Әхмәтхужин Артур Камил улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Артур Әхмәтхужин
Artur Akhmatkhuzin CIP 2015 ind t120902.jpg
Шәхси мәғлүмәт
Енесе

ир-егет

Тулы исеме

Артур Камил улы Әхмәтхужин

Гражданлығы

Рәсәй Рәсәй

Специализация

рапира

Тыуған датаһы

21 май 1988({{padleft:1988|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:21|2|0}}) (31 йәш)

Тыуған ере

СССР, Башҡорт АССР-ы Краснокама районы
Яңы Аҡтанышбаш ауылы

Commons-logo.svg [[commons:Category:Commons-logo.svg Artur Akhmatkhuzin Викимилектә|Аудио, фото, видео]] на Викискладе

Әхмәтхужин Артур Камил улы (21 май 1988 йыл) — рапирала фехтовальщик, донъя һәм Европа чемпионаттары приздарын яулаусы. Команда ярыштарында Олимпия чемпионы (2016). Фехтование буйынса Рәсәй спорт мастеры (2005), халыҡ-ара класлы спорт мастеры (2013), атҡаҙанған спорт мастеры (2016)[1].

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Артур Камил улы Әхмәтхужин 1988 йылдың 21 майында Башҡорт АССР-ының Краснокама районы Яңы Аҡтанышбаш ауылында тыуған[1].

Фехтование буйынса 23-сө балалар һәм үҫмерҙәр олимпия резервы махсус мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе. ГАУ ЦПВСМ РБ, Мәскәү өлкәһе һәм ЦСКА өсөн сығыш яһай. Тренерҙары — Әйүпов Рәмил Исмәғил улы, И. Й. Мамедов[1].

2005—2010 йылдарҙа — үҫмерҙәр һәм юниорҙар, ә 2010 йылдан милли Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы[1].

2011 йылда Рәсәй дәүләт физик культура, спорт, йәштәр һәм туризм университетын тамамлай, Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дəүлəт хеҙмəте һəм идара итеү академияһы студенты[1].

2012 йылда Лондонда һәм 2016 йылда Рио-де-Жанейрола уҙған йәйге Олимпия уйындарында ҡатнаша.

Спорт ҡаҙаныштары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Шәхси иҫәптә
  • Рәсәй чемпионаты 2010 — 2-се урын;
  • Ир-егеттәр араһында Рәсәй кубогы 2012, 2015 — 1-се урын;
  • Рәсәй кубогы 2008 — 2-се урын;
  • Бөтә Рәсәй йәйге Универсиадаһы 2010 — 2-се урын;
  • Донъя кубогы этабы 2012 — 2-се урын;
  • Рәсәй Йәштәр спартакиадаһы 2010 — 1-се урын;
  • Йәштәр араһында Европа чемпионаты 2010 — 3-сө урын;
  • Донъя чемпионаты 2015 — 3-сө урын;
  • Донъя чемпионаты 2013 — 2-се урын.
Командалы иҫәптә
  • Европа кубогы 2013 — 1-се урын;
  • Европа чемпионаты 2007, 2015 — 2-се урын;
  • Юниорҙар араһында донъя чемпионаты 2007 — 3-сө урын;
  • Донъя чемпионаты 2015 — 2-се урын;
  • Рәсәй чемпионаты 2010, 2011, 2012 — 1-се урын;
  • Рәсәй чемпионаты 2006 — 3-сө урын;
  • Рәсәй кубогы 2011, 2012 — 1-се урын;
  • Рәсәй кубогы 2008, 2010 — 2-се урын;
  • Бөтә донъя йәйге Универсиадаһы 2009, 2013 — 1-се урын;
  • Рәсәй Йәштәр спартакиадаһы 2010 — 1-се урын.

Бүләктәре һәм маҡтаулы исемдәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы (2012).
  • Фехтование буйынса Рәсәй спорт мастеры (2005), халыҡ-ара класлы спорт мастеры (2013), атҡаҙанған спорт мастеры (2016).

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 Ахматхузин Артур Камилевич. Федерация Фехтования Республики Башкортостан. 13 август 2016 тикшерелгән.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]