Яковлев Борис Григорьевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Яковлев Борис Григорьевич
Заты ир-ат
Тыуған көнө 21 октябрь 1931({{padleft:1931|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:21|2|0}})
Тыуған урыны Рәсәй, Ҡариҙел районы, Урғыш
Вафат булған көнө 17 март 2011({{padleft:2011|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:17|2|0}}) (79 йәш)
Вафат булған урыны Рәсәй, Мәскәү ҡалаһы
Ерләнгән урыны Домодедовское кладбище[d]
Һөнәр төрө ғалим
Эш биреүсе факультет журналистики МГУ[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Почёт ордены
Уҡыу йорто Киевское высшее военно-морское политическое училище[d]
Ғилми дәрәжә филология фәндәре кандидаты[d]
Ғилми етәксе Анисимов, Иван Иванович[d]
Кемдә уҡыған Новиков, Василий Васильевич[d]

Яковлев Борис Григорьевич (21 октябрь 1931 йыл — 17 март 2011 йыл) — СССР һәм Рәсәй әҙәбиәт белгесе, әҙәби тәнҡитсе, журналист, яҙыусы һәм публицист[1]. Филология фәндәре кандидаты, профессор. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Яковлев Борис Григорьевич 1931 йылда Башҡорт АССР-ының Ҡариҙел районының Урғыш ауылында тыуған[2].

Асҡын урта мәктәбен тамамлай[2].

Хәрби хеҙмәтте СССР Хәрби-Диңгеҙ флотында матрос-минёр сифатында үтә, ә 1955 йылда Киев юғары хәрби-диңгеҙ сәйәси училищеһын тамамлағандан һуң, карап хеҙмәте лейтенанты һәм сәйәси хеҙмәткәр — «Степенный» эскадра миноносецы комсомол бюроһы секретары була. Шулай уҡ «Михаил Кутузов» крейсерында мичман һәм пропагандасы стажер була. 1957 йылда һаулыҡ торошо буйынса демобилизациялана.[3].

Ростов «Комсомолец» йәштәр гәзите мөхәррире булып эшләй.

Ростов дәүләт университетының тарих-филология факультетын бик яҡшы билдәләргә тамамлай [3].

1963 йылда КПСС Үҙәк Комитеты ҡарамағындағы ижтимағи фәндәр академияһының аспирантураһына уҡырға инә. Уны 1966 йылда әҙәбиәт, сәнғәт һәм журналистика кафедраһы буйынса тамамлай. Шунда уҡ С. М. Петровтың ғилми етәкселеге аҫтында «Люди науки в современной советской художественной прозе» темаһы буйынса филология фәндәре кандидаты ғилми дәрәжәһенә дәғүә итеү өсөн диссертация яҡлай[2][4].

Төрлө йылдарҙа комсомол һәм партия эшендә була, КПСС Үҙәк Комитетының пропаганда бүлеге гәзит секторы инструкторы була[2][5].

«Журналист» һәм «Литературное обозрение» журналдарының баш мөхәррир урынбаҫары, «Высшее образование в России» фәнни-педагогик журналының баш мөхәррире[3] булып эшләй. «Журналисты ХХ века» альманахын төҙөүсе.

СССР журналистар союзы идараһының беренсе секретары, Рәсәй журналистар Союзы ағзаһы һәм Рәсәй яҙыусылар Союзы ағзаһы.

1971 йылда Мәскәү дәүләт университетының журналистика факультеты деканы тәҡдимен ҡабул итеп уҡытыусы булып эшләй. Биш йыл дауамында Мәскәү церебраль системаһы боҙолған инвалид балалар институтында (Мәскәү дәүләт социаль-гуманитар институты)[3] эшләй. Шулай уҡ СССР-ҙың телевидение һәм радиотапшырыуҙар буйынса Дәүләт комитетының радиотапшырыуҙар һәм телевидение хеҙмәткәрҙәренең квалификацияһын күтәреү Бөтә Союз институтында тележурналистика кафедраһы мөдире, матбуғат хеҙмәткәрҙәренең квалификацияһын күтәреү Бөтә Союз институтында журналистика оҫталығы кафедраһы мөдире, йыл ярым М. А. Шолохов исемендәге Мәскәү дәүләт педагогия университетында һәм Мәскәү социаль-гуманитар институтында журналистика профессоры булып эшләй[3].

Ете китап, шулай уҡ йөҙәрләгән мәҡәләләр, очерктар һәм эсселар авторы[3].

Ғаиләһе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Беренсе ҡатыны — Галина Петрочук[3]
    • Өлкән ҡыҙы — Ирина, медицина фәндәре кандидаты, Киевта фармацевтика фирмаһы менеджеры[3].
      • Ейәнсәре — Ольга, Мәскәү дәүләт университетының журналистика факультетын тамамлай, "Беренсе канал"дың спорт журналисы[3]
  • Икенсе ҡатыны — Ида Борисовна Яковлева[3].
    • Кесе ҡыҙы — Анастасия[3]

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Почёт ордены
  • Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре
  • Мәскәү журналистарының «Алтын ҡәләм» премияһы лауреаты
  • Рәсәй журналистар союзының «Фән һәм мәғариф мәсьәләләре буйынса баҫмалар» номинацияһында махсус дипломы (2003)[6][7]

Әҫәрҙәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Китаптары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Яковлев Б. Г. Союз формул и метафор — М.: Молодая гвардия, 1975. — 157 б.
  • Яковлев Б. Г. Литература в эпоху НТР — М.: о-во "Знание" РСФСР, 1979. — 40 б. — (В помощь лектору / О-во "Знание" РСФСР, Науч.-метод. совет по пропаганде лит. и искусства).
  • Яковлев Б. Г. Во имя человека — М.: о-во "Знание" РСФСР, 1981. — 38 б.
  • Яковлев Б. Г. Библиографическая работа в прессе : Учеб.-метод. пособие для студентов фак. журналистики гос. ун-тов — М.: Изд-во МГУ, 1984. — 55 б.
  • Яковлев Б. Г. Испытание правдой : (Советская литература в борьбе за психологическую перестройку масс, нравственное здоровье народа) — М.: о-во "Знание" РСФСР, 1987. — 38 б. — (В помощь лектору. О-во "Знание" РСФСР, Секция пропаганды худож. культуры).
  • Яковлев Б. Г. Записки счастливого неудачника — М.: Новый ключ, 2011. — 256 б. — ISBN 978-5-7082-0337-3.
  • Яковлев Б. Г. Журналистское моё счастье / ред.-сост. Ида Яковлева, Валерий Лысенко — М.: Астрея-центр, 2015. — 479 б. — 200 экз. — ISBN 978-5-903311-14-9.

Мәҡәләләре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Аранович Н. Журналистское счастье Бориса Яковлева. 15.04.2015. № 15 (6505)
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 Записки счастливого неудачника // Союз журналистов Республики Башкортостан, 04.10.2011
  3. 3,00 3,01 3,02 3,03 3,04 3,05 3,06 3,07 3,08 3,09 3,10 Яковлев, 2011
  4. Яковлев Б. Г. Люди науки в современной советской художественной прозе: Автореферат дис. на соискание учён. степени канд. филол. наук / Акад. обществ. наук при ЦК КПСС. Кафедра литературоведения, искусствознания и журналистики. — М.: Мысль, 1966. — 16 с
  5. Бонч-Бруевич В. В. До и после Олимпа // Литературная газета. 2012. № 52 (6398)
  6. Умер составитель альманаха «Журналисты ХХ века» Борис Яковлев // Lenizdat.ru, 17.03.2011
  7. Журналисты подвели итоги 2003 года // Lenizdat.ru, 02.02.2004

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]