Казаллу
Казаллу |
билдәһеҙ
Казаллу — Месопотамияла беҙҙең эраға тиклем XXV-XII быуаттарҙағы ҡала һәм ном[1] (айырым осорҙарҙа үҙ аллы ҡала-дәүләт). Аныҡ урыны билдәле түгел, хәҙерге тикшеренеүселәр уның Евфрат йылғаһының көнсығышындағы каналдарҙың береһендә (Урҙан төньяҡ-көнсығышҡа, Бабилдан көньяҡ-көнсығышҡа табан) ултырған булғанын ғына белә.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Беҙҙең эраға тиклем 2500—2315 йылдарҙа, Шумер тарихындағы Иртә династия осороноң III этабында, Һуғарыу селтәре Евфрат йылғаһынан көньяҡ-көнбайыш һәм көньяҡ-көнсығыш йүнәлештәрҙә киңәйә. Көньяҡ-көнсығышта Арахту, Апкаллату, Ме-Энлила каналдары ҡаҙыла, шуларҙың береһендә яңы Казаллу ҡала-дәүләте (ном) үҫеп сыға.
Беҙҙең эраға тиклем XXIII быуатта Казаллу энсийы Каштамбила батша Саргон Боронғоға (Шурру-кин) ҡаршы фетнә күтәрә, әммә фетнә баҫтырыла, ҡала емертелә. Ур хакимы Каку (икенсе уҡылышы — Энимкуг) һәм уға ҡушылған ҡалалар, шул иҫәптән Казаллу, Аккад хакимлығына ҡаршы ихтилал аса. Римуш (Аккаде, Аккад һәм Шумер батшаһы; б.э.т. 2261—2252 йылдарҙа хакимлыҡ итә) илдең фетнә күтәргән көньяғын баҫтыра, Аккадеға ҡайтып барғанда юл ыңғайы Казаллуҙы талай, уның энсийы Ашаредты әсир ала. Бик күп кешене ҡыра йә әсир ала. Казаллу баш күтәргән Кишҡа ҡушыла (Куту, Тива, Уруму, Тимтаб, Авак, Ибрат, Дилбат, Урук һәм Сиппар ҡалалары менән бергә), әммә Нарам-Син (Аккаде, Аккад һәм Шумер батшаһы; б.э.т. яҡ. 2237—2200 йылдарҙа хакимлыҡ итә) фетнәселәрҙе баҫтыра.
Беҙҙең эраға тиклем XXI быуатта Казаллу Ур батшалары ҡулынан Исин батшалары ҡулына күсә [2][3].
Беҙҙең эраға тиклем XIX-XVIII быуаттарҙа Казаллу Ларса менән һуғыша һәм еңелә. Казаллуҙың Бабил менән хәрби бәрелеше уның б.э.т. 1883 йылда тулыһынса емертелеүе менән тамамлана.
Кассит осоронда Казаллу әһәмиәтен юғалта, сөнки мөһим каналдар башҡа урындарҙа барлыҡҡа килә (Казаллу менән бергә Лагаш, Умма, Шуруппак, Адаб, Марад һ.б. ҡалалар ҙа әһәмиәтһеҙгә әйләнә).
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ В данном случае название единицы административного деления в Вавилонии, Персии, Скифии, которое являлось не местным, а использовалось древними греками для удобства обозначения местности. Также это название употребляется современными историками для обозначения тех или иных областей (городов-государств) в указанных регионах (см. также Ном).
- ↑ Ниппурский царский список 2009 йыл 8 апрель архивланған.
- ↑ Письма Ибби-Суэна 2010 йыл 21 июль архивланған.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Письма Ибби-Суэна . Архивировано 23 октябрь 2011 года. 2010 йыл 21 июль архивланған.