (69 йәш) |
Вафат булған урыны | Өфө, Рәсәй |
Һөнәр төрө | ғалим |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Ишкилдин Әмир Фәтҡулла улы (рус. Ишкильдин Амир Фаткуллович; 21 октябрь 1941 йыл — 22 февраль 2011 йыл) — химик-технолог, техник фәндәр докторы (1998), профессор (2003). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған химигы (2001)[1].
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әмир Фәтҡулла улы Ишкилдин 1941 йылдың 21 октябрендә БАССР-ҙың Йомағужа районы (хәҙер — Башҡортостан Республикаһы Күгәрсен районы) Бикес ауылында тыуған.
Урта мәктәпте тамамлағандан һуң, Өфө нефть институтына уҡырға инә.
Тормош һәм хеҙмәт юлы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1966 йылда Өфө нефть институтында хеҙмәт итә.
1975—1979 йылдарҙа Афғанстандағы Ҡабул политехник институтында уҡыта.
1991—1995 йылдарҙа Өфө нефть институтының технологик факультеты деканы.
Фәнни хеҙмәттәре ауыр нефть ҡалдыҡтарын (асфальт, гудрон, крекинг-ҡалдыҡтар) тәрәнәйтеп эшкәртеүҙең яңы варианттарын булдырыуға, акустик методтар ҡулланыу нигеҙендә нефть битумын етештереүҙе интенсивлаштырыу мәсьәләләренә бағышланған.
Ишкилдин етәкселегендә Яңы Өфө нефть эшкәртеү заводында, «Өфөнефтехим» ЯСЙ-ендә XX-се быуаттың 1990-сы йылдар уртаһында производствоға индерелгән асфальтты яңынан эшләп сығарыу технологияһы һәм гудронды асфальт торошонан ҡаҙан яғыулығына әйләндереү тормошҡа ашырылған.
Ғалим ҡатнашлығында гудронды гидровисбрекинг технологияһы өйрәнелгән, һәм уны һынау тәжрибәһе 1990-сы йылдарҙа Өфө аҙ тоннажлы нефть-химик производстволары тәжрибә заволында үткәрелде.
120 фәнни хеҙмәт һәм 8 уйлап табыу авторы.
2011 йылдың 22 февралендә Өфө ҡалаһында вафат була[2].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанғн химигы (2001)
Хеҙмәттәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Термический крекинг и новые резервы углубления переработки нефти. Уфа, 1995 (авторҙаш)
- Межфазные явления с участием нефтяных остаточных продуктов. Уфа, 1996[3][4]
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Ишкилдин Әмир Фәтҡулла улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Ишкилдин Әмир Фәтҡулла улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Ишкилдин Әмир Фәтҡулла улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Российская государственная библиотека. Исследование адгезионно-поверхностных свойств нефтяных остатков и коксов: Автореферат диссертации на соискание ученой степени кандидата технических наук. (05.17.07) / Уфим. нефт. ин-т. - Уфа : [б. и., 1973. - 23 с.]
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ишкилдин Әмир Фәтҡулла улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Российская государственная библиотека. Исследование адгезионно-поверхностных свойств нефтяных остатков и коксов: Автореферат диссертации на соискание ученой степени кандидата технических наук. (05.17.07) / Уфим. нефт. ин-т. - Уфа : [б. и., 1973. - 23 с.]