Аккаде
Аккаде | |
Дәүләт | Ираҡ |
---|---|
Административ үҙәге | Аккад |
Сәғәт бүлкәте | UTC+3:00[d] |
билдәһеҙ
Аккаде (шум. KUR URIKI, A.GA.DEKIKUR URIKI, A.GA.DEKI) — Түбәнге Месопотамияның төньяғындағы ҡала. Саргон Боронғо һәм уның вариҫтары заманында Аккад дәүләтенең баш ҡалаһы.
Урынлашҡан ере әлегә тулыһынса асыҡланмаған. Ҡаланың Киш йәки Сиппар номдары территорияһында ултырғанлығы билдәле, власты Саргон алғанға тиклем ул икенсел әһәмиәткә эйә булған. Ҡаланы Саргон нигеҙләгән тигән фекер ҙә йәшәй, әммә уның электән булғанын раҫлаған дәлилдәр бар.
Саргон заманында ҡаланың әһәмиәте шул тиклем ныҡ күтәрелә, хатта Үрге Месопотамия тотош Аккад тип йөрөтөлә башлай һәм был атамаһы Аккаде юҡҡа сыҡҡас та һаҡлана бирә. Шулай уҡ ошо ваҡыттан алып көнсығыш семит теле аккад теле тип йөрөтөлә башлай.
Саргон Боронғо династияһы ҡолатылыу менән, ҡала әһәмиәтен юғалта һәм, бәлки, тулыһынса емертелгән булғандыр.