Сәрмәсән
Сәрмәсән | |
---|---|
Характеристика | |
Оҙонлоғо | 186 км |
Бассейн | 3970 км² |
Һыу сығымы | 10 м³/с |
Һыу ағымы | |
Инеше | |
· Координаталар | 54°13′01″ с. ш. 54°26′15″ в. д.HGЯO |
Тамағы | Ағиҙел |
· Координаталар | 55°10′26″ с. ш. 55°18′18″ в. д.HGЯO |
Урынлашыуы | |
Ил | Рәсәй Федерацияһы |
Регион | Башҡортостан |
РДҺР | 10010201512111100025170 |
— инеше, — тамағы |
Сәрмәсән (рус. Чермасан) — Башҡортостан Республикаһындағы йылға, Ағиҙелдең һул ҡушылдығы.
Тасуирлама
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Йылғаның оҙонлоғо — 186 км, уның һыу йыйылыу бассейнының майҙаны — 3970 км²[1]. Йылға ноябрҙә туңа, апрелдә асыла. Сәрмәсән Бөгөлмә-Бәләбәй ҡалҡыулығында башлана. Башлыса ҡар һыуҙарынан тулылана, 79 проценты яҙғы ташҡын тәшкил итә. Йыллыҡ уртаса һыу сығымы — 10 м³/с[2].
Төп ҡушылдыҡтары: Иҙәш, Ҡалмаш, Һарыш, Түреш, Ҡарғалы, Оло Ҡыҙаш, Сәғәҙи, Киәҙе.
Һыу реестрҙары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Рәсәй дәүләт һыу реестры мәғлүмәттәре буйынса, Кама бассейнына ҡарай, йылғаның һыу хужалығы участкаһы — Ағиҙел йылғаһы, Бөрө ҡалаһынан алып тамағына тиклем — Ағиҙел бассейнына ҡарай.
Гидроним
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1391 йылғы Ҡондорса буйындағы яу башҡорт фольклорының бер нисә ҡомартҡыһында сағыла. «Һуңғы Һартай» хикәйәтендә һарт ырыуының, Туҡтамыш сиреүендә түгел, ә үҙ алдына тыуған илен ҡурғап, Тимер менән иң һуңғы кешеһе ҡалғанса һуғышыуы, иҫән ҡалған ҡарт ырыу башының тыуған ил ҡазаһы һәм яуҙа үлгән ырыуҙаштары өсөн һаман туҡтамай дошмандан үс алып йөрөүе хаҡында бәйән ителә. Риүәйәт буйынса, һуғышта һәләк булған Ялыҡ бейҙең улдары — ике батыр хөрмәтенә Ҡармасан һәм Сәрмәсән йылғалары аталған[3].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Государственный водный реестр РФ: Чермасан .
- ↑ [ Чермасан] — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә
- ↑ Хрестоматия по истории Башкортостана. Часть первая. Документы и материалы с древнейших времён до 1917 г. // Учебное пособие / Составитель: Гумеров Ф. Х. — Уфа: Китап, 1996. — С. 71. — 336 с. — ISBN 5-295-01671-74.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Балков В. А. Сәрмәсән // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Рәсәй Федерацияһы тәбиғәт ресурстары һәм экология министрлығы 2015 йыл 26 май архивланған.
Был Башҡортостан географияһы буйынса тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |