Яҡын Көнсығыш

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Яҡын Көнсығыш

Яҡын Көнсығыш (ғәр. شرق أدنى‎‎, фарс. خاور نزدیک, йәһ. הַמזרח הַקָרוֹב‎, төр. Yakın Doğu) — Көнбайыш Азиялағы һәм Төньяҡ Африкалағы регион исеме. Был исем европалылар тарафынан иң яҡын күрше көнсығыш регионына бирелгән.

Төп халыҡ: ғәрәптәр, фарсылар, төрөктәр, курдтар, йәһүдиләр. Халыҡтың ҙур өлөшө — мосолман, ләкин Яҡын Көнсығыш христианлыҡтың сыҡҡан урыны. Яҡын Көнсығыш Европанан һәм Американан Азияға юл булып тора.

Климат ғәҙәттә ҡоро, бер нисә ҙур йылға бар һәм һуғарыу өсөн ҡулланыла. Нефть күп табылған төбәк.

Яҡын Көнсығыштағы дәүләттәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]