Эстәлеккә күсергә

Рио-де-Жанейро

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ҡала
Рио-де-Жанейро
порт. Rio de Janeiro
Флаг Герб
Флаг Герб
Ил

Бразилия

Штат

Рио-де-Жанейро

Муниципалитет

Рио-де-Жанейро

Координаталар

22°54′30″ ю. ш. 43°11′47″ з. д.HGЯO

Префект

Эдуардо Паэс

Нигеҙләнгән

[[1565 йыл]]

Беренсе мәртәбә телгә алынған

1502 йыл

Майҙаны

1265 км²

Высота НУМ

31 м

Климат тибы

тропикй[1][2]

Тығыҙлығы

5334 кеше/км²

Этнохороним

риодежанейрцы, риодежанейрец, риодежанейрка[3]
кариока (ед. ч.),
кариокас (мн. ч.)

Сәғәт бүлкәте

UTC-3, йәйге UTC-2

Телефон коды

+55 21

Почта индексы

20000-000

Һанлы танытмалар
Рәсми сайт

rio.rj.gov.br  (порт.)

Рәсми булмаған исеме

Чудесный город[4]

Рио-де-Жанейро (Бразилия)
Рио-де-Жанейро
Рио-де-Жанейро
Рио-де-Жанейро (Бразилия Рио-де-Жанейро)
Рио-де-Жанейро

Рио-де-Жанейро — (БСЭ ярашлы, «дөрөҫөрәк Риу-де-Жанейру»[5]; ҡыҫҡаса Рио, порт. Rio de Janeiro — январская река[6]) Бразилия дәүләте территорияһында урынлашҡан ҡала. Шул уҡ исемле Рио-де-Жанейро штатының административ үҙәге.

Халҡы — 6,7 млн кеше (2018 йылға ҡарата), ҙурлығы буйынса был илдә икенсе һәм Көньяҡ Америкала дүртенсе ҡала. 12,5 млн артығыраҡ кешеһе менән (2018 йыл) агломерация хасил итә. Континентта иң эре финанс үҙәге һәм диңгеҙ порты, ғилми үҙәк.

Атлантик океандың Гуанабара ҡултығында, ике яҡтан тауҙар һәм диңгеҙ уратып алған тар тигеҙлектә урынлашҡан. Климаты тропик[1][2]. Урынды Португалия диңгеҙсеһе Гашпар ди Лемуш аса, Гуанабара ҡултығын йылға тамағы тип ҡабул итә, йылғаны Ғинуар йылғаһы тип атайҙар. 1531 йылда Сан-Себастьян де-Рио-де-Жанейро португал форты төҙөлә. 1763 йылдан — Бразилия вице-короллегенең баш ҡалаһы, 1822 йылдан — бойондооҡһоҙ Бразилия империяһының баш ҡалаһы, 1889—1960 йылдарҙа — Бразилия Ҡушма штаттары республикаһының баш ҡалаһы.

XVIXIX быуат ҡоролмалары менән тарихи үҙәк, Копакабана пляжы менән яр буйы, Шәкәрле Баш тауы һәм Христос һыны ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы исемлегенә индерелгән[7].

Гуанабара ҡултығы 1502 йылдың 1 ғинуарында Португалия диңгеҙсеһе Гашпар ди Лемуш тарафынан асыла. Португалдар ҡултыҡты йылға тамағы тип уйлай — ошонан ҡала атамаһының өлөшө, португал теленән тәржемәлә ғинуар йылғаһы тигәнде аңлата[6]. 1555 йылда хәҙерге Рио-де-Жанейро районын аҙ ваҡытҡа француздар биләй, әммә тиҙҙән португалдар территория өҫтөнән контролде үҙ ҡулдарына ала. Рио-де-Жанейро ҡалаһына 1565 йылдың 1 мартында Эштасиу ди Са менән Жозе ди Аншиет бергә нигеҙ һала һәм ҡала башта Португалия короле Себастьян I хөрмәтенә Сан-Себастьян де Рио-де-Жанейро тип атала (порт. São Sebastião de Rio de Janeiro).

Риола ҡолдар баҙары, 1824 йыл

1763 йылда колониаль хакимиәт Салвадор ҡалаһынан Рио-де-Жанейроға күсерелә, ике быуат тиерлек ҡала Бразилияның баш ҡалаһы була. Португалия һарайының эмиграцияһы осоронда 1808 йылдан 1815 йылға тиклем Рио-де-Жанейро шулай уҡ Португалия һәм Алгарве Берләшкән короллегенең баш ҡалаһы, ә 1815 йылдан 1821 йылға тиклем Португалия, Бразилия һәм Алгарве берләшкән короллегенең баш ҡалаһы була.

1960 йылда баш ҡала Бразилия баш ҡалаһы илдең үҙәгенә, Бразилиа ҡалаһына күсерелә. Ҡала ҡала-штат (Гуанабара штаты) статусын ала. 1975 йылда Гуанабара штаты Рио-де-Жанейро штаты менән берләштерелә, һәм ҡала берләштерелгән штаттың баш ҡалаһы һәм административ үҙәге була.

1992 йылда Рио-де-Жанейрола тирә-яҡ мөхит һәм үҫеш буйынса БМО конференцияһы үтә. 2014 йылда футбол буйынса донъя чемпионаты, ә 2016 йылда Рио-де-Жанейрола XXXI Йәйге Олимпия уйындары үтә.

Физик-географик ҡылыҡһырлама

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Рио ландшафты

Рио-де-Жанейро Бразилияның Атлантик яры буйы һыҙатында, Кәзәмөгөҙ Тропигынан алыҫ түгел, 22°54" Ю. Ш. 43°14" З. Д киңлектә урынлашҡан. Ҡала башлыса көньяҡҡа йүнәлеш алған. Гуанабара бухтаһы янында төҙөлгән, уға инеү урынын ҡаланың визит карточкаһы булған Шәкәрле Баш тауы аса.

Рио үҙәге Гуанабара бухтаһының көнбайыш ярында тигеҙлектәрҙә урынлашҡан. Ҡаланың Төньяҡ зона тип аталған ҙур өлөшө төньяҡ-көнбайыш тигеҙлектәрҙә, ҡалҡыулыҡтарҙа һәм ҙур булмаған ҡаялы тауҙарҙа ята. Ҡаланың көньяҡ өлөшө — диңгеҙҙе уртаып алған пляждар, ҡаланың үҙәк һәм төньяҡ өлөшөнән яр буйы тауҙары менән айырылып тора. Был тауҙар һәм ҡалҡыулыҡтар Бразилияның көньяҡ-көнсығыш өлөшөндәге боронғо тау системаһы Серра-ду-Марҙың тармағы булып тора, Бразилия яйлаһының көньяҡ битләүҙәрен хасил итә.

Тау һырттары менән киҫкеләнгән киң Көнбайыш зонаға ирекле инеү урыны XX быуаттың аҙағында яңы юлдар һәм туннелдәр барлыҡҡа килеү менән мөмкин була.

Ҡала 1260 км² майҙанды биләй. Рио-де-Жанейро 1960 йылға тиклем баш ҡала Бразилиа ҡалаһына күсерерлгәнгә тиклем Бразилияның баш ҡалаһы була.

Рио-де-Жанейро аша Акари йылғаһы аға.

Рио-де-Жанейро тропик климатлы[1][2]. Шуның менән бергә яуым-төшөм бөтә йыл буйына тигеҙ, температура шулай уҡ һиҙелерлек үҙгәрмәй. Июль айында ғинуар айына ҡарағанда бер аҙ һалҡынсараҡ һәм ҡорораҡ.

Ҡала климаты
Күрһәткес Ғин Фев Мар Апр Май Июн Июл Авг Сен Окт Ноя Дек Йыл
Абсолют максимум, °C 42 42 40 40 38 37 38 42 42 42 43 41 43
Уртаса максимум, °C 29,4 30,2 29,4 27,8 26,4 25,2 25,3 25,6 25,0 26,0 27,4 28,6 27,2
Уртаса температура, °C 26,2 26,5 26,0 24,5 23,0 21,5 21,3 21,8 21,8 22,8 24,2 25,2 23,7
Уртаса минимум, °C 23,3 23,5 23,3 21,9 20,4 18,7 18,4 18,9 19,2 20,2 21,4 22,4 21,0
Абсолют минимум, °C 17 17 17 15 10 6 11 10 13 12 13 17 6
Яуым-төшөм нормаһы, мм 114,1 105,3 103,3 107,4 85,6 80,4 86 100 87,1 88,2 95,6 119,0 1172,9
Һыу температураһы, °C 25 25 22 22 20 20 20 20 20 20 23 23 22
Сығанаҡ: World Climate, Weatherbase, Туристический портал

Административ бүленеш

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Административ райондар

Рио-де-Жанейро ҡалаһы муниципалитеты 2008 йылға тиклем 6 районға бүленә (субпрефектура, порт. subprefeituras)[8]. 2010 йылдың майында тағы бер субпрефектура — Губернатор утрауы[9] өҫтәлә, һәм хәҙерге ваҡытта муниципалитет составында 7 субпрефектура була: Бара-и-Жакарепагуа, Үҙәк һәм тарихи үҙәк, Гранде Тижука, Губернатор утрауы, Көньяҡ зона, Көнбайыш зона, Төньяҡ зона.

Субпрефектуралар 33 административ районға бүленә (порт. Regiões Administrativas, RAs)[10], улар үҙ сиратында тарихи райондарға айырыла (порт. bairros), хәҙерге ваҡытта улар 162[11].

Халыҡ иҫәбе
1872—2010 йылдар, млн кеше
[12]

Халҡы — 6,4 млн кеше (2014), Ҙур Риола — 16 млн тирәһе кеше. Ҡала халҡы үҙен «кариока» тип атай (порт. carioca).

Рионың эш районы

1960 йылға тиклем баш ҡала булып, Рио-де-Жанейро күп компаниялар өсөн уңайлы урын була, сөнки унда административ үҙәктәр һәм хөкүмәт урынлаша. Ҡалала Petrobras, Elektrobras һәм башҡалар кеүек эре дәүләт компанияларының төп офистары була. Баш ҡаланы Бразилиа ҡалаһына күсергәс тә әле, Рио күп компанияларҙы йәлеп итә, бигерәк тә Бразилиялағы нефттең дөйөм күләменең ҙур өлөшө табылған Кампо Басинда нефть ятҡылығын тапҡандан һуң. Һөҙөмтәлә Риола Royal Dutch Shell, EBX, Esso кеүек компанияларҙы филиалдары урынлаша. Элекке халыҡ-ара Кока-Кола, IBM һәм El Paso кеүек ҙур компанияларҙың офистары ла — шулай уҡ Рио-де-Жанейрола.

Рио сәнәғәт производствоһы буйынса милли кимәлдә икенсе урында һәм финанс үҙәге ҙурлығы буйынса Сан-Паулунан ҡалыша икенсе тора. Ҡаланың сәнәғәт предприятиелары аҙыҡ-түлек, химия һәм нефть продукттары, дарыу, металдан әйберҙәр, караптар, текстиль һәм мебель етештерә. Ләкин иҡтисадта өҫтөнлөклө сектор булып, банк эше һәм Бразилияла әүҙемлеге буйынса икенсе булған фонд баҙарын индереп, хеҙмәттәр күрһәтеү өлкәһе тора. Туризм һәм күңел асыу өлкәһе шулай уҡ ҡаланың һәм илдең иҡтисады өсөн мөһим.

CEFET/RJ кампусы күренеше

Эшмәкәрлектең төп йүнәлештәренең береһе шулай уҡ төҙөлөш, ул квалификациялы булмаған күп һанлы эшселәрҙе эш менән тәьмин итә. Производствоны үҫтереү өсөн ҡайһы бер ҡала ситтәрендә хөкүмәт тарафынан үҫешкән инфраструктура һәм ер участкаларын һатып алыу өсөн махсус шарттар менән сәнәғәт райондары ойошторолған.

Рио-де-Жанейро Көньяҡ Америкала иң эре порттарҙың береһе, унан аша Рио-де-Жанейро, Минас-Жерайс, өлөшләтә Сан-Паулу штаттарынан илдә импорттың 1/3 өлөшө (күмер, нефть, цемент, машиналар, бойҙай) һәм экспорттың байтаҡ өлөшө (кофе, шәкәр, тире, ҡиммәтле ағас, марганец мәғдәне, мамыҡ, емеш-еләк) үтә[13].

Мараканда «Селсу Сукко да Фонсека» техник белемдең Федераль үҙәгенең күп кампуслы штаб-квартираһы урынлашҡан.

Рио-де-Жанейро метроһы

1979 йылдан ҡалала метрополитен эшләй.

Аэропорттар
  • Сантос-Дюмон аэропорты ҡала үҙәге менән йәнәш урынлашҡан.
  • Ҡала үҙәгенән 20 километрах алыҫлыҡта халыҡ-ара Галеан аэропорты урынлашҡан.
  • Шулай уҡ Жакарепагуа аэропорты бар.
Карнавал

Рио-де-Жанейро бөтәһенән дә бигерәк карнавалы менән дан тота. Ҡалала бер нисә тиҫтә самба мәктәбе бар, улар йыл һайын карнавал көнөндә самбодромда сағыу тамашалар, шулай уҡ ҡаланың төрлө райондарында тантаналы йөрөштәр үткәрә.

2013 йылдың 21 июленән алып 28 июленә тиклем Риола Йәштәрҙең XXVIII Бөтә донъя көнө — бөтә донъя католик йәштәренең осрашыуы үткәрелә. Бының сиктәрендә Рио-де-Жанейроға Рим Папаһы Франциск килә.

Ҡаланың иҫтәлекле урындары араһында Португалия король китапханаһын телгә алырға мөмкин.

Архитектура һәм иҫтәлекле урындары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сан-Жуан ҡәлғәһе ҡаланың иң боронғо ҡоролмаларынан һанала.

Бразилияның Милли китапханаһы

Урындағы халыҡ ҡаланы Иҫке һәм Яңы ҡалаға, ҡала янына айыра.

  • Иҫке ҡалала таможня, доктар, арсенал, биржа, Сәнғәттәрҙең милли академияһы, ҡала ратушаһы һәм театр һәм барлыҡ музейҙар менән мәҙәни учреждениелар урынлашҡан.
  • Яңы ҡала тәңкә һарайы, төрмә, төп вокзал һәм Инвалидтар йорто менән билдәле.

Башҡа иҫтәлекле урындары Корковадо, Шәкәрле Баш тауы (порт. Pão de Açucar), Маракана стадионы (порт. Maracanã).

Ҡаланың архитектура ҡомартҡылары: колониаль сиркәүҙәр, Сан-Бенто монастыры, Сан-Антонио һәм капуциндар ордены монастырҙары, шулай уҡ элекке император Кинта-да-Боа-Виста резиденцияһы.

Богородица Лампедос сиркәүе XVIII быуатта неоклассик стилдәге элекке сиркәү урынында 1929 йылда Урта диңгеҙҙә Лампедуза утрауы хөрмәтенә төҙөлә. 1732 йылда Изге Лусия сиркәүенең төп иҫтәлекле урыны — тәбиғи фонтан, уның һыуы шифалы һанала. Шулай уҡ Канделария сиркәүе бар.

Рио-де-Жанейроның урамдары һәм яр буйҙары йәшеллеккә күмелһә лә, ҡалала ботаника баҡсаһы бар һәм парктар күп. 1808 йылда ойошторлған ботаника баҡсаһында бөтә донъянан килтерелгән үҫемлектәрҙең 7000 төрө иҫәпләнә. Бында шулай уҡ данлыҡлы пальма аллеяһы бар, һәм йәнлек һәм ҡоштарҙың экзотик коллекцияһы тупланған. Корковаду түбәһе урынлашҡан Тижука Милли паркы урманы донъяла иң ҙур урман массивы булып тора. Бында маймылдарҙы һәм экзотик ҡоштарҙы күрергә мөмкин. Ҡала ситтәренең береһендә зоология баҡсаһы урынлашҡан.

Миили китапханала, яҡынса иҫәпләүҙәр буйынса, ике миллионға яҡын һирәк китап һәм манускриптар бар. Нәфис сәнғәттәр Милли музейында төрлө рәссамдарҙың 800-гә яҡын картиналары урынлашҡан. Бразилияның Милли тарих музейында 278 меңдән ашыу экспонат һаҡлана.

Рио-Нитерой күпере Ҡала театры Христос һыны Авенида Атлантика
  1. 1,0 1,1 1,2 Географический атлас. — М.: ГУГК, 1982. — С. 42. — 238 с. — 227 000 экз.
  2. 2,0 2,1 2,2 тропический пассатный 2021 йыл 21 апрель архивланған.
  3. Лопатин, В. Слитно, раздельно или через дефис? Орфографический словарь. — Москва: Эксмо, 2013. — С. 352.
  4. Вольский, В. В. и др. Бразилия. — Изд-во геогр. лит-ры, 1956. — С. 83.
  5. Ҡалып:БСЭ1
  6. 6,0 6,1 Магидович И. П. История открытия и исследования Центральной и Южной Америки. — М: Мысль, 1965. — С. 91. — (Открытие Земли).
  7. Rio de Janeiro: Carioca Landscapes between the Mountain and the Sea. // whc.unesco.org. Дата обращения: 17 март 2014.
  8. Prefeitura da Cidade do Rio de Janeiro :: Orgãos Municipais. Дата обращения: 24 сентябрь 2013. Архивировано из оригинала 27 сентябрь 2013 года. 2013 йыл 27 сентябрь архивланған.
  9. exibeconteudo — rio.rj.gov.br
  10. Breve relato sobre a formação das divisões administrativas na cidade do rio de janeiro
  11. Bairros Cariocas — Armazém de Dados. Дата обращения: 24 сентябрь 2013. Архивировано из оригинала 2 сентябрь 2013 года.
  12. Брун С. и др. Cities of the World: World Regional Urban Development. — США: Rowman & Littlefield Publishing group, 2003. — С. 140.
  13. [ Рио-де-Жанейро (город в Бразилии)] — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә