Ҡалмаш (Сәрмәсән ҡушылдығы)
Ҡалмаш | |
---|---|
Ҡалмашта ҡаҙҙар йөҙә | |
Характеристика | |
Оҙонлоғо | 51 км |
Бассейн | 433 км² |
Һыу ағымы | |
· Координаталар | 54°58′00″ с. ш. 54°32′53″ в. д.HGЯO |
Тамағы | Сәрмәсән |
· Урынлашыуы | һул ярына тамағынан 27 км өҫтәрәк |
· Координаталар | 54°58′00″ с. ш. 54°32′53″ в. д.HGЯO |
· Координаталар | 55°07′18″ с. ш. 55°05′15″ в. д.HGЯO |
Урынлашыуы | |
Һыу бассейны | |
Ил | Рәсәй Федерацияһы |
Регион | Башҡортостан Республикаһы |
РДҺР | 10010201512111100025347 |
Ҡалмаш Викимилектә |
Ҡалмаш (рус. Калмашка) — Рәсәйҙәге йылға. Башҡортостан Республикаһы[1] биләмәләрендә аға. Саҡмағош районы Ҡашҡар ауылы янында башлана. Йылға Сәрмәсән йылғаһының һул ярына тамағынан 27 км өҫтәрәк ҡушыла. Йылға оҙонлоғо 51 км.
Тасуирламаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Саҡмағош районы Ҡашҡар ауылы янында башлана, шул уҡ район территорияһы буйлап көньяҡ-көнбайыштан төньяҡ-көнсығышҡа табан аға, Иҫке Ҡалмаш ауылы эргәһендә йүнәлешен көнсығышҡа үҙгәртә. Сәрмәсән йылғаһына (тамағынан 27 км алыҫлыҡта) ҡоя. Оҙонлоғо 52 км, бассейн майҙаны 410 кв.км. Башлыса ҡар һыуы менән туйына. Уртаса йыллыҡ һыу сығымы 1,05 куб/с. Бассейн рельефы тигеҙлек, һыҙа һәм йырындар менән ҡатмарланған. Ландшафтары йыуылған һәм ҡоро тупраҡтағы болонло далаларҙан һәм һоро болондарҙан ғибәрәт. Үрге ағымында бассейнының 12 процентын, түбәнге ағымында 5 процентын урман биләй, 70 проценты — һөрөнтө ер. Ҡалмашбаш ауылы эргәһендә быуа төҙөлгән. Ҙур ҡушылдыҡтары: Рапат йылғаһы, Саҡмағош йылғаһы (барыһы ла — Ҡалмаш йылғаһының һул ҡушылдыҡтары).
Һыу реестры мәғлүмәттәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Рәсәй дәүләт һыу реестры мәғлүмәте буйынса йылға Кама һыу бассейны округында урынлашҡан, һыу хужалығы участкаһы — Ағиҙел йылғаһы Өфөнән Бөрө ҡалаһына тиклем. Бәләкәй йылға бассейны (эске йылға бассейны) — Ағиҙел, йылға бассейны — Кама[2].
Һыу ресурстарының федераль агентлығы тарафынан әҙерләнгән Рәсәй Федерацияһы территорияһын һыу хужалығы буйынса районлау геоинформация системаһы мәғлүмәттәре буйынса[2]:
- Дәүләт һыу реестрында һыу объектының коды — 10010201512111100025347
- Гидрологик өйрәнеү (ГӨ) буйынса коды — 111102534
- Бассейн коды — 10.01.02.015
- ГӨ буйынса томы — 11
- ГӨ буйынса сығарылыш — 1
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ «Рәсәй гидротехник ҡоролмалар регистры һәм дәүләт һыу кадастры үҙәге».
- ↑ 2,0 2,1 РФ һыу реестры: Ҡалмаш .
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Рәсәй Федерацияһы тәбиғәт ресурстары һәм экология министрлығы 2015 йыл 26 май архивланған.