Ростов дәүләт университеты

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү

Ростов дәүләт университетын (РГУ) — Дондағы Ростов ҡалаһындағы  1915-2006 йылдарҙа эшләп килгән университет. Рәсәй Көньяғының иң ҙур мәғариф. фән һәм мәҙәниәт үҙәге. Ул   Беренсе бөтә донъя ваҡытында эвакуацияланған Варшава Император университеты базаһында барлыҡҡа килгән.

2006 йыл аҙағында РГУ  "Көньяҡ федераль университетына  (РФ Хөкүмәте Бойороғо, 23 ноябрь, 2006 йыл, №161-р  һәм РФ Рәсәй Федерацияһы мәғариф һәм фән Министрлығы бойороғо(4 декабрь, 2006 йыл, №1447) буйынса әйләндерелә. Университетҡа  Ростов дәүләт  архитектура һәм сәнғәт академияһы, Ростов дәүләт педагогия университеты һәм Таганрог дәүләт радиотехник университеты берләштерелә.

Ростов дәүләт университеты
(РГУ)
File:SFedU.jpg
Асылған йылы

1915

Үҙгәртеп ҡоролған йылы

2006

Уҡытыусылар барлығы 2858,шуларҙың :

1225-е уҡытыусылар,
700 фән хеҙмәткәрҙәре,
626 фән кандидаты,
196 фән докторы,
18 РФ Атҡаҙанған фән эшмәкәре,
18 Дәүләт премияһы лауреаты,
70 халыҡ-ара һәм тармаҡ академиялары академиктары һәм -корр.-ағза ,
2 чл.-корр. РАО,
1 корр.-ағза РФА,
2 РФА академиғы

Кампус

Дондағы Ростов,Зорге урамы, 28

Юридик адресы

344006, Дондағы Ростов,
Баҡса урамы, 105

Сайт

rsu.ru

Наградалары

Ҡалып:Хеҙмәт Ҡыҙыл байраҡ ордены


1915 йылда Беренсе бөтә донья һуғышы ваҡытында Варшава Император  университетын  ваҡытлыса Дондағы Ростовҡа күсерергә  булалар. Был эште ойоштороу инициаторы булып  Ростов дауаханаһы баш табибы Николай Васильевич Парийский (1858 —1923 йылдар), элекке Медицина академияһының приват-доценты,  һуңынан Дон  университеты профессоры торған.

 1915 йылдың 12 авгусында университет Советының ике ултырышы үткәрелә. Был ултырыштарҙа Варшава университетын Дондағы Ростовҡа күсерергә ҡарар сығаралар. Университет ҡалаға күсеп килгәнсе унда бер ниндәй ҙә  юғары уҡыу йорто һәм ғилми дәрәжәле бер кем дә булмаған. Варшава университеты күсеп килгәс тә бында ғалимдарҙың бик ҙур коллективы барлыҡҡа килгән.


 1915 йылдың сентябрь аҙағында  университетты яңы уҡыу йылына әҙерләү буйынса хужалыҡ эштәре алып барыла. Һуғыш ваҡыты ауырлыҡтарына ҡарамаҫтан. университетты әҙерләү эштәре бик ҙур тиҙлек менән алып барыла. Профессор  А. Р. Колли  физик лаборатория урынлаштыра, унда 1916 йылда етди фәнни тикшеренеү эштәре алып барыла. Профессор И. Ф. Пожарский үҙ хеҙмәткәрҙәре ярҙамы менән ике йыл эсендә Дондағы Ростовта  илдә ҙур һәм иң яҡшы булған патологоанатомик институтын булдыра.

Башта университет Дон университеты, граждандар һуғышы йылдарында — Төньяҡ-Кавказ дәүләт университеты тип йөрөтөлгән. 1930 йылда уны бөтөргәс,  уҙаллы уҡыу йорттары төҙөлә: шул иҫәптән  Педагогия Институты,  сәнәғәт һәм хеҙмәт институты, Финанс-иҡтисад институты , аҙыҡ-түлек сәнәғәте һәм иҡтисады институты. 1931 йылда яңы ойошторолған Дондағы Ростов  дәүләт университетында  башта  барлығы  физика-математика, химия һәм геоботаник  факультеттары булған. Унда уҡыуҙар  1931 йылдың октябрендә башлана.

Примечания[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]