Семирамиданың аҫылмалы баҡсалары

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
19 быуатта Ассирия баш Ассирия баш ҡалаһы урынында ҡаҙыныу эштәре барышында табылған гравюрала аҫылмалы баҡса рәсеме. Артҡы планда Вавилон башняһы.
Семирамиданың аҫылмалы баҡсалары. XX быуат башында эшләнгән реконструкция.

Семирамиданың аҫылмалы баҡсалары — Донъяның ете мөғжизәһенең береһе. Аҫылмалы баҡса тип, ҡыйыҡта, галереяла, махсус терәктәр өҫтөндә үҫтерелгән баҡсаны атайҙар. Үлән, сәскә, ҡыуаҡлыҡтар, ағастар үҫтереү өсөн тупраҡ ҡатламы була. Тупраҡ айырым һауыттарҙа, һыу үҫемлектәре өсөн һыу бассейндары булыуы мөмкин. Боронғо Ассирия һәм Вавилонда күтәрмәле ҡыйыҡ өҫтәндә баҡса үҫтетер булғандар[1]. Амитистың (башҡа сығанаҡтар буйынса — Аманис) аҫылмалы баҡсалары. Вавилон батшаһы Навуходоносор II-сенең ҡатынын шулай тип атағандар. Аҫылмалы баҡсалар уның хөрмәтенә төҙөлгән[2]. Бер фараз буйынса, улар Боронғо Вавилон дәүләтендә, Хилла ҡалаһы янында булған, тиелә. Шына яҙыуҙарын ҡабаттан уҡыуға нигеҙләнгән альтернатив фараз буйынса, Ассирия батшалығының баш ҡалаһы Нивения янында булырға мөмкин. Шулай уҡ б. э. т. VII быуат башында төҙөлгән булыуы мөмкин, тиелә.

Төҙөлөш тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Вавилон батшаһы Навуходоносор II (б. э. т. 605—562 йылдар) үҙенең төп дошманы Ассирияны еңеү өсөн Мидия батшаһы Киаксар менән килешеү төҙөй. Быға саҡлы Ассирия ғәскәрҙәре Вавилондың баш ҡалаһын ике мәртәбә емергән була.

Ассирияны еңгәс, уның ерен бүлешеп алалар. Хәрби союзды раҫлау өсөн, Вавилон батшаһы Навуходоносор II Мидия батшаһының ҡыҙы Амитисҡа өйләнә. Ҡомло бушлыҡта урынлашҡан туҙанлы һәм шаулап торған Вавилон таулы һәм йәшеллектә ултырған Мидияла тыуып үҫкән батша ҡыҙына оҡшамай. Навуходоносор II ҡатынының күңелен күреү өсөн аҫылмалы баҡсалар төҙөргә бойороҡ бирә. Әммә тарих фәненә аҫылмалы баҡсалар, хата буйынса, ике быуат элек йәшәгән Ассирия батшабикәһе Семирамида исеме менән кереп ҡалған.

Боронғо яҙмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Вавилондың аҫылмалы баҡсаһы тураһында б. э. т. 290 йылдарға тиклем Мадукта йәшәгән рухани Бероссус яҙып ҡалдырған булған. Уның яҙмалары һаҡланмаған, тик һуңыраҡ яҙыусылар (мәҫәлән Флавиус Джозефус) яҙмаларында уның өҙөмтәләре һаҡланып ҡалған. Боронғо замандың биш яҙыусыһы Вавилон баҡсаһы нисек төҙөлгән, нисек һуғарылғаны тураһында яҙа.

Джозефер (б. э. 34—100 йылдары) баҡсалар тураһында яҙғанда Бероссустың (б. э. т. 290 йылға тиклем яҙған) яҙмаһынан өҙөмтә алған. Бероссус Навуходоносор II батшалыҡ итеүе тураҙында һәм аҫылмалы баҡса уның бойороғо буйынса төҙөлөүе тураһында яҙа.[3]

« Таш бағаналар тотоп торған түшәм өҫтөндә ул ял итеү урындары эшләтә; ожмахҡа оҡшаһын өсөн төрлө ағастар ултырттыра, таулы илгә оҡшатыр өсөн барыһын да тырыштыралар. Былар барыһы ла таулы-урманлы Мидиала тыуып үҫкән батшабикә ихтияжында эшләнә. »

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Глоссарий на сайте студии ландшафтного дизайна 2012 йыл 24 май архивланған.
  2. Ю. Зинин, «Вавилон: из мглы веков в сегодняшний день», Наука и Жизнь, 2011, № 1, стр 64.
  3. Berossus described the reign of Nebuchadnezzar II, and is the only writer to credit that king with the construction of the Hanging Gardens

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Dalley, Stephanie (2013). The Mystery of the Hanging Garden of Babylon: an elusive World Wonder traced. Oxford University Press. ISBN 978-0-19-966226-5.