Сабыртмалы тиф

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Сабыртмалы тиф
Сабыртмалы тиф эпидемияһы менән ауырыусы кеше
Сабыртмалы тиф эпидемияһы менән ауырыусы кеше
МКБ-10

A7575.

OMIM

104300

DiseasesDB

32208

MedlinePlus

001350

MeSH

D014438

 Сабыртмалы тиф Викимилектә

Сабыртмалы тиф — эпидемик сабыртмалы тиф, кешенең киҫкен инфекцион ауырыуы. Rickettsia Prowazekii тыуҙыра. Беренсел һәм рецидив (Брилл ауырыуы) сабыртмалы тифтан айырыла.

Ауырыу барышының осорҙары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Башланғыс (4—5 көн), көсәйеү (4—12 көн), һауыға башлау (2—4 аҙна). Сабыртмалы тиф йөрөтөүселәрҙең (кейем һәм баш беттәре)эсәктәренән сыҡҡан бүлендектең кеше тәнен тырнағанда уның лайлалы тиресәһенә эләгеүенән йоға. Тыуҙырыусылар ҡан тамырҙарының эндотелиаль күҙәнәктәрен (некроз, тромбоз үҫешә), нервы (менингоэнцефалит) һәм йөрәк‑ҡан тамырҙары системаларын зарарлай. Инкубация осоро 6—21 көн дауам итә.

Төп билдәләре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Тән темпкратураһының 39—40°С тиклем күтәрелеүе, тән тиреһенә розеолёз-петехиаль сабыртма таралыуы, көслө баш ауыртыу, психомотор ҡуҙғыу һ.б. Диагностика өсөн клиник-эпидемиологик һәм лаборатория (серологик) тикшереү мәғлүмәттәре ҡулланыла. Дауалау медикаментоз (антибактериаль, кардиотроп, седатив һ.б. препараттар).

Ихтимал булған өҙлөгөүҙәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Пневмония, тромбоэмболия, миокардит һ.б.

Иҫкәртеү[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Педикулёзға ҡаршы көрәш.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Сабыртмалы тиф // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.