Ниневия
Боронғо ҡала
Ниневия
Nineveh
| ||||||||||||||
|
Нине́ви́я[2] (ак. Ninwe; яңы арам. ܢܸܢܘܵܐ; йәһ. נינוה, Nīnewē ; грек. Νινευη; лат. Nineve; ғәр. نَيْنَوَى, 'naj na wa) — б. э. т. VIII—VII быуаттарҙа Ассирия дәүләтенең баш ҡалаһы. Хәҙерге Ираҡ территорияһында (Аль-Мосул ҡалаһы), Тигр йылғаһының һул ярындағы Куюнджик тауҙарында булған. Боронғо гректар Ниневияның нигеҙ һалыусыһы тип Нин йәки Нимродты (Тәүрәт) атаған.
Тарих
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ниневия, ултыраҡ булараҡ, б. э. т. 3-сө мең йыллыҡта билдәле булған.[3]{0}[13]{/0}} (1936) Боронғо замандарҙа уҡ ул Эмишмиш, йәғни Иштар алиһә ҡорамы торған ер булараҡ билдәле була[4]. Уның тәүге ҡорамдарының береһе, ер тетрәгән саҡта юҡҡа сыҡҡан һәм аккад батшаһы Маништушу хакимлығы заманында яңынан төҙөлгән. Ниневия боронғо Ассирия яҙмаларында Шамшиадад I осоронда телгә алына.
Артабан б. э. т.(XV—XIV быуаттарҙа) ул Митанни дәүләте ҡулы аҫтында була, ҡаланың ҡурсаусыһы Иштар алиһәнең статуяһы миттаний батшаһы тарафынан Аменхотеп III фирғәүененә ебәрелә. Б. э. т. 1365 йылда Ассирия батшаһы Ашшур-убаллит I Ниневия өҫтөнән үҙенең суверенитетын ҡуя.
Ассирия дәүләтенең баш ҡалаһы булып Ниневия б. э. т. VIII—VII быуаттарҙа хакимлыҡ иткән батша Синаххериб Дур-Шаррукиндан үҙенең тәхетен Ниневияға күсергәндән һуң әүерелә[1]. Был саҡта ҡала Тигр йылғаһы буйлап 4 км-ға һуҙылған, ә батша йөрөй торған урамдың киңлеге 26 м була. Ҡала урамдары бик төҙ геометриялы булған, һәм уны бер кемдең дә рөхсәтһеҙ боҙорға хәле һәм көсө булмаған .
Ашшурбанипал вафат булғандан һуң, Ассирия империяһы һәм уның баш ҡалаһы бөлгөнлөккә төшә. Б. э. т. 109 йылда Ниневия вавилонлылар һәм мидянлылар ғәскәре тарафынан, ике йыл буйына ҡамауҙа тотолғандан һуң, баҫып алына һәм емерелә [1].
Ниневия, шулай уҡ б. э. 627 йылғы Иран-византия һуғышының төп алыш урыны булараҡ билдәле. Был ваҡытта ҡала бөтөнләй тиерлек емерек хәлдә була һәм йылғаның икенсе ярында уның урынына Мосул ҡалҡып сыға.
Боронғо грек мифологияһы Ниневияға нигеҙ һалыныуҙы эпонимик батша Нин менән бәйле тип һанай.
Ҡаланың үҙенсәлектәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Синнахериб хакимлығы ваҡытында ҡала периметры 12 километр, 15 ҡапҡалы[1] һәм бейеклеге 20 метрҙан артыҡ ҡәлғә менән уратып алынған була. Ҡәлғә ҡалаға инерҙән алда бер нисә хәрби нығытма менән дә нығытылған була.
Мәҙәниәт һәм фән
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ашшурбанипал батшалыҡ иткәндә Ниневияла данлыҡлы Куюнджик китапханаһы эшләй, унда 30 мең шырау яҙмалы таблицалар була[1].
Ассирия хакимдары Сеннахириб һәм Ашшурбанипал һарайҙарында археологик ҡаҙыуҙар алып барылғнда бик күп рельефлы һүрәттәр тапҡандар, улар хәҙер Британия музейында, Лондонда, һаҡлана. Сеннахириб һарайында табылған рельефтарҙа хәрби һәм төҙөлөш эштәре һүрәтләнгән, ә Ашшурбанипал һарайындағы рельефтарҙа — һунар күренештәре төшөрөлгән. Уларҙа ҡанатлы үгеҙҙәр һәм арыҫландар (ҡапҡа һаҡсыларының) һыны төшөрөлгән.
Ҡаҙыуҙар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ниневияның тоған урынын Рич 1820 йылда таба[4]. 1842 йылда Ниневия емереклектәре торған Куюнджик убаһын француз консулы Поль-Эмиль Ботта ҡаҙҙыра башлай, тик бер ни ҙә таба алмағанлыҡтан, Саргон II баш ҡалаһы Дур-Шаррукин торған урындағы Хорсабадҡа күсә һәм бында археологик ҡаҙыуҙар алып бара[1].
Ниневия емереклектәрен иң беренсе булып 1847 йылда британлы Остин Генри Лэйард өйрәнә башлай[1]. Ҡаҙыуҙар ваҡытында Лэйард батша Синаххериб һарайын таба. Ошо ҡаҙыныуҙар арҡаһында Лэйард данға күмелә, уның ике томдан торған «Ниневия и её руины» китабы һәм «Ниневия и Вавилон» китабы Европала иң популяр китапҡа әйләнә. Ул ауырып китеү сәбәпле Месопотамиянан ҡайтып китә һәм Англия сәйәсмәненә әйләнә. Лэйард ҡаҙыныуҙар методикаһы фәнни булмай, сөнки ул бында табылған әйберҙәрҙе тиҙерәк донъяға белдерергә итә һәм шунлыҡтан табылған скульптураларҙы өлөштәргә ватып ала, ә күп өлөшөн ерҙә ҡалдыра. 1852 йылдан алып ҡаҙыныуҙарҙы Лэйардтың хеҙмәтсеһе, айсор Рассам алып бара. Ул Ашшурбанипал һарайын таба, ә 1854 йылда — Куюнджик китапханаһына юлыға, унда шыра яҙыулы 30 000 балсыҡ таблицалар табыла[5].
Емерелеү ҡурҡынысы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡалып:Основная 2014 йылда ИГИЛ төркөмө һуғышсылары, Ираҡ армияһына ҡаршы һуғышып, Ниневияла торған Мосулды баҫып ала. Улар Ниневиянын стеналарын һәм артефакттарын юҡҡа сығарырға теләүҙәрен белдерә. 2015 йылдың башында улар ҡала стеналарының ҡалдыҡтарын һәм Ниневия ҡала нығытмалары торған хәҙерге аль-Тахрир янындағы участокты шартлата[6][7]. 2015 йылдың мартында улар музей экспонаттарын һәм Бөтә донъя мираҫы ЮНЕСКО-ның — Хорсабад, Нимруд һәм Хатры — ҡомартҡыһын юҡ итә.
2016 йылдың 13 апрелендә ИГИЛ, ауыр техника ҡулланып, ике мең йыллыҡ архитектура ҡомартҡыһы булған «Врата бога (Хоҙай ҡапҡаһын)» емерә. Был ҡапҡалар боронғо Ниневия ҡалаһына ингән ерҙә төҙөлгән булған[8]. Һуғышсылар, шаһиттар әйтеүенсә, Ниневия стеналарын ватып, уның таш блоктарын һатҡандар.
Тәүрәттәге иҫкә алыуҙар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тәүрәттә: «Был ерҙә Ассур тыуып-үҫкән һәм Ниневия менән Калах араһындағы Реховофирҙы, Калахты һәм Ресенде, шулай уҡ Ниневияны төҙөгән, Ниневия — бөйөк ҡала», — тип яҙылған([[|Быт. ]]10:11,12). Шулай уҡ Тәүрәттә Ниневия тураһында « б. э. т. 800-сө йылдарҙа әүлиә Иона унда йәшәүселәрҙе үҙҙәренең ҡылған гонаһтарын Хоҙай алдында танытып, тәүбәгә килтереп, ҡаланы емерелеүҙән ҡотҡарып ҡалған», тип яҙылған. Ләкин б. э. т. 713 йылда әүлиә Наум: «Ниневия, гонаһ ҡылғаны һәм Израилгә баҫып ингәнлеге арҡаһында, мотлаҡ емереләсәк»,- тип алдан күреп әйткән.
Шулай уҡ ҡара
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ниневия янындағы һуғыш
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 1,5 1,6 Всемирная история, 2006, с. 177
- ↑ Ударение Нине́вия :
- Ф. Л. Агеенко. Словарь собственных имён русского языка. Электронная версия, «ГРАМОТА.РУ», 2011.
- Ниневия // Большая российская энциклопедия : [в 35 т.] / гл. ред. Ю. С. Осипов. — М. : Большая российская энциклопедия, 2004—2017.
- Агеенко Ф. Л., Зарва М. В. Словарь ударений для работников радио и телевидения: Ок. 75 000 слов / Под ред. Розенталя Д. Э. — 5-е изд. — М.: Русский язык, 1984. — 804 с.
- ↑ Всемирная история, 2006, с. 176
- ↑ 4,0 4,1 Древний мир, 2004, с. 52
- ↑ Гуляев, Валерий Иванович. Шумер. Вавилон. Ассирия: 5000 лет истории. — (Сокровенная история цивилизаций). — ISBN 5457184617.
- ↑ Iraq: Isis militants pledge to destroy remaining archaeological treasures in Nimrud — Middle East — World — The Independent
- ↑ Isis destroy 7th-century Assyrian Artifacts | Al Jazeera America
- ↑ Isis has destroyed another historical site in Iraq (ингл.). The Independent. Дата обращения: 13 апрель 2016.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ниневия // Еврейская энциклопедия Брокгауза и Ефрона. — СПб., 1908—1913.
- Коллектив авторов. Ниневия // Всемирная история. Энциклопедия. В 14-и томах. — М.: ОЛМА Медиа Групп, 2006. — Т. 7. — С. 176—178. — ISBN 5373002526.
- Коллектив авторов. Древний мир: В 2 книгах. — ОЛМА Медиа Групп, 2004. — (Энциклопедия «Руссика»). — ISBN 9785948494906.