Эстәлеккә күсергә

Ҡаңны-Төркәй

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Ҡаңны-Төркәй
рус. Канлы-Туркеево
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Бүздәк районы

Ауыл биләмәһе

Ҡаңны-Төркәй ауыл Советы (Бүздәк районы)

Координаталар

54°22′37″ с. ш. 54°26′46″ в. д.HGЯO

Беренсе мәртәбә телгә алынған

1664

Халҡы

878[1] кеше (2010)

Милли состав

башҡорттар

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Почта индексы

452715

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 217 813 001

ОКТМО коды

80 617 413 101

ГКГН номеры

0520130

Ҡаңны-Төркәй (Рәсәй)
Ҡаңны-Төркәй
Ҡаңны-Төркәй
Ҡаңны-Төркәй (Башҡортостан Республикаһы)
Ҡаңны-Төркәй

Ҡаңны-Төркәй (рус. Канлы-Туркеево) — Башҡортостан Республикаһының Бүздәк районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә халыҡ һаны 878 кеше булған[2]. Почта индексы — 452715, ОКАТО коды — 80217813001

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 878 430 448 49,0 51,0

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
  • Район үҙәгенә тиклем (Бүздәк): 33 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Бүздәк): 27 км

Ҡаңны-Төркәй ауыл Советы үҙәге. Район үҙәгенән һәм Бүздәк тимер юл станцияһынан көньяҡ‑көнбайыш табан 33 саҡрым алыҫлыҡта Сәрмәсән йылғаһы буйында урынлашҡан. Ауылға Ҡазан даруғаһы Ҡаңлы улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1664 йылдан (башҡа мәғлүмәттәр буйынса 1455) алып билдәле. Исеменең беренсе өлөшө ҡаңлы этнонимынан, икенсе өлөшө тәүге төпләнеүсе Төркәй Балғажиндың исеменән алынған. 1795 йылда 36 йортта 224 кеше йәшәгән, 1865 йылда 135 йортта — 758 кеше. Малсылыҡҡ, игенселек, умартасылыҡ, балыҡ тотоу менәнн шөғөлләнгәндәр. 2 мәсет, 5 һыу тирмәне булған. 1906 йылда 2 мәсет, 2 тирмән, бакалея кибете теркәлгән. 1960‑сы йылдарҙа башында Ҡаңны‑Төркәйгә Бәләкәй Ҡаңны (XX быуат башында нигеҙләнгән) бүлендек ауыл ҡушылған. Халҡы: 1906 йылда — 1495 кеше; 1920 йылда — 1155 кеше; 1939 йылда — 848 кеше; 1959 йылда — 616 кеше; 1989 йылда — 829 кеше; 2002 йылда — 724 кеше; 2010 йылда — 878 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто («Заһиҙә» халыҡ фольклор ансамбле), китапхана, мәсет бар[3].

Исемдәре:[4]

  • Мелиораторҙар урамы (рус. Мелиораторов (улица))
  • Баҡса урамы (рус.  Садовая (улица))
  • Сынташ урамы (рус. Сынташ (улица))
  • Йәштәр урамы (рус. Молодёжная (улица))
  • Сәрмәсәән урамы (рус. Чермсанская (улица))
  • Мәктәп урамы (рус. Школьная (улица))

Билдәле шәхестәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • YouTube сайтында Видео Ҡаңны-Төркәй ауылы тарихы
  • YouTube сайтында Видео «Тамыр» Ҡаңлы ырыуы тарихы
  • YouTube сайтында Видео «Тормош» Ҡаңны-Төркәй ауылы