Эстәлеккә күсергә

Зайцева Елена Ивановна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Зайцева Елена Ивановна
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 21 май 1921({{padleft:1921|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:21|2|0}})
Тыуған урыны Бөрө, Өфө губернаһы, РСФСР
Вафат булған көнө 3 октябрь 2005({{padleft:2005|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:3|2|0}}) (84 йәш)
Вафат булған урыны Смоленск, Рәсәй
Ерләнгән урыны Братское кладбище[d]
Ҡәбере һүрәте
Туған тел урыҫ теле
Һөнәр төрө табип
Эшмәкәрлек төрө эске ауырыуҙар[d] һәм гастроэнтерология[d]
Эш урыны Смоленск дәүләт медицина университеты[d]
Уҡыу йорто Таджик дәүләт медицина университеты[d]
Ғилми исеме профессор[d]
Ғилми дәрәжә медицина фәндәре докторы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре

Зайцева Елена Ивановна (21 май 1921 йыл3 октябрь 2005 йыл) — СССР һәм Рәсәй ғалим-табибы, терапевт, юғары мәктәп уҡытыусыһы, профессор. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре, Смоленск ҡалаһының почетлы гражданы.

Елена Ивановна Зайцева 1921 йылдың 21 майында Өфө губернаһының (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының) Бөрө ҡалаһында уҡытыусы ғаиләһендә тыуған.

1939 йылда урта мәктәпте тик «бишле» билдәләренә генә тамамлай һәм Ҡазан медицина институтына уҡырға инә. Бөйөк Ватан һуғышы башында был юғары уҡыу йорто студенттарынан бригада булдырыла, уларҙы сабыртмалы тиф һәм башҡа йоғошло сирҙәрҙе иҫкәртеү буйынса профилактик саралар үткәреү өсөн Урта Азияға ебәрәләр. Зайцева бер үк ваҡытта Сталинабад (хәҙер — Дүшәмбе) ҡалаһындағы медицина институтында уҡыуын дауам итә. 1944 йылда институтты тамамлай һәм терапия кафедраһында эшкә тороп ҡала. 1950 йылда «Состояние поджелудочной железы у больных хронической дизентерией» темаһы буйынса кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай[1]..

1953 йылдан Зайцева Смоленск дәүләт медицина институтында эшләй. Башта ул терапия кафедраһы ассистенты, һуңынан ошо уҡ кафедра доценты була. Был осорҙа Зайцева язва ауырыуын өйрәнеү менән әүҙем шөғөлләнә. 1958 йылда «Течение язвенной болезни желудка и двенадцатиперстной кишки в условиях некоторых охранительных режимов» темаһы буйынса докторлыҡ диссертацияһы яҡлай[1].

1960 йылда Зайцева Смоленск дәүләт медицина институтының эске ауырыуҙар пропедевтикаһы кафедраһының мөдире итеп һайлана, уға профессор дәрәжәһе бирелә. Был вазифаһында ул язва ауырыуҙары һәм симптоматик язва патогенезы мәсьәләләре менән әүҙем шөғөлләнә. Язва ауырыуҙары классификацияһын эшләй. Зайцева Смоленск гастроэнтерология ғилми мәктәбен булдыра һәм етәкләй. Оҙаҡ йылдар Смоленск гастроэнтерологтарының һәм Смоленск өлкәһе табип-лаборанттарының ғилми йәмғиәте етәксеһе була. 1978 йылда уның инициативаһы буйынса махсуслаштырылған гастроэнтерологик йәмғиәт асыла[1]. 1960—1992 йылдарҙа Смоленск дәүләт медицина институтының эске ауырыуҙар пропедевтикаһы кафедраһын етәкләй. 1982 йылда уның әүҙем булышлыҡ итеүе менән Смоленск өлкә клиник дауаханаһының яңы терапевтик корпусы төҙөлә.

Зайцева 200-гә яҡын фәнни хеҙмәттәр, 4 уҡыу әсбабы, 2 асыш, 14 рационализаторлыҡ тәҡдимдәре авторы, 17 ғилми хеҙмәт редакторы булып тора. Бер нисә фәнни конференция, симпозиумдар һәм съездар ойоштороусыһы һәм ҡатнашыусыһы. Бөтә Союз терапевтар һәм гастроэнтерологтар ғилми йәмғиәте идараһы ағзаһы булып тора, союз «Гастроэнтерология» проблемалы комиссияһы ағзаһы, һәм СССР фәндәр академияһы ҡарамағындағы медицина йәмғиәттәре фәнни советы ағзаһы. Зайцева партияһыҙ булыуға ҡарамаҫтан, Смоленскиҙың йәмәғәт һәм сәйәси тормошонда әүҙем ҡатнаша. Ул ете саҡырылыш ҡала Советы депутаты итеп һайлана, унда социаль тәьминәт һәм һаулыҡ һаҡлау буйынса даими комиссия ағзаһы була[1].

Смоленск зыяратында Е. И. Зайцеваның ҡәбере.

1996 йылдың 15 майында Елена Ивановна Зайцева Смоленск ҡала Советы ҡарары менән «Герой-ҡала Смоленскиҙың почётлы гражданы» тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ була[1].

Смоленскиҙа йәшәй. 2005 йылдың 3 октябрендә вафат була, Смоленск Туғандаш зыяратына ерләнгән.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Смоленск ҡалаһының Маршал Конев тыҡрығындағы Зайцева йәшәгән 28а йортҡа, шулай уҡ Смоленск өлкә клиник дауаханаһы корпустарының береһенә мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 1,5 Зайцева Елена Ивановна. [1]. Дата обращения: 2012-8-7. Архивировано 1 октябрь 2012 года. 2012 йыл 2 ноябрь архивланған.
  • Зайцева Елена Ивановна — ученый, клиницист, общественный деятель // Клин. мед., 1991. — № 3, 5.
  • Беляев И. Н. Почетные граждане города Смоленска. 1865—1997 г. — С.136-138)