Колосс Родосский

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Colosse de Rhodes (Barclay).jpg
Харес
Колосс Родосский, 292 һәм 280 йй. б. э. тиклем
Κολοσσός της Ρόδου
Балсыҡ, бронза, тимер. Бейеклеге: 36 м тирәһе
Родос, Греция

Колосс Родосский (грек. Κολοσσός της Ρόδου, лат. Colossus Rhodi) — боронғо грек мифологияһынан Ҡояш аллаһы — Гелиостың дәү статуяһы . Грецияның Родос ҡалаһында, Эгей диңгеҙендәге, Грецияла шул уҡ исемле утрауҙағы портта урынлашҡан булған. «Ете мөғжизә»нең береһе.

Инеш тарих[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Александр Македонский дәүләте емерелгәндән һуң Родоста Птолемей нығынып ала.

Мысырҙа раҫланғас, Родос менән Урта диңгеҙҙең көнсығышында сауҙаны күҙәтеү аҫтында тотоусы берлек төҙөй.

Б. э. тиклем 305 йылда Бер күҙле Антигондың улы Деметрий Македонский ҡырҡ меңлек ғәскәре менән Родос эргәһенә килә.

Утрауҙағы төп ҡаланы йыл буйы б. э. тиклем 305—304 йй. ҡамауҙа тота. Әммә әллә күпме ҡамау ҡоралдары булып та, сигенергә мәжбүр була.

Родос халҡы Ҡояш аллаһы Гелиосҡа табынған була. Риүәйәттәре буйынса, Гелиос ҡурсалаусы ғына түгел, ә утрауҙы барлыҡҡа килтереүсе лә була. Үҙенә арнап, Ҡояш аллаһы уны үҙ ҡулдары менән диңгеҙ төбөнән алып сыҡҡан. Родос халҡы ятып ҡалған ҡоралдарҙы һата ла, рәхмәт йөҙөнән, ҡурсалаусыһына һәйкәл ҡуйырға була.

Төҙөү[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Родоссылар һәйкәл эшләүҙе Лисипптың уҡыусыһы Харесҡа тапшыралар. Башта һәйкәл 18 м булырға тейеш була. Әммә халыҡ тағын шундай уҡ аҡса йыйып, бейеклеген ике тапҡыр арттырыуҙы талап итә.

Эш барышында Хересҡа яҡындарынан өҫтәп аҡса йыйырға тура килә. Сөнки, квадрата — куб законы буйынса, бейеклеге ике тапҡыр артыу менән, төҙөлөш өсөн киткән материал күләме һигеҙ тапҡырға арта.

Ун ике йыл китә 36 м бронза алпамышаны эшләүгә. Алдарында пәйҙә булған һәйкәлгә ҡарап иҫе китә халыҡтың. Аҡ мәрмәр өҫтәндә башында нурлы тажы менән балҡып күркәм егет-алла баҫып тора. Бейек, һомғол кәүҙәһе саҡ ҡына артҡа янтая биргән. Ә ҡарашы офоҡтар инен байҡай. Һәйкәл утрау алдында, гавань өҫтөндә ҡалҡып торған. Уны эргәләге утрауҙарҙан да һәйбәт күргәндәр.

Һәйкәлде эшләү өсөн Харес тәүҙә металл каркас (һөлдә) эшләп алған. Тәнен балсыҡтан эшләп, өҫтөн бронза табаҡтар менән япҡан. Эш барышында һәйкәлде уратып тупраҡтан уба күтәрелә барған. Аҙаҡ убаны емергәс кенә, халыҡ һәйкәлде күреп хайран ҡалған. Тик Харес үҙе бөлгән, бурысын түләй алмағас, үҙ ғүмерен үҙе ҡыйырға мәжбүр булған.

Ғәйәт ҙур монумент өсөн 500 талант бронза (13 т) һәм и 300 талант тимер(8 т) киткән. Колосс артынан Родоста дәү һәйкәлдәргә мода киткән. Б. э. тиклем II быуатта утрауҙа бындай һәйкәлдәр йөҙгә еткән.


Һәйкәлдең емерелеүе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Колосс 65 йыл тора. Б.э.тиклем 222 йәки 226 ер тетрәү һөҙөмтәһедә һәйкәл емерелеп төшә. Страбон мәлендә «тубыҡтары һынған һын ерҙә ятҡан» .

Шул хәлендә лә кешеләрҙе хайран итеүҙән туҡтамаған Колосс . Өлкән Плинийҙың "…баш бармағын бик әҙҙәр уратып ҡосаҡлай ала ине" тигән иҫтәлеге ҡалған.

Был кеше тәненең тәбиғи нисбәттәрен һаҡлап эшләгәндә, һәйкәлдең бейеклеге 200 фут йәки 60 м булырға тейеш тигәнде аңлата.

Колосс ерҙә мең йылдан ашыу ята. 977 йылда ғәрәптәр Родосты баҫып алғас, ниндәйҙер сауҙагәргә һатып ебәрәләр. Йылъяҙмала әйтелеүенсә, ватыҡтарын тейәү өсөн 900 дөйә кәрәк булған.

Риүәйәттәр буйынса, һәйкәлде тергеҙеп ҡарағандар. Әммә ер һелкенеү һөҙөмтәһендә тағын емерелгән. Яңынан тергеҙһәләр утрау һыу аҫтына китәсәк тип иҫкәртә аҡыл эйәләре.

Колосс Родосскийҙы тергеҙеү[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Колостың «иҫән» сағындағы бер генә һүрәте ҡалмаған. Формаһы ғына түгел, теүәл генә ҡайҙа торғанын да белмәйҙәр.

Күптәр утрауҙағы гаванға ингән ерҙә итеп һүрәтләһә лә, унда шундай дәү һәйкәл тоторлыҡ урын юҡ.

Ҡала эсендә йәки убаларға яҡыныраҡ ерҙә булыуы дөрөҫөрәктер. Һәйкәлде эшләү дәүерендә, уны уратып тупраҡтан уба күтәрелә тигән иҫтәлектәр ҙә ошо фаразды дөрөҫләй.

2008 йылдың ноябрендә һәйкәлде яңынан тергеҙергә ниәт итәләр.[1].

Проект буйынса, яңы ҡоролманы тағы ла бейегерәк −60 -тан 100 м араһында итергә уйлайҙар.

Проекта 200 миллионов евро тирәһе баһалана. Уны халыҡ-ара хәйриә сығанаҡтарҙан һәм күренекле сәнғәт әһеле немец Герт Хофтың (Gert Hof) шәхси тупланмаһынан алырға уйлайҙар.

Икенсе проекты 2015 йылда ғалимдар һәм инженерҙар төркөме тәҡдим итә. Уның буйынса һәйкәлде 150 м иткәндә, эсендә мәҙәни һәм күңел асыу үҙәге асырға була.[2][3].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]