Баҡса
Баҡса — ағастар, сәскәләр, ҡыуаҡтар һәм башҡа үҫемлектәр үҫтерә торған ер учаскаһы. Сәскәләргә һыу һибеү, сүп утау кеүек баҡсаны хәстәрләү эштәре баҡсасылыҡ тип атала.
Баҡса төрҙәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Баҡсалар күп төрлө. Кешеләрҙең өйө янында бәләкәй генә шәхси баҡсалары бар. Ҡайһы бер баҡсалар сауҙа йорттары, ижтимаҡи биналар, оранжереялар эсендә булыуы мөмкин. Оранжереялар — үҫемлектәр үҫтереү өсөн махсус төҙөлгән биналар. Оранжереяларҙың түбәһе һәм стеналары ҡояш нурҙарын үткәрә торған пластик йәки быяла материалдан төҙөлә.
Декоратив бассейндарҙа һәм һыу ятҡылыҡтарында һыу үҫемлектәре үҫтерелә. Кешеләр һыу тонбойоҡтарын йәки башҡа һыу үҫемлектәрен үҫтерәләр.
Өй янындағы баҡсаларҙан башҡа ла баҡсалар була. Мәҫәлән, ҡала баҡсаһы, ботатик баҡса (үҫемлектәр үҫтерә торған урын), парк һәм баҡсаһы булған зоопарктар. Был баҡсаларҙы баҡсасылар хәстәрләй.
Баҡса менән крәҫтиән хужалығының айырмаһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Баҡсаның крәҫтиән хужалығы (ауыл хужалығы) менән оҡшашлығы бар; икеһендә лә үҫемлектәр үҫтерелә. Әммә крәҫтиән хужалыҡтары баҡсаға ҡарағанда ҙурыраҡ. Унда йөҙҙәрсә квадрат километр майҙанда үҫемлектәр һәм иген үҫтерелә.
Крәҫтиән хужалыҡтары үҫтерелгән иген, еләк-емеш, йәшелсәләрҙе һатып аҡса эшләй.Ҡайһы бер баҡсаларға ингән өсөн аҡса йыялар. Ә шәхси баҡсаларҙы кешеләр буш ваҡытты үткәреү һәм ял итеү өсөн тоталар.
Баҡсаларҙың киләсәге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Баҡсаларҙың үҫемлектәрҙән башҡа, таштар баҡсаһы, һыу ятҡылыҡтары, фонтандары, шарлауыҡтары булған ландшафт үҙенсәләктәре бар. Шулай уҡ ҡыйыҡ аҫтында һөйләшеп ултыра торған, ятып ял итеү өсөн гамак ҡуялар. Рим баҡсаларында, баҡсаның ҙурлығана, тәғәйенләнешенә ҡарап, колонналар, фонтандар, статуялар булыуы мөмкин. Япон баҡсаланың үҙ биҙәлеше, мөмкинлектәре бар.
Баҡсаларҙың роле[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Ҡайһы бер осраҡта өй янындағы баҡсаны ғына түгел, бөтә ихатаны баҡса тип атайҙар (мәҫәлен, Бөйөк Британияла ихата урынына баҡса һүҙен ҡулланалар). Өйө янында ере булһа, был ерҙә кешеләр баҡсасылыҡ менән шөғөлләнә. Баҡса ултыртыу, үҫемлектәргә һыу һибеү, ғөмүмән баҡса тәрбиәләү — физик активлыҡ төрө тип иҫәпләнә.
Сәскәләрҙең хуш еҫе таралған баҡсаны күп кешеләр ял итеү урыны тип иҫәпләй. Рауза, бугенвиллея, ардидея сәскәләре баҡсаны биҙәй. Күп кешеләр баҡса ял итеү, күңел асыу урыны тип иҫәпләй. Баҡса шулай уҡ барбекю эҙерләү, китап уҡыу урыны ла.
Күп илдәрҙә һәм мәҙәниәттәрҙә баҡса биҙәү сәнғәт тип иҫәпләнә. Японияла, мәҫәлән, Зен тәбиәғи таштар һәм материалдар ҡулланып шарлауыҡлы декоратив баҡса төҙөгән. Европала 1700 йылдарҙа король һәм королеваларҙың баҡсалары шартлы рәүештә булған (мәҫәлән, Францияла Версаль баҡсалары). Ҡытайҙа ҡытай баҡсалары барлыҡҡа килә. Хәҙерге көндә эшҡыуар кешеләр альтернатив, традицион һәм гомеопатик медицинала ҡулланылған дарыу үҫемлектәрен үҫтерә башланылар.
Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Мельник А. Г. Сады Ростовского кремля // Памятники культуры. Новые открытия: Ежегодник. 1990. — М.: Кругъ, 1992. — С. 459—464. — ISBN 5-7396-0007-3.
- Мельник А. Г. К семантике монастырского сада // Памятники культуры. Новые открытия: Ежегодник. 1994. — М.: Наука, 1996. — С. 517—518. — ISBN 5-02-011177-5.
- Мельник А. Г. Митрополичий сад Ростовского кремля // История и культура Ростовской земли. 1997. — Ростов, 1998. — С. 149—163.
- Новикова Е. В. Китайский сад — модель взаимоотношений Человека и Природы 2015 йылдың 29 ғинуар көнөндә архивланған. // Человек и Природа в духовной культуре Востока. — М.: ИВ РАН: Крафт+, 2004. — С. 397—417.
- Малявин В. В. Волшебство сада 2015 йылдың 29 ғинуар көнөндә архивланған. // Малявин В. В. Сумерки Дао. Культура Китая на пороге Нового времени. — М., 2003. — С. 302—351.
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Лекция Ворониной С. Сады серебряного века.
- История садов Ближнего Востока (инг.)