Компьютер
Компью́тер (ингл. computer, МФА: [kəmˈpjuː.tə(ɹ)][1] — «вычислитель») — аныҡ, үҙгәреүсән эҙмә-эҙлекле операциялар эшләй алған ҡоролма, йәки система . Был йышыраҡ һандар менән хисап һәм бирелгән дәүмәлдәр менән манипуляциялар операциялары, ләкин бында инеү-сығыу операциялары ла керә. Операциялар эҙмә-эҙлеген программа тип атайҙар[2].
Компьютер системаһы —программаға ярашлы бирелгән биремде автоматик рәүештә эшкәртеүсе теләһә ниндәй ҡоролма йәки бер-береһе менән бәйле йәки бер-береһенә йәнәш ҡоролмалар, .[3]
Классификацияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тәғәйенләнеше
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Өҫтәл компьютеры
- Сервер
- Өй (сервер)
- Эшсе станция
- Персональ компьютер
- Өй компьютеры
- Моноблок
- Plug PC
- Уйын приставкаһы
- Уйын компьютеры
- Медиацентр
- Тауышһыҙ персональ компьютер
- Сервер
- Мобиль интернет ҡоролма
- Нетбук
- Интернет-планшет
- Планшет нетбук
- Неттоп
- Консолле компьютер
Суперкомпьютерҙар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Мини
- Персональный
- Мейнфрейм (супермощный отказоустойчивый сервер)
Бәләкәй һәм мобиль
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Микрокомпьютер
- Мобиль интернет- ҡоролма
- Персональ кеҫә компьютеры
- Ноутбук
- Планшет ПК
- Электрон китап (ҡоролма)
- Смартфон
- Handheld PC
- Slate PC
- Stick PC
- Ультрамобиль персональ компьютр (UMPC)
- Портатив уйын системаһы
- Терминал
- Мобиль(терминал)
- Йөрөтә торған компьютер
- Электрон тәржемәсе
- Калькулятор
Башҡалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Аҡыллы туҙан
- Нанокомпьютер
Цифрлы компьютерҙың нигеҙ элементы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- релелы
- лампалы
- ферритдиод
- транзисторлы дискрет
- транзисторлы интеграль
Тәүге ферритдиодлы өс билдәле комбинациялы ЭВМ «Сетунь» компьютерын Николай Петрович Брусенцов төҙөгән (МДУ).
Терминдың килеп сығышы тураһында
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Компьютер инглиз телендәге to compute, computer, хисаплау («вычислять», «вычислитель», латинса computāre — «вычислять» тигән һүҙҙән). Башта был һүҙ механик яйланмалар менән, йәки уларҙы ҡулланмай ғына арифметик хисаплауҙар эшләгән кешене аңлатҡан. Һуңыраҡ был мәғәнә машиналарға күскән, ләкин хәҙерге компьютерҙар бик күп математикаға туранан-тура бәйле булмаған эштәр ҙә башҡара.
Компьютер һүҙенең тәүге аңлатмаһы 1897 йылда Инглиз теленең Оксфорд һүҙлегендә бирелә. Уны төҙөүселәр компьютер һүҙен механик хисаплау ҡоролмаһы тип аңлатҡан. 1946 йылда һүҙлеккә өҫтәлмәләр индерелә (цифрлы, аналоглы һәм электрон компьютерҙарҙы айырып аңлаталар).
Элегерәк ЭВМ тигән төшөнсә лә булған, хәҙер ЭВМ (күберәк компьютерҙы физик реализациялау мәсьәләләренә ҡарай) термины ҡулланылмай тиерлек, цифрлы электроника инженерҙары уны юридик документтарҙа һәм тарихи мәғәнәлә, мәҫәлән, 1940—1980 йылдарҙағы электроникаға бәйле техника һәм ҙур хисаплау машиналары тураһында яҙғанда ҡуллана. Персональ компьютерҙар мәғәнәһендә был һүҙ хәҙер ҡулланылмай.
Тарихтан
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- б.э.т. 3000 йыл— Боронғо Вавилонда тәүге хисап яйланмаһы— абак уйлап сығарылған.
- 1630 йыл —Уильям Отред менән Ричард Деламейн түңәрәк һәм тура логарифм линейкаһын уйлап сығара .
- 1642 йыл — Блез Паскаль тәүге тормошҡа ашырылған механик цифрлы хисаплау яйланмаһын эшләй («Суммирующая машина Паскаля»), уның менән ҙур һандар менән дә эш итеп булған.
- 1723 йыл— математик һәм астроном Христиан Людвиг Герстен (Германия) Г.-В.Лейбництың хисаплауҙарын һәм һыҙмаһын ҡулланып, хисаплау өсөн арифметика машинаһын эшләй. Машина менән бүлергә, ҡабатларға, ҡушырға мөмкин булған.
- 1801 йыл — Жозеф Мари Жаккар перфокарталар ярҙамында программа бирелгән туҡыу станогын ҡора.
- 1820 йыл — Францияла Тома де Кальмар тәүге арифмометрҙарҙы күпләп етештереүҙе ойоштора.
- 1927 — Массачусетс технология институтында (MIT) Вэнивар Буш механик аналоглы компьютеры эшләй[4].
- 1941 йыл — Конрад Цузе тәүге хәҙерге заман компьютерҙарының бөтә сифаттары ла булған Z3 хисаплау машинаһын эшләй (Германия).
- 1943 йыл аҙағы — Англияла Colossus махсус хисаплау машинаһы эшләй башлай. Машина фашистик Германияның серле кодтарын сисеү өсөн ҡулланыла.
- 1944 йыл, февраль — Говард Эйкен етәкселегендәге Америка инженерҙары төркөмө Америкалағы тәүге Марк I хисаплау машинаһын эшләп бөтә (компьютер). Уны йыйып, көйләп һәм тикшереп ҡарағандан һуң Америка хәрби диңгеҙ флоты өсөн ҡатмарлы баллистик хисаплауҙар эшләү өсөн ҡулланыла башлай.
- 1946 йыл — тәүге универсаль ЭНИАК хисаплау машинаһы халыҡҡа күрһәтелә (1943 йылдан башлап йәшерен эшләнә).
- 1950 йыл — Сергей Алексеевич Лебедев төркөмө(Киев) тәүге совет электрон хисаплау машинаһын эшләй (ЭВМ) .
- 1957 йыл — Американың NCR фирмаһы тәүге транзисторлы компьютер сығара.
- 1958 йыл — Николай Петрович Брусенцов иптәштәре менән тәүге өс билдәле комбинациялы (троичная)"Сетунь" ЭВМ-ын эшләй.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Представлено британское произношение слова; также возможен американский вариант: [kəmˈpjuː.tɚ]. Нормативное произношение в русском языке: [kɐmˈpʲjʉtʲɪr]
- ↑ Толковый словарь по вычислительным системам = Dictionary of Computing / Под ред. В. Иллингуорта и др.: Пер. с англ. А. К. Белоцкого и др.; Под ред. Е. К. Масловского. — М.: Машиностроение, 1990. — 560 с. — 70 000 (доп.) экз. — ISBN 5-217-00617-X (СССР), ISBN 0-19-853913-4 (Великобритания).
- ↑ Конвенция о преступности в сфере компьютерной информации 2016 йыл 10 ноябрь архивланған.
- ↑ Vannevar Bush’s Differential Analyzer (инг.)
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]компьютер Викиһүҙлектә | |
Компьютер Викидәреслектә | |
Компьютер Викиөҙөмтәлә | |
Компьютер Викимилектә | |
Компьютер Викияңылыҡтарҙа | |
Проект «Информационные технологии» |
- Аппаратное обеспечение компьютера Open Directory Project (dmoz) һылтанмалар каталогында.
- Фотографии отечественных компьютеров
- Виртуальный компьютерный музей
- Воздействие компьютера на человека 2012 йыл 12 май архивланған.
- Казанский компьютерный музей
- http://overcomp.ru/ Фото и описание внутренностей системного блока
- Как не погибнуть за компьютером? 2010 йыл 25 август архивланған. // Ferra.ru