21 май
Перейти к навигации
Перейти к поиску
21 май — григориан стиле буйынса йылдың 141-се (кәбисә йылында 142-се) көнө. Йыл аҙағына тиклем 224 көн ҡала.
← май → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | |||||
3 | 4 | 5 | 6 | 7 | 8 | 9 |
10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15 | 16 |
17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22 | 23 |
24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29 | 30 |
31 | ||||||
2021 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
Рәсәй: Тымыҡ океан флоты көнө
Рәсәй: Техник инвентарлаштырыу хеҙмәткәрҙәре көнө
Рәсәй: Полярниктар көнө
Рәсәй: Хәрби тәржемәсе көнө
Тарихи ваҡиғалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1724: Сенат «Башҡорттарға ҡурсаулы урмандарҙы ҡырҡмау тураһында» тигән указ сығара, уға ярашла Башҡортостан урмандары ҡаҙнаныҡы тип иғлан ителә.
- 1799: Өфө тирәһендә ауырлығы 2 фунтҡа (819 грамға) тиклем барып еткән боҙборсаҡ яуа.
- 1935: Өфө ҡалаһының хәҙерге «Горзеленхоз» муниципаль унитар предприятияһы эш башлай.
Был көндө тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Йосопов Ғайса Ғәлиәкбәр улы (1905—19.08.1941), шағир һәм публицист, 1939—1940 йылдарҙағы совет-фин һуғышында ҡатнашҡан һәм Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған хәрби табип. В. И. Чапаевҡа һәм уның дивизияһына арнап Һамарҙа ҡуйылған монументтағы бер яугир образының тәүһыны (прототибы).
- Абдуллин Рәүеф Әхәт улы (1935), ғалим-нефтсе, йәмәғәт эшмәкәре. 1985 йылдан хәҙерге И. М. Губкин исемендәге Рәсәй нефть һәм газ университетының (Мәскәү) лаборатория мөдире, ғилми етәксеһе. 1991—2002 йылдарҙа Мәскәү ҡалаһындағы «Башҡортостан» йәмғиәтенең совет рәйесе һәм 1995—2002 йылдарҙа Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы) башҡарма комитетының бюро ағзаһы. Техник фәндәр кандидаты (1971). Рәсәй Федерацияһының почётлы нефтсеһе (1995).
- Абайҙуллин Ишморат Ғәйфулла улы (1955—2001), Башҡорт АССР-ының ун икенсе саҡырылыш (1991—1995) Юғары Советының халыҡ депутаты һәм Башҡортостан Республикаһының беренсе саҡырылыш (1995—1999) Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты.
- Вәлиева Гөлнара Ҡәүи ҡыҙы (1965), китапханасы, йәмәғәтсе. 2015 йылдан Яңауыл районының «Биләмә-ара мәҙәни-ял итеү үҙәге» муниципаль автономиялы мәҙәниәт учреждениеһы директорының халыҡҡа китапхана хеҙмәте күрһәтеү буйынса урынбаҫары, 2012 йылдан район башҡортары ҡоролтайының башҡарма комитет ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2015). Сығышы менән ошо райондың Вотяк Ушъяҙы ауылынан.
- Крецул Олег Васильевич (1975), спортсы. 2001 йылдан дзюдо буйынса Рәсәйҙең йыйылма командаһы ағзаһы һәм Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (2001), Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры (2003). Күреү буйынса инвалидтар араһында Паралимпия уйындары чемпионы (2008) һәм көмөш призёры (2004), донъя чемпионы (2002—2003, 2007, 2010), Донъя кубогын яулаусы (2001), Европа (2001, 2005, 2009) һәм Рәсәй (2001—2006) чемпионы, донъя (2006) һәм Европа (2007, 2011) чемпионаттарының көмөш призёры. Дуҫлыҡ (2009) ордены, 2-се дәрәжә «Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» ордены миҙалы (2006), Башҡортостан Республикаһының Халыҡтар дуҫлығы (2008) һәм Салауат Юлаев (2004) ордендары кавалеры. Сығышы менән Кишинёв ҡалаһынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Алехин Тихон Егорович (1913—27.05.1970), ауыл хужалығы хеҙмәткәре, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1943—1951 йылдарҙа Дәүләкән МТС-ының трактор бригадаһы бригадиры, Социалистик Хеҙмәт Геройы (1948).
- Соколов Николай Васильевич (1918—29.01.1994), инженер-электрохимик, 1941 йылдан Белорет металлургия комбинатының етәксе хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1969—1972 йылдарҙа предприятиеның баш инженеры. Техник фәндәр кандидаты (1958). СССР-ҙың Дәүләт премияһы лауреаты (1952). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1966) һәм «Почёт Билдәһе» (1969) ордендары кавалеры. Сығышы менән Тверь губернаһынан.
- Әхмәтхужин Артур Камил улы (1988), фехтовальщик, донъя һәм Европа чемпионаттары призёры. Команда ярыштарында Олимпия чемпионы (2016). Фехтование буйынса Рәсәй спорт мастеры (2005), халыҡ-ара класлы спорт мастеры (2013), атҡаҙанған спорт мастеры.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Минһажев Ғималетдин Минһаж улы (1889—19.09.1955), башҡорт совет театр актёры, драматург. РСФСР-ҙың (1949) һәм Башҡорт АССР-ының (1935) халыҡ артисы. Ленин (1949), ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1944, 1955) ордены кавалеры.
- Моратов Юлай Хәким улы (1949—4.10.2015), педагог, үҙешмәкәр композитор. 1996—2010 йылдарҙа Сибай педагогия колледжы уҡытыусыһы. РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1986), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1992). Үҙешмәкәр композиторҙарҙың асыҡ фестиваль-конкурсы лауреаты (2002).
- Ҡазбулатов Ғәле Мөхәмәҙи улы (1954), ғалим-зооинженер, 1978—2004 йылдарҙа (өҙөклөк менән) Башҡортостан ауыл хужалығы институты һәм Башҡорт дәүләт аграр университеты уҡытыусыһы. Ауыл хужалығы фәндәре докторы (2007). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Күгәрсен районы Мәҡсүт ауылынан.
Дөйөм исемлек[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1780: Иван Теребенёв, Рәсәй империяһы скульпторы, монументалист һәм график.
- 1780: Элизабет Фрай, Бөйөк Британияның тәүге феминисткаларының береһе, дәүләттең төрмә системаһын үҙгәртеүсе.
- 1820: Мишель Ленц, шағир, Люксембург гимнының текст авторы.
- 1844: Анри Руссо, Франция рәссамы.
- 1855: Эмиль Верхарн, Бельгия шағиры, драматург һәм әҙәби тәнҡитсе, адвокат.
- 1860: Виллем Эйнтховен, Голландия физиологы, 1924 йылғы Нобель премияһы лауреаты.
- 1880: Тудор Аргези (төп исеме Йон Теодореску), Румыния шағиры, прозаик һәм әҙәби тәнҡитсе.
- 1905: Ғәлиә Кайбицкая, СССР-ҙың опера йырсыһы, Татар АССР-ының беренсе халыҡ артисы.
- 1940: Тони Шеридан, Британия йырсыһы, гитарист.
- 1955: Сергей Шойгу, дәүләт эшмәкәре, 2012 йылдан Рәсәйҙең оборона министры, Рәсәй Федерацияһы Геройы (1999).
- 1960: Владимир Сальников, СССР спортсыһы, йөҙөүсе, дүрт тапҡыр олимпия, күп тапҡыр донъя чемпионы.
- 1990: Тириль Экхофф, Норвегия спортсыһы, биатлонистка. Олимпия һәм ике тапҡыр донъя чемпионы.
Был көндө вафат булғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1973: Сәғит Агиш, башҡорт яҙыусыһы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты.
Йыл көндәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]