Халдейҙар

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Халдейҙар
Нигеҙләү датаһы Б. э. т. X быуат
Рәсем
Ғәмәлдән сыҡҡан дата 650 б.э.т.
 Халдейҙар Викимилектә

Халдейҙар (бабилса Kaldu, ивр. כַּשְׂדִּים — Касдим, грек. Χαλδαίοι) — Месопотамияның көньяғында, Тигр һәм Евфрат йылғаларының тамағында Фарсы ҡултығының төньяҡ-көнсығыш ярында беҙҙең эраға тиклем X—IV быуаттарҙа йәшәгән семит ҡәбиләләре. Бабилды алыу өсөн Ассирия менән даими һуғыштар алып барғандар. Беҙҙең эраға тиклем 626—536  йылдарҙа Бабилда халдей династияһы хакимлыҡ итә, Яңы Бабил батшалығына нигеҙ һала[1]. Арами телендә һөйләшәләр[2]. «Халдейҙар» һүҙе (үҙ телдәрендә — «касдим», бор.-йәһ. כשדים) Библияла  бер нисә тапҡыр телгә алына — мәҫәлән, Аввакум (Авв. 1:6) һәм Йермияһу пәйғәмбәрҙәр тарафынан (Иер. 32:42), йәнә Йүдит Китабында (Иудифь. 5:6) һәм башҡа урындарҙа.

Һуңыраҡ Бабилдағы жрецтар кастаһын ғына халдей тип йөрөтә башлайҙар. Улар астрономияны белгән була, аҙағыраҡ астрономия астрологиянан айырып ҡарала башлағас, Боронғо Римда йондоҙҙарға ҡарап киләсәкте әйтеүселәрҙе халдей тип йөрөтәләр. Шулай уҡ сихырсыларҙы, тылсымсыларҙы, күҙ быуыусыларҙы, күрәҙәселәрҙе һәм астрологтарҙы ла халдей тиер булалар.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Халдея (Chaldea, хәҙерге Ираҡ биләмәһендә)

Тәү башлап халдейҙар б.э.т. 878 йылда ассирий батшаһы Ашшурназирпал II анналдарында телгә алына. Улар Фарсы ҡултығы буйында, Тигр менән Евфрат йылғаларының түбәнге ағымында йәшәй. Алты халдей ҡәбиләһе (бит) булғанлығы билдәле. Б.э.т. IX быуатта халдейҙар Бабилияның көньяғын ҡулға төшөрә һәм төньяҡҡа үтеп инә башлай, боронғо аккад / бабил мәҙәниәтен һәм динен дә үҙләштерә бара. Бөтә халдей ҡәбиләләре ярымкүсмә тормош алып бара һәм малсылыҡ (Иов. 1:17), балыҡсылыҡ, ер эшкәртеү менән йәшәй. Улар ырыу-ырыу булып, юлбашсыларының етәкселеге аҫтында көн итә, уларҙың исемдәре шына яҙмаларҙа һаҡланған:

  • Бит-Якин (Элам сигендәге ҡәбилә),
  • Бит-Дакури (иң ҙур ҡәбилә),
  • Бит-Амукани,
  • Бит-Адини,
  • Бит-Шилини һәм Бит-Ша’алли[3],

улар бер-береһенән дә, Көньяҡ Бабилды эләктерергә тырышҡан ассирийҙарҙан да бойондороҡһоҙ йәшәргә ынтылған. Көньяҡ Бабилды касситтар Кардуниаш («Карду иле», йәғни халдейҙар иле), ә ассирийҙар Kaldu иле тип йөрөткән.

Ассирия батшаһы Салманасар III б.э.т. 851 йылда халдей кенәздәре Бит-Дакури, Бит-Амукани һәм Бит-Якинды яһаҡ түләргә мәжбүр итә. Ассирия батшалары Шамши-Адад V һәм Адад-нирари III һуғыштар менән диңгеҙ буйы халдей кенәздәрен яһаҡ түләүгә ултыртырға тырыша.

Б.э.т. 744 йылда ассирий батшаһы Тиглатпаласар III (б.э.т. 745  — б.э.т. 727) Бабилияға бәреп инә һәм уның яҡлы халдей ҡәбиләләрен дә ҡыйрата һәм Шумер менән Аккад батшаһы тигән титул ала. Бабилия Ассирияға буйһонорға мәжбүр була. Бабилия ҡалаларындағы жрецтар, чиновниктар һәм сауҙагәрҙәр яйлап ассирий хакимлығының төп нигеҙенә әүерелә, ә илдең бойондороҡһоҙлоғо өсөн көрәш халдейҙар һәм ҡала халҡының түбәнге ҡатламдары ҡарамағына ҡала. Б.э.т. 732 йылда бабил династияһының өҙөлөүе Ассирия, халдейҙар һәм Элам араһында бабил мираҫы өсөн көрәш утын ҡабыҙа.

Бабилияны яулау[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Кенәз Бит-Амуккани Укин-Цир Бабилды баҫып ала һәм унда өс йыл батшалыҡ итә, әммә ассирий батшаһы Тиглатпалассар III арамиҙар баш ҡалаһы Дамаскты ҡамай. Уны баҫып алғас, ассирий батшаһы халдей Набуушабшиға ҡаршы китә: кенәз Бит-Шилини үҙенең Саррабану ҡалаһы диуары буйында аҫылған була. Закиру Бит-Шаалль ярандары менән бергә ҡулға алына, Укин-Цир оҙайлы ҡамауҙан һуң үҙенең ҡәлғәһе Сапеянан баш тартырға тейеш була. Баласу бит-дакур һәм Мардук-апла-иддин бит-якин кенәздәре яһаҡ түләй. Тиглатпалассар Бабилия тажын кейә һәм Пулу тигән исем ала; артабан вариҫы Салманасар V лә унан күрмәксе Улулай тигән исем ала.

Артабан Аассирияның ҡеүәте бөтә, халдейҙар иһә б.э.т. VIII аҙағына боронғо Ур, Ниппур, Киш, Әл-Кәүфә һәм Сиппар ҡалаларында килеп сыға. Улар берләшергә була. Хаким Бит-Якин халдей батшаһы тигән титулды ала. Улулай үлгәндән һуң ассирий хакимлығын ҡаршы халдей батшаһы Мардук-апла-иддин II күтәрелә һәм, Бабилды алып, унда 12 йыл идара итә (.э.т. 721—б.э.т. 710 йылдар), ул Элам батшаһы Хумбанигашҡа таяна һәм Ассирия батшаһы Саргон II-нең Сүриәлә һәм Әрмәнстанда кисергән ҡыйынлыҡтарынан файҙалана. Ул Ассирияға ҡаршы берләшмә төҙөргә тырыша, хатта Йәһүҙиә батшаһы Езекияға ла сапҡындарын ебәрә. Ләкин бабилдар халдей кенәзенең хакимлығына эләгергә теләмәй. Мардук-апла-иддинды еңгән (710) Саргон II-не бабилдар еңеүсе итеп ҡаршылай. Мардук-апла-иддин Эламға ҡаса, ләкин б.э.т. 710 йылда Саргон II вафат булғандан һуң Бабил тәхетен яңынан яулай. Был юлы ул 9 ай ғына батшалыҡ итә, уны ассирийҙар Киш эргәһендә тар-мар итә, ул үҙе тағы ҡасып ҡотола. Халдейҙар Месопотамия уртаһынан ҡыуыла. Мардук-апла-иддиндың б.э.т 700 йылда Бабилды йәнә баҫып алырға маташыуы уңышһыҙ тамамлана. Ул диңгеҙ буйына (боронғо Шумер), унан Эламға ҡаса. Мардук-апла-иддиндан үс алыу маҡсатында ассирий батшаһы Синаххериб Фарсы ҡултығында махсус рәүештә флот төҙөтә һәм ғәскәрҙәрен ебәреп, халдей кенәзе бәләкәй генә биләмә алып йәшәп ятҡан Элам яр буйын ҡыйрата. Әммә әсирҙәр араһында Мардук-апла-иддин булмай сыға, күрәһең, ассирийҙар килгәнсе ул үҙ үлеме менән үлеп өлгөргән булғандыр.

Был ваҡытта халдей Мушезиб-Мардук (грек. Μεσησιμόρδακος) Бабилды ала һәм Элам менән вассаллыҡ мөнәсәбәттәре ҡора, уның яҡлауын Эсгила ғибәҙәтханаһы хазиналарын биреп һатып ала (б.э.т. 692—б.э.т. 689 йылдар). Әшнәләр Синахериб ғәскәре менән Тигрҙағы Халулала б.э.т. 691 йылда бәрелешә, ҡан ҡойғос алыш бер яҡҡа ла еңеү килтермәй, ләкин Элам батшаһы Хумпаннимендың көтмәгәндә вафат булыуы хәлде икенсе яҡҡа бороп ебәрә. Бабил алына һәм емертелә, тәхеткә ултырған Ассархаддон тиҙҙән Меродах-Баладандың улы Набу-зиру-киниш-лишир менән бәрелешә. Эламға ҡыуылған Набу-зиру-киниш-лишир тиҙән үлтерелә. Ҡәрҙәше Наид-Мардук үҙ ирке менән буйһона һәм Бит-Якинда вассал тип иғлан ителә. Б.э.т. 677 йылда Бит-дакур кенәзе Шамаш-ибни баш күтәрә, әммә әсирлеккә алына һәм тоғро Набу-Шаллим менән алмаштырыла.

Шамашшумукиндың Ашшурбанапалға ҡаршы ихтилалында халдейҙар беренсеһенең яғында була һәм ул ҡолатылғас та тиҙ генә баш һалмай. Тулыһынса еңелгәс, уларҙың кенәзе, Меродах-Баладандың ейәне Набу-бель-шуме Эламға ҡасырға уйлаһа ла, тотолоуҙан ҡурҡып, үҙ-үҙен үлтерә. Б.э.т. 648 йылдан һуң Бабилиялағы бөтә халдей кенәзлектәре юҡҡа сығарыла. Көньяҡта Ассирия провинция идаралығы урынлаштырыла, уның башында туртан Бэл-ибни тора. Бабилияла «халдей» этнонимы ҡулланыуҙан сығарыла. Халдейҙар менән вабилдар араһындағы этник ҡаршылыҡ бөтөрөлә. Бабиллашҡан халдейҙар ил халҡының күпселеген тәшкил итә. Шунлыҡтан күрше илдәрҙең халыҡтары бабилдарҙы халдей тип йөрөтә.

Яңы Бабил батшалығы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Б.э.т. 625 йылдан алып Бабилда Набопалассар батшалыҡ итә, ул Яңы Бабилда халдей халдейской династияһының башында тора. Набопаласар Урукты ала (б.э.т. 616 йыл), шунан мидийҙар ярҙамы менән Ассирияның боронғо баш ҡалаһы Ашшурҙы яулай (б.э.т. 614 йыл). Б.э.т. 612 йылда Набопаласар, скифтар һәм мидийҙар менән берләшеп, Ассирия баш ҡалаһы Ниневияны баҫып ала.

Бер нисә тиҫтә йыл буйы халдейҙар Яңы Бабил державаһының башында була, уны Навуходоносор, Йәһүҙиә батшалығын буйһондороп, тағы ла киңәйтә. Боронғо донъяла һуңғы тапҡыр бөйөк семит монархияһын ҡора. Библияла Навуходоносор «Халдей батшаһы» (2Пар. 36:17) тип исемләнә. Ҡала төҙөкләндерелә, нығытыла, ләкин халдейҙар династияһы тәхетте һаҡлап ҡала алмай, «бабил» Набонид Бабилдың һуңғы батшаһы була (б.э.т. 556—539). Халдей батшалығын фарсыларҙың ябырылыуы ер йөҙөнән юҡ итә.

Халдей жрецтары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бабил жрец астрономияһы һәм астрологияһы боронғо донъяла киң билдәлеһе була. Страбон дүрт бөйөк «халдей» астрономын атай, улар — Киден, Набуриан, Судин һәм Селевкиянан Селевк. Эллинизм осоронда халдей һүҙе Бабил жрецтарын аңлата. Ктесий буйынса, халдейҙар Мысырҙа жрецтар кастаһын ойошторған һәм уларға алла менән әҙәм хикмәттәрен өйрәткән Бел менән килгән. Халдейҙар, сихырсылар, друидтар, брахмандар менән ҡуша, жрец фәлсәфәселәре бөтә донъяның аҡыл эйәләре булып таныла. Уларҙы астрологияға астрономияға нигеҙ һалыусылар тип беләләр, йәндең үлемһеҙлеген дә донъяға улар һөйләй, шулай уҡ улар математик, натуралист, теософ һәм башҡалар булараҡ таныла. Хатта уларҙы Зороастр диненә лә ҡағылышлы тип иҫәпләйҙәр һәм халдейҙарҙы уның уҡыусыһы тип иғлан итәләр.

Был дандан файҙаланып, донъя буйлап үҙен халдей тип танытҡан бик күп шарлатандар сәйәхәт итә. Халдейҙарҙың оккультистик мәктәптәре күпләп асыла. Тиберий Родоста Фрасилл тигән берәүҙән Scientiam Chaldaeorum artis (Tac. Ann. VI, 20) өйрәнә, әммә һуңынан 16 йылда халдейҙарҙы Римдан ҡыуа һәм астрология китаптарын таратыуҙы тыя. Халдейҙар императорҙарҙың һарайҙарында һәм аристократия араһында йылы урындар таба, ә төпкөл провинцияларҙа халыҡтың хөрәфттәргә ышаныуынан файҙаланып халыҡты талай (у Gell. 14, 1: «Adversus eos, qui Ch. appellantur»).

Әлеге ваҡытта месопотам һәм фарсы христиандары халдей һәм сиро-халдей тигән атама аҫтында билдәле. Улар православиела тора, Рим менән бер унияға инә (Халдей католик сиркәүе).

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Халдеи/Энциклопедический словарь Брокгауза и Ефрона/[1]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. А. Крюковских. Халдеи // Словарь исторических терминов. — 1998.
  2. Дан. 2:4
  3. Очерк истории. Вавилона. Дата обращения: 30 декабрь 2010. Архивировано 28 июль 2011 года. 2011 йыл 28 июль архивланған.