Вавилон

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Боронғо ҡала
Вавилон
ак. Bābili(m)[1]; шум. KÁ.DINGIR.RAKI[1]
бор.-йәһ. בָּבֶל (Babel)[1]; бор. грек. Βαβυλών (Babylōn)
ғәр. بابل‎ (Babil)

Вавилон емеректәре. 1975 йылғы фото.
Страна Месопотамия
Беренсе мәртәбә
телгә алыныу
Б. э. т. III мең йыллыҡ
Башҡа атамалары Кадингирра, Тинтир, Шуанна
Емерелгән I мең йыллыҡ
Юҡҡа сығыу сәбәптәре Селевкия һәм Ктесифон кеүек баш ҡалалар менән күрше булғанға ҡала әкренләп юҡҡа сыға
Ҡала атамаһы Эль-Хилла
Милли составы шумерҙар, аккадтар, вавилонлылар, аморейҙар, касситы, халдеи, ғәрәптәр, гректар]], ассириялылар, йәһүдтәр, фарсыла] һәм башҡалар
Этнохороним вавилóнянин, вавилóнянка, вавилóняне[2]
Халҡы 150 000 тирәһе кеше[3].
Хәҙәрге заманда
урыны
Ираҡ Ирак
Координаталар 32°32′30″ с. ш. 44°25′24″ в. д.HGЯO
Вавилон (Ер)
Точка

Вавило́н (клиноп. 𒆍𒀭𒊏𒆠, ак. Bābili йәки Babilim"аллалар ҡапҡаһы»», бор. грек. Βαβυλών) — Аккад тарихи өлкәһендә урынлашҡан Боронғо Месопатамия ҡалаһы. Боронғо донъяның мөһим сәйәси һәм иҡтисади үҙәге, кешелек тарихындағы «беренсе мегаполис», христиан эсхатологияһы һәм хәҙерге заман мәҙәниәте символы булараҡ та билдәле. Вавилон емеректәре хәҙерге Эль-Хилла(Ираҡ) ҡалаһы ситтәрендә ята.

Б. э. т. VI быуатта аҙағында Көнбайыш Азия халыҡтары менән бер рәттән Иран халҡы ла Ассирия хакимлығынан ҡотола. Шул ваҡытта өс ғәйрәтле держава — Иран батшалығы Мидия, Вавилон батшалығы, Крез батша хакимлығындағы Лидия ил барлыҡҡа килә.

Б. э. т. III мең йыллыҡҡа тиклем төҙөлгән; боронғо шумер сығанаҡтарында Кадингирра исеме менән билдәле. Б. э. т. XXIV—XXI быуаттарҙа Аккад батшалығының һәм Ура династияһының провинция үҙәге. Б. э. т. II—I быуаттарҙа боронғо донъяның бөйөк державаларының береһе — Вавилон батшалығының баш ҡалаһы. Новуходоносор II (б. э. т. VI быуат) хакимлыҡ иткән осорҙа Вавилонда иң юғары иҡтисади һәм мәҙәни күтәрелеш осоро була[4]. Был төбәктең шаҡтай өлөшөн Вавилон батшаһы Новуходоносор II үҙенә буйһондорған. Барса халыҡ яһаҡ түләгән.

Б. э. т. 587 йылда Вавилон батшаһы Иерусалимды ике йыл ҡамауҙан тотҡандан һуң баҫып ала. Ҡала нигеҙенә тиклем емерелә. Иҫән ҡалған йәһүдтәр Междуречьеға ҡоллоҡҡа алына. Бына шул ваҡытта төрлө телле әсир Вавилонды төҙөй, биҙәй. Аврат йылғаһының ике яҡ ярында урынлашҡан ҡала ике ҡатлы стена менән уратып алына. Новуходоносор II ҡатыны Семирамида өсөн бик үҙенсәлекле һарай төҙөтә. Уның стеналары, тау киртләстәрен хәтерләтеп, баҫҡыс-баҫҡыс булып, өҫкә күтәрелгән. Һәр киртләс һайын «шишмә» аҡҡан, баҡса сәскә атҡан. «Семирамиданың аҫылмалы баҡсалары» Вавилон өҫтөндә бейек булып ҡалҡып торған.

Б. э. т. 539 йылда Вавилонды Кир II ғәскәрҙәре баҫып ала һәм Әһәмәниҙәр державаһы составында була; б. э. т. IV быуаттың икенсе яртыһында Селевкин дәүләте составындағы Александр Македонский державаһының баш ҡалаһы була; б. э. т. III быуаттан әкренләп ҡала ҡаҡшай.

Саддам Хөсәйен һарайынан Вавилон күренеше. 2003 йыл.

Тарихи Вавилон Месопотам уйһыулығының үҙәк өлөшөндә, дөрөҫөрәге Түбәнге Месопотамияның көньяҡ өлөшөндә урынлашҡан булған. Боронғо заманда Евфрат һәм Тигр йылғалары параллель аҡҡан (өлкәнәң Ике йылға араһы исеме шунан килеп сыҡҡан) һәм Фарсы ҡултығына айырым ҡойғандар.

Йылғалар һөҙәк ярлы булғанға, йыш ҡына һыу баҫыуҙар булып торған. Һыу баҫҡан ерҙәргә уңдырышлы тупраҡ та килгән. Кешелек тарихындағы Ике йылға араһында барлыҡҡа килгән Шумер цивилизацияһының иҡтисади базаһы ошо система нигеҙендә барлыҡҡа килгән. Вавилон шумер эпохаһы осоронда барлыҡҡа килгән.

Хәҙерге ваҡытҡа тиклем һаҡланған Вавилон емеректәре айырым убаларҙан тора. Вавилон ҡолаған осорҙа Евфрат йылғаһы ҡаланы ике өлөшкә —Көнсығыш һәм Көнбайыш ҡалаға бүлеп торған. Һуңынан йылға юлын үҙгәрткән, хәҙер йылға көнбайыш ҡала емеректәре аша аға. Емеректәрҙең ғәрәпсә исемдәре бар.

Хәҙерге заманда Бабиль провинцияһының Эль-Хидда ҡалаһы янындағы боронғо Вавилон ҡалаһы урынында археологик ҡаҙыныу эштәре бара. Археологик ҡаҙыныуҙар емеректәр урынлашҡан урынды ныҡ үҙгәртте. Өҫкө ҡатламда урынлашҡан йорттар, храмдар, һаҡланыу ҡорамалдары табылды.

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 1,2 The Cambridge Ancient History: Prologomena & Prehistory: Vol. 1, Part 1. Accessed 15 Dec 2010.]
  2. Русский орфографический словарь Российской академии наук. Отв. ред. В. В. Лопатин. М., Азбуковник, 2001–2007.
  3. Моррис, Ян. Социальное развитие = Social development. — Стэнфордский университет, 2010. — С. 109.
  4. Saggs, H.W.F. Babylonians (б. э. т. VI быуат)

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]