Сүл
Сүл | |
Сүл Викимилектә |
Сүл — һирәк, йәки бөтөнләй булмаған флора һәм үҙенсәлекле фауна, тигеҙлек менән билдәленгән ер өҫтөндәге ландшафт. Сүлде ҡомло, ташлы, балсыҡлы, тоҙло тупраҡлыларға бүләләр. Ҡарлы сүлде (Арктика һәм Антарктидала) айырым ҡарайҙар. Иң билдәле сүл — Африка континентының төньяғын биләп торған Сахара сүле. Ярымсүлдәр, шулай уҡ экстремаль ландшафтлы иҫәпләнә. Сүлдәр ҡоро ерҙең барлығы 16,5 млн км² өлөшөн, йәки 11% биләй (Антарктиданан башҡа). Антарктида менән бергә — 20%.
Географик үҙенсәлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Күпселек сүллектәр геологик платформаларҙа барлыҡҡа килгән. Азия, Африка һәм Австралиялағы сүллектәр диңгеҙ өҫтөнән 200-600 м бейеклектә урынлашҡан, ә Үҙәк Африкалағы һәм Төньяҡ Америкалағы сүлдәр диңгеҙ өҫтөнән 1000 м бейеклектә. Күбеһе тауҙар менән уратып алынған, йәки тауҙарға сиктәш. Ер өҫтө ҡатламы төрлө һәм территорияның геологик төҙөлөшөнән, тәбиғи процестарҙың тәьҫиренән тора.
Климаты
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Температура режимы географик урынына бәйләнгән. Сүлдәге һауа дымлылығы бик түбән булғанға, ул ҡояш радиацияһынан һаҡламай. + 50 °С — ғәҙәти температура, ә иң максималь температура — + 58 °С Сахарала теркәлгән. Төндә ер өҫтө йылыһын бик тиҙ юғалта. Тропик пояста температура амплитудаһы 40 °С етергә мөмкин. Уртаса пояста температура миҙгел алмашыныуына бәйле. Йәй сүлдә йылы, хатта эҫе, ә ҡыш бик ҡырыҫ, -50 °С һалҡынға тиклем етә, ҡар ҡатламы бөтөнләй булмай.
Ел тиҙлеге 80—100 км/сәғ еткән, елдәр — сүлдең үҙенсәлеге. Улар туҙан һәм ҡом бураны сығара.
Донъя сүллектәренең төп географик характеристикаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Исеме | Майҙан, мең кв. км. | Өҫтөнлөк иткән абсолют бейеклектәр, м. | Температураның абсолют юғарылығы, °С | Температураның абсолют түбәне, °С | Яуым-төшөмдөң уртаса йыллыҡ күләме, мм. |
---|---|---|---|---|---|
Урта Азия һәм Ҡаҙағстан | |||||
Ҡараҡом | 350 | 100 — 500 | + 50 | −35 | 70 — 100 |
Устюрт һәм Манғышлаҡ | 200 | 200 — 300 | + 42 | −40 | 80 — 150 |
Ҡыҙылҡом | 300 | 50 — 300 | + 45 | −32 | 70 — 180 |
Арал яны Ҡараҡомдары | 35 | 400 | + 42 | −42 | 130 — 200 |
Бетпаҡ-Дала | 75 | 300 — 350 | + 43 | −38 | 100 — 150 |
Мөйөнҡом | 40 | 100 — 660 | + 40 | −45 | 170 — 300 |
Үҙәк Азия | |||||
Такла-Макан | 271 | 800—1500 | + 37 | −27 | 50 — 75 |
Алашань (сүл) | 170 | 800 — 1200 | + 40 | −22 | 70 — 150 |
Бэйшан | 175 | 900 — 2000 | + 38 | −24 | 40 — 80 |
Ордос | 95 | 1100 — 1500 | + 42 | −21 | 150—300 |
Цайдам | 80 | 2600 — 3100 | + 30 | −20 | 50 — 250 |
Гоби | 1050 | 900 — 1200 | + 45 | −40 | 50 — 200 |
Иран ҡалҡыулығы | |||||
Деште-Кевир | 55 | 600 — 800 | + 45 | −10 | 60 — 100 |
Деште-Лут | 80 | 200 — 800 | + 44 | −15 | 50 — 100 |
Регистан (сүл) | 40 | 500 — 1500 | + 42 | −19 | 50 — 100 |
Аравия ярымутрауы һәм Яҡын Көнсығыш | |||||
Руб-эль-Хали | 650 | 100 — 500 | + 47 | −5 | 25 — 100 |
Ҙур Нефуд | 80 | 600 — 1000 | + 54 | −6 | 50 — 100 |
Дехна | 54 | 450 | + 45 | −7 | 500 — 100 |
Сирия сүллеге | 101 | 500 — 800 | + 47 | −11 | 100 — 150 |
Негев | 12 | 600 — 800 | +46 | −5 | 50 — 300 |
Төньяҡ Африка | |||||
Сахара | 8600 | 200 — 500 | + 59 | −5 | 25 — 200 |
Ливия сүллеге | 1934 | 100 — 500 | + 58 | −4 | 25 — 100 |
Нубий сүллеге | 1240 | 350 — 1000 | + 53 | −2 | 25 |
Көньяҡ Африка | |||||
Намиб | 150 | 200 — 1000 | + 40 | −4 | 2 — 75 |
Калахари | 600 | 900 | + 42 | −9 | 100 — 500 |
Карру | 120 | 450 — 750 | + 44 | −11 | 100 — 300 |
Һиндостан ярымутрауы | |||||
300 | 350 — 450 | + 48 | −1 | 150 — 500 | |
Тхал | 26 | 100 — 200 | + 49 | −2 | 50 — 200 |
Төньяҡ Америка | |||||
Ҙур Бассейн | 1036 | 100 — 1200 | + 41 | −14 | 100 — 300 |
Мохаве (сүл) | 30 | 600 — 1000 | + 56,7 | −6 | 45 — 100 |
Сонора (сүл) | 355 | 900 — 1000 | + 44 | −4 | 50 — 250 |
Чиуауа (сүл) | 100 | 900 — 1800 | + 42 | −6 | 75 — 300 |
Көньяҡ Америка | |||||
Атакама | 90 | 300 — 2500 | + 30 | −15 | 10 — 50 |
Патагон | 400 | 600 — 800 | + 40 | −21 | 150 — 200 |
Австралия | |||||
Ҙур Ҡомло сүл | 360 | 400—500 | + 44 | + 2 | 125 — 250 |
Гибсон сүллеге | 240 | 300 — 500 | + 47 | 0 | 200 — 250 |
Виктория ҙур сүле | 350 | 200 — 700 | + 50 | −3 | 125 — 250 |
Симпсон (сүл) | 300 | 0 — 200 | + 48 | −6 | 100 — 150 |
Флора һәм фаунаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сүл үҫемлектәренең төр составы бик үҙенсәлекле. Үҫемлек төркөмдәренең йыш ҡына алмашыныуы, комплекслылығы күҙәтелә, быға сүллек өҫтөнөң төҙөлөшө, дымланыу шарттары менән йыш үҙгәргән тупраҡтың төрлөлөгө сәбәп була. Бының менән бер рәттән төрлө континенттарҙағы оҡшаш шарттарҙа үҫкән сүллек үҫемлектәренең бүленешендә һәм экологияһы һыҙаттарында дөйөм яҡтар күп: ҙур ерҙәрҙә күҙәтелгән ныҡ һирәклек, ярлы булған төр составы. Уртаса бүлкәттәге материк эсендәге сүллектәргә склерофил типтағы үҫемлектәр төрө, шул иҫәптән япраҡһыҙ ҡыуаҡлыҡтар, ярым ҡыуаҡлыҡтар хас (саҡсауыл, джузгун, эфедра, тоҙут, әрем һ. б.). Сүллектәрҙең көньяҡ зонаһы фитоценозында мөһим урынды үҫемлек төрҙәре — эфемерҙар һәм эфемероидтар биләй.
Африканың һәм Аравияның субтропик һәм тропик материк эсе сүллектәрендә ксерофил ҡыуаҡлыҡтар һәм күпйыллыҡ үҫемлектәр өҫтөнлөк итә, әммә бында шулай уҡ суккуленттар килеп сыға. Бархан ҡомлоҡтары массивында һәм тоҙ ҡабығы менән ҡапланған майҙандарҙа бер ниндәй ҙә үҫемлек үҫмәй.
Австралия һәм Төньяҡ Америка субтропик сүллектәренең үҫемлектәр ҡатламы байыраҡ (үҫемлектәрҙең күплеге буйынса улар Урта Азия сүллектәренә яҡын) — үҫемлектән мәхрүм булған участкалар бында юҡ тиерлек. Балсыҡлы түбән урындарҙа ҡом теҙмәләре араһында тәпәш акациялар һәм эвкалиптар өҫтөнлөк итә; ҡырсын-ташлы сүллеккә ярым ҡыуаҡлы тоҙуттар — билсән, сыбыҡлыҡтар һ. б. хас. Субтропик һәм тропик диңгеҙ яны сүллектәрҙә (Көнбайыш Сахара, Намиб, Атакама, Калифорния, Мексика) суккулент тибындағы үҫемлектәр өҫтөнлөк итә. Уртаса, субтропик һәм тропик бүлкәттәрҙәге сүллектәрҙең тоҙло тупарҡтарында дөйөм төрҙәр күп. Был Был — галофиль һәм суккулент ярым ҡыуаҡлыҡтар һәм ҡыуаҡлыҡтар (тамарикс, селитрянка һ. б.), бер йыллыҡ тоҙуттар (тоҙут, сведа һ. б.).
Төп сүл үҫемлектәренән оазис, туғай, эре йылға үҙәндәре һәм дельта фитоценоздары ныҡ айырыла. Азияның сүлле-уртаса бүлкәтендәге үҙәндәрҙә япраҡ ҡойоусы ағастар ҡыуаҡлыҡтары — туранг тирәге, джида, тал, карама; субтропик һәм тропик бүлкәттәрҙә йылға үҙәндәре өсөн — йәшел үҫемлектәр — пальма, олеандр хас.
Сүллектә тереклек итеү шарттары бик ҡаты: һыу юҡлығы, һауаның ҡоролоғо, көслө ҡояш нурҙары, ҡар ҡатламының булмауы менән бергә ҡаты һыуыҡтар. Шуға күрә бында башлыса махсуслаштырылған формалар тереклек итә (морфо-физиологик ҡулланмалар менән дә, йәшәү рәүеше һәм ҡылыҡтары менән дә). Сүллектәр өсөн тиҙ йөрөүсе сүл хайуандары хас, был һыу (һыулау юҡ) һәм аҙыҡ (үлән һирәк) эҙләү, шулай уҡ йыртҡыстарҙың эҙәрлекләүҙәренән һаҡланыу (йәшеренер урын юҡ) менән бәйле. Дошмандарҙан һәм ҡаты климат шарттарынан йәшеренеү өсөн ҡайһы бер хайуандарҙың ҡом ҡаҙыу өсөн ҡулайламалары көслө үҫешкән (оҙон һығылмалы сәстәрҙән щеткалар, аяҡтарҙа тырнаҡ һәм шырттар, улар ҡомдо тырмап алып ташлау өсөн хеҙмәт итә; ҡырҡҡыстар, шулай алғы тәпәйҙәрендә осло тырнаҡтар — кимереүселәрҙә). Улар ер аҫты һыйыныу урыны ҡора (өң), йыш ҡына бик ҙур, ҡатмарлы һәм тәрән (оло песчанка), йәки йомшаҡ ҡомға тиҙ генә күмелергә һәләтле. (круглоголовка кеҫәрткеһе , ҡайһы бер бөжәктәр). Тиҙ йүгерә торған формалар ҙа бар (бигерәк тә тояҡлылар). Күп сүл һөйрәлеүселәре (кәҫәрткеләр һәм йыландар) шулай уҡ тиҙ йөрөүгә һәләтле.
Сүл фаунаһына яҡлаусы «сүллек» төҫө хас — һары, аҡһыл-көрән һәм һоро төҫтәр, был күп хайуандарҙы күренер-күренмәҫ итә. Сүл фаунаһының ҙур өлөшө йәй төнгө йәшәү рәүешен алып бара. Ҡайһы берҙәре йоҡоға тала, айырым төрҙәрҙең (мәҫәлән, йомрандарҙың) ул иң эҫе мәлдә, үҫемлектәрҙең көйөп бөтөүе һәм дымдың етмәүе менән бәйле башлана (йәйге йоҡо, аҙаҡ туранан тура ҡышҡы йоҡоға күсә).
Дымдың, бигерәк тә эсәр һыуҙың етешмәүе — сүлдә йәшәүселәрҙең төп ауырлыҡтарының береһе. Уларҙың ҡайһы берҙәре һыуҙы даими һәм күп эсә, шуға күрә һыу эҙләп байтаҡ арауыҡ үтә (рябка) йәки йылдың ҡоро ваҡытында һыуға яҡын күсә (тояҡлылар). Башҡалары һыулау менән һирәк ҡулланалар йәки, аҙыҡтағы дым менән сикләнеп, бөтөнләй һыу эсмәйҙәр. Сүл фаунаһының күп вәкилдәренең һыу балансында матдәләр алмашыныу процессында барлыҡҡа килгән метаболик һыу ҙур ролгә эйә (тупланған майҙың ҙур запасы).
Сүлдәрҙе хужалыҡта ҡулланыу
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сүллектә малсылыҡ көтөүлектәре үҫешкән. Игенселек тик һуғарыу ярҙамында ғына мөмкин һәм ғәҙәттә ҙур йылға үҙәндәрендә генә атҡарыла. Күп сүлдәр файҙалы ҡаҙылмаларға бай (бигерәк тә Азияла), нефть һәм газ сығарыу етештерелә.
Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе илдәрендә сүлдәр Ҡаҙағстан, Узбәкстан һәм Төрмәнстандың ҙур өлөшөн биләй. Рәсәйҙә сүлдәр Ҡалмыҡ Республикаһының көнсығышында һәм Әстерхан өлкәһенең көньяҡ яртыһында бар.
Сүлдәрҙе киҫеп үткән ҙур йылға үҙәндәрендә һәм дельталарында (Волга, Аҡтүбә, Һырдарья, Амударья), һуғарыла торған ер эшкәртеү эштәре (йәшелсәселек, дөгөсөлөк, мамыҡсылыҡ, ә урыны менән виноград үҫтереү) киң атҡарыла.
Ҡомло сүлдәрҙә малсылыҡ (һарыҡсылыҡ, дөйәселек) көтөүлектәре өсөн уңайлы шарттар бар (Ҡараҡом, Ҡыҙылҡом, Арал яны Ҡараҡомдары, Сарыесик-Атырау һ. б.), сөнки грунт һыуҙарының ныҡ тәрәндә булыуы арҡаһында (яуым-төшөм парға әйләнеп өлгөрмәйенсә ергә һеңә) бында, тирә-яҡтағы балсыҡлы сүллектәргә ҡарағанда, үҫемлектәр бай. Малдарҙы һыулау өсөн күп һанлы ҡоҙоҡтар һәм артезиан скважиналары бар, улар эргәһендә күп һанлы мал ҡышлауҙары ойошторолған, ә рельефтың бархан араһындағы түбән урындар көслө елдәрҙән, саңлы дауылдарҙан, бурандарҙан һаҡлау сараһы булып тора. Шулай итеп, ҡомло сүлдәр мал көтөү өсөн әүҙем һәм йыл әйләнәһенә ҡулланыла.
Малсылыҡ көтөүлектәре шарттар әҙерәк булыуға ҡарамаҫтан балсыҡлы сүлдәрҙә лә атҡарыла: грунт һыуҙары тәрәнерәк, ҡоҙоҡтар һаны әҙерәк, әммә ваҡытлыса һыу ағымдары һәм яҙғы осорҙа һыу менән тулған ҡороусы йылғалар бар.
Иң ҡырыҫ тәбиғәт шарттары ташлы һәм ваҡ ташлы сүллектәрҙә күҙәтелә (Устюрт яйлаһы, Манғышлаҡ ярымутрауы,Төркмәнстандың көнбайышы): бында грунт һыуҙары ғәмәлдә юҡ, ҡоҙоҡтар һаны әҙ, һәм йылғалар селтәре юҡ. Шуға күрә был төбәктә ауыл хужалығы бөтөнләй юҡ, башҡа типтағы БДБ сүлдәре менән сағыштырғанда халыҡ тығыҙлығы иң түбән.
Экологик билдәләре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Климаттың тотороҡло һәм цивилизациялы прогресстан алыҫлыҡта ятыу сәбәпле, сүл уникаль экология системаларын һаҡлап ҡала. Ҡайһы бер илдәрҙә сүл участкаһы милли ҡурсаулыҡ составына индерелгән. Икенсе яҡтан, кешеләрҙең сүлдәр янындағы эшмәкәрлеге (урман ҡырҡыу, йылғаларҙы быуыу) сүлдәрҙе киңәйтеүгә килтерә. Сүлләнеү — хәҙерге замандың иң ҡурҡыныс, глобаль һәм тиҙ процестарҙың береһе. 90-сы йылдарҙа сүлләнеү иң ҡоро 3,6 миллион гектар ергә янай. Сүлләнеү төрлө климат шарттарында булыуы мөмкин, бигерәк тә ул эҫе һәм ҡоро райондарҙа тиҙ бара. XX быуатта сүлләнеүҙе йәшелләндереү ысулы менән туҡтатырға маташыуҙар була, һыу үткәргес һәм каналдар төҙөлә. Шуға ҡарамаҫтан, сүлләнеү донъяла иң киҫкен экология проблемаларының береһе булып ҡала.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Список пустынь
- Опустынивание
- Полупустыня
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Пустынные зоны
- Классификация пустынь Средней Азии
- Экологические проблемы пустынь