Киш (Шумер)
Киш (шум. KišKiš) — Боронғо Месопотамияла (Ираҡ) Бабилдан төньяҡ-көнсығышҡа 18 километрҙа урынлашҡан ҡала һәм дәүләт.
Киш ҡалаһы (хәҙ. Телль-Ухаймир) беҙҙең эраға тиклем IV мең йыллыҡта боронғо торамалар урынында нигеҙләнә. Киштың йәмәғәт илаһы Забаба була. Һуңғыраҡ осорҙа барлыҡҡа килгән Хурсанг-калама (һүҙмә-һүҙ «Илдең урманлы тауы») ҡалаһы ла Кишҡа ҡарай.
Беҙҙең эраға тиклем XXVIII быуатта Киш шумер ҡәбиләләренең 1-се берләшмәһенең үҙәге була. Башланғыс династия осоронда Кишта ярым легендар I Киш династияһы хакимлыҡ итә, әммә был династия «Батшалар исемлеге» буйынса ғына билдәле.
Тәүҙә I Киш династияһының хакимдар исемлеге Этана менән башлана. Һуңыраҡ Киш исемлеге башына (Этана алдынан) урындағы семит ҡәбиләләренең башлыҡтары һәм тотемдар өҫтәлә, был исемлектең, моғайын, «батшалар» исемлегенә ҡағылышы булмағандыр.
Беҙҙең эраға тиклем XXVII быуатҡаса Киш хакимдары Төньяҡ Ике йылға араһында иң ҡеүәтлеләре була.
Беҙҙең эраға тиклем яҡынса 3500 йылда бында боронғо шына яҙыу барлыҡҡа килә (Киш таҡтаташы).
Беҙҙең эраға тиклем XXVII быуатта Урук ҡалаһы менән алышта үҙенең хакимлығын юғалта.
Беҙҙең эраға тиклем XXIV быуатта Киш шумер батшаһы Лугальзагеси тарафынан емертелә, тиҙҙән аккад батшаһы Саргон тарафынан тергеҙелә. Артабан Киш үҙ аллы ҡала булараҡ әһәмиәтен юғалта, Бабилияның, Әһәмәниҙәр дәүләтенең, Парфия батшалығының һәм Сәсәниҙәр дәүләтенең эре провинциаль үҙәге булыуҙан үтмәй. Ҡаҙыныуҙар барышында (1912 һәм 1923—1932) ике бинанан торған һарай ҡалдыҡтары (беҙҙең эраға тиклем XXVIII—XXV быуаттар) табыла; был ике бинаның боронғорағы дүрт мөйөшлө планлы, манаралы ҡәлғә диуары менән уратылған, икенсеһе һуңыраҡ төҙөлгән һәм көнсығыш өлөшөндә үҙәге буйлап 4 колонналы тар залдан, көнбайышында парапетына колонналар ултыртылған галереянан тора. Башланғыс династия осороноң некрополе (беҙҙең эраға тиклем III мең йыллыҡтың 2-се сиреге) тикшерелгән. Аккад һәм унан һуңғы осорҙарға ҡараған биналар, шына яҙыулы документтар архивы асылған (беҙҙең эраға тиклем III—I мең йыллыҡтар).
Анри де Женуйак етәкселегендәге француз археологтары төркөмө Кишта беренсе ҡаҙыныуҙарҙы 1912 һәм 1914 йылдар араһында үткәрә. 1923—1933 йылдарҙа унда Стивен Лэнгдон етәкселегендәге инглиз-американ төркөмө лә эшләй (Oxford-Field Museum Expedition — Оксфорд музейы экспедицияһы).
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Галерея
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]-
Телль-Ухаймир ҡаласығы, Ираҡ
-
Киштан балсыҡ таҡтаташтар (беҙҙең эраға тиклем 3500 йыл)
-
Киш ҡаҙылмаларында табылған ваза (беҙҙең эраға тиклем III быуат)