Старцев Александр Петрович
Старцев Александр Петрович | |
Заты | ир-ат |
---|---|
Гражданлығы |
![]() |
Хеҙмәт итеүе | СССР |
Тыуған көнө | 21 октябрь 1922 |
Тыуған урыны | Бөрө районы, СССР |
Вафат булған көнө | 9 апрель 2008 (85 йәш) |
Вафат булған урыны | Пермь, Рәсәй |
Ерләнгән урыны | Северное кладбище[d] |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Ғәскәр төрө | артиллерия[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Старцев Александр Петрович (21 октябрь 1922 йыл — 2009 йыл; ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса — 9 апрель 2008 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, гвардия артиллерия полкының орудие тоҫҡаусыһы, гвардия сержанты. Советтар Союзы Геройы (1943).
Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Александр Петрович Старцев 1922 йылдың 21 октябрендә Башҡорт АССР-ы Бөрө кантоны Монастырь Дыуанайҙары (хәҙер Башҡортостан Республикаһының Бөрө районы Старцин ауылы) крәҫтиән ғаиләһендә. тыуған
10-сы класты тамамлағас, Березовка ҡасабаһында тракторсы булып эшләй.
Ҡыҙыл Армияла 1941 йылдың авгусынан. Кесе командирҙар мәктәбен тамамлай. Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында 1942 йылдың майынан. 122-се гвардия артиллерия полкының орудие тоҫҡаусыһы (51-се гвардия уҡсылар дивизияһы, 6-сы гвардия армияһы, Воронеж фронты) гвардия кесе сержанты 1943 йылдың 6 июлендә Яковлево ауылы (хәҙерге Белгород өлкәһе) янындағы алыштарҙа батырлыҡ күрһәтә.
СССР Юғары Советы Президиумының 1943 йылдың 21 сентябрендәге Указы менән уға «Советтар Союзы Геройы» исеме бирелә.
1944—1946 йылдарҙа Александр Петрович Пермь хәрби-диңгеҙ авиация техник училищеһында уҡый. 1946 йылдан КПСС ағзаһы. 1947 йылдан старшина А. П. Старцев — запаста.
Пермь ҡалаһында йәшәй. Һыуытҡыс ҡулайламалары буйынса механик булып эшләй[1].
Батырлығы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
«….1943 йылдың 6 июле. Белгород өлкәһе Яковлево ауылы янында немец танкылары 5-се батареяның оппозицияһына һөжүм итә. 17 фашист Старцевтың орудиеһына йүнәлә „Тыуған ил өсөн, Сталин өсөн!“ тип ул утлы дауыл аса. Ут позицияһын төтөн һәм ялҡын ялмап ала, күктән бомбалар өҙлөкһөҙ яуа, . Алыш һөҙөмтәһендә өс Т-4 танкыһы һәм дүрт дошман урта танкыһы яндырыла. Ут рубежы дошманға бирелмәй.
1943 йылдың 7 июлендә, ут позицияһына дошман танкылары һәм пехотаһы яңынан һөжүм башлай.. Старцев яраланған килеш орудиеһынан һуңғы снарядҡа тиклем ут асыуҙан туҡтамай. 4 немец танкыһын һәм 7 автомашинаһын юҡ итә»[2].
1943 йылдың 21 сентябрендә А. П. Старцевҡа Советтар Союзы Геройы исеме бирелә[2].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Советтар Союзы Геройы (21.09.1943)[2];
- Ленин ордены (21.09.1943);
- I дәрәжә Ватан һуғышы ордены (11.03.1985);
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены;
- «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (15.06.1943)[3];
Хәтер[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Пермь ҡалаһының 42 -се мәктәбе һәм Харьков өлкәһенең Золочевский районы Уды ауыл мәктәбе пионер дружиналары уның исемен йөрөтә. Бөрө ҡалаһының бер урамына һәм Бөрө районының Калинники урта мәктәбенә Старцев исеме бирелгән..
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ Старцев Александр Петрович . «Герои страны» сайты.
- ↑ 2,0 2,1 2,2 Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 793756, д. 45, л. 228, 229).
- ↑ Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 682526, д. 1872, л. 3, 9, 10).
Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- [az-libr.ru/index.shtml?Persons&000/Src/0009/c2bf6c72 Старцев Александр Петрович] // Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов. — М.: Воениздат, 1988. — Т. 2 /Любов — Ящук/. — 863 с. — 100 000 экз. — ISBN 5-203-00536-2.
- Золотые звёзды Прикамья / төҙөүсе.: И. А. Кондауров, С. И. Мокроусов. — 3-сө баҫма., өҫтәп. — Пермь: Пермь китап нәшриәте, 1974. — С. 385—386. — 487 с.
- Башҡортостандың данлы улдары. — Өфө, 1979, кн. 4. — С. 31-34.
- Башҡорт энциклопедияһы. Гл.ред. М. А. Ильгамов; т. 5. П-С. — Өфө: Башҡорт энциклопедияһы, 2009. — 576 б. — ISBN 978-5-88185-072-2.
- Улар еңеү ҡойҙо. — Өфө, 1984. — С.129-145.
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Старцев Александр Петрович // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 18 октябрь 2022)
- Борис Ямщиков «Огонь!» — и вспыхивали танки // Республика Башкортостан. — 23.05.07. — № 96.
- Курская книга памяти. Старцев Александр Петрович.
- 21 октябрҙә тыуғандар
- 1922 йылда тыуғандар
- Бөрө районында тыуғандар
- 9 апрелдә вафат булғандар
- 2008 йылда вафат булғандар
- Пермдә вафат булғандар
- Пермь крайында ерләнгәндәр
- Ленин ордены кавалерҙары
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалерҙары
- Советтар Союзы Геройҙары
- 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалерҙары
- «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнгәндәр
- Бөйөк Ватан һуғышы артиллеристары
- Алфавит буйынса шәхестәр
- 2009 йылда вафат булғандар
- КПСС ағзалары