Йәһүдтәр

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Йәһүдтәр
йәһ. יהודים
Логотип
Рәсем
Хөрмәтенә аталған Иуда[d]
Ҡайҙа өйрәнелә Иудаика[d]
Коллаж
Ҡапма-ҡаршыһы gentile[d]
Йәһүд энциклопедияһы коды 11501
Commons-logo.svg Йәһүдтәр Викимилектә

Йәһүдтәр (үҙ атамалары — йеhудим (יְהוּדִים) ивритса һәм йидн (ייִדן) идишса) — сәмит сығышлы халыҡ, боронғо Исраил һәм Йәһүҙиә батшалыҡтарында йәшәгән халыҡтарҙан таралғандар[1][2], донъяның бик күп илдәрендә йәшәйҙәр (1948 йылдан йәһүд дәүләте Израиль бар). 2012 йылға йәһүдтәр һаны — 13,86 миллион, шуның 43 проценты Израилдә һәм 39 проценты — АҠШ-та[3].

Йәһүдтәрҙең традицион дине — иудаизм[4]. Йәһүдтәрҙең күбеһе үҙҙәре йәшәгән илдәрҙең телендә һөйләшә. Израилдә иврит дәүләт теле булып тора, ул һөйләш теле булараҡ XIX быуатта тергеҙелгән. Төрлө илдәрҙә үҙенсәлекле йәһүд телдәре бар, уларҙың иң таралғаны — идиш — герман телдәре төркөмөнә инә.

Йәһүд телен, йәһүдтәрҙе һәм йәһүдтәр менән бәйле бөтә билдәләмәләрҙе өйрәнеүсе фән һебраистика (урыҫ. гебраистика) тип атала.

Этноним[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Йәһүдтәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Хәҙерге атамалары — йәһ. יְהוּדִים, עִבְרִים‎, йеhудим[5], иврим; идиш ייִדן (й)идн; ладино ג׳ודיוס джудиос.

Бнэй-Исраэль тигән атамалары бар — Исраил (Яҡуп) улдары, йәғни тәү ата Яҡуптың (Исраилдың) улдары тигәнде аңлата.

Танахҡа ярашлы, йәһүдтәрҙең тамыры беҙҙең эраға тиклем 2-се мең йыллыҡ уртаһында йәшәгән месопотам ғаиләһенә барып тоташа. Халыҡтың тәү аталары — Ибраһим, Исхаҡ һәм Яҡуп. Яҡуп тоҡомдары Исраилдың 12 ырыуын барлыҡҡа килтергән, улар беҙҙең эраға тиклем 2-се мең йыллыҡтың икенсе яртыһына тиклем Мысырҙа йәшәгән. Сама менән беҙҙең эраның 1-се мең йыллығы башына улар Мысырҙан киткән һәм Ҡәнғәндә (урыҫ. Ханаан) төпләнгән.

«Йәһүд» һүҙенең килеп сығышы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Грекса Ἰουδαῖος боронғо йәһүдсә יהודי (иеhуди)[6] тигәндән алынған. Үҙ сиратында грексанан лат. judaeus, ингл. Jew, франц. Juif, нем. Jude, пол. żyd, рус. иудей һәм башҡалар килеп сыҡҡан.

Башта йәhүҙи тип Йәһүҙә ырыуы вәкилдәрен атағандар, һуңынан Йәһүҙиә батшалығында йәшәгән халыҡтарҙы, ҡайһыһы ниндәй ырыуға ҡарағанына иғтибар итеп тормайынса, йәһүд тип йөрөтә башлағандар. Йәһүҙиә батшалығы ҡолатылғас, йәһүд атамаһының Йәһүҙиә батшалығы менән бәйләнеше юҡҡа сыҡҡан һәм милләт һәм дин атамаһы булып киткән.

«Еврей» һүҙенең килеп сығышы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иврит телендә «ғиври» тип әйтелә (иврит = , «ғиврисә­»). עברי [ғиври] һүҙе исем һүҙ төркөмөнә ҡараған עבר [э́вер] — «теге яҡ» тигән һүҙҙән барлыҡҡа килгән. Мәҫәлән, Тель-Авивтың עבר הירקון [эвер hа-яркон] тигән биҫтәһе — «Яркондың теге яғы, аръяғы» була. Тимәк, «ғиври» — «теге яҡтыҡы» йәки «йылға аръяғыныҡы», йәғни «теге яҡтан килгән (Евфрат йылғаһының аръяғынан)»[7] тигән мәғәнәне бирә. Библия тексында иң беренсе был һүҙ Ҡәнғәнгә Харрандан сыҡҡан Ибраһимға ҡарата әйтелә [[|Быт. ]]14:13.

Икенсе бер аңлатмала Ибраһимдың ата-бабаһы, Симдың бүләһе Эвер исеме менән бәйләнә[8][9]. Шулай уҡ «иври» этнонимы һабиру ҡәбиләләр төркөмө атамаһынан сыҡҡан тигән фекер ҙә бар[10].

Йәһүдлек критерийҙары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

«Йәһүдлек» тураһында билдәләмә биргән иң боронғо сығанаҡ тип йәһүд хоҡуҡиәте йыйынтығы Галаха иҫәпләнә.

Беренсе Ҡорам емертелгәнгә тиклем, йәһүдтәр үҙ ерҙәрендә тотороҡлолоҡта йәшәгәндә йәһүд милли-дини берлегендә көн иткән һәр кем йәһүд булған. Хатта уның Исраил ырыуҙарына ҡарауы ла мотлаҡ булмаған. Бабил әсирлегенән ҡайтҡас (беҙҙең эраға тиклем 538 йыл) хәл тамырҙан үҙгәрә. Исраил һәм Йәһүҙиә батшалыҡтарының ҡолатылыуы һөҙөмтәһендә йәһүдтәрҙең бер өлөшө үҙ ерҙәренән ҡыуыла. Илгә сит халыҡтар килеп төпләнә. Йәһүдтәргә бөтөнләй юҡ ителеү менән янаған ҡатнаш никахтар, илдә йәшәп ҡалған йәһүдтәрҙә милли-дини үҙаңдың ҡаҡшауы күҙәтелә. Шул арҡала ҡатнаш никахтар тыйыла. Йәһүд тип дин шарттарын ҡәтғи үтәүселәр генә таныла.

XVII—XVIII быуаттарҙа йәһүд булыу Галаха талаптарына тап килеү буйынса билдәләнһә (йәһүд әсәнән тыуыу йә иудаизм ҡабул итеү), эмансипация осоро башланғас, дин йәһүдлек шарты булыуҙан туҡтай. Хәҙер «Кем йәһүд?» тигән һорау бәхәстәр һәм фекерләшеүҙәр уртаһына йыш сыға[11].

Иудаизмға күсеү[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иудаизмға күсеү гиюр (йәһ. גֶּיוּר‎) тип аталған йоланы үтеү аша башҡарыла, уның барышында ирҙәр сөннәткә ултыртыла (брит мила), ирҙәр ҙә, ҡатын-ҡыҙҙар ҙа микваға сумырыла. Гиюр үтеү бик ҡатмары ғәмәл. Израилдә гиюр үткән кеше милләте буйынса йәһүд тип рәсми таныла. Сит илдә гиюр үткән кеше Илгә ҡайтыу тураһындағы законға ярашлы Израилгә күсергә хоҡуҡлы була.

Иудаизмдың реформизм, консерватизм, реконструктивизм кеүек яңы ағымдарында гиюр ҡағиҙәләре лә икенсе төрлөрәк.

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иң боронғо (Библиялағыса) тарих[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Йәһүдтәр беҙҙең эраға тиклем 2-се мең йыллыҡта боронғо Ҡәнғән ерендә халыҡ булып формалаша.

Тәүратҡа ярашлы, йәһүд халҡы Мысырҙан сығыу һәм Синай тауы янында Тәүрат ҡанундарын ҡабул итеү һөҙөмтәһендә формалаша. Ҡәнғәнгә килгән йәһүдтәр Яҡуптан таралған 12 ырыуҙан тора.

Беҙҙең эраға тиклем 2—1-се мең йыллыҡтар тирәһендә Дауыт хакимлыҡ иткән Исраил батшалығы хасил була.

Беренсе Ҡорам осоро[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Беҙҙең эраға тиклем Х быуатта Сөләймән (йәһ. Шломо, урыҫ. Соломон) тарафынан Йәрүсәлимдә Ҡорам (Бейт а-микдаш, «Изге Йорт») төҙөлә. Сөләймәндең вафатынан һуң йәһүд дәүләте икегә бүленеп, Исраил һәм Йәһүдиә батшалыҡтары барлыҡҡа килә. Күп быуаттар ағышында Танах (йәһүд Изге яҙмаһы) барлыҡҡа килә.

Беҙҙең эраға тиклем 586 йылда бабилдар (урыҫ. вавилондар) Йәһүҙиә батшалығын баҫып ала, Йәрүсәлим ҡорамын ҡыйрата һәм бик күп йәһүдте Бабилға ҡыуып алып китә (Бабил әсирлеге).

Икенсе Ҡорам осоро[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Яңы Бабил батшалығы фарсылар тарафынан баҫып алынып, Әһәмәниҙәр фарсы империяһы тарафынан йотолғас, йәһүдтәрҙең бер өлөшө Йәһүдиәгә ҡайта һәм Икенсе ҡорамды төҙөй. Йәһүдтәрҙең үҙ дәүләтендә этник тупланыуы яңыра. Әммә күп өлөшө Һиндостандан Эфиопияғаса йәйрәп ятҡан Фарсы империяһы буйлап тарала. Иң элек Месопотамияла барлыҡҡа килгән йәһүд диаспораһы беҙҙең эраның 1-се мең йыллығы аҙағынан башлап Төньяҡ Африканы, Мысырҙы, Көнбайыш Урта диңгеҙ буйын, Грецияны, Кесе Азияны, Сүриәне, Кавказды, Ҡырымды, Иранды, Урта Азияны һәм Һиндостанға тиклем территорияны солғай.

Исраил ерҙәрен Птолемейҙар һәм Селевкиҙар яулап алғас (беҙҙең эраға тиклем IV—II быуаттар) йәһүдтәр мәҙәни эллинлашыуға дусар була.

Маккавиҙар ихтилалы һөҙөмтәһендә Хасмони батшалығы барлыҡҡа килә (164—37). Шул саҡта Негевтың һәм Иордан аръяғының эллинлашҡан төркөмдәре һәм йәһүд булмаған сәмит халыҡтары йәһүд халҡы составына инеп китә.

Йәһүдиәнең Рим тарафынан баҫып алыныуы (беҙҙең эраға тиклем 63—37 йылдар) Икенсе ҡорамдың емертелеүенә (беҙҙең эраның 70 йылы) һәм йәһүдтәрҙең күп өлөшөнөң илдән ҡыуылыуына килтерә. Шул саҡта уҡ римлылар индергән «Фәләстин»[12] атамаһы килеп инә, ул Израиль ерендә йәһүдтәрҙең йәшәгәнлеге тураһында мәғлүмәтте бөтөнләй онотторорға тейеш була.

Урта быуаттар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Фәләстинде 638 йылда ғәрәптәр баҫып алғас, йәһүд этник үҙәге юҡҡа сыға.

Йәһүд диаспораһының тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Диаспорала өҫтөнлөк итеүсе үҙәктәр үҙгәреп тора:

Иң боронғо этник төркөмдәрҙең береһе — бабил йәки ираҡ йәһүдтәре (бавли), беҙҙең эраға тиклем 1-се мең йыллыҡ уртаһында барлыҡҡа килә. Община тәүҙә арами телен файҙалана, VIII—IX быуаттар тирәһендә был телде ғәрәп диалекттарының беренсе тулҡыны (кылту) ҡыҫырыҡлай, һуңынан был диалекттар йәһүдтәрҙә һәм христиандарҙа ғына һаҡланып ҡала, ә тирә-яҡтағы мосолмандар күсмә халыҡтар диалекттарына күсә. Бавлиҙарҙың һуңғы вәкилдәре АҠШ менән Ираҡ араһында һуғыш башланғас (2003) Ираҡты ташлап китә.

Ғәрәптәр баҫып алғандан һуң арами телен һаҡлап ҡалған йәһүдтәр Курдстан таулығына ҡыҫырыҡлана, унда таргум, йәки лахлух тигән этник төркөм хасил итә. Хәҙерге Израилдә улар курдстан йәһүдтәре булараҡ билдәле, көнкүрештә йәһүд-арами телдәрендә аралашалар. Иран йәһүдтәре (парас-у-мадай) Иранда һәм Урта Азияла әһәмәниҙәр осоронан уҡ йәшәй. Беҙҙең эраның VI—VII быуаттарынан йәһүд-фарсы теле ҡомартҡылары һаҡланып ҡалған. Артабан улар иран йәһүдтәренә (джиди — Иранда 25 мең, Израилдә 75 мең, XX быуатта күбеһе фарсы теленә күсә); тат телле тау йәһүдтәре; афған-урта азия төркөмө, Афғанстандан XX быуат аҙағында китеп бөтәләр.

Иран йәһүдтәре Ҡытайҙағы ҡытай телле кайфын йәһүдтәре менән бәйләнгән була, был төркөм беҙҙең эраның VI—VIII быуаттарында формалаша һәм хәҙер ҡытайҙар тарафынан тулыһынса тиерлек йотолған; Кайфын ҡалаһындағы аҙ һанлы тоҡомдары ҡайһы бер мәҙәни үҙенсәлектәрен һаҡлап ҡалған.

Иртә Урта быуаттарҙа халыҡ-ара сауҙа юлдары буйында Һиндостандың Махараштра штатында маратхи телендә һөйләшкән исраил улдары һәм малаялам телендә һөйләшкән кочин йәһүдтәре төпләнә.

Ғәрәп ярымутрауындағы йәһүд тораҡтары беҙҙең эраға тиклем 1 мең йыллыҡ уртаһынан барлыҡҡа килә башлай. Көньяҡ Ғәрәбстандың ғәрәп телле йәһүдтәре («теймани», йәғни йәмәндәр) — башлыса Израилдә (яҡынса 140 мең кеше), 200-ләп кеше Йәмәндә йәшәй. Иртә Урта быуаттарҙа ғәрәп телле төркөмдәр Төньяҡ Сүриәлә, Көньяҡ Төркиәлә (халәби), Көньяҡ Сүриәлә һәм Ливанда (сами) формалаша; XVI быуаттан улар составына Испаниянан ҡасҡан сефардтар ҡушыла. XVIII быуатта халәбиҙәрҙең һәм ираҡ йәһүдтәренең бер нисә кланы Һиндостанға британ тәхетенә хеҙмәткә күсә, артабан шунан Көньяҡ-Көнсығыш Азия (Сингапур, Мьянма (Бирма), Гонконг, Индонезия һ.б.) буйлап таралалар, унда улар бағдади тигән исем аҫтында билдәле. Беҙҙең эраның 1-се мең йыллығының икенсе яртыһынан Мәғриб йәһүдтәренең этник төркөмө барлыҡҡа килә, ул күп һанлы географик һәм субэтник төркөмдәргә бүлгеләнә, шул иҫәптән Атластағы бербер телле йәһүдтәр ҙә шуларҙан сыға.

Был общиналарҙан ситтә эфиоп йәһүдтәре йәшәй (бета-исраэль, йәки фалаша), XX быуатҡа тиклем улар агав телдәрендә, һуңынан амхар һәм тиграй телдәрендә һөйләшә.

Византия йәһүдтәре (еваниҙар, романиоттар) XVI быуаттан башлап сефардтар тарафынан ассимиляциялана. Уларҙың тоҡомдары XX быуаттан грек телендә һөйләшә һәм Грецияла йәшәй (1 мең самаһы кеше).

Кавказ аръяғында грузин йәһүдтәре төркөмө формалаша.

Этногенетик йәһәттән романиоттар, шулай уҡ хазарҙар һәм хазар йәһүдтәре менән X—XVII быуаттарҙа Киев Русында һәм көнбайыш славян ерҙәрендә йәшәгән славян телле йәһүдтәр (кенааним) бәйле булғандыр, улар боронғо урыҫ теле һәм боронғо чех теле этнолекттарында һөйләшкән, һуңыраҡ был төбәккә Германиянан күсеп килгән ашкеназдар тарафынан йотолған.

Европаның көньяҡ-көнбайышында антик осорҙан уҡ йәһүдтәрҙең сефард төркөмө йәшәй, иберо-роман телдәре этнолекттарында һөйләшә. 1492 йылда Испаниянан ҡыуылғандан һуң улар Көнсығыш һәм Көнбайыш Урта диңгеҙ буйына төпләнә, улар араһында йәһүд-испан теле формалаша. Мәҙәни яҡтан уларға Прованс йәһүдтәре һәм Рим йәһүдтәре (ромаим) яҡын, улар иҫке провансаль һәм итальян телдәре этнолекттарында (көньяҡ лоэз) һөйләшә. Был төркөмдәр бөтәһе лә дөйөм йәһүд үҙаңын һаҡлай, шуға өҫтәлеп, субэтник үҙаң да ярала.

Икенсе донъя һуғышы алдынан һәм һуғыш йылдарында немец нацистары һәм уларҙың союздаштары менән коллаборационистары тарафынан маҡсатлы рәүештә алты миллион самаһы йәһүд юҡ ителә[13][14][15].

Израиль дәүләте[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Диаспорала йәшәгән йәһүдтәрҙә һәр ваҡыт тарихи ватанға ҡайтыу теләге көслө була[16]. Европала йәһүдтәрҙе «тәре яуҙары» осоронда башланған эҙәрләү уларҙың Изге ергә эмиграцияһын көсәйтә. Йәһүдтәр Испаниянан ҡыуылғас, 1492 йылда был ағым испан йәһүдтәре менән тулылана, улар Цфат йәһүд общинаһын төҙөй[17].

Хәҙерге заман иммиграцияһының Беренсе алия (йәһ. עלייה‎) тигән атама аҫтында билдәлелек алған беренсе көслө тулҡыны 1881 йылда башлана, был юлы йәһүдтәр Рәсәйҙә ҡыйратылыуҙан ҡаса[18][19].

Сәйәси сионизм барлыҡҡа килгәс, йәһүдтәрҙең Израиль ерендә үҙ дәүләтен төҙөргә ынтылышы уны тормошҡа ашырыу буйынса ойоштороу эштәре баҫҡысына күсә. Сионизм Яңы замандың антисемитизмына яуап була. Йәһүдтәрҙең үҙ дәүләтен төҙөү өсөн көрәше юлында «Бальфур декларацияһы» ҙур ваҡиға була, был документта Бөйөк Британия исеменән сит ил эштәре министры Фәләстиндә «йәһүд милли усағын» булдырыуға ҡаршы түгеллеген белдерә[20][21]. 1920 йылдың 24 апрелендә Сан-Ремо конференцияһында «Бальфур декларацияһы» раҫлана[22][23]. Конференция ҡарарҙары нигеҙендә Милләттәр Лигаһы 1922 йылда Бөйөк Британияға Фәләстингә мандат тапшыра[24].

Йәһүдтәрҙең Фәләстингә иммиграцияһы ғәрәп милләтселегенең күтәрелеүенә һәм ғәрәптәр менән йәһүдтәр араһы боҙолоуға килтерә. Бөйөк Британия йәһүд иммиграцияһын сикләргә мәжбүр була. Мандат аҫтындағы территорияның бер өлөшө Трансиордания ғәрәп дәүләтен ойоштороу өсөн бүлеп бирелә, унда йәһүдтәргә урынлашыу тыйыла. Ғәрәптәр британ сәйәсәтен берҙәм ғәрәп донъяһы идеяһын тарҡартыу ынтылышы тип баһалай[25][26]. 1930-сы йылдарҙа Европанан йәһүд ҡасаҡтары тулҡыны ябырылыу ғәрәп ихтилалы менән тамамлана. 1939  йылдың 17 майында британ хөкүмәте Макдональдтың Аҡ китабын нәшер итә, был китап ғәмәлдә йәһүдтәрҙең иммиграцияһын туҡтата[27]. 1945 йылда Бөйөк Британия йәһүдтәр менән низағ уртаһында ҡала[28].

1947 йылда британ хөкүмәте Фәләстин мандатынан баш тартырға теләй, быны ғәрәптәр менән йәһүдтәр араһында ҡулай ҡарар таба алмауы менән аңлата[29][30]. Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы Генераль Ассамблеяһының Икенсе сессияһында (1947 йылдың 29 ноябре) Фәләстинде бүлеү планы ҡабул ителә. Йәһүдтәрҙең күпселеге ҡарарҙы хуплап ҡаршы ала, ә ғәрәп етәкселәре, шул иҫәптән Ғәрәп илдәре лигаһы һәм Фәләстиндең Юғары ғәрәп советы был планға ҡырҡа ҡаршы була[31][32].

1948 йылдың 14 майында Тель-Авивта Ротшильд бульварындағы музей бинаһында[33], Фәләстингә британ мандаты тамамланырға бер көн ҡалғанда[34] йәһүд дәүләте төҙөлөүе тураһында иғлан ителә.

Таралыуы һәм һаны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡыҫҡа йәһүд энциклопедияһында йәһүдтәрҙең беҙҙең эраға тиклем 1000—586 йылдарҙағы һаны килтерелә[35]:

1000 733—701 586
Йәһүҙиә 450 300-350 150
Исраил 1350 800-1000
Бөтәһе 1800 1100-1350 150

XXI быуатта донъяла бөтә йәһүдтәр һаны 12-нән 15 миллионғаса кеше тип баһалана. Үҙен йәһүд тип тойған кешеләрҙең һаны халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәренән күпкә айырылырға мөмкин.


Донъя илдәрендә иң эре йәһүд общиналары
Ил № Илдәр Йәһүдтәр Илдә % Бөтә йәһүдтәрҙән % Йыл
1 АҠШ (2009)[1] 6544,000 2,1 % 42,89 %
2 Израиль (2010) [2] 5800,000 75,5 % 38,02 %
3 Франция 606,000 1,0 % 3,97 %
4 Канада 393,660 1,2 % 2,58 %
5 Бөйөк Британия 350,000 0,57 % 2,29 %
6 Аргентина [3] 280,000 0,8 % 1,84 %
7 Рәсәй[36] 157,641 0,14 % 1,03 % 2010
8 Австралия 120,000 0,56 % 0,79 %
9 Германия 118,000 0,14 % 0,77 %
10 Бразилия 96,500 0,05 % 0,63 %
11 Украина 80,000 0,16 % 0,52 %
12 Көньяҡ Африка 72,000 0,15 % 0,47 %
13 Польша 50,000 0,6 % 0,33 %
14 Венгрия 49,700 0,4 % 0,33 %
15 Испания 48,409 0,12 % 0,32 %
16 Нидерланд [4] 45,000 0,28 % 0,29 %
17 Мексика 39,800 0,03 % 0,26 %
18 Бельгия 31,200 0,3 % 0,20 %
19 Молдова 31,187 0,7 % 0,20 %
20 Уругвай 30,743 0,9 % 0,20 %
21 Италия 30,213 0,05 % 0,20 %
22 Чили 25,375 0,13 % 0,17 %
23 Венесуэла 20,900 0,1 % 0,14 %
24 Иран 25,405 0,035 % 0,17 %
25 Эфиопия 20,000 0,027 % 0,13 %
26 Швеция 20,000 0,2 % 0,13 %
27 Үзбәкстан 17,453 0,065 % 0,11 %
28 Төркиә 17,415 0,025 % 0,11 %
29 Швейцария 17,000 0,2 % 0,11 %
30 Һиндостан 15,405 0,005 % 0,101 %
31 Панама 10,029 0,33 % 0,066 %
32 Латвия 9,001 0,397 % 0,059 %
33 Австрия 8,184 0,1 % 0,054 %
34 Грузия 7,951 0,17 % 0,052 %
35 Әзербайжан 7,911 0,1 % 0,052 %
36 Дания 7,062 0,13 % 0,046 %
37 Румыния 6,029 0,027 % 0,040 %
38 Яңы Зеландия 7,077 0,17 % 0,046 %
39 Греция 5,334 0,05 % 0,035 %
40 Марокко 5,236 0,016 % 0,034 %
41 Ҡаҙағстан 4,100 0,027 % 0,027 %
42 Литва 3,596 0,1 % 0,024 %
43 Колумбия 3,400 0,008 % 0,022 %
44 Чехия 4,000 0,03 % 0,026 %
45 Словакия 3,041 0,056 % 0,020 %
46 Перу 2,800 0,01 % 0,018 %
47 Коста-Рика 2,500 0,06 % 0,016 %
48 Болгария 2,300 0,031 % 0,015 %
49 Әрмәнстан[37] 2,000 0,035 % 0,013 %
50 Ирландия 1,930 0,045 % 0,013 %
Бөтәһе 50 ил 15 256,487 - 100 %

Донъяның 110 илендә ойошҡан йәһүд общиналары бар.

Йәһүдтәрҙең этник төркөмдәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Йәһүдтәрҙең иң эре этник төркөмдәре — ашкеназдар (Үҙәк һәм Көнсығыш Европа, Рәсәй) һәм сефардтар (Испания, Португалия, бөтә Урта диңгеҙ буйы).

Башҡа этник төркөмдәре:ғәрәп йәһүдтәре; лахлухтар, фарсы һәм бохара йәһүдтәре; грузин йәһүдтәре; тау йәһүдтәре; һинд йәһүдтәре, романиоттар, итальяниҙар (роми), фалашалар һ. б.

[38][39][40].

Яҡын төркөмдәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Дине буйынса үҙҙәрен йәһүд тип иҫәпләгән этник төркөмдәр — криптойәһүдтәр һәм йәһүдиләшеүселәр.

Криптойәһүдтәр — мәжбүр ителеп христианлыҡҡа йә исламға күскән, йәшерен рәүештә иудаизм элементтарын һаҡлаған төркөмдәр:

  • марандар («яңы христиандар») — Пиреней ярымутрауы, АҠШ-тың көньяғы, Латин Америкаһы һәм Филиппин;
  • шуэтес (инг.)баш. — Балеар утрауҙарындағы христианлаштырылған йәһүдтәрҙең тоҡомдары;
  • йәдидтәр һәм чалалар — Иран һәм Урта Азия, формаль рәүештә мосолман тип һаналалар, әммә көнкүрештә йәһүд мәҙәниәте элементтарын һаҡлайҙар;
  • бета-абрахам (инг.)баш. — Эфиопия;
  • неофити (инг.)баш. — көньяҡ Италия;
  • дёнме — Төркиә.

Йәһүдиләшеүселәр — этник сығышы буйынса төрлө, әммә иудаизм динен тотҡан йә уға ынтылған кешеләр:

  • субботниктар — Үҙәк Рәсәй, Себер һәм Кавказ аръяғы;
  • прозелиттар — Сан-Никандр (Италия);
  • Бней-Менаше — Һиндостандың Мизорам, Манипур штаттары һәм Бирманың Чин штаты;
  • телугу — Һиндостандың Андхра-Прадеш штаты, иудаизмды 1981 йылда ҡабул иткәндәр;
  • кашмир йәһүдтәре;
  • абаюдая (инг.)баш.лар — Уганда;
  • ҡара йәһүдтәр;
  • House of Israel (инг.)баш. — Гана;
  • Игбо йәһүдтәре — Нигерия;
  • Русапе йәһүдтәре — Зимбабве;
  • насраниҙар — Һиндостан;
  • кнаная — Һиндостан;
  • секлер субботниктары (собматош) — Трансильвания;
  • банту телле лембалар — КАР, Зимбабве һ.б.

Ҡараимдар һәм самариҙар ҙа йәһүд этносына яҡын тора.

Йәһүдтәрҙең телдәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Боронғо йәһүд телендә (иврит) Тәүрат (йәһүд Библияһы) яҙылған. Беҙҙең быуаттың тәүге йылдарында арами теле йәһүдтәрҙең һөйләш теле булып китә. Артабан диаспорала төрлө йәһүд телдәре һәм этнолекттары барлыҡҡа килә. Боронғо йәһүд теле аралашыу теле булыуҙан туҡтай, әммә лашон-а-кодеш («изге тел») сифатында һаҡланып ҡала һәм дини, әҙәби, мәғариф, мәҙәни һәм эш ҡағыҙҙары өлкәләрендә төп яҙма тел булып йөрөй. XX быуатта был тел иврит формаһында тергеҙелә һәм Израиль йәһүдтәренең рәсми һәм төп һөйләш теле булып тора.

Диаспора илдәрендә иврит төп иудаизм теле булараҡ йәшәй. АҠШ-та, Израилдә, Бельгияла, Бөйөк Британияла, Канадала һәм башҡа ҡайһы бер илдәрҙә байтаҡ хәсид общинаһының теле булып идиш хеҙмәт итә. Башҡа йәһүд телдәренән һәм этнолекттарынан сефард, тат (тау йәһүд), йәһүди-арами, йәһүди-иран телдәре һаҡланған. Әлеге ваҡытта йәһүдтәрҙең 45 проценты — инглизсә (АҠШ, Канада, Бөйөк Британия, Австралия, КАР, Израиль һ.б.), 34 процент самаһы — ивритса (Израиль, АҠШ), 13 проценты — урыҫса, 5 процентлабы — испанса, 4,5 процент самаһы — французса, яҡынса 4 проценты идишса, 3,5 самаһы проценты ғәрәпсә һөйләшә, немец, итальян, румын, фарсы, поляк, амхар, португал, венгр, нидерланд, төрөк һәм башҡа телдәр ҙә таралған.

Диндәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Йәһүдтәрҙең күпселеге иудаизм динен тота (йәһүдиҙәр). «Иудаизм» термины грек. йуда́исмос тигәндән килеп сыҡҡан һәм йәһ. яхадут‎ (יהדות) йехуди, иудей, йәһүҙи тигәнгә барып тоташа.

Йәһүд халҡының изге китабы — Танах (йәһүд Изге Яҙмаһы) (Танах — аббревиатура: Тора йәһ. תורה‎, Невиим йәһ. נביאים‎, Ктувим йәһ. כתובים‎ — Биш китап, Пәйғәмбәрҙәр һәм Яҙмалар). Танах христиандарҙың Изге яҙмаһының (Иҫке Ғәһед) бер өлөшө булып тора һәм исламда ла хөрмәт менән телгә алына.

Традицион мәҙәниәттәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]


Йәһүдтәрҙең диаспорала тулы хоҡуҡлы булмаған социаль-иҡтисади статусы уларҙың үҙенсәлекле мәҙәниәте барлыҡҡа килеү сәбәпсеһе була. Бөтә ерҙә лә йәһүдтәрҙең ауыл хужалығында ҡатнашыуы сикләнә, төп шөғөлдәре һөнәрселек һәм сауҙа була, бер өлөшө йүнселлек һәм рибасылыҡ, ирекле профессиялар менән шөғөлләнә. Йәһүдтәрҙең күпселеге йомоҡ община (кегила) булып йәшәй.

Яҡын һәм Урта Көнсығышта XX быуат уртаһына тиклем йәһүдтәрҙә полигамия йәшәп килә (норматив моногамия ашкеназдарҙа X быуатта индерелә). Туғанлыҡ атайҙан алып барыла, әммә милләт йәһүд әсәйгә ҡарап билдәләнә. Матди мәҙәниәттең дөйөм йәһүд һыҙаттары иудаизм нимә ҡушһа, шуға бәйле: туҡланыуҙа кашрут, ирҙәрҙең һәм ирле ҡатындарҙың һәр ваҡыт баш кейемендә йөрөүе һ.б.

Яңы заманда Европа илдәренең күпселегендә улар йотола, йәһүдтәргә хас мәҙәни һыҙаттарын юғалта, ҡатнаш никахтар йышая.

Бер үк ваҡытта йәһүдтәрҙең бергә тупланыуы көсәйә бара.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Эттингер, 2001, с. 1414
  2. История евреев
  3. JEWISH POPULATION IN THE WORLD AND IN ISRAEL  (инг.). cbs.gov.il (2013). — Statistical Abstract of Israel 2013 - No. 64 Subject 2 - Table No. 11. 16 сентябрь 2013 тикшерелгән.(инг.). cbs.gov.il (2013). — Statistical Abstract of Israel 2013 — No. 64 Subject 2 — Table No. 11.
  4. Judaism
  5. также употребляется в значении иудеи
  6. Иер. 34:9; Зх. 8:23; Эсф. 2:5; 3:4 и другие места
  7. «Кто такие библейские „Иврим“»? «Лехаим», 2010 № 9
  8. Авраам — Ҡыҫҡа йәһүд энциклопедияһынан (рус.)
  9. Иосиф Флавий. «Иудейские древности» Кн. I, гл. 6
  10. Хабиру — Ҡыҫҡа йәһүд энциклопедияһынан (рус.)
  11. В частности, см.: Заграевский С. В. О прошлом, настоящем и будущем еврейской нации.
  12. Израиль. Земля Израиля (Эрец-Исраэль). Географический очерк — Ҡыҫҡа йәһүд энциклопедияһынан (рус.)
  13. «Holocaust», Энциклопедия Британника 11 — Ҡыҫҡа йәһүд энциклопедияһынан (рус.)
  14. The Trial of German Major War Criminals. Sitting at Nuremberg, Germany. December 3 to December 14, 1945. Twentieth Day: Friday, 14th December, 1945 (Part 5 of 9), The Nizkor Projec йәһ. 22
  15. Носенко Т. Иерусалим. Три религии — три мира — Olma Media Group, 2003. — Б. 315. — 440 б. — ISBN 9785224036363.
  16. Все параметры шаблона {{cite web}} должны иметь имя. Мирный договор между Союзными державами и Турцией, подписанный в Севре 10 августа 1920 года. genocide.ru. Тәүге сығанаҡтан архивланған 23 май 2012. 11 апрель 2012 тикшерелгән.
  17. The First Aliyah  (инг.). Jewish Virtual Library. The American-Israeli Cooperative Enterprise. Тәүге сығанаҡтан архивланған 23 май 2012. 1 апреля 2012 тикшерелгән.(инг.). Jewish Virtual Library. The American-Israeli Cooperative Enterprise. Тәүге сығанаҡтан архивланған 23 май 2012. 1 апреля 2012 тикшерелгән.
  18. Horowitz, 1978, p. 3
  19. Носенко Т. Иерусалим. Три религии — три мира — Olma Media Group, 2003. — Б. 315. — 440 б. — ISBN 9785224036363.
  20. Агапов, 2011, с. 2828
  21. Мирный договор между Союзными державами и Турцией, подписанный в Севре 10 августа 1920 года. genocide.ru (20 апреля 1949). Тәүге сығанаҡтан архивланған 23 май 2012. 11 апрель 2012 тикшерелгән.
  22. Bregman 2002, p. 40–1
  23. League of Nations: The Mandate for Palestine, July 24, 1922  (инг.). Modern History Sourcebook. Fordham University (24 июля 1922). Тәүге сығанаҡтан архивланған 21 август 2011. 5 июля 2008 тикшерелгән.(инг.). Modern History Sourcebook. Fordham University (24 июля 1922). Тәүге сығанаҡтан архивланған 21 август 2011. 5 июля 2008 тикшерелгән.
  24. Агапов, 2011, с. 36—4036—40
  25. Horowitz, 1978, p. 4
  26. Агапов, 2011, с. 57—58, 6657—58, 66
  27. Fraser T. G. The Arab-Israeli conflict — 2. — Palgrave Macmillan, 2004. — P. 27. — 190 p. — ISBN 9780333717066.
  28. Background Paper No. 47 (ST/DPI/SER.A/47). United Nations (20 апреля 1949). Тәүге сығанаҡтан архивланған 23 май 2012. 21 августа 2011 тикшерелгән.
  29. Отмена Мандата // Истоки и история проблемы Палестины. Отдел по делам палестинцев Секретариата ООН. Тәүге сығанаҡтан архивланған 23 май 2012. 7 апрель 2012 тикшерелгән.
  30. Bregman 2002, p. 40–1
  31. Штереншис М. История государства Израиль, 1896-2009 — 3. — Исрадон, 2009. — Б. 112. — 701 б. — ISBN 9785944670823.
  32. Млечин Л. М. Израилю — 60 лет. // The New Times, 12.05.2008
  33. Part 3: Partition, War and Independence  (инг.). The Mideast: A Century of Conflict. National Public Radio (2 октября 2002). Тәүге сығанаҡтан архивланған 21 август 2011. 13 июля 2007 тикшерелгән.(инг.). The Mideast: A Century of Conflict. National Public Radio (2 октября 2002). Тәүге сығанаҡтан архивланған 21 август 2011. 13 июля 2007 тикшерелгән.
  34. Демография. Численность и географическое размещение мирового еврейства — Ҡыҫҡа йәһүд энциклопедияһынан (рус.)
  35. Всероссийская перепись населения 2010 г. Национальный состав населения Российской Федерации.
  36. Еврейская община Армении
  37. Studies Show Jews’ Genetic Similarity
  38. Происхождение евреев выяснили учёные, проанализировав 237 геномов
  39. Conference on Jewish genomics

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]