Ялыҡ бей
Ялыҡ бей | |
Тыуған ваҡыты |
билдәһеҙ |
---|---|
Тыуған урыны |
билдәһеҙ |
Үлгән ваҡыты |
билдәһеҙ |
Вафат урыны |
билдәһеҙ |
Хәрби алыш/һуғыш |
Алтын Урҙа ханы Туҡтамыш менән Сәмәрҡәнд әмире Аҡһаҡ Тимер армиялары араһында һуғыш |
Ялыҡ бей — XIV быуатта йәшәгән башҡорт ырыу башлығы.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ялыҡ бейҙең тормошо «Һуңғы Һартай» башҡорт хикәйәтендә тасуирлана.
Ялыҡ бей башҡорттарҙың һарт ырыуының башлығы була. Атаһы — Бурнаҡ Ташҡай улы.
Ялыҡ бейҙең Өлкөн ҡатынынан Ҡармасан һәм Сәрмәсән исемле улдары тыуған. Ҡармасан мәргән уҡсы була, атаһының ихтыяры буйынса аҡһаҡал Ҡара абыҙҙың ҡыҙы Айбикәне кәләш итеп ала. Кесе улына атаһы Бурнаҡтың ҡустыһы хөрмәтенә Сәрмәсән тип ҡушалар. Сәрмәсән яугир була, шулай уҡ йырлаған һәм ҡурайҙа оҫта уйнаған.
Ялыҡ бейҙең Хөсәйенбәк кәшәнәһенә һәм Хажи мәсетенә барып доға ҡылып йөрөүҙәре билдәле.
Монгол түрәһе Мәңкү үҙенең баҫмаһын (фарманын) ебәргәс, Ялыҡ бей мин үҙем бей һәм аҡһаҡла тип уны кире ҡайтара. Монгол түрәһе яугирҙәр йыйып Ағиҙел йылғаһы буйына яу менән килгәс, Ялыҡ бей Мәңкүне уҡтан атып үлтерә.
XIV быуаттың һуңғы сирегендә Алтын Урҙа ханы Туҡтамыш һәм Сәмәрҡәнд әмире Аҡһаҡ Тимер армиялары араһында һуғыш бара. Хакимлыҡ итеү осоронда уҡ Сыңғыҙ нәҫеле вәкиле Туҡтамыш хан башҡорт аҡһөйәктәренә төрлө титулдар таратып Башҡортостанда үҙенә ныҡлы хәрби-сәйәси терәк төҙөй. Шунлыҡтан 1388—1389 йылдарҙа Урта Азиялағы алыштарҙа еңелгәс, ул ғәскәре менән Көньяҡ Уралға сигенә.
1391 йылда Аҡһаҡ Тимер уны эҙәрлекләп, Башҡортостанға килеп етә, Тубыл, Яйыҡ, Һамар һәм Ыҡ йылғалары аша үтә. Әмирҙең күп һанлы отрядтары бөтә тирә-яҡҡа таралып ҡалаларҙы һәм ҡәлғәләрҙе юҡ итә, урындағы халыҡты үлтерә һәм талай башлай. Ялыҡ бей етәкселегендәге башҡорттар Аҡһаҡ Тимерҙең ғәскәрҙәренә ҡаршы көрәшә. Яуҙашы Тәтегәс менән бергә Дим йылғаһы буйында Тимерҙең отрядтарының береһенә һөжүм итә.
1391 йылда Туҡтамыш һәм Аҡһаҡ Тимер ғәскәрҙәре араһында Ҡондорса йылғаһы буйында ҙур генераль алыш була, был алышта Туҡтамыш хандың ғәскәре тамам тар-мар ителә.
Һуғыш барышында Ялыҡ бей ике улын да юғалта, уларҙың исемдәре менән Ҡармасан һәм Сәрмәсән йылғалары аталған.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Военная история башкир. Энциклопедия. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 2013. ISBN 978-5-88185-076-0
- Башкирское народное творчество. Т. 2: Предания и легенды / Сост., авт. вступ. статьи, коммент. Ф. А. Надршина. — Уфа: Башкирское книжное изд-во, 1987. — С. 173—179.
- Хусаинов Г. Б. Башкирская литература. XI—XVIII вв. — Уфа: Гилем, 1996. — С.46.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Хамидуллин С. И. Джалык-бей // Башкирская энциклопедия. — Уфа: ГАУН РБ «Башкирская энциклопедия», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-306-8.