Бәхтизин Нәзиф Раян улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Нәзиф Бәхтизин битенән йүнәлтелде)
Бәхтизин Нәзиф Раян улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 31 декабрь 1927({{padleft:1927|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:31|2|0}})
Тыуған урыны Яңы Аташ, Бөрө кантоны, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 21 октябрь 2007({{padleft:2007|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:21|2|0}}) (79 йәш)
Вафат булған урыны Өфө, Рәсәй
Балалары Бәхтизин Рәмил Нәзиф улы
Һөнәр төрө ғалим
Эш урыны Башҡортостан ауыл хужалығы институты
Башҡортостан ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институты‎
Уҡыу йорто Башҡортостан ауыл хужалығы институты
Ғилми дәрәжә ауыл хужалығы фәндәре кандидаты[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«Почёт Билдәһе» ордены ВДНХ-ның алтын миҙалы Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены ВДНХ-ның көмөш миҙалы

Бәхтизин Нәзиф Раян улы (31 декабрь 1927 йыл — 21 октябрь 2007 йыл) — СССР һәм Рәсәй ғалимы, юғары мәктәп эшмәкәре. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты (1991), профессор (1978). Үҫемлекселек белгесе, агроэколог, Башҡортостанда ауыл хужалығы фәнен ойоштороусы. СССР юғары мәктәбе отличнигы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1970).

Бәхтизин Рәсәйҙә беренселәрҙән булып ауыл хужалығы культураларын программалаштырып үҫтереү алымын эшләй башлай. Башҡортостан Республикаһында агрономия фәнни мәктәбен булдыра. Игенселек һәм баҫыу культуралары селекцияһы ғилми-тикшеренеү институты янында Селекция үҙәген ойоштороусы(1984).

Башҡортостандың күп томлыҡ энциклопедияһы редакция коллегияһы һәм редакция советы ағзаһы (Бәхтизин тәүге ике томында 20-нән ашыу мәҡәлә баҫтыра).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Нәзиф Раян улы Бәхтизин[1] 1927 йылдың 31 декабрендә Башҡорт АССР-ының Бөрө кантоны[2] Яңы Аташ ауылында тыуған.

1951 йылда Башҡортостан ауыл хужалығы институтын тамамлай, һуңынан ошо институттың проректоры (1961—1964), ректоры (1964—1973), үҫемлекселек кафедраһы мөдире (1973—1979) булып эшләй.

Игенселек һәм баҫыу культуралары селекцияһы ғилми-тикшеренеү институтында 1979—1988 йылдарҙа директор, 1988 йылдан баш ғилми хеҙмәткәр. Агроэкологик үҫемлекселек ғилми йүнәлешен булдыра. Ужым культураларын: арыш («Сулпан» сорты) һәм бойҙайҙы теләһә ниндәй һауа шарттарында юғары һәм тотороҡло уңыш тәьмин иткән эшкәртеүҙең экологик яҡтан хәүефһеҙ технологияларын эшләй.

Башҡортостан Республикаһының ҡый үҫемлектәре донъяһын (1956—1957), ужым культуралары уңышы формалашыуының агроэкологик шарттарын (1962-67) өйрәнеү буйынса ғилми экспедицияларҙа ҡатнаша.

Ғаиләһе[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡатыны: Гөлниса Мәхмүт ҡыҙы (ҡыҙ фамилияһы — Әмирова),

Улдары Рәмил (Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы президенты).

Н. Р. Бәхтизин 30-ҙан ашыу фән кандидаты һәм докторы әҙерләгән. Башҡорт ауыл хужалығы академияһының аграр фән буйынса диссертация советы рәйесе булып тора.

Хеҙмәттәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Р. Н. Бәхтизин — яҡынса 500 фәнни хеҙмәт авторы, шул иҫәптән 17 монография.

  • Сорные растения Башкирии. Уфа, 1958; Проблемы ржаного поля. М., 1980; Почвозащитная система земледелия. Уфа, 1987; Озимая рожь. Уфа, 1992.
  • Стратегия устойчивого ведения земледелия в Башкортостане (материалы международной конференции. Москва — Казань,2001 год). Навстречу 21 века: продовольственная безопасность Башкортостана (журнал «Экономика и управление», 1999 й. № 3).
  • Современные подходы к реализации федерального закона «Об обороте земель сельскохозяйственного назначения» (журнал «Экономика и управление», 2002 й. № 5).
  • Книга «Озимая пшеница в Башкортостане» (авторҙаш, Өфө 2006 й.).

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1973),
  • «Почёт Билдәһе» ордены (1966),
  • ВДНХ-ның алтын һәм көмөш миҙалы.
  • «СССР-ҙың юғары мәктәп отличнигы»,
  • «СССР-ҙың һәм РСФСР-ҙың ауыл хужалығы отличнигы».

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]