Эстәлеккә күсергә

Сайранов Садиҡ Уйылдан улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Садиҡ Сайранов битенән йүнәлтелде)
Сайранов Садиҡ Уйылдан улы
Тыуған ваҡыты

15 май 1917({{padleft:1917|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:15|2|0}})

Тыуған урыны

Өфө губернаһы, Стәрлетамаҡ өйәҙе, Һыртлан ауылы[1]

Үлгән ваҡыты

21 октябрь 1976({{padleft:1976|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:21|2|0}}) (59 йәш)

Вафат урыны

Ишембай

Хеҙмәт иткән урыны

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР

Хеҙмәт итеү йылдары

1938—1940; 1941—1945

Хәрби звание
Лейтенант
Лейтенант
гвардия лейтенанты
Хәрби алыш/һуғыш

Совет-япон һуғышы;
Бөйөк Ватан һуғышы

Наградалар һәм премиялар
Советтар Союзы Геройы
Ленин ордены
Совет гвардияһы

Сайранов Садиҡ Уйылдан улы (15 май 1917 йыл21 октябрь 1976 йыл) — Халхин‑Гол йылғаһы буйында 1939 йылғы совет‑япон ҡораллы бәрелешендә һәм Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, уҡсылар полкының взвод командиры, гвардия лейтенанты. Советтар Союзы Геройы (1945).

Садиҡ Уйылдан улы Сайранов 1917 йылдың 15 майында Өфө губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙе Һыртлан ауылында[1] тыуған. Милләте — татар.

1938—1940 йылдарҙа һәм 1941 йылдан алып Ҡыҙыл Армияла.

1941 йылдан Үҙәк, Брянск, 1-се Балтик буйы һәм 3-сө Белоруссия фронттарында хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнаша[2]. 1945 йылда һуғышта тормош иптәшен юғалтып, ике балаһы менән тол ҡалған Күгәрсен районы Теләүембәт ауылы ҡыҙы Сәрүәр Фәйзрахман ҡыҙына өйләнә (Сайранова Сәрүәр Фәйзрахман ҡыҙы).

1945- 1976 йылдарҙа Ишембай ҡалаһында йәшәй һәм эшләй. 1947 йылда уртаҡ улдары тыуа.

1976 йылдың 21 октябрендә Ишембай ҡалаһаында вафат була, ҡала зыяратында ерләнгән.

Советтар Союзы Геройы исеме 1945 йылдың 24 мартында бирелә. Гвардия лейтенанты Садиҡ (Саҙиҡ) Сайранов Үҙәк фронтта, Мәскәү өсөн алыштарҙа , Круск дуғаһындағы алышта ҡатнаша, III Белорус фронты составында Орша һәм Витебск ҡалаларын азат итә.

1944 йылдың 14 июлендә Неман йылғаһын Литваның Варена районындағы Мякирне ауылынан төньяҡтараҡ үҙ подразделениеһы менән ут аҫтында кисеп сығып, төп ғәскәрҙәр килеп еткәнсе плацдармды дошманға бирмәй тота.

СССР Юғары Советы Президиумының 1945 йылдың 24 март Указына ярашлы командование ҡуйған һуғышсан бурыстарҙы өлгөлө үтәгәне һәм күрһәткән батырлығы өсөн гвардия лейтенанты Сайранов Садиҡ Уйылдан улына Советтар Союзы Геройы исеме, Ленин ордены бирелә ( «Алтын Йондоҙ» миҙалы (№ 7325).

Садиҡ Уйылдан улы Сайрановтың награда битенән:

«…Вместе с личным составом переправил своими средствами на западный берег реки боеприпасы и два станковых пулемёта, которые прикрепил на одном бревне и переправлял вплавь. Переправившись на правый берег, выбрал выгодный рубеж и закрепился. Вскоре противник превосходящими силами перешёл в контратаку на позиции стрелкового батальона.

Тов. Сайранов своей ротой с левого фланга, смелым и решительным манёвром зашёл противнику в глубокий тыл и с криками «Ура!» ринулся на немцев, навязав рукопашный бой, противник оказался в окружении, возникла паника. Своим дерзким поступком тов. Сайранов сорвал контратаку противника, заставил его панически бежать, уничтожив при этом 35 немецких солдат. Контратака была отбита, занятый рубеж прочно удержан.

Тов. Сайранов своей ротой обеспечил прикрытие переправы батальона, что способствовало быстрейшему форсированию реки Неман…»

Советтар Союзы Геройы Садиҡ Сайрановтың бюсы Ишембай ҡалаһы Геройҙар аллеяһында ҡуйылған [agidel.ru/?param1=2057&tab=6]. Герой элек йәшәгән өйҙә (Совет урамы, 56) иҫтәлекле таҡтаташ асылған. Садиҡ(Саҙиҡ) Сайранов тыуған Һыртлан ауылында ( Мәләүз районы) геройҙың һәйкәле һәм музейы бар.

« Мин яңынан был ауыр юғалтыуҙы кисереү өсөн күҙ йәштәре етмәҫ, тип уйланым, тик йөрәк шуға шатлана- Герой һәм уның батырлығын кешеләр күп ваҡыт үтһә лә онотмаған. Әлеге ауыр һәм тотороҡһоҙ осороҙа Сайранов, ташта килеш булһа ла, тыуған ауылына ҡайтһын өсөн барыһын да эшләгән кешеләр табылыуы бит үҙе бер бәхет»,-ти һәйкәлде асҡанда Геройҙың ҡатыны, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы Сәрүәр Сайранова .

  1. 1,0 1,1 Хәҙерге Башҡортостан Республикаһы, Мәләүез районы.
  2. Геройҙың тере һынын тағы күргәндәй булдым - Ватандаш vatandash.ru/pics/pdf/2605.pdf
  3. Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
  • Славные сыны Башкирии (очерки о Героях Советского Союза, полных кавалерах ордена Славы). — Уфа: Башкнигоиздат, 1965—1985. — Т. в 5 кн..

Сайранов Садиҡ Уйылдан улы. «Герои страны» сайты.