Фәләстин

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Рим, Византия һәм ислам Фәләстиндәренең тарихи сиктәре. Боронғо сиктәр — йәшел менән, 1922 йылғы сик ҡыҙыл менән билдәләнгән
Фәләстин картаһы, 1900 йыл

Фәләстин (бор. грек. Παλαιστίνη, арам. פלשתפלשת — Pelešet, йәһ. ארץ פלשת‎ — «Филистия», лат. Palaestina[1],  (инг.) — Фаластин[2]) — Яҡын Көнсығыштағы тарихи өлкә. Сиктәре яҡынса хәҙерге Ғәззә секторы (Газа секторы), Израиль, Ғолан бейеклектәре, Иордан йылғаһының Көнбайыш яры, Иордания, өлөшләтә Ливан, өлөшләтә Сүриә территорияларын үҙ эсенә алған. Синай ярымутрауы, ҡағиҙә булараҡ, айырым географик зона һанала[3].

«Фәләстин», йәғни «Филистия» (йәһ. ארץ פלשת‎, [Э́рец-П(е)ле́шет]) атамаһы хәҙерге Израилдең Урта диңгеҙ яры буйы территорияһында борон замандарҙа йәшәгән пелештиҙәр[4] (йәһ. פלישתים‎, плишти́м, һүҙмә-һүҙ тәржемәһе «баҫҡынсылар») менән бәйле[5][6].

Фәләстиндең административ бүленеше[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Географияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Тарихи яҡтан Фәләстин түбәндәге географик өлкәләргә бүленә: Яр буйы тигеҙлеге (Урта диңгеҙ буйы), Галилея (төньяғы), Шомрон (урыҫ. Самария; Йәрүсәлимдән төньяҡтараҡ ятҡан урта өлөшө) һәм Йәһүҙиә (Йәрүсәлимде лә индереп, көньяғы), Иордан йылғаһының көнсығыш яры. Библия ла ошо географик төшөнсәләр менән эш итә. Хәҙерге заманда Йәһүҙиә менән Шомрон территорияһын урыҫ телле сығанаҡтарҙа «Иордан йылғаһының Көнбайыш яры» тип атау ҡабул ителгән. Галилея, Шомрон һәм Йәһүҙиә ерҙәре тауҙарҙан, үҙәндәрҙән һәм сүллектәрҙән тора.

Илдең көньяғындағы тауҙар — Йәһүҙиә платоһы, урта төшөндә — Шомрон тауҙары (Гризим, Эйвал), артабан Тавор; диңгеҙ кимәленән 562 м юғары), Кесе Хермон (515 м), Кармәл (551 м), төньяҡта — Хермон (2224 м). Диңгеҙ кимәленән ныҡ түбән булған тәрән уйпаттарҙа Кинерет күле (Тивериада күле; диңгеҙ кимәленән 212 м түбән) һәм Үле диңгеҙ йәйелгән. Үле диңгеҙҙең яр буйы Ер шарындағы иң түбән ҡоро ер булып тора — 2015 йыл аҙағына диңгеҙҙең йөҙө диңгеҙ кимәленән 430 м түбән була һәм йыл һайын яҡынса бер метрға түбәнәйәүен дауам итә.

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иртә тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Беҙҙең эраға тиклем 3 мең йыллыҡта был территория Ҡәнғән (урыҫ. Ханаан) тип йөрөтөлә һәм унда ҡәнғән ҡәбиләләре йәшәй.

Беҙҙең эраға тиклем XIII быуатта илгә Криттан һәм Урта диңгеҙҙең башҡа утрауҙарынан «диңгеҙ халыҡтары» баҫып инә, улар шулай уҡ Мысырға ла һөжүм итә һәм Урта диңгеҙҙең көньяҡ яр буйында, хәҙерге Ғәззә секторы (Газа секторы) төбәгендә төпләнә. Шул тирәләге семит телле халыҡтар уларҙы плиштим, һүҙмә-һүҙ тәржемә иткәндә «баҫҡынсылар», йәғни пелештиҙәр тип атай.

Беҙҙең эраға тиклем XI быуатта боронғо йәһүд ҡәбиләләре Исраил батшалығын нигеҙләй, батшалыҡ беҙҙең эраға тиклем 930 йылда ике дәүләткә тарҡала. Шулай итеп, Исраил батшалығы (беҙҙең эраға тиклем 722 йылғаса йәшәй) һәм Йәһүҙиә батшалығы (беҙҙең эраға тиклем 586 йылғаса йәшәй) барлыҡҡа килә.

Антиклыҡ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Артабан төбәкте боронғо Әһәмәниҙәр фарсы дәүләте баҫып ала, шунан ул Птолемейҙарҙың һәм Селевкиҙарҙың эллинистик дәүләттәренә инә (беҙҙең эраға тиклем III—II быуаттарҙа).

Маккавиҙар ихтилалы еңгәндән һуң (беҙҙең эраға тиклем 167—140 йылдар) унда Хасмони батшалығы (Йәһүҙиә) барлыҡҡа килә, ә Йәрүсәлим Помпей тарафынан баҫып алынғас (беҙҙең эраға тиклем 63 йыл), Йәһүҙиә территорияһы Римдың вассалына әйләнә, идумиҙар династияһынан Ирод I батшалыҡ иткәндә ул шул уҡ атама менән йөрөй. Беҙҙең эраның 6 йылында Йәһүҙиә провинцияһы булараҡ Римдың туранан-тура хакимлығы аҫтына индерелә.

Римлыларға ҡаршы беҙҙең эраның 132 йылында булған Бар-Кохба ихтилалын баҫтырғандан һуң, римлылар бик күп йәһүдте илдән ҡыуа һәм Йәһүҙиә провинцияһына Фәләстин Сүриәһе тигән исем бирә[7]. Йәһүдтәрҙең төп өлөшө ошо ваҡытта Йәһүҙиәнән Галилеяға күсә[8].

395-614 йылдарҙа Фәләстин Византия провинцияһы була.

614 йылда Фәләстин Фарсия тарафынан баҫып алына һәм Сәсәниҙәр империяһы составына индерелә.

629 йылда Фарсияны еңгәндән һуң византий императоры Ираклий Йәрүсәлимгә инә — Фәләстин ҡабат Византия провинцияһы ителә.

Ғәрәп хакимиәте аҫтында (638—1099)[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

636 йыл тирәһендә Фәләстинде Византиянан мосолмандар тартып ала[9].

Артабанғы алты быуатта был территория Өмәйәләрҙән[10] Ғәббәсиҙәргә,[11] шунан тәре йөрөтөүселәргә һәм ҡабат мосолмандарға күсә.

Фәләстиндә ғәрәп хакимлығы дүрт осорға бүленә:

  1. илде яулап алыу һәм үҙләштереү (638—660);
  2. Өмәйәләр династияһы (661—750);
  3. Ғәббәсиҙәр династияһы (750—969);
  4. Фатимиҙар династияһы (969—1099).

Тәре йөрөтөүселәр осоро (1099—1291)[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1099 йылда тәре йөрөтөүселәр бында Йәрүсәлим короллеген нигеҙләй. Ләкин 1187 йылда уҡ Сәләхетдин ибн Әйүп Йәрүсәлимде яулай. Әммә Өсөнсө Тәре яуы ваҡытында тәре йөрөтөүселәр Аккон (Акко), Ашкелон (урыҫ. Аскалон) һәм башҡа ҡалаларҙы ҡабат үҙенә ҡайтара. Йәрүсәлим үҙе мосолмандар ҡулында булһа ла, Йәрүсәлим короллеге тергеҙелә. Аккон баш ҡала ителә.

1260 йылдың йәйендә Фәләстингә монголдар бәреп инә. 1260 йылдың 3 сентябрендә Айн-Ялут эргәһендә алышта уларҙы мысыр мосолмандары — Ҡутуз менән Бейбарс етәкселеге аҫтындағы мәмлүктәр ҡыйрата. Был еңелеү монголдар алдында Төньяҡ Африкаға юлды ябы, ә Мысыр төбәктең иң ҡеүәтле державаһы була. Шунан мәмлүктәр Фәләстиндә тәре йөрөтөүселәр менән һуғыша башлай. 1291 йылдың 18 майында — Аккон, 19 майҙа Тир ҡолай. Сидон — июндә, Бәйрүт 31 июлдә баш һала. Ғосман империяһы дәүеренә тиклем Фәләстин Мысыр хакимлығы аҫтында була.

Ғосман империяһы хакимлығы аҫтында (1516—1917)[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1517 йылда Фәләстин территорияһын Сәлим I солтан (1512—1520) етәкселегендәге төрөк ғосмандары баҫып ала. 400 йыл буйы ул бик ҙур Ғосман империяһының бер өлөшө булып тора.

1799 йыл башында Фәләстингә Наполеон һөжүм итә. Француздар Газаны, Рамланы, Лод һәм Яффаны ала. Төрөктәрҙең ныҡышмалы ҡаршылыҡ күрһәтеүе француз армияһын Акко ҡалаһына үткәрмәй, шунан төрөктәргә ярҙамға инглиз флоты килә. Наполеон Мысырға сигенә.

1800 йылда Фәләстин халҡы 300 мең кеше тәшкил итә, шуның 5 меңе йәһүд була. Христиандар һаны 25 мең самаһы, ә ҡалғандары мосолман була.

1832 йылда Фәләстин Мысыр вице-короле Мөхәммәт Алиҙың улы хәрби түрә Ибраһим паша тарафынан яулап алына. Мысырҙар уға һигеҙ йыл идара итә (1832—1840), Европаса реформалар үткәрә, был ғәрәптәрҙең ризаһыҙлығын уята. Уларҙың болалары көс менән баҫтырыла. 1838 йылда Мысыр хөкүмәте Англияға Йәрүсәлимдә консуллыҡ асырға рөхсәт итә (быға тиклем Европа дәүләттәренең консуллыҡтары Акко, Хайфа, Яффа кеүек портлы ҡалаларҙа һәм Рамлала ғына була). 20 йылдан Көнбайыштың бөтә эре дәүләттәренең, шул иҫәптән АҠШ-тың да Йәрүсәлимдә консуллыҡтары була.

XIX быуатта Йәрүсәлим ҡабаттан мөһим йәһүд үҙәгенә әүерелә.

1841 йылда Фәләстин менән Сүриә яңынан Төркиә контроллеге аҫтына алына. Был мәлгә илдә йәһүдтәр һаны ике тапҡырға артып өлгөргән була, ә христиандар менән мосолмандар һаны үҙгәрешһеҙ ҡала .

1847 йылда католик сиркәүе башлығы Рим Папаһы Пий IX Латин Йәрүсәлим патриархатын тергеҙә[12].

1880 йылға Фәләстин халҡы 450 меңгә етә,[13] шуларҙың 24 меңе йәһүд була. Йәһүдтәрҙең күпселеге әүәлгесә Йәрүсәлимдә (бында йәшәгән 25 мең кешенең яртыһынан ашыуы йәһүд була), Цфатта (4 мең), Тверияла (2,5 мең) һәм Хевронда (800), шулай уҡ Яффала (1 мең) һәм Хайфала (300) йәшәй. Йәрүсәлим илдең иң эре ҡалалары иҫәбенә инә. Одесса менән Яффа араһында пароход юлы асылғас, алия (йәһүдтәрҙең Израилгә ҡайтыуы) ағымы көсәйә төшә.

XIX быуат аҙағынан Фәләстингә йәһүдтәрҙе төпләндереү буйынса ҙур күләмле сара башлана.

Беренсе алия тип аталған тәүге йәһүд тулҡыны (йәһ. עלייה‎) 1881 йылда башлана, ул саҡта йәһүдтәр Көнсығыш Европалағы ҡыйралыштарҙан ҡаса[14].

XX быуат башына илдә яҡынса 450 мең ғәрәп һәм 50 мең йәһүд була. [15]

Икенсе алияға (1904—1914) Кишинев ҡыйралышы сәбәпсе була. 40 меңләп йәһүд Фәләстингә килеп төпләнә.

Британия мандаты[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Фәләстиндә Британия мандаты территорияһы
Фәләстин фунты

Беренсе донъя һуғышы һөҙөмтәһендә 1920 йылдың апрелендә Сан-Ремола үткән конференцияла Бөйөк Британия Фәләстин территорияһына идара итеү өсөн мандат алыуға өлгәшә (Милләттәр Лигаһы тарафынан 1922 йылдың июлендә раҫлана). Инглиз мандатындағы Фәләстин территорияһына әле Иорданияныҡы булған ерҙәр ҙә инә. 1917 йылдың 2 ноябрендә инглиз хөкүмәте Бальфур декларацияһын баҫып сығара, унда Фәләстиндә «йәһүд халҡының милли төйәген» булдырырға вәғәҙә ителә. Әммә 1922 йылдың февралендә Бөйөк Британияның колониялар министры, Бальфур декларацияһы менән ризалашамаған Уинстон Черчилль мандат территорияһының ¾ өлөшөн Трансиордания айырым әмирлегенә бирергә ҡарар сығара, шул территорияла һуңынан (1946 йылда) бойондороҡһоҙ Трансиордания короллеге булдырыла[16].

1919—1923 йылдарҙа Өсөнсө алия ваҡытында Фәләстингә Көнсығыш Европанан 40 мең йәһүд килә. Был тулҡында ауыл хужалығы менән шөғөлләнгән һәм иҡтисадты үҫтерерлек кешеләр күп була. Изрэель һәм Хефер үҙәндәрендәге һаҙлыҡтар киптерелә һәм ауыл хужалығы өсөн яраҡлыға әйләндерелә.

Мандат башланған осорҙа Яффалағы болалар арҡаһында Британия йәһүд иммиграцияһын сикләй, һәм йәһүд дәүләте ойоштороуға ниәт ителгән территориялар Трансиорданияға тапшырыла[17], уның территорияһына йәһүдтәргә төпләнеү тыйыла[18].

1924—1929 йылдарҙа Польша һәм Венгрияла антисемитсыл хәрәкәт көсәйеү арҡаһында Дүртенсе алия ҡуба һәм Фәләстингә 82 мең йәһүд күсеп килә. Һуңынан был тулҡын менән килгәндәрҙең 23 меңе кире китә.

1930-сы йылдарҙа Германияла көсәйгән нацизм Бишенсе алияға сәбәп була. Был ағым 1936—1939 йылдарҙағы Ғәрәп ихтилалы менән тамамлана, Британия 1939 йылда "Аҡ китап"ты нәшер итә, ул ғәмәлдә йәһүдтәрҙең Фәләстингә иммиграцияһын туҡтата.

Икенсе донъя һуғышы тамамланыуға Фәләстиндәге йәһүдтәр һаны 33 процент тәшкил итә (сағыштырыу өсөн: 1922 йылда — 11 процент)[19][20].

Артабанғы ваҡиғалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1947 йылда Британия хөкүмәте Фәләстин мандатынан баш тарта. Быны йәһүдтәр һәм ғәрәптәр мәсьәләһен хәл итеү юлын таба алмауы менән аңлата[21].

1947 йылдың 29 ноябрендә Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы Фәләстинде бүлеү тураһында резолюция ҡабул итә (БМО Генераль ассамблеяһының 181-се резолюцияһы). Был план Фәләстинде ғәрәп һәм йәһүд дәүләттәренә бүлеүҙе күҙҙә тота. Йәрүсәлим БМО идараһы аҫтындағы халыҡ-ара ҡала тип иғлан ителә.

«Ишув» (Израилдә йәшәгән йәһүдтәр) был план менән ризалаша[22], ә Ғәрәп дәүләттәре лигаһы һәм Мандат аҫтындағы Фәләстиндең Юғарғы ғәрәп комитеты уны инҡар итә[23].

Израилде төҙөү[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1948 йылдың 14 майында элек мандат аҫтында булған Фәләстин территорияһында Израиль дәүләте иғлан ителә[24].

Бының икенсе көнөндә үк ете ғәрәп иле (Мысыр, Сүриә, Ливан, Трансиордания, Сәғүд Ғәрәбстаны, Ираҡ һәм Йемен) яңы илгә һөжүм итә. шулай итеп, Беренсе ғәрәп-израиль һуғышы башлана[25].

Бер йыл дауам иткән хәрби хәрәкәттәрҙән һуң солох иғлан ителә һәм «Йәшел һыҙыҡ» тип аталған ваҡытлы сик билдәләнә. Трансиордания һуңынан Көнбайыш яр буйы һәм Көнсығыш Йәрүсәлим тип аталасаҡ территорияларҙы аннексиялай, ә Ғәззә секторы (Газа секторы) Мысыр контроле аҫтында ҡала.

Элекке мандат аҫты территорияһында ғәрәп дәүләте төҙөлмәй.

1967 йылда Алты көнлөк һуғыш һөҙөмтәһендә мандат аҫтында булған Фәләстин территорияһы Израиль контроленә күсә (мандатлы территорияның 78 процентын Британия ғәрәптәргә бирә).

1960—2010-сы йылдарҙа ғәрәп дәүләтен төҙөү өсөн көрәш[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Элекке мандат аҫты Фәләстинендә ғәрәп дәүләте төҙөү мәсьәләһе 1960-сы йылдар уртаһына тиклем үк көн тәртибенән төшөрөлә. 1964 йылда барлыҡҡа килгән Фәләстинде азат итеү ойошмаһы һәм уның союздаштары Израилде танымай һәм уға ҡаршы көрәш алып бара. Ғәрәп илдәре 1967 йылдың авгусында Хартумдағы саммитта «өс „юҡ“» тип йөрөтөлгән ҡарарҙы ҡабул итә: Израиль менән тыныслыҡҡа — юҡ, Израилде таныуға — юҡ, уның менән һөйләшеүҙәр үткәреүгә — юҡ[26].

1980-се йылдар аҙағы —1990-сы йылдар башында Израиль менән Мысыр араһында солох договоры төҙөлгәс һәм Израиль менән Иордания араһында ла һөйләшеүҙәр башланғас, хәл үҙгәрә төшә.

1993 йылда Фәләстинде азат итеү ойошмаһы БМО Именлек советының 242-се һәм 338-се резолюцияларын рәсми таный һәм Израилгә ҡаршы көрәште туҡтатыуы тураһында белдерә[27][28]. Һөҙөмтәлә 1994 йылда Фәләстин милли хакимиәте ойошторола.

2012 йылдың 29 ноябрендә БМО Генераль ассамблеяһындағы тауыш биреү һөҙөмтәләре буйынса (138 «ыңғай», 9 «ҡаршы», 41 ил тауыш биреүҙән тыйылып тора) Ассамблея «Фәләстингә Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы эргәһендә уның ағзаһы булмаған күҙәтеүсе дәүләт статусын бирә»[29][30][31].

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Origins of the Name «Palestine»
  2. Инструкция по передаче на картах географических названий арабских стран. — М.: Наука, 1966. — С. 26.
  3. Palestine Definition (инг.)(инг.)
  4. Вторгнувшийся в Ханаан несемитский народ, по всей вероятности, с острова Крит.
  5. йәһ. 14278
  6. Израиль. Земля Израиля (Эрец-Исраэль). Географический очерк — Ҡыҫҡа йәһүд энциклопедияһынан (рус.)
  7. Израиль. Земля Израиля (Эрец-Исраэль). Исторический очерк — Ҡыҫҡа йәһүд энциклопедияһынан (рус.)
  8. Palestine: History  (инг.). The Online Encyclopedia of the Roman Provinces. The University of South Dakota (22-02-2007). Тәүге сығанаҡтан архивланған 21 июнь 2000. 5 июля 2007 тикшерелгән.(инг.). The Online Encyclopedia of the Roman Provinces. The University of South Dakota (22-02-2007). Тәүге сығанаҡтан архивланған 21 июнь 2000. 5 июля 2007 тикшерелгән.
  9. Ancient Palestine  (инг.). Майкрософт (2007). 30 сентября 2007 тикшерелгән.(инг.). Майкрософт (2007). 30 сентября 2007 тикшерелгән.
  10. Palestine: The Rise of Islam  (инг.) (2007). 19 сентября 2007 тикшерелгән.(инг.) (2007). 19 сентября 2007 тикшерелгән.
  11. Palestine: 'Abbasid rule  (инг.) (2007). 19 сентября 2007 тикшерелгән.(инг.) (2007). 19 сентября 2007 тикшерелгән.
  12. Hanna Kildani. Modern Christianity in the Holy Land: Development of the Structure of Churches and the Growth of Christian Institutions in Jordan and Palestine — AuthorHouse, 2010. — P. 280. — 740 p. — ISBN 1449052851.
  13. Palestine // Encyclopaedia Britannica — 9th ed. — Edinburgh: Adam and Charles Black, 1885. — Т. XVIII. — P. 178.
  14. 40 тысяч The source provides information on the First, Second, Third, Fourth, and Fifth Aliyot in their respective articles. The White Paper leading to Aliyah Bet is discussed here.
  15. Любарский Г. А. 1900. Палестина: Её настоящее и будущие
  16. Уинстон Черчилль и сионизм: история метаний Станислав Кожеуров, Иван Фадеев, Алек Д. Эпштейн, «Лехаим» ноябрь 2009
  17. Liebreich 2005, p. 34
  18. 15544 Государство Израиль. Израиль и палестинская проблема, p. 40–1
  19. The Population of Palestine Prior to 1948  (инг.). MidEastWeb. 5 июля 2008 тикшерелгән.(инг.). MidEastWeb. 5 июля 2008 тикшерелгән.
  20. Population Statistics"  (инг.). Israeli - Palestinian ProCon.org. 7 июля 2008 тикшерелгән.(инг.). Israeli — Palestinian ProCon.org. 7 июля 2008 тикшерелгән.
  21. Abba Solomon Eban Personal witness: Israel through my eyes — Putnam, 1992. — P. 446. — 691 p. — ISBN 0399135898.
  22. History: Foreign Domination. Israel Ministry of Foreign Affairs (2006-10-01). 6 июль 2007 тикшерелгән.
  23. Bregman 2002, p. 40–1
  24. Part 3: Partition, War and Independence. The Mideast: A Century of Conflict. National Public Radio (2002-10-02). 13 июль 2007 тикшерелгән.
  25. Все параметры шаблона {{cite web}} должны иметь имя. Нетаниягу огласил условия создания палестинского государства. cursorinfo.co.il (29 ноября 2012). 2 декабрь 2012 тикшерелгән.
  26. Abba Solomon Eban Personal witness: Israel through my eyes — Putnam, 1992. — P. 446. — 691 p. — ISBN 0399135898.
  27. История арабо-израильского конфликта. Справка. jewish.in.ua.
  28. Kim Murphy. Israel and PLO, in Historic Bid for Peace, Agree to Mutual Recognition. // Los Angeles Times. — September 10, 1993.
  29. Генеральная Ассамблея ООН 138 голосами «за» предоставила Палестине статус государства-наблюдателя при ООН, не являющегося её членом. ООН (29.11.2012). 30 ноябрь 2012 тикшерелгән.
  30. Генассамблея ООН повысила статус Палестинской автономии. Euronews, 29.11.2012.
  31. Палестина признана государством-наблюдателем ООН, РИА Новости (30 ноября 2012 года).

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Густерин П. В.: Города Арабского Востока, 2007
  • Густерин П. Н. А. Медников и его роль в истории арабистики // Православный Палестинский сборник. — Вып. 107. — М., 2011.
  • Еврейские культуры: новый взгляд на историю: Сб. / Под ред. Давида Биля. — М.: Книжники, 2013. — 352 с. — Серия «История евреев». — ISBN 978-5-7516-1131-1
  • Циркин Ю. Б. История библейских стран // ООО «АСТ», Астрель, Транзиткнига, 2003, Серия «Классическая мысль», с. 576. (инг.)(инг.)
  • E. W. G. Masterman Dress and Personal Adornment in Modern Palestine//The Biblical World, Vol. 18, No. 3 (Sep., 1901), pp. 167—175. (инг.)(инг.)

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]