Эстәлеккә күсергә

Амазонкалар

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Амазонкалар
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ
Производная работа Амазонки[d]
Изображается на Head of Amazon Herculaneum type, PMT 161[d] һәм Amazon and Barbarian, PMT 169[d]
 Амазонкалар Викимилектә
Яралы Амазонка (Капитолий музейы)
Гректың амазонка менән алышы. Италияла табылған саркофаг детале. 350-325 г. до н. э.
Геракл һәм амазонкалар

Амазонкалар (бор. грек. ἀμαζόνες}}[1]) — боронғо грек мифологияһында үҙҙәре янында ирҙәрҙе түҙмәгән, батшабикәләре етәкселегендә походтарға сыҡҡан һәм айырым ғәскәри дәүләт барлыҡҡа килтергән тик ҡатын-ҡыҙҙарҙан торған халыҡ. Легенда буйынса, амазонкалар Арес һәм Гармониянан сыҡҡан. Амазонкалар тоҡомон үрсетеү өсөн башҡа халыҡ ирҙәре менән бәйләнешкә ингән. Улар яңы тыуған малайҙарҙы аталарына ебәргән (икенсе версия буйынса, үлтергәндәр), ҡыҙҙарҙан яңы амазонкалар тәрбиәләгәндәр[2].

Исеменең барлыҡҡа килеүе билдәһеҙ. Фараздарҙың береһе буйынса, «амазонка» тигән атама боронғо грек ἀμαζός һүҙенән килеп сыға һәм «түшһеҙ» кеүек аңлатыла, ә күсмә мәғәнәлә был уларҙың башҡа ҡатын-ҡыҙҙарҙан айырмаһын аңлата[3]. Мифтарға ярашлы, уҡтан атыу уңайлы булһын өсөн, бала саҡтан уҡ амазонкаларҙың уң түшен көйҙөргәндәр.

Башҡа версиялар ҙа бар. Был атама иран теленән «ha-mazan» (яугир) барлыҡҡа килеүе мөмкин, әммә яңғырашы яғынан оҡшаш булған грек «a mazos» фразаһында «а» киҫәксәһен көсәйтәеүсе тип иҫәпләһәң, был һүҙбәйләнеш киреһенсә, «тулы күкрәкле» кеүек тәржемә ителер ине[4]. Ошо версияны хуплап, антик һынлы сәнғәт әҫәрҙәрендә амазонкаларҙы ике түшле итеп күҙ алдына килтереүҙәрен билдәләп үтергә кәрәк. Йәйә лә, тарихсылар әйтеүенсә, күкрәк кимәленән түгел, ҡолаҡ кимәленән тартылған[5].

Был исем Кесе Азияның төньяҡ-көнсығышында һәм Көньяҡ Кавказда йәшәгән ҡәбиләләр исеменән барлыҡҡа килеүе мөмкин, тигән фараздар ҙа бар (яңғырашы яғынан оҡшаш булған грек «a mazos» фразаһында «а» киҫәксәһен көсәйтәеүсе тип иҫәпләргә). Гомер, Плутарх, Геродот һәм башҡаларҙың хәбәрҙәренә ярашлы: (а)мазонкалар йәшәгән райондар күбеһенсә боронғо ҡәбиләләр йәшәгән урындар: моссинойкалар, макрондар, мосхиҙар, маскуттар менән тап килә.

Мифҡа ярашлы, амазонкалар Амазон йылғаһы буйында, Фермодонт һәм Ирис, хәҙерге Ешильырмаҡ йылғалары буйында йәшәгән. Тарихсы А. Б. Снисаренко иҫәпләүенсә, ҡәбилә ареалы Амасия һәм Самсун төрөк виләйәттәре контурҙары менән тап килә тиерлек, йәғни боронғо ҡәбиләләр йәшәгән урындар: Моссинойкалар (Көньяҡ Ҡара диңгеҙ буйында йәшәгән) һәм Макрондар (Көньяҡ-Көнсығыш Ҡара диңгеҙ буйында йәшәгән). Бынан амазонкалар Азияға поход яһаған. Мифҡа ярашлы, улар Эфес, Смирна һәм башҡа ҡалаларҙы төҙөгән. Мифологик традиция амазонкаларҙың Эвбейҙан һәм Беотиянан алып Танаисҡа һәм Каспийға тиклем «эҙҙәрен» билдәләй[6].

Плутарх, амазонкалар Каспий яры буйындағы Кавказ һыртында Кура тамағынан Самур йылғаһына тиклем, ә ҡайһы бер дәүерҙәрҙә Дербентҡа тиклем, йәғни боронғо ҡәбиләләр йәшәгән ерҙә йәшәгән, тип хәбәр иткән: Маскуттар (Аракс менән Кура ҡушылған урындан алып һуңғыһы үҙәне буйлап Каспий диңгеҙе ярҙарына тиклем, уның ярҙары буйлап төньяҡҡа, Чола / хәҙер Дербент/ ҡалаһына тиклем йәшәп киткән). Шулай уҡ ул, улар албандарҙың, гелдарҙың һәм легтарҙың туранан-тура күршеһе түгел, тип асыҡлыҡ индерә[7]. Төньяҡ Кавказдан тыш, VIII быуаттан амазонкалар менән Урта Европаны бәйләгәндәр, был турала Павел Дьякон, Козьма Пражский («Чех хроникаһы»), «Далимила хроникаһы» һ.б. хәбәр иткән. Чех амазонкалары тураһында, Козьма Пражскийҙан тыш Ян Длугош («Польша тарихы») һәм аббат Гюйондың «Боронғо һәм хәҙерге заман амазонкалары тарихы» хәбәр итә[8][9][10].

Профессор И. Е. Суриков «алыҫлашып барған амазонкалар» тураһында тезис тәҡдим итә — улар Ойкумендың киңәйеүенә ҡарап, Эллин донъяһы үҙәгенән алыҫыраҡҡа китеүе ихтимал[11]. Тарих фәндәре докторы М. В. Скржинская антиклыҡта эволюцияланған амазонка образын билдәләй — ҡыҫҡа грек хитонынан алып скиф ҡоралы менән сигелгән костюмға тиклем[12]

Гомер Беллерофонт менән фригийҙарҙың амазонкалар менән һуғышын иҫкә ала. Ырыу батшабикәһе Ипполита (башҡа хикәйәләр буйынса Антиопа), Геракл тарафынан үлтерелә, Гераклға Еврисфей уның билбауын алырға ҡушҡан була. Был поход ваҡытында Тесей Антиопаны үҙенә табан ылыҡтыра, һөҙөмтәлә амазонкаларҙың Аттикаға баҫып инеүе башлана. "Тормош һүрәтләмәләре"ндә Плутарх Гелланикаға һылтанып, Боспор Киммерийский аша боҙ аша сығып, амазонкаларҙың Аттикаға юлланыуҙары тураһында һөйләй. Шул саҡтағы Аттиканың хакимы Тесей менән дүрт айлыҡ уңышһыҙ һуғыштан һуң, ҡәбилә тыуған яғына ҡайта[13].

Пентесилея батшабикәһе етәкселегендә амазонкалар гректарға ҡаршы сыға: Приам батша менән бергә гректар Трояны уларҙың һөжүмдәренән һаҡлай. Һуң осорҙағы хикәйәттәрҙә Александр Македонскийға барған амазонкалар батшабикәһе Фалестра тураһында легендала иҫкә алына.

Амазонкаларҙың никах йолалары: яҙғыһын улар тирә-яҡтағы ир-егеттәр менән ҡауыша. Радзивиллова йылъяҙмаһының миниатюраһы

Амазонкалар боронғо «Повести временных лет» йыйынтығында телгә алына, был турала йылъяҙмасы Нестор Георгий Амартолдан мәғлүмәт ала[14]:

«…Амазоняни же мужа не имуть, акы скотъ бесловесный, но единою лѣтом к вешнимъ днемъ озѣмьствени будуть и съчитаются съ окрѣстныхъ <…> мужи, яко нѣкоторое имъ торжество и велико празднество время тѣ мнять. От нихъ заченшим въ чревѣ, и пакы разбѣгнутся отсюду вси. Въ время же хотящимъ родити, аще родится отроча — погубять и́, аще ли дѣвическъ полъ, то въздоять и прилѣжьно и въспитают»[15].

Амазонкалар тураһында мифтар эпик шиғриәткә генә инмәгән, шулай уҡ грек һынлы сәнғәте предметына ла әүерелгән. Боронғо грек рәссамдары, мәҫәлән, рәссам Микон, скульпторҙар Фидий һәм Поликлет, статуяларҙа, рельефтарҙа һәм картиналарҙа амазонкалар образын төшөргән. Оҫталар статуяларына антик өлгөләр, Галикарнастан рельефтар һәм вазаларҙа һүрәттәр һаҡланған.

Амазонкалар ысынлап та булғанмы, юҡмы икәне тураһында мәсьәлә әле булһа хәл ителмәгән. Амазонкаларҙың антик һүрәттәрҙә бик күп булыуы, етмәһә, мифологик һәм ысын тарихи персонаждар менән, ҡәбиләнең барлығын раҫлай. Боронғо һүрәттәрҙә уларҙың яулап алыу походтары, мәҫәлән, амазонкаларҙың Аттикаға үтеп инеүе һүрәтләнгән. Күп кенә тарихсылар, был фактты кире ҡағыуға амазонкалар тураһында бик күп мифтар булышлыҡ итте, тип иҫәпләй. Был ҡәбиләнең йәшәү теорияһы яҡлылар билдәләүенсә, амазонкаларҙың һуңғы тарихи телгә алыныуы Александр Македонский идара иткән осорға ҡарай. Амазонкалар барлығын раҫлаусы һуңғыраҡ сығанаҡтар юҡ. Бәлки, өлөшләтә мифологик хикәйәттәр һәм амазонкалар тураһында күҙаллауҙарҙың нигеҙе булып боронғо гректарҙың, нигеҙҙә, хәрбиҙәрҙекелер, хеттар менән контакттары хеҙмәт иткәндер.[16]

Көньяҡ Америкала йылғаны тиккә генә яугир ҡатын-ҡыҙҙар хөрмәтенә атамағандар[17]. 1542 йылда конкистадор Франсиско де Орельяна отряды йәнәһе легендар амазонкадарҙы күреп ҡала, улар менән алышҡа инә[18]. Былар ирҙәр менән йәнәш һуғышҡан индей ҡатындары, йә оҙон сәсле индей ирҙәре була, баҫҡынсылар уларҙы хаталанып ҡатын-ҡыҙҙар тип ҡабул итә[19]. Башта конкистадор йылғаны үҙенең исеме менән атарға теләй, әммә был бәрелештән һуң «Амазонка» вариантында туҡтай[20].

Амазонкалар тураһында мифтарҙың килеп сығышы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Амазонкалар тураһында мифтар сығанағы бик боронғо, тамырҙары менән Миной цивилизацияһына барып тоташа[21]. А. В. Котина фекеренсә, амазонкалар тураһындағы миф Бөйөк Аллаһ культы менән бәйле, унда ҡатын-ҡыҙҙың юғары хәле тураһында иҫтәлек бар[22]. Котина әйтеүенсә, амазонкалар тураһында мифтар циклы өсөн сюжет линиялары мөһим роль уйнамай, ә боронғо грек ойкументы сиктәрендә ҡатын-ҡыҙ-яугирҙар феноменын аңлау мөһимерәк[23].

Геродот Сарматияны «ҡатын-ҡыҙҙар идара иткән» (Gynaecocratumeni) ҡәбилә йәшәгән урын тип билдәләгән[24]. Әгәр боронғо грек тарихсыһына ышанһаҡ, амазонкалар Скиф дәүләтендә (хәҙерге Крым) һәм Меотида күле (Аҙау диңгеҙе) буйында йәшәгән. Геродот сарматты амазонкалар һәм скифтар тоҡомдары итеп һүрәтләгән: уларҙың ҡатындары, «йыш ҡына ирҙәре менән һунар итеп, боронғо йолаларҙы үтәгән; һуғышта ҡатнашып, улар ҙа ирҙәр кейгән кейемде кейгән»[25]. Албандар араһында хәрби походта ҡатнашҡан Феофан Митиленский амазонкалар һәм албандар араһында гелдар һәм легтар — скифтар йәшәүен билдәләй[26][27][28][29][30].

Александр Македонский идара иткән дәүерҙәге кадусийҙар биләмәһе

Рус тарихсыһы Вячеслав Ивановҡа[31] ярашлы, Дионис культы, асылда, ир-егеттәр башланғысы культы булып тора: уның төп идеяһы ҡатын-ҡыҙҙарҙың ир-егеттәрҙән үс алыуынан һәм «ир-егеттәрҙең ғүмерен ҡыйыу»ҙан ғибәрәт.

1601 йылда Мавро Орбини амазонкалар сармат ҡатындары булған һәм меланхелендар менән сербтар араһында Волга буйында йәшәгән тип фаразлай[32]

Археологик ҡаҙылмалар яугир ҡатын-ҡыҙҙарҙың булыуын, уларҙың сармат йәмғиәтенең социаль тормошонда һәм хәрби походтарҙа әүҙем ролен раҫлай[33]. Сармат ҡәберҙәрен өйрәнгәндә күреүебеҙсә, сарматтарҙа ҡораллы ҡатын-ҡыҙҙарҙың һаны ҡорал менән күмелгәндәрҙең дөйөм һанынан яҡынса 25 процент тәшкил итә[34]

Амазонкалар сәнғәттә

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Гректарҙың амазонкалар менән һуғышы
  • «Геракл и амазонки» пилот миҙгеленең тәүге серияһында «Удивительные странствия Геракла» сериалында күренә башлай.
  • 1945 йылғы «Тарзан и амазонки» фильмы бар
  • «Секс-миссия, или Новые амазонки»
  • «Амазонки на Луне».
  • «Амазонки» (1973 йылғы фильм)
  • «Амазонки и Гладиаторы»
  • Шулай уҡ фэнтезий «Амазонки» фильмы
  • «Амазонки» сериалы
  • DC Comics нәшриәтенең шул уҡ исемле комиксына нигеҙләнгән «Чудо-женщина» (2017) фильмы

Амазонкалар астрономияла

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • 1868 йылда Климена хөрмәтенә асылған Климена астероиды
  • 1908 йылда Астерия хөрмәтенә асылған Астерия астероиды (658)
  • 1988 йылда Ипполита хөрмәтенә асылған Ипполита астероиды
  • 2004 йылда Отрера хөрмәтенә Нептундың троя астероиды (385571) Отрера атала.
  • Амазонская рота — женское воинское подразделение Российской империи.
  • Раненая амазонка — тип древнегреческой скульптуры.
  • Дева-воительница — женщина-воин — архетипичный образ.
  • Дагомейские амазонки — женское военное формирование в королевстве Дагомея.
  • Богемская война женщин
  • Яралы амазонка
  1. Chantraine P. Dictionnaire étymologique de la langue grecque. Histoire des mots. Paris, 1968. P. 69
  2. Мурзин В. Ю. «Стрела и меч знакомы девам стали…» // Мелитопольский краеведческий журнал, 2017, № 9, с. 34-39
  3. Миф об амазонках и его развитие в античной традиции. www.lib.ua-ru.net. Дата обращения: 13 августа 2017. Архивировано 15 февраля 2017 года.
  4. Амазонки: реальные и мифические | Легенды, Наука, Прошлое. Мир фантастики и фэнтези (6 марта 2021). Дата обращения: 14 сентября 2021. Архивировано 14 сентября 2021 года.
  5. Где жили амазонки? (Фатхула Джамалов) / Проза.ру. proza.ru. Дата обращения: 14 сентября 2021. Архивировано 14 сентября 2021 года.
  6. Скржинская М. В. Культурные традиции Эллады в античных государствах Северного Причерноморья. Вестник удмуртского университета. Дата обращения: 26 март 2016. Архивировано из оригинала 13 апрель 2016 года. 2016 йыл 13 апрель архивланған. с. 160
  7. Тревер К. В. Очерки по истории и культуре Кавказской Албании: IV в. до н. э. — VII в. н. э. — М.-Л.: Академия наук СССР, 1959. — С. 103.
  8. Histoire des amazones anciennes et modernes, enrichie de médailles by Guyon, M. l’abbé (Claude-Marie); Pre-1801 Imprint Collection (Library of Congress) DLC
  9. Косвен М. О. Амазонки (История легенды). Советская этнография. 1947. № 3. С. 33—59
  10. Косвен М. О. Амазонки (История легенды). Советская этнография. 1947. № 3. С. 3—32
  11. Скржинская М. В. Культурные традиции Эллады в античных государствах Северного Причерноморья. Вестник удмуртского университета. Дата обращения: 26 март 2016. Архивировано из оригинала 13 апрель 2016 года. 2016 йыл 13 апрель архивланған. с. 160
  12. Скржинская М. В. Культурные традиции Эллады в античных государствах Северного Причерноморья. Вестник удмуртского университета. Дата обращения: 26 март 2016. Архивировано из оригинала 13 апрель 2016 года. 2016 йыл 13 апрель архивланған. с. 160
  13. Плутарх, Тесей, 26
  14. Петрухин В. Я., Раевский Д. С. Очерки истории народов России в древности и раннем средневековье. — М.: Знак, 2004. — С. 281.
  15. Повесть временных лет 2016 йыл 6 сентябрь архивланған. // Библиотека литературы Древней Руси. — СПб.: Наука, 1997. — Т. 1. — С. 72.
  16. Гиндин Л. А. Население Гомеровской Трои. Историко-филологические исследования по этнологии древней Анатолии Архивная копия от 14 июль 2017 на Wayback Machine. М.: Наука, издательская фирма «Восточная литература», 1993. 211 с. ISBN 5-02-017512-9. С. 74.
  17. Амазонки: реальные и мифические | Легенды, Наука, Прошлое. Мир фантастики и фэнтези (6 марта 2021). Дата обращения: 14 сентября 2021. Архивировано 14 сентября 2021 года.
  18. Амазонки: реальные и мифические | Легенды, Наука, Прошлое. Мир фантастики и фэнтези (6 марта 2021). Дата обращения: 14 сентября 2021. Архивировано 14 сентября 2021 года.
  19. Амазонки: реальные и мифические | Легенды, Наука, Прошлое. Мир фантастики и фэнтези (6 марта 2021). Дата обращения: 14 сентября 2021. Архивировано 14 сентября 2021 года.
  20. Амазонки: реальные и мифические | Легенды, Наука, Прошлое. Мир фантастики и фэнтези (6 марта 2021). Дата обращения: 14 сентября 2021. Архивировано 14 сентября 2021 года.
  21. Миф об амазонках и его развитие в античной традиции. www.lib.ua-ru.net. Дата обращения: 13 августа 2017. Архивировано 15 февраля 2017 года.
  22. Миф об амазонках и его развитие в античной традиции. www.lib.ua-ru.net. Дата обращения: 13 августа 2017. Архивировано 15 февраля 2017 года.
  23. Миф об амазонках и его развитие в античной традиции. www.lib.ua-ru.net. Дата обращения: 13 августа 2017. Архивировано 15 февраля 2017 года.
  24. Huntingford G. W. B. Who Were the Scythians? : [англ.] // Anthropos. — 1935. — September. — P. 785—795.
  25. Где жили амазонки? (Фатхула Джамалов) / Проза.ру. proza.ru. Дата обращения: 14 сентября 2021. Архивировано 14 сентября 2021 года.
  26. Vasiliĭ Stepanovich Peredol’skiĭ. Новгородскія древности: записка для мѣстных изысканій. — Gubernskai︠a︡ tip., 1898. — 802 с.
  27. Journal of ancient history (англ.). — Nauka, 1967. — 1056 p.
  28. К. В. Тревер. Очерки по истории и культуре Кавказской Албании. — Изд-во Академии наук СССР, 1959. — 446 с.
  29. Али Сумбатович Сумбатзаде. Азербайджанцы, этногенез и формирование народа. — Ėlm, 1990. — 312 с. — ISBN 978-5-8066-0177-4.
  30. Kh Kh Ramazanov. Ocherki istorii I︠U︡zhnogo Dagestana: materialy k istorii narodov Dagestana s derevneĭshikh vremen do nachala XX veka. — Dagestanskiĭ filial Akademii nauk SSSR, 1964. — 286 с.
  31. В. Иванов. Религия Диониса. Её происхождение и влияние. РВБ. Дата обращения: 10 октября 2010. Архивировано 17 июля 2012 года.
  32. Мавро Орбини. Книга историография початия имени, славы и расширения народа славянского (20 июля 1722).
  33. Где жили амазонки? (Фатхула Джамалов) / Проза.ру. proza.ru. Дата обращения: 14 сентября 2021. Архивировано 14 сентября 2021 года.
  34. Где жили амазонки? (Фатхула Джамалов) / Проза.ру. proza.ru. Дата обращения: 14 сентября 2021. Архивировано 14 сентября 2021 года.
  • Амазонки, в мифологии // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  • Амазонки, в литературе // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  • Баклыков Л. И., Чащин В. С., Валиев В. А. Синдия: Синдская Гавань — столица государства синдов: Очерки из истории древнейшего города Анапы. — Краснодар: Советская Кубань, 2010. — 122 с. ISBN 978-5-7221-0883-8
  • Богаченко Т. В., Максименко В. Е. Амазонки. Античная традиция о воинственных женщинах. Хрестоматия. — Ростов-на-Дону: Издательство ЮФУ, 2011. — 246 с. ISBN 978-5-9275-0910-2
  • Богаченко Т. В. Исторические основы сказаний о женщинах-воительницах южнорусских степей. Монография. Архивная копия от 26 октября 2020 на Wayback Machine — Ростов-на-Дону; Таганрог: Изд-во Южного федерального ун-та, 2017. — 266 с. ISBN 978-5-9275-2705-2
  • Вейденбаум Е. Г. Кавказские амазонки. — Серия «Народы Кавказа» — Нальчик; Издательский дом М. и В. Котляровы, 2011.
  • Дюпарк Э. Воительницы. О самых прекрасных и самых бесстрашных; / пер. с фр., предисл. и коммент. Сергея Нечаева. — Москва: Эксмо, 2007. — 318 с. ISBN 978-5-699-20780-0
  • Косвен&nbsp;М.&nbsp;О. Амазонки. История легенды. — Журнал «Советская этнография», 1947, № 2, 3.
  • Ротери Г. К., Беннет Ф. М. Золотой век амазонок. — Серия «Великие тайны истории» — М; Вече: Литературная газета, 2012. — 286 с. ISBN 978-5-9533-6387-7
  • Таркова Р. А. Амазонки. По следам легенды. Историко-культурологическое исследование. — Астрахань; Центр полиграфии по распространению науч.-техн., экономич. и экологич. документации, 1999. — 84 с., ISBN 5-89388-025-0
  • Тюхтина, А. В. Амазонки в античной традиции: этимологический, территориально-географический, религиозный аспекты Архивная копия от 26 октября 2020 на Wayback Machine — Научные ведомости БелГУ. «Серия История. Политология. Экономика. Информатика.» — 2009. — № 15(70), вып.12
  • Фатыхов C. Г. Мировая история женщины. — 2-е изд., испр. и доп. — Екатеринбург: Банк культурной информации, 2008. — 943 с. ISBN 978-5-7851-0653-6
  • Фатыхов C. Г. Новая археология матриархата. Cоциокультурный анализ реликтов. — Федер. гос. образоват. учреждение высш. проф. образования «Челяб. Гос. акад. культуры и искусств». — Челябинск: ЧГАКИ, 2009. — 249 с. ISBN 978-5-7114-0341-8
  • Фатыхов C. Г. Тюркско-скифские амазонки. Кто они? — Россия-Узбекистан. Международные образовательные и социально-культурные технологии. Векторы развития. Сборник материалов международной научной конференции. — Челябинск: ЧГИК, 2019. — 243 с. ISBN 978-5-94839-711-5