Олимпияла Зевс статуяһы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Иҫтәлекле урын
Олимпияла Зевс статуяһы
Ил Греция
Нигеҙләнгән б. э. т. 430
Материал Фил һөйәгенә, алтын, эбен ағасы

Зевс Олимпийҙың статуяһы. Филипп Галле гравюраһы.

Зевс Олимпияла Зевс статуяһы донъяның ете мөғжизәләре араһынан бер үҙе генә Европаның ҡитға өлөшөндә урынлашҡан (Олимпия ҡалаһында). Б. э. тиклем V быуатта төҙөлгән.

Мәрмәр Зевс ул дәүерҙәге бөтә ҡорамдарҙан мөһәбәтерәк булған. 27-гә 64 м булған ҡыйыҡты ҡабырсаҡтан эшләнгән ғәйәт ҙур бағаналар (колонналар) тотоп торған.

Мәрмәр фронтоны Зевстың батырлығын күрһәткән ваҡиғалар һүрәтләмәһе менән биҙәлгән. Зевстың статуяһын Фидий эшләгән.

Ҡорамды эшләү[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Зевсҡа арналып, инде 300 йылдан ашыу үткәрелеп килгән олимпия уйындары бар халыҡтың да күңеленә хуш килгән.

Әммә Зевсҡа арнап ҡорам төҙөүгә б. э. тиклем 470 йылда ғына тотоноп киткәндәр. Уны төҙөү өсөн хәйриә йыя башлағандар.

Ҡорамдың һүрәтләмәһе[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡорам иҫ китмәле булған. Ул тик мәрмәрҙән генә эшләнгән. Диуарҙарын айырым дүрткел бүлкәттәрҙән (блок) төҙөгәндәр.

Уны ҡабырсаҡлы эзбизташтан торған мөһәбәт 34 бағаналар (колонналар) уратып алған. Һәр береһе 10,6 м бейеклектә һәм 2 м йыуанлыҡта булған.

Ҡорамдың майҙаны — 1728 м² тәшкил иткән. Ҡорам диуарының тыш яғы Гераклдың 12 батырлығы һүрәтләнгән плиталар менән биҙәлгән. Һүрәттәр ҡабартылып эшләнгән (барельеф).

Ҡорамдың йолалар үтәлә торған бүлмәһенә 10 м бейеклегендәге бронза ишек аша ингәндәр.

Мөһәбәт ҡоролма б. э. тиклем 466 һәм 456 йылдар араһында эшләнгән. Әммә оҙаҡ ҡына Зевстың үҙенә лайыҡлы тип һанарлыҡ статуяһы (һыны, һәйкәле) булмай. Шуға ла, Афинанан атаҡлы скульптор Фидийҙы саҡырырға булалар.

Статуяны эшләү[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡорамды эшләү өсөн 10 йыл китә. Зевсҡа статуя аҙағыраҡ ҡуйыла. Уны эшләү өсөн Афинанан атаҡлы скульптор Фидийҙы саҡыралар.

Фидий был мәлгә ике эше менән дан алып өлгәргән була: «Афина Промахос» һәм «Афина Парфенос» статуяларын эшләй. Тик был эштәре беҙҙең көндәргә тиклем һаҡлана алмаған.

Фидийҙың әмере менән ҡорамдан 80 алыҫлыҫта, уның ҙурлығына тап килгән оҫтахана төҙөлә.

Статуяны уҡыусыһы Колот һәм ағаһы Панен менән бергә эшләйҙәр[1] Йәшен аттырғыс Алланы ҡарағусҡыл ҡыҙыл шаршау артында, хрисоэлефантин техника менән ижад итәләр.

Статуя өсөн материалдарға Фидий ныҡ талап ҡуя. Бигерәк тә, Алланың тәне өсөн тәғәйенләнгән фил һөйәген бик һайлап ҡына ала.

Унан көслө һаҡ аҫтында ғына ҡиммәтле таштар һәм 200 кг саф алтын килтерәләр.

Статуяның һүрәтләмәһе[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Юпитер статуяһы — боронғо рим аллаһы (Йәшен аттырыусы Алла) Эрмитаж,
Санкт-Петербург.

Зевстың тәнен ҡаплап торған япма(накидка), һул ҡулындағы ыласынлы скипетр менән уң ҡулындағы еңеү алиһәһе — Ника, башындағы зәйтүн ботаҡтарынан үреп эшләнгән тажы алтын менән көпләнгән булған.

Зевса аяғы ҡуйылған эскәмйә ике арыҫлан тотоп тора. Тәхеттең өҫтө Зевсты данлай торған һүрәттәр менән һырланған. Тәхеттең дүрт аяғын да бейеп йөрөүсе Никтың һүрәтләмәһе биҙәй.

Шулай уҡ, кентаврҙар, лапифтар, Тесей менән Гераклдың батырлыҡтарын данлаған һүрәттәр, гректарҙың амазонкалар менән һуғышы күрһәткән фрескалар менән биҙәлгән .

Статуяның нигеҙе 6 метр киңлектә һәм 1 метр бейеклектә булған. Ә нигеҙе менән бергә (пьедестал) статуяның бейеклеге 12 менән 17 метр(сығанаҡтар теүәл генә әйтә алмай) тирәһен тәшкил иткән.

«Әгәр ҙә Зевс баҫырға уйлаһа , ҡорамдың түбәһен алып ташларҙай күренгән». Зевстең күҙе оло кешенең йоҙроғо ҙурлығында булған. Ә статуя янында кеше бөжәктәй генә күренгән.

«Алла алтын тәхеттә ултыра. Фигураһы — алтындан һәм фил һөйәгенән. Башындағы тажы зәйтүн ботаҡтарынан үрелгән һымаҡ. Уң ҡулында алтын һәм фил һөйәгенән эшләнгән еңеү аллаһын тотоп тора. Уныһының башына таҫма бәйләнгән һәм таж кейелгән. Һул ҡулында һәр төрлө металдар менән биҙәлгән скипетр, ә скипетр өҫтөндә ыласын ултыра .Алланың өҫ һәм аяҡ кейемдәре -алтындан. Кейемдәрендә — ялан ләләләре һәм һәр төрлө хайуан һүрәттәре».

Павсаний. «Описание Эллады».

Статуяны асыу[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Б. э. тиклем 435 йылда тантананалы статуяны асыу үткәрелә. Зевсты күрергә Грецияның бик күренекле кешеләре килгән. Хайран булып тамаша ҡылғандар.

Йәшен аттырыусы алланың күҙҙәре янып торған. Эсендә ялағай уйнай һымаҡ тойолған. Башы һәм яурындары илаһи нур менән балҡып торған кеүек күренгән. Ә Фидий ҡорамдың төпкөл бер еренән барыһын да күҙәтеп торған.

Статуяның алдында һыу тултырылған бассейн булған. Һыу өҫтөнә зәйтүн майы ҡойғандар. Ишектән төшкән яҡтылыҡ статуяла шаңдаҡ булып ялтыраған. Кешеләргә алланан нур ҡойола һымаҡ күренгән. Аҙаҡ, алла Фидийға күренеү өсөн үҙе күктән төштө тип һөйләгәндәр.

Риүәйәттәр буйынса, статуяны эшләп бөткәс, Фидий аллаға доға менән мөрәжәғәт иткән: эшем күңелеңә хуш килһә, белгертһәңсе тип. Тиҙҙән мәрмәр иҙәнгә йәшен бәргән. Шунан алып ул урында баҡырҙан эшләнгән махсус һауыт ултыра[2].

Фидийҙың яҙмышын аныҡ ҡына бер кем дә белмәй. Бер фараз буйынса, өс йыл үткәс төрмәгә эләгеп үлә.

Икенсе фараз буйынса, ул тағын 6—7 йыл йәшәй әле. Тик ҡартайған көнөндә ситкә тибелә, онотҡа дусар ителә.

Статуяның яҙмышы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Б. э. тиклем II быуатта ер тетрәгәндә зыян күрә. Уны скульптор Димофонт реставрациялай.

Светоний буйынса, б. э. тиклем 40 йылдар тирәһендә рим императоры Калигула Зевсты үҙ янына, Римгә алдырмаҡсы була. «Ул Грециянан аллаларҙың һындарын, шулай уҡ, Зевс Олимпийскийҙы ла алып ҡайтырға бойорҙо. Баштарынан һалдырып алып, үҙҙәренеке менән алмаштырыу өсөн». Әммә тирә башлауҙары була, «Юпитерҙың статуяһы шарҡылдап көлә башлай, гөрһөлдәүенән машиналар һелкенә башлай, ә эшселәр ҡасып бөтә»[3]. Тиҙҙән императорҙы үлтерәләр.

Лукиан Самосатский II быуат аҙағында үҙ-ара болғаныштар һәм күршеләрҙең баҫҡындары мәлендә статуяның зарар күреүе тураһында иҫкә алған:

Йыш ҡына ҡорамдарҙы талауҙарын әйтеп тә тормайым; хатта Олимпияла үҙеңдең ҡулыңды һындырғанда, һин, бейектә күкрәүсе, талаусыларҙы эләктереү өсөн эттәрҙе йәки күршеләрҙе йәүкәләргә лә йыбандың. Бөҙрәләреңде ҡырҡҡанда, һин, титан һәм гигант, уң ҡулыңда ун терһәктәй перун тотоп тик ултырҙың.

— Лукиан Самосатский, «Тимон, или мизантроп»[4]

391 йылда римлеләр христианлыҡ ҡабул иткәс, грек ҡорамдары ябыла. Император Феодосий I табыныу, ҡорбан килтереү кеүек йолаларҙы үтәуҙе генә түгел, үлем менән янап, ҡорамдарҙа инеүҙе лә тыя. Ҡорамдарҙың байлығына күптәр ҡыҙған бер мәлдә, таларға юл асыла. Былай ҙа һуғыштар арҡаһында зыян күргән ҡорамдарҙан емеректәр генә тороп ҡала.

Статуя тураһында һуңғы иҫтәлек 363 йылға ҡарай. XI быуатта византия тарихсыһы Георгий Кедрин халыҡ телендә йөрөгән бер риүәйәтте яҙып ҡалдырған. Уның буйынса, V быуат башында Зевс статуяһы «иҫән» була әле. Бер мәғлүмәттәр буйынса, статуяны Константинополгә алып киләләр. Шунда 476 йылғы янғында юҡҡа сыға. Икенсе мәғлүмәттәр буйынса, ҡорам менән бергә 425 йылдағы янғында юҡҡа сыҡҡан[5].

Археология мәғлүмәттәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Статуяның (Б. э. тиклем V быуаттың өсөнсө сиреге) Фидий оҫтаханаһында эшләнеүе археологик тикшеренеүҙәр менән дөрөҫләнә (1954—1958). Урынын Павсаний яҙмалары буйынса табалар. Археологтар ҡаҙынған ерҙәрендә бик күп дәлилдәргә тап булалар: алтын, фил һөйәге, эш ҡорамалдары ҡалдыҡтарын, яйланмалар табалар. Бик күп металл ҡойоу өсөн ҡалыптар табыла. «ΦΕΙΔΙΟΥ ΕΙΜΙ» — «мин Феодисийҙыҡы» тигән яҙыулы һауыт та килеп сыға[6]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Соколов Г. И. Акрополь в Афинах
  2. Павсаний Описание Эллады // Перевод С. П. Кондратьева под ред. Е. В. Никитюк. — Кн. V, гл. 11
  3. Гай Светоний Транквилл Жизнь двенадцати цезарей. — IV, 22 (2)
  4. Лукиан Самосатский. Сочинения. В 2 т. / пер. Баранов Н.П.. — СПб: Алетейя, 2001. — 279 с.
  5. Gisela M. A. Richter The Pheidian Zeus at Olympia (инг.) // Hesperia: The Journal of the American School of Classical Studies at Athens. — 1966. — Т. 35. — № 2. — С. 166-170.
  6. James Grout, The Workshop of Pheidias, Encyclopaedia Romana — англ. (Проверено 20 ноября 2015)

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Рег Кокс, Нейл Моррис. Семь чудес света. — Москва, 1997.