Абайҙуллин Ишморат Ғәйфулла улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Абайҙуллин Ишморат Ғәйфулла улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 21 май 1955({{padleft:1955|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:21|2|0}})
Тыуған урыны Ҡанаҡай ауылы, Рәсәй
Вафат булған көнө 2001
Вафат булған урыны Ишембай районы, СССР
Һөнәр төрө йәмәғәт эшмәкәре
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт аграр университеты

Абайҙуллин Ишморат Ғәйфулла улы (рус. Абайдуллин Ишмурат Гайфуллович; 21 май 1955 йыл2001 йыл) — Башҡорт АССР-ының ун икенсе саҡырылыш Юғары Советының халыҡ депутаты (1991—1995), Башҡортостан Республикаһының беренсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты (1995—1999) [1]. Милләте - башҡорт.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ишморат Ғәйфулла улы Абайҙуллин Башҡорт АССР-ының Ишембай районы Ҡанаҡай ауылында 1955 йылдың 21 майында тыуған.

1987 йылда Башҡортостан ауыл хужалығы институтын тамамлаған.

Хеҙмәт юлын 1972 йылда тыуған районында «Коммунизм» колхозында башлаған һәм шунан армия сафына алынған. Хеҙмәт итеп ҡайтҡас, Стәрлетамаҡ совхоз-техникумына уҡырға ингән.

1979—1985 йылдарҙа «Коммунизм» һәм «Ҡыҙыл партизан» агроном, баш агроном вазифаларында эшләгән.

1985—1990 йылдарҙа Салауат Юлаев исемендәге колхозда партком секретары булған.

1990—1995 йылға тиклем Ишембай районының Сәлих ауыл хакимиәте башлығы булған.

1991 йылда Ишембай районының Урман-Бишҡаҙаҡ 215-се һайлау округынан Башҡорт АССР-ы ХII саҡырылыш Юғары Советының халыҡ депутаты итеп һайланған (1991—1995).

1995 йылда Ишморат Ғәйфулла улы 1-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты (1995—1999) итеп һайлана һәм Ҡоролтайҙың Закондар сығарыу Палатаһында профессиональ нигеҙҙә эшләргә Өфөгә саҡырыла[2].

2001 йылда вафат була һәм тыуған ауылында ерләнә.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Абайдуллин Ишмурат Гайфуллович
  2. Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. — Уфа, Китап, 1994. — с. 3

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. - Уфа, Китап, 1994. - с. 3

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]