Эстәлеккә күсергә

Бабилия

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Бабилия
Герб
Нигеҙләү датаһы Б. э. т. XIX быуат
Рәсем
Донъя ҡитғаһы Азия
Дәүләт  Ираҡ
Иран
Административ үҙәк Вавилон
Ҡулланылған тел аккад теле[d]
Ғәмәлдән сыҡҡан дата б. э. т. 539
Урынлашыу картаһы
Карта
 Бабилия Викимилектә

Хаммурапи ҡанундары теркәлгән стела

Бабилия (ак. Karduniaš; егип.Ҡалып:Lang-egy, рус. Вавилония ), йәки Бабил батшалығы  — Тигр менән Евфрат араһындағы,  Месопотамияның көньяғындағы (хәҙерге Ираҡ территорияһы) боронғо батшалыҡ, беҙҙең эраға тиклем икенсе мең йыллыҡ башында барлыҡҡа килгән, беҙҙең эраға тиклем 539  йылда бойондороҡһоҙлоғон юғалтҡан.  Бабил батшалыҡтың баш ҡалаһы була, атамаһы шунан алынған[1]. Амори (рус.  амореи) тигән семит халҡы Бабилияға нигеҙ һалған, улар боронғо Ике йылға араһының элгәрге батшалыҡтары  — Шумер һәм Аккад мәҙәниәтен мираҫ итеп алған. Семит телдәренә ҡараған аккад теле Бабилияның дәүләт теле була, ә уға туғандаш булмаған һәм ҡулланыуҙан сыҡҡан шумер теле оҙаҡ ваҡыттар дин-йола теле булараҡ һаҡлана. 

Боронғо Бабил унан элгәрге  Кадингир тигән шумер ҡалаһы урынында мөһим сауҙа юлдары сатында үҫеп сыҡҡан.  «Кадингир» шумерса «Алла ҡапҡаһы» тигәнде аңлата. Боронғо шумер телендәге был атама һүҙмә-һүҙ аккадсаға тәржемә ителгәс, ул  «Бабил»ға әйләнә. Бабилдағы иң тәүе археологик табылдыҡтар беҙҙең эраға тиклем 2400 йылдар тирәһенә ҡарай. Яҙма текстарҙа Бабил тәүге тапҡыр  аккад  батшаһы Шаркалишарри (беҙҙең эраға тиклем 2200—2176 йылдарҙа идара иткән) яҙмаһында телгә алына, унда батша бойороғо буйынса  Бабилда аккад илаһтары Аннунит менән (Ил-)Абаға бағышлап  ике ғибәҙәтхана төҙөү тураһында әйтелә. Беҙҙең эраға тиклем  XXII быуатта  Бабил шумерҙарҙың  Ур дәүләте батшаһы, бөтә Месопотамияны буйһондорған Шүлги тарафынан яулана һәм талана.

Хаммурапи заманында Бабил

Беҙҙең эраға тиклем  III мең йыллыҡтың аҙағында Ике йылға араһын  биләгән амори ҡәбиләләре беҙҙең эраға тиклем XX быуат дауамында бойондороҡһоҙ батшалыҡтар төҙөй башлай. Беҙҙең эраға тиклем 1895 йылда амори юлбашсыһы Суму-абум шундай батшалыҡтарҙың береһен ойоштора һәм үҙәген Бабилда урынлаштыра.   Месопотамиялағы дәүләттәр араһындағы һуғыштар барышында беҙҙең эраға тиклем 1800 йылда Бабил илдең  Ларса батшалығына буйһонған көньяҡ өлөшөнөң баш ҡалаһына әүерелә.  Үрге Месопотамияны ла үҙ эсенә алған ҙур державаға идара иткән батша Шамши-Адад  I-нең үлеме  Бабил батшаһы Хаммурапиға  тарҡау батшалыҡтарҙы бергә йыя башлау мөмкинлеген аса. Беҙҙең эраға тиклем 1764—1756 йылдарҙа  Элам, Мари, Ашшур, Эшнунна, Сузиана яулана — дөйөм Месопотамия  державаһы барлыҡҡа килә,  Хаммурапи ҡанундары уның иң данлыҡлы ҡомартҡыһы булып тора. 

Хаммурапиҙың элгәре Самсу-илун заманында (беҙҙең эраға тиклем 1749—1712 йылдар), беҙҙең эраға тиклем 1742 йылда, Месопотамияға кассит ҡәбиләләре ябырыла. Һуңыраҡ улар Хана кассит-амори дәүләтен барлыҡҡа килтерә, был дәүләт беҙҙең эраның XVI быуатына илдең ҙур өлөшөн буйһондороп тота.   

Касситтар дәүләтенең рәсми атамаһы Кардуниаш була. Уның батшалары беҙҙең эраға тиклем  XV—XIV быуаттарҙа Түбәнге Евфрат, Сүриә далаһы биләмәләренә хужа була.  Бурна-Буриаш II идара иткән осор (яҡынса беҙҙең эраға тиклем  1366—1340 йылдар)  касситтарҙың иң ҡеүәтле сағы була, унан һуң 150 йыллыҡ бабил-ассирий һуғыштары дәүере башлана. Кассит ҡәбиләләре   эламдар тарафынан беҙҙең эраға тиклем 1150 йылда ҡыйратыла.

Ассирия-Бабил осоро

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Эламдарға Бабилды үҙ державаһына ҡушыу насип булмай,  улар ерле халыҡтың аяуһыҙ ҡаршылығына осрай. Әммә терелгән Бабил батшалығы  көсәйә барған  Ассирия күләгәһендә ҡала килә. Беҙҙең эраға тиклем ун беренсе быуат башында ассирий батшаһы Тиглатпаласар I Бабилды яулай, әммә ҡулында тота алмай. Беҙҙең эраға тиклем 745 йылға Тиглатпаласар III үҙ батшалығында тәртип урынлаштыра, Бабилды ҡабат буйһондора һәм беҙҙең эраға тиклем  728 йылда боронғо Хаммурапи ҡалаһында тәхеткә ултыра. Шулай ҙа айырымланыу кәйефтәре менән һуғарылған Бабил Ассирия баш ҡалаһы ителмәй.  Ассирий батшаһы Синаххериб Бабилдағы ихтилалдан  (беҙҙең эраға тиклем 689 йыл) һуң был ҡаланы ер менән тигеҙләй[2], әммә уны алмаштырған Асархаддон ҡаланы тергеҙеү эшенә тотона.

«Халдей империяһы» (Яңы Бабил батшалығы), беҙҙең эраға тиклем 600 йыл тирәһе

Бабилдың айырыуса сәскә атҡан сағы Яңы Бабил осорона тура килә (беҙҙең эраға тиклем 626—538 йылдар). Урындағы наместник  Набопаласар   оҙайлы көрәш алып бара һәм үҙен үҙ аллы идарасы тип иғлан итә. Шулай итеп, Бабил Ассирия бойондороҡлолоғонан ҡотола. Тәүҙә Бабилияның төньяғы ғына үҙаллылыҡ яулай.  Беҙҙең эраға тиклем 615 йылға ул Бабилия ерҙәренең күп өлөшөн, шул иҫәптән   Урук һәм Ниппур кеүек ҙур ҡалаларҙы ла  ала.  Набопаласар   Ассирияның тарҡалыуына өлгәшә, һәм Мидия батшаһы  Киаксар менән уны бүлешәләр[3].

Яңы Бабилдың икенсе батшаһы Навуходоносор II осоронда (беҙҙең эраға тиклем 604—561 йылдар) Бабилда яңы зиннәтле биналар һәм ҡеүәтле оборона ҡоролмалары барлыҡҡа килә,  Мысыр  менән һуғыштар уңышлы бара (Финикия,  Сүриә менән  Фәләстиндең ҙур өлөшө, шул иҫәптән Йәһүҙиә буйһондорола).

Навуходоносор II-нән һуң  һарай түңкәрелештәре башлана. Был осорҙоң һуңғы хакимы  Набонид ваҡытында  фарсы   Әһәмәниҙәр батшалығы ҡеүәтләнә.   Беҙҙең эарға тиклем 539 йылда Бабилды  фарсы батшаһы Кир II буйһондора. Ошо ваҡыттан Бабилия дәүләте  юҡҡа сыға[4][5].

Мәҙәниәте һәм сәнғәте

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бабилия мәҙәниәте   шумер һәм аккад мәҙәниәттәре традицияларында үҫә. Был ваҡытта Яҡын Көнсығышта шумер яҙмаһы — шына яҙыу тарала; Бабилда фәндең  медицина, астрономия, математика тармаҡтары үҫә, хәйер, улар бөтәһе лә сихырға тығыҙ бәйле була. 

Бабил-ассирий  әҙәбиәте

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бабил-ассирий әҙәбиәте беҙҙең эраға тиклемге тәүге өс мең йыллыҡта Боронғо Месопотамияла йәшәгән халыҡтарҙың хужалыҡ, ижтимағи һәм көндәлек тормошоноң төрлө яҡтарын күрһәтә. Бабил-ассирий әҙәбиәтендә бөтә әҙәби жанрҙарға көслө консерватизм хас була. Кәтиптәр алдына әҙәби әҫәр  ижад итеү түгел, ә киләсәк быуындарға боронғо әҙәби мираҫты  һаҡлап тапшырыу бурысы ҡуйыла. 

Ҙур Бабил дәүләтенең ер фондын үҙ ҡулына төшөргән юғары власть илдең хужалығына баҫым яһай, уның үҫешенә үҙенсә йүнәлеш бирергә тырыша. Бабил боронғо Көнсығыш тибындағы ҡол биләүсе дәүләт була. Халҡы ултыраҡлыҡта йәшәй. Һөнәрҙәр үҫә, таш эш ҡоралдары урынына баҡыр һәм бронза ҡоралдар килә. Яһалма һуғарыулы баҫыусылыҡ халыҡ хужалығының төп тармағы була.  

  • История древнего Востока. Зарождение древнейших классовых обществ и первые очаги рабовладельческой цивилизации. Ч. I. Месопотамия. — М.: Главная редакция восточной литературы издательства «Наука», 1983.
  • Курт, Амели. Вавилония от Кира до Ксеркса // Кембриджская история Древнего мира. — Т. IV: Персия, Греция и Западное Средиземноморье ок. 525—479 гг. до н. э. / Пер. А. В. Зайкова. — М.: Изд. Ладомир, 2011. — С. 143—176.
  • Оппенхейм, А. Лео. Древняя Месопотамия. (Портрет погибшей цивилизации). / Пер. с англ. М. Н. Ботвинника. — М.: Главная редакция восточной литературы издательства «Наука», 1980.
  • Боронғо Месопотамия тарихы
  • Боронғо Месопотамия
  • Бабил батшалары
  • Бабил-ассирий  мәҙәниәте 
  • Бабил математикаһы
  • Бабил  медицинаһы
  • Бабил астрономияһы
  1. Лопухин А. П. Вавилония // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  2. ВАВИЛОН И АССИРИЯ. Архивировано 28 ноябрь 2012 года.
  3. Дандамаев М. А. Политическая история нововавилонского периода // История Древнего мира. — М.: Наука, 1989. — Кн. 2. — С. 115—117.
  4. Струве В. В. История Древнего Востока. — Л.: Госполитиздат, 1941. — С. 351—352.
  5. Авдиев В. И. История Древнего Востока. — М.: Высшая школа, 1970. — С. 432—433.