Мельбурн
Ме́льбурн (ингл. Melbourne /ˈmɛlbə(r)n/, урындағы әйтелеше буйынса [ˈmælbən, -bn̩]) — ҙурлығы буйынса Австралияның икенсе ҡалаһы, Виктория штатының баш ҡалаһы, Порт-Филлип ҡултығы тирәләй ултыра. Биҫтәләрендә йәшәүселәр менән бергә халҡының һаны — яҡынса 4 246 345 кеше (2013 йылға ҡарата)[11]. Мельбурн — донъяла иң көньяҡтағы миллионер ҡала.
Ҡала Австралияның төп коммерция, сәнәғәт һәм мәҙәниәт үҙәктәренең береһе һанала. Мельбурнды илдең «спорт һәм мәҙәниәт баш ҡалаһы» тип тә йөрөтәләр, сөнки унда ил тормошондағы мөһим спорт һәм мәҙәни ваҡиғалар үтеп тора[12]. Ҡала викториан һәм заманса архитектуралар ҡатнашмаһы, күп һанлы парктар һәм баҡсалар, халҡының күп милләтле булыуы менән дә билдәле. 1956 йылда Мельбурнда — йәйге Олимпия уйындары, 2006 йылда Берләшмә Уйындары үтә[12]. Бында шулай уҡ 1981 йылда — Британ Милләттәр берләшмәһе дәүләттәре башлыҡтарының осрашыуы, 2006 йылда G20 саммиты үткәрелә. 2017 йылда The Economist журналы етенсе тапҡыр рәттән Мельбурнды күп билдәләр буйынса планетаның йәшәү өсөн иң уңайлы ҡалаһы тип атай[13].
Мельбурн 1835 йылда Ярра йылғаһы буйында үҙ ирке менән килеп төпләнгән кешеләр тарафынан ауыл хужалығы биләмәһе сифатында нигеҙләнә (Австралияла европалыларҙың беренсе торамаһы барлыҡҡа килгәндән һуң 47 йыл үткәс)[14]. Штатта башланған алтын биҙгәге арҡаһында ҡала тиҙ арала метрополияға әүерелә һәм 1865 йылға Австралияның иң эре һәм мөһим ҡалаһы була[15], ләкин XX быуат башына беренселек Сиднейға күсә[16].
Австралия Федерацияһы 1901 йылда барлыҡҡа килә, шул ваҡыттан алып дәүләттең баш ҡалаһы Канберраға күсерелгән 1927 йылға тиклемге арауыҡта Мельбурнда Австралияның хөкүмәт учреждениелары урынлашҡан була[17].
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ярра йылғаһы һәм Порт-Филлип ҡултығы буйындағы территориялар европалыларға тиклем Австралияның вурунджери ҡәбиләһенеке була. Аборигендар бында кәм тигәндә 40 мең йыл йәшәгән[14]. Европалылар колония булдырыу ниәтен тәүҙә 1803 йылда ғәмәлгә ашырырға тырыша, Салливан-Бей төбәгендә торама нигеҙәй, әммә бер нисә айҙан уны ташлап ҡайтып китә[18].
1835 йылдың майында һәм июнендә әлеге ваҡытта ҡаланың үҙәк һәм төньяҡ өлөштәре урынлашҡан территорияны Порт-Филлип ассоциацияһын ойоштороусыларҙың береһе булған Джон Бэтман тикшереп сыға, ул вурунджери ҡәбиләһенең һигеҙ башлығы менән 600 000 акр (2400 км²) ерҙе һатып алыу тураһында килешеү төҙөй[14]. Ул Ярраның төньяҡ ярын һайлай һәм шунда ауыл төҙөләсәге тураһында белдерә. Артабан Тасманиялағы (ул саҡтағы атамаһы Ван-Димен Ере) Лонсестон ҡалаһына ҡайтып китә. Әммә Ассоциация тарафынан ебәрелгән кешеләр ауыл булаһы урынға килһә, бында Джон Паскоу Фокнер етәкселегендәге төркөмдөң ауыл төҙөп ҡуйғанын күрә. Фокнер кешеләре 1835 йылдың 30 авгусында «Энтерпрайз» карабы менән килгән була. Ике төркөм территорияны бергәләп үҙләштерергә була. Бэтмандың аборигендар менән төҙөгән килешеүен ул ваҡытта тотош Австралия территорияһына идара иткән Яңы Көньяҡ Уэльс хакимиәте юҡҡа сығара[14]. Хакимиәт төҙөгән документҡа ярашлы, ер хакимиәт ҡарамағына күсә, шул уҡ ваҡытта бында йәшәгән кешеләрҙең хоҡуҡтары нығытыла һәм ҡала рәүешен ала барған торама ла законлаштырыла[14].
1836 йылда губернатор Бурк ҡаланы Порт-Филлип округының административ үҙәге тип иғлан итә, ә 1837 йылда ҡаланың беренсе планын («Ходдл планы» булараҡ билдәле) раҫлай. Шул уҡ йылдың аҙағында ҡаланың Мельбурн тигән атамаһы нығытыла, был исем Бөйөк Британияның премьер-министры, Мельбурн 2-се виконты Уильям Лэм хөрмәтенә бирелә. Уның ырыу утары Англияның Дербишир графлығындағы Мелборн тигән төбәктә урынлашҡан була. 1847 йылдың 25 июнендә королева Викторияның ярлығын уҡып ишеттергәндән һуң Мельбурн ҡала тип иғлан ителә[19].
1851 йылда Виктория штаты бойондороҡһоҙ колония статусы алғас, Мельбурн уның баш ҡалаһы ителә. 1850-се һәм 1860-сы йылдарҙа Мельбурн бик шәп үҫә.
1880-се йылдарға Мельбурн Британия империяһының иң ҙур, донъяның иң бай ҡалаларының береһенә әүерелә[20].
1891 йылда ҡалала көслө иҡтисади кризис башлана һәм үҫеш осоро тамамлана.
Австралия бойондороҡһоҙ дәүләт булараҡ ойошҡас, 1901 йылдың 1 ғинуарында Мельбурн илдең ваҡытлы баш ҡалаһы тип иғлан ителә. Австралия хөкүмәте Канберраға 1927 йылда күсә, әммә 1930 йылға тиклем Мельбурн Австралия генерал-гүбернаторының резиденцияһы булып ҡала.
ХХ быуаттың 60-сы йылдар аҙағы—70-се йылдар башында иҡтисади күтәрелеш башлана, тау-сығарыу сәнәғәте үҫә. Мельбурнға эре компанияларҙың баш офистары күсерелә. Әммә әһәмиәте буйынса яйлап Сидней алға сыға[21].
Географияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Топографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мельбурн Австралияның материк өлөшөнөң көньяҡ-көнсығышында урынлашҡан. Геологик күҙлектән ҡала көнбайышта дүртенсел осор лаваһы, көнсығышта силур осоро аргиллиты һәм көньяҡ-көнсығышта голоцен осоро ҡомташлығы ултырмалары яландарының шыуышыу урынында ултыра.
Мельбурндың көнбайышы Ярра йылғаһы буйында һәм уның үҙәне буйлап урынлашҡан. Төньяҡта Ярра ҡушлыдыҡтарынан хасил булған үҙән буйлатып һуҙыла һәм Крейгибурн менән Уитлси райондарына терәлеп ослана. Көньяҡта һәм көньяҡ-көнсығышта Мельбурн Порт-Филлип ҡултығы һәм Данденонг тауҙары буйынан һуҙыла. Шунан ҡаланың райондары ҡултыҡ буйлатып көньяҡҡа борола һәм Паттерсон-Ривер йылғаһы менән Морнингтон ярымутрауына барып етә. Ошо йүнәлештә үҫкән сағында Мельбурн Фрэнкстон ҡалаһын йота. Көнбайышта Мельбурн Марибирнонг йылғаһы һәм уның ҡушылдыҡтары буйлап Македон тауына етә.
Климаты
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡала климаты | |||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Күрһәткес | Ғин | Фев | Мар | Апр | Май | Июн | Июл | Авг | Сен | Окт | Ноя | Дек | Йыл |
Абсолют максимум, °C | 45,6 | 46,4 | 41,7 | 34,9 | 28,7 | 22,4 | 23,1 | 26,5 | 31,4 | 36,9 | 40,9 | 43,7 | 46,4 |
Уртаса максимум, °C | 25,9 | 25,8 | 23,9 | 20,3 | 16,7 | 14,0 | 13,4 | 15,0 | 17,2 | 19,7 | 21,9 | 24,2 | 19,8 |
Уртаса температура, °C | 20,1 | 20,2 | 18,6 | 15,6 | 12,7 | 10,5 | 9,7 | 10,9 | 12,6 | 14,6 | 16,6 | 18,6 | 15,0 |
Уртаса минимум, °C | 14,3 | 14,6 | 13,2 | 10,8 | 8,6 | 6,9 | 6,0 | 6,7 | 8,0 | 9,5 | 11,2 | 12,9 | 10,2 |
Абсолют минимум, °C | 5,5 | 4,5 | 2,8 | 1,5 | −1,1 | −2,2 | −2,8 | −2,1 | −0,5 | 0,1 | 2,5 | 4,4 | −2,8 |
Яуым-төшөм нормаһы, мм | 47,7 | 47,4 | 50,4 | 57,1 | 55,7 | 49,1 | 47,6 | 50,2 | 58 | 66,4 | 60,1 | 59,3 | 589,7 |
Һыу температураһы, °C | 22 | 21 | 21 | 20 | 19 | 18 | 16 | 16 | 17 | 18 | 20 | 21 | 19 |
Сығанаҡ: Австралия метеорология бюроһы, Туристик портал |
Кёппен классификацияһы буйынса Мельбурн уртаса диңгеҙ климаты зонаһында урынлашҡан[22], унда һауа торошо йыш һәм көтмәгәндә алмашынып тороусан. Был уның бер яҡтан Данденонг тауҙары, икенсе яҡтан Порт-Филлип ҡултығы һыуҙары менән сикләнгән тигеҙлектә ултырыуына бәйле. Диңгеҙҙән һәм тау яғынан килгән һауа массалары бер-береһен даими алмаштырып торғанлыҡтан, ҡалалағы һауа торошо шулай үҙгәреүсән.[23].
Мельбурнда ҡышҡы температура материктағы Австралияның башҡа ҡалаларына ҡарағанда түбәнерәк. Ҡаланың үҙәк өлөшөндә температураның абсолют минимумы 1869 йылдың 21 июлендә теркәлгән: минус 2,8 °C[24]. Мельбурнда ҡар һирәк яуа.
Яҙ һауа торошо ғәҙәттә йылы, яуым-төшөм әҙ була. Йәй эҫе һәм ҡоро. Температура 40 °C-тан артып та киткеләй.
Демография
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Хәҙерге Мельбурн күп милләтле һәм күп төрлө динле. Виктория штатында йәшәүселәрҙең сиреге Австралияла тыумаған, Мельбурнда 233 илдән күсеп килгән кеше йәшәй, улар 180 телдә һөйләшә һәм 116 төрлө дингә ҡарай[25].
Хәҙерге Мельбурн урынында борон австралий аборигендары, атап әйткәндә, банаронг, вурунджери, ватаронг ҡәбиләләре йәшәгән. Хәҙер ҙә ҡала ерле халыҡ өсөн мөһим үҙәк булып ҡала. Мельбурнда Австралияның 20 мең самаһы ерле халҡы вәкиле йәшәй (ҡала халҡының 0,6 проценты)[26].
Инглиздәр һәм ирландтар ҡаланың тәүге европалы халҡы булған. Икенсе донъя һуғышы башланғанға тиклем иммигранттарҙың күпселеген улар тәшкил иткән. Алтын ятҡылыҡтарын табыу һәм XIX быуаттың 50-се йылдарында алтын биҙгәге башланыу Мельбурндың дәррәү үҫешенә сәбәп булған. 1865 йылда Мельбурн халыҡ һаны буйынса Сиднейҙы уҙып китә. Алтын биҙгәге барған артабанғы йылдарҙа Викторияға һәм Мельбурнға Ҡытай, Германия һәм Америка Ҡушма Штаттары кешеләре күпләп килә.
Икенсе донъя һуғышы тамамланғас, Мельбурнға Урта диңгеҙ илдәренән эмигранттар ағымы йүнәлә, күскенселәр башлыса Грециянан, Италиянан, шулай уҡ Төркиә һәм Кипрҙан була. 2001 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ярашлы, Оло Мельбурн территорияһында 151 785 этник грек йәшәй[27]. Австралия гректарының 47 проценты Мельбурнда йәшәй[28].
Мельбурндың халыҡ һаны йылдар буйынса | ||
---|---|---|
1836 | 177 | Килеп төпләнә башлаған ваҡыт |
1854 | 123 000 | Алтын биҙгәге |
1880 | 280 000 | Күсемһеҙ мөлкәт алыу көсәйгән саҡ |
1956 | 1 500 000 | |
1981 | 2 806 000 | |
1991 | 3 156 700 | Иҡтисадтың насарланыуы |
2001 | 3 366 542 | |
2006 | 3 744 373 | |
2011 | 3 872 918 | Прогноз |
2021 | 4 253 367 | Прогноз |
2031 | 4 591 846 | Прогноз |
Сығанаҡ: Австралия Статистика бюроһы[29] |
2011 йылғы халыҡ иҫәбен алыу күрһәтеүенсә, Мельбурн халҡының 27,2 проценты — католик, 23,5 проценты — динһеҙ, 10,8 проценты — англикан, 5,5 проценты — православиелы, 4 проценты буддасы, 2,3 проценты — мосолман, 1,1 проценты иудаист була[30].
Ҡала төҙөлөшө һәм идаралыҡ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мельбурнға 1835 йылда Ярра йылғаһының төньяҡ яр буйындағы 1,6 км х 0,8 км майҙанда нигеҙ һалына. Ҡала Ходдл планы (ингл. Hoddle Grid) буйынса төҙөлә. Был план ул саҡта колонияның ер үлсәүсеһе булған Роберт Ходдл тарафынан эшләнгән була. Мельбурндың үҙәк өлөшөндәге төп урамдар әле лә шул планға ярашлы көйө тора. Ҡаланың үҙәгенда тарихи урамдар һәм пассаждар күп, уларҙың иң билдәлеләре — Блок-Плейс һәм Ройял-Аркейд[31]. Ҡала үҙәгендә тарихи һәм архитектура йәһәтенән әһәмиәтле биналар күп, мәҫәлән, Король күргәҙмә үҙәге, Виктория парламенты бинаһы, Мельбурндың Үҙәк залы. Ҡала төҙөлә башлаған урын әле лә уның үҙәге тип иҫәпләнһә лә, ул географик үҙәк түгел, сөнки XX быуатта Мельбурн көнсығыш йүнәлештә үҫә[32].
Мельбурн Австралияның типик ҡалаһы булып тора, сөнки уның үҫешендә, айырыуса XX быуатта, һәр австралий ғаиләһенең бәләкәс кенә ер участкаһы булған айырым йорт тураһындағы хыялын тормошҡа ашырып төҙөлгән йоҡо биҫтәләре мөһим урын ала. Мельбурн метрополияһының ҙур өлөшөнә халыҡтың һирәк ултырыуы хас. Радиаль тимер юлдар һәм трамвай юлдары төҙөлөү ҡаланың нәҡ ошондай үҫешен тәьмин итә, йәғни кешеләр сағыштырмаса арзан ер участкаларына «транспортлы коридорҙарға» яҡын урындарға йорт һалып төпләнә.
Мельбурнда парктар, баҡса һәм бульварҙар күп, шунлыҡтан уны «баҡса ҡала», ә Виктория штатын XIX быуаттан уҡ «Сәскәләр штаты» тип йөрөтәләр. Австралияның иң бейек алты бинаһының бишеһе — Мельбурнда, уларҙың иң бейеге — Эврика башняһы.
Мельбурн хакимиәте ҡаланың үҙәк өлөшөнә идара итә, унда Үҙәк эш районы һәм ҡайһы бер күрһе райондар инә. Ләкин хакимиәт башлығы, Мельбурндың лорд-мэры, йыш ҡына (айырыуса сит ил сәфәрҙәрендә) Оло Мельбурндың вәкиле тип ҡабул ителә[33]. 2006 йылда ул саҡтағы Мельбурн лорд-мэры Джон Со «Донъя мэры» тигән абруйлы наградаға лайыҡ була[34]. 2008 йылда был вазифаға Роберт Дойл һайлана.
Оло Мельбурндың ҡалған территорияһы урындағы 30 муниципалитетҡа бүленгән. Уларҙың ҡала яны районы статусындағы дүртеһенән башҡа ҡалған бөтәһе лә ҡала хакимиәте статусына эйә. Район хакимиәттәре советтар ойоштора һәм үҙҙәренә тапшырылған вәкәләттәр даирәһе өсөн яуаплы булып тора (улар Виктория штаты хөкүмәте тарафынан Урындағы үҙидаралыҡ тураһындағы 1989 йылғы Закон нигеҙендә бирелә[35]).
Тотош ҡала мәнфәғәтендәге сараларҙың күпселеге Виктория штаты хөкүмәте тарафынан үткәрелә. Хөкүмәт буйһоноуындағы өлкәләр: йәмәғәт транспорты, төп юлдар, транспорт хәрәкәтенә идара итеү, полиция, мәғариф, ҡала инфраструктураһын планлаштырыу һәм уға идара итеү.
Иҡтисады
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мельбурнда Австралияның ҙур диңгеҙ порты бар. Уныңйыллыҡ тауар әйләнеше яҡынса AUD$ 75 миллиард тәшкил итә. Милли контейнер әйләнешенең 39 проценты Мельбурн портына тап килә[36][37].
Австралия автомобиль сәнәғәте предприятиеларының күпселеге Мельбурнда урынлашҡан. Уларға Форд менән Тойотаның автомобиль йыйыу заводтары, Холден автомобилдәре өсөн двигателдәр етештереү заводы инә. Бында башҡа сәнәғәт тармаҡтары предприятиелары ла бар, ҡала шулай уҡ эре финанс һәм коммерция үҙәге тип һанала[38].
Мельбурн — заманса технологиялар үҙәге. Компьютер йәки мәғлүмәт технологиялары менән бәйле тармаҡтарҙа 60 000-дән ашыу кеше эшләй, Австралия буйынса был өсөнсө күрһәткес булып тора. Был индустрияның әйләнеше AUD$ 19,8 миллиардҡа етә, шуның AUD$ 615 миллионы экспортҡа китә[39].
Мельбурн Азия-Тымыҡ океан төбәгендәге эре банк эшмәкәрлеге үҙәгенә әүерелгән.
Туризм Мельбурн иҡтисадының төп тармаҡтарының береһе һанала. 2004 йыл мәғлүмәттәре буйынса, ҡалаға Австралиянан яҡынса 4,6 миллион турист һәм сит илдәрҙән 1,88 миллион турист килгән[40]. Мельбурнда Австралияның эре корпорациялары урынлашҡан, улар араһында дөйөм тауар әйләнеше буйынса тәүге тиҫтәгә ингәндәрҙең бишеһе бар, атап әйткәндә — ANZ, BHP Billiton, National Australia Bank, Rio Tinto һәм Telstra[41].
Мельбурн, Мастеркард донъя коммерция үҙәктәре индексына ярашлы, донъяның иң эре 50 финанс үҙәге исемлегендә 34-се урынды һәм Австралияла,Сиднейҙан ғына ҡалып, икенсе урынды биләй.
2014 йылда, The Economist журналы баһаһы буйынса, Мельбурн донъяның иң ҡиммәтле ҡалалары араһында алтынсы урынды ала, Австралияла иһә — Сиднейҙан ҡала икенсе урында[42].
Транспорты
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мельбурндың транспорт селтәре XIX быуаттың икенсе яртыһында ҡорола башлай, ул саҡта трамвай һәм поезд йәмәғәт транспортының төп саралары була. 1950-се йылдарҙан шәхси автомобилдәр һаны ҡырҡа арта һәм шунлыҡтан автоюлдар менән шосселар төҙөлөшө лә йылдамлана[43]. 1999 йылда Мельбурндағы йәмәғәт транспорты хосусилаштырыла[44].
Мельбурндың трамвай селтәре донъяла иң ҙуры һанала[45]. 2015 йылдан ҡала үҙәгендә трамвайҙа йөрөү түләүһеҙ[46].
Мельбурндың эске поездар селтәре 17 линиянан тора. Флиндерс-Стрит Стейшн вокзалы ҡалала иң ҙур вокзал һанала. Тимер юл Мельбурнды Виктория штатындағы күп ҡалалар, шулай уҡ Сидней һәм Аделаида менән бәйләй.
Мельбурндың автобустар селтәренә 300-ләп маршрут инә.
Мельбурнда шәхси транспорт киң файҙаланыла: халыҡтың 7,1 проценты ғына йәмәғәт транспортында йөрөй[47], ләкин һуңғы йылдарҙа бензин ҡиммәтләнеү арҡаһында уларҙың һаны арта бара[48].
Мельбурнда дүрт аэропорт бар. Туллимаринда урынлашҡан Мельбурн Халыҡ-ара аэропорты — уларҙың иң ҙуры.
Мәғариф һәм фән
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мельбурнда белем биреү системаһы, бөтә Виктория штатындағы кеүек үк, Белем биреү һәм баланың иртә үҫеше департаменты (DEECD) ҡарамағына инә[49].
Белем биреү системаһы өс баҫҡыслы итеп төҙөлгән: башланғыс белем (ингл. primary school), урта белем (ингл. secondary schools йәки ингл. secondary colleges) һәм юғары белем.
Балалар 6 йәштән 15 йәшкә тиклем мәктәптә белем ала. Уҡыусыларҙың өстән ике өлөшө самаһы — дәүләт мәктәптәрендә, ҡалғаны хосуси мәктәптәрҙә белем ала. Дәүләт мәктәптәрендә 12 йәшкә тиклем уҡыу түләүһеҙ, ләкин сит ил студеттарына был ҡағиҙә ҡағылмай. Уҡыусы ниндәй мәктәптә уҡыһа ла (дәүләт йә хосуси), уҡыу тамамланғас, берҙәм имтихан биреп, белемен раҫларға тейеш. Мельбурн университеты һәм Монаш Университеты Мельбурндың ғына түгел, бөтә Австралияның иң эре уҡыу йорттары иҫәбенә инә. 2006 йылда Мельбурн университеты Австралияның иң яҡшы икенсе университеты тип табыла[50].
Мельбурнда Австралияның иң боронғо уҡыу йорттары, мәҫәлән, юридик мәктәп (1857), техник (1860), медицина училищелары (1862), теш табибы (1897), музыка мәктәптәре (1891), урынлашҡан. Улар бөтәһе лә Мельбурн университеты составына инә. Мельбурнда шулай уҡ 1990-сы йылдарҙа Австралия космос тикшеренеүҙәре институты асыла.
Һаулыҡ һаҡлау
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мельбурн территорияһында Виктория хөкүмәте ҡарамағындағы 30-лап йәмәғәт дауаханаһы һәм госпитале, шулай уҡ медицина хеҙмәттәре күрһәтеүсе тағы 13 ойошма урынлашҡан[51]. Ҡалала хосуси клиникалар һәм госпиталдәр ҙә күп. Мельбурн Австралияла мөһим медицина фәне үҙәге булып тора.
Мәҙәниәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мельбурн — Австралияның мәҙәни һәм спорт баш ҡалаһы.
Мельбурнда музыкаль мәҙәниәттең тамырҙары бик тәрәндә ята. Австралияның билдәле музыканттары араһында Мельбурндыҡылар күп. Һуңғы йылдарҙа ҡала донъяла стрит-арт үҙәктәренең береһе булараҡ танылыу алған. Ҡала шулай уҡ донъяла викториан архитектураһы үҙәге булараҡ та танылған (1837—1901), был стилгә ҡараған күп биналар һаҡланған. Ҡаланың архитектура йөҙөн заманса архитектура өлгөләре лә биҙәй.
Мельбурнда театр тормошо күп төрлө. Австралия Милли балеты, Король филармония оркестры (1853 йылда барлыҡҡа килгән), күп һанлы башҡа театрҙар эшләй. Ҡала мода үҙәге булып та һанала. Бында йыл һайын Мельбурн мода фестивале үтә.
Спорт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мельбурнда халыҡ-ара спорт ярыштары үтә. Иң әһәмиәтлеләре:
- Австралияның Асыҡ чемпионаты (теннис), турнир Ҙур шлем этаптарының береһе булып тора;
- Австралия Гран-прийы (Формула 1);
- Мельбурн кубогы (ат сабыштары);
- Австралия футбол лигаһыны миҙгел финалы.
Мельбурнда 1956 йылда йәйге Олимпия уйындары һәм 2006 йылда Берләшмә Уйындары үткәрелә. 2003 йылда Мельбурнда регби буйынса Донъя кубогы уйындары ойошторола; 2001 йылда Мельбурн Көньяҡ ярымшарҙа поло буйынса Донъя чемпионатын ҡабул иткән беренсе ҡала була. 2007 йылда спорттың һыуҙағы төрҙәре буйынса донъя чемпионаты, 2008 йыл башында Азия-Тымыҡ океан төбәге илдәренең уйындары уҙғарыла.
Мельбурн Австралия футболының тыуған ере һанала. Был спорт төрөндә Австралия футбол лигаһында уйнаған ун алты команданың туғыҙы Мельбурнда урынлашҡан.
Мельбурнда трибуналарында 10 000-дән ашыу тамашасы һыйҙыра алған 29 спорт ҡоролмаһы бар. 2000 йылда ҡаланың иң ҙур стадионы «Телстра Дом» төҙөлөп бөтә, ул 56 000 кешене һыйҙырырға һәләтле. Был стадион — донъяла футбол һәм крикет матчтарын ҡыйыҡ аҫтында үткәреп була торған беренсе спорт ҡоролмаһы.
2006 йылда Лондонлдың Аркспорт тикшеренеү һәм консультация биреү компанияһы Мельбурнды спорт ярыштары үткәреү өсөн донъялағы иң яҡшы ҡала тип баһалай. Был Мельбурнды донъяның рәсми булмаған спорт баш ҡалаһы тип һанарға нигеҙ бирә[52].
Иҫтәлекле урындары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Викторияның Дәүләт китапханаһы — Австралиялағы иң эре китапханаларҙың береһе. Бинаһы колониаль классицизм үрнәге булып тора.
- Флиндерс-Стрит Стейшн вокзалы бинаһы — ҡаланың уртаһында урынлашҡан, вокзал бинаһы ҡаланың визит карточкаһы тип иҫәпләнә.
- Виктория Парламенты бинаһы — донъяның иң мәшһүр граждан архитектураһы өлгөләренең береһе.
- Король Күргәҙмә үҙәге — 1880 йылда төҙөлгән. Викториан архитектураһының бына тигән өлгөһө. Австралияла беренсе булып ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы статусын ала.
- Капитан Джеймс Кук коттеджы — капитан Джеймс Куктың ғаиләһе йәшәгән ҙур булмаған таш коттедж, Мельбурнға Англиянан XX быуаттың беренсе яртыһында күсерелгән.
- Краун Казино — Ярра йылғаһы буйындағы бик ҙур казино һәм күңел асыу комплексы.
- Мельбурн аквариумы — ҡала үҙәгендә, Ярра йылғаһы буйында урынлашҡан.
- Мельбурн музейы — Көньяҡ ярымшарҙағы иң ҙур музей.
- Хәтер монументы — Австралия ҡатнашҡан һуғыштарҙа баш һалған яугирҙәр һәйкәле.
- Иммиграция музейы — Австралияға донъяның бөтә мөйөштәренән күсеп килгән иммигранттар тарихына бағышланған.
- Michaels World-Famous Camera Museum — фотография тарихы музейы[53].
- Ярраның яр буйы.
- Виктория Милли галереяһы — Австралиялағы иң ҙур һәм иң боронғо художество галереяһы.
- Федерация майҙаны.
- Риалто Тауэр — Австралиялағы иң бейек биналарҙың береһе.
- Королева Виктория баҙары.
- Изге Павел соборы.
- Изге Патрик соборы.
- Мельбурн Сәнғәт үҙәге
- Эврика башняһы.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 https://www.collinsdictionary.com/dictionary/english/melburnian
- ↑ archINFORM (нем.) — 1994.
- ↑ https://en.unesco.org/creative-cities/melbourne
- ↑ https://web.archive.org/web/20240528114922/https://www.lhc-s.org/member_cities/
- ↑ https://www.abs.gov.au/statistics/people/population/regional-population/2021-22#capital-cities
- ↑ 6,0 6,1 https://www.abs.gov.au/census/find-census-data/quickstats/2021/2GMEL
- ↑ https://gov.wales/find-toilets-open-public
- ↑ Интерфейс программирования приложения YouTube
- ↑ 9,00 9,01 9,02 9,03 9,04 9,05 9,06 9,07 9,08 9,09 9,10 9,11 9,12 9,13 9,14 9,15 9,16 9,17 9,18 9,19 Telecommunications Numbering Plan 2015
- ↑ 10,00 10,01 10,02 10,03 10,04 10,05 10,06 10,07 10,08 10,09 10,10 10,11 10,12 10,13 10,14 10,15 10,16 10,17 10,18 10,19 Telstra J // Charging Zones (ингл.) — 2018. — 274 p.
- ↑ 3218.0 – Regional Population Growth, Australia, 2011–12 . Australian Bureau of Statistics (30 апрель 2013). Дата обращения: 30 апрель 2013.
- ↑ 12,0 12,1 Commonwealth Games Melbourne 2006 (ингл.). Australian Government. Culture and Recreation Portal. Дата обращения: 8 февраль 2010. Архивировано 29 март 2012 года. 2012 йыл 24 март архивланған.
- ↑ [1]
- ↑ 14,0 14,1 14,2 14,3 14,4 City of Melbourne. Settlement – foundation and surveying. (ингл.). City of Melbourne. Дата обращения: 8 февраль 2010. Архивировано 1 июнь 2012 года. 2009 йыл 16 ғинуар архивланған.
- ↑ Fassa, James Jupp. The Snowy Mountains Scheme and Multicultural Australia. (ингл.). Australian Academy of Technological Sciences and Engineering.. Дата обращения: 8 февраль 2010. Архивировано 1 июнь 2012 года.
- ↑ Lee, Robert. Linking a Nation: Australia's Transport and Communications 1788 - 1970. (ингл.). Australian Government. Australian Heritage Council.. Дата обращения: 8 февраль 2010. Архивировано 25 июнь 2012 года.
- ↑ Otto, Kristin. When Melbourne was Australia’s capital city. (ингл.). The University of Melbourne/. Дата обращения: 8 февраль 2010. Архивировано 26 июнь 2007 года. 2007 йыл 26 июнь архивланған.
- ↑ Button, James. Secrets of a forgotten settlement. (ингл.). The Age (4 октябрь 2003). Дата обращения: 6 августа 2008. Архивировано 1 июнь 2012 года.
- ↑ Miles Lewis. Melbourne the city's history and development. — 2-ое издание. — 1995. — С. 35.
- ↑ Robert B. Cervero. The Transit Metropolis: A Global Inquiry. — Island Press, 1998. — С. 320. — ISBN 1559635916.
- ↑ Tell Melbourne it's over, we won. (ингл.). Sydney Morning Herald (31 декабрь 2003). Дата обращения: 6 августа 2008. Архивировано 1 июнь 2012 года.
- ↑ Updated world map of the Koppen-Geiger climate classification system // Hydrol. Earth Syst. Sci. Discuss. — № 4. — С. 439—473. Архивировано из первоисточника 14 июнь 2007.
- ↑ Updated world map of the Koppen-Geiger climate classification system (инг.) // Hydrol. Earth Syst. Sci. Discuss. — № 4. — С. 439—473. Архивировано из первоисточника 1 июнь 2012.
- ↑ Snow misses CBD lunch appointment (ингл.). The Age (10 август 2005). Дата обращения: 11 августа 2008. Архивировано 1 июнь 2012 года.
- ↑ 2007 йыл 8 август [https://web.archive.org/web/20070808224535/http://www.culturaldiversity.vic.gov.au/docs/FREQUENTLY_ASKED_QUESTIONS.pdf архивланған. 2007 йыл 8 август архивланған. 2007 йыл 8 август архивланған. 2007 йыл 8 август архивланған. 2007 йыл 8 август архивланған. 2007 йыл 8 август архивланған. 2007 йыл 8 август архивланған. 2007 йыл 8 август архивланған. 2007 йыл 8 август архивланған. Victiorian Cultural Diversity Week. (инг.)(инг.)] 2007 йыл 8 август архивланған.
- ↑ VicNet — Strategy for Aboriginal Managed Land in Victoria: Draft Report. Part 1-Section 2. (инг.)(инг.)
- ↑ 2001 Social Atlas for Melbourne abs.gov.au
- ↑ Multicultural communities. Greeks. (ингл.). Australian Academy of Technological Sciences and Engineering.. Дата обращения: 7 августа 2008. Архивировано 1 июнь 2012 года. 2005 йыл 16 июнь архивланған.
- ↑ Population Projections, Australia, 2004 to 2101 . Australian Bureau of Statistics. Дата обращения: 8 июнь 2008. Архивировано 25 июнь 2012 года.
- ↑ 2011 Census QuickStats : Melbourne (Statistical Division) (ингл.). Australian Bureau of Statistics. Дата обращения: 28 март 2013.
- ↑ Freeman-Greene, Suzy. Melbourne's love affair with lanes (ингл.). The Age (10 август 2005). Дата обращения: 22 августа 2008. Архивировано 1 июнь 2012 года.
- ↑ Glen Iris still the heart of city's sprawl (ингл.). The Age (5 август 2002). Дата обращения: 22 август 2008. Архивировано 1 июнь 2012 года.
- ↑ Dunstan, David. The evolution of Clown Hall (ингл.) (12 ноябрь 2004). Дата обращения: 22 августа 2008. Архивировано 1 июнь 2012 года.
- ↑ World Mayor: The results of World Mayor 2006 (ингл.). World Mayor. Дата обращения: 22 августа 2008. Архивировано 1 июнь 2012 года.
- ↑ 2006 йыл 8 ноябрь [https://web.archive.org/web/20061108212735/http://www.dms.dpc.vic.gov.au/Domino/Web_Notes/LDMS/PubLawToday.nsf/0/B171E800B03D6A9ECA256E5B00037B12/%24FILE/89-11a030.pdf архивланған. 2006 йыл 8 ноябрь архивланған. 2006 йыл 8 ноябрь архивланған. 2006 йыл 8 ноябрь архивланған. 2006 йыл 8 ноябрь архивланған. 2006 йыл 8 ноябрь архивланған. 2006 йыл 8 ноябрь архивланған. 2006 йыл 8 ноябрь архивланған. 2006 йыл 8 ноябрь архивланған. Local Government Act 1989. (инг.)(инг.)] 2006 йыл 8 ноябрь архивланған.
- ↑ Malaysian National News Agency. Port Of Melbourne Sets Shipping Record. (ингл.) (13 июнь 2007). Дата обращения: 22 августа 2008. Архивировано 29 март 2012 года. 2012 йыл 4 апрель архивланған.
- ↑ The Age. Growth of Australia's largest port essential. (ингл.). December 18, 2004. Дата обращения: 22 августа 2008. Архивировано 29 март 2012 года.
- ↑ 2007 йыл 16 декабрь [https://web.archive.org/web/20071216111101/http://www.business.vic.gov.au/BUSVIC/INDUSTRY/1001/PC_51081.html архивланған. 2007 йыл 16 декабрь архивланған. 2007 йыл 16 декабрь архивланған. 2007 йыл 16 декабрь архивланған. 2007 йыл 16 декабрь архивланған. Business Victoria. (инг.)(инг.)] 2007 йыл 16 декабрь архивланған.
- ↑ Multimedia Victoria. Industry Snapshot. (ингл.) (PDF). Дата обращения: 22 августа 2008. Архивировано 2 июль 2005 года. 2005 йыл 2 июль архивланған.
- ↑ Media Release: MINISTER FOR TOURISM. MELBOURNE AIRPORT PASSENGER FIGURES STRONGEST ON RECORD. (ингл.) (21 июль 2004). Дата обращения: 22 августа 2008. Архивировано 14 сентябрь 2007 года. 2007 йыл 14 сентябрь архивланған.
- ↑ BRW 1000 (англ.)
- ↑ Cost-of-living index 2014
- ↑ The Age. The cars that ate Melbourne. (ингл.) (14 февраль 2004). Дата обращения: 10 сентября 2008. Архивировано 1 июнь 2012 года.
- ↑ The Age. $1.2bn sting in the rail. (ингл.) (9 апрель 2006). Дата обращения: 10 сентября 2008. Архивировано 1 июнь 2012 года.
- ↑ Investing in Transport (PDF) 69. Victorian Department of Transport. Дата обращения: 10 ноябрь 2010.(недоступная ссылка)
- ↑ 1 January 2015 Fare changes — Public Transport Victoria 2015 йыл 9 февраль архивланған.
- ↑ Jan Scheurer, Jeff Kenworthy, and Peter Newman. Most Liveable and Best Connected? The Economic Benefits of Investing in Public Transport in Melbourne. (ингл.). Дата обращения: 10 сентября 2008. Архивировано 22 февраль 2006 года. 2006 йыл 22 февраль архивланған.
- ↑ Herald Sun. Still addicted to cars. (ингл.) (10 октябрь 2007). Дата обращения: 10 сентября 2008. Архивировано 13 октябрь 2007 года.
- ↑ Department of Education and Early Childhood Development. About the Department. (ингл.). Дата обращения: 26 августа 2008. Архивировано 1 июнь 2012 года. 2012 йыл 29 май архивланған.
- ↑ Sydney Morning Herald. ANU up there with the best. (ингл.) (6 октябрь 2005). Дата обращения: 26 августа 2008. Архивировано 1 июнь 2012 года.
- ↑ Victorian Department of Health. Melbourne public hospitals and Metropolitan Health Services. (ингл.). Дата обращения: 7 августа 2008. Архивировано 1 июнь 2012 года.
- ↑ We are world's sports capital . News.com.au. Дата обращения: 28 ноябрь 2006. Архивировано 1 июнь 2012 года.
- ↑ Музей фотографии «Michaels World-Famous Camera Museum» в Мельбурне 2015 йыл 26 март архивланған.