Холокост

Был мәҡәлә һайланған мәҡәләләр исемлегенә керә
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Холоко́ст (ингл. holocaust, бор. грек. ὁλοκαύστος — «бөтә нәмәне яндырыу»):

  • Тар мәғәнәлә — Икенсе бөтә донъя һуғышы ваҡытында[1]Германияла һәм уның союздаштарының, шулай уҡ оккупацияланған территорияларҙа йәшәгән йәһүдтәрҙе эҙәрлекләү һәм күпләп юҡ итеү; 1933—1945 йылдарҙа[2] Европа йәһүдтәрен нацистик Германия һәм коллаборационистар тарафынан даими эҙәрлекләү һәм юҡ итеү. Ғосман империяһының әрмәндәргә ҡарата геноциды менән бер рәттән XX быуаттың[3] иң билдәле геноцид миҫалы булып тора;
  • киң мәғәнәлә[4] — нацистар тарафынан төрлө этник һәм социаль төркөмдәрҙе (совет әсирҙәрен, поляктарҙы, йәһүдтәрҙе, сиғандарҙы, гомосексуаль ирҙәрҙе, масондарҙы, ауыр сирлеләрҙе һәм инвалидтарҙы һ.б.) нацистик Германия йәшәгән осорҙа эҙәрлекләү һәм күпләп юҡ итеү[5][6][7].
Холокост ҡорбандары мемориалы. Берлин

Һүҙҙең этимологияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Инглиз һүҙе «holocaust» латин Тәүратынан алынған. Унда ул грек теленән, шулай уҡ Тәүрат формаһы булараҡ ингән; рус телендә «олокауст» һәм «олокаустум» («Геннадиевская Библия», 1499), Кургановтың «Письмовник»ында (XVIII быуат) «голокость» формаһы ҡулланыла һәм ул «ҡорбан, бөтә нәмәне яндырыу» тип аңлатыла.

Инглиз телендә «holocaust» хәҙерге аңлатмаһына яҡыныраҡ 1910 йылдарҙа, ә хәҙерге мәғәнәһендә 1942 йылдарҙа нацистар тарафынан йәһүдтәрҙе ҡырыу булараҡ ҡулланыла. 1950 йылдарҙа буласаҡ Нобель премияһы лауреаты Эля Визелдең китаптары аша киң таралыу таба. Совет матбуғатында 1980 йылдар башында күренә башлай.

Хәҙерге инглиз телендә «Holocaust» ҙур хәрефтән башланһа — нацистарҙың йәһүдтәрҙе ҡырыуы мәғәнәһендә, ә бәләкәй хәрефтән булһа — башҡа осраҡтарҙа ҡулланыла. Рус телендә «холокост» яңғыҙлыҡ исемен аңлатмаһа, бәләкәй хәрефтән яҙыла[1], ә инде йәһүдтәргә ҡарата геноцидты аңлатҡанда — ҙур хәрефтән яҙыла[9][10][11][12][13][14]. Рус телендә шулай уҡ ҙур хәрефтән яҙылған был һүҙ геноцидтың теләһә ниндәй актын[1] аңлата. Ҡайһы бер сығанаҡтар хәҙерге ваҡытта был термин Икенсе донъя һуғышы йылдарында йәһүдтәргә ҡарата булған геноцидты — аныҡ тарихи ваҡиғаны билдәләү өсөн ҡулланыла, шуға күрә ҙур хәрефтән яҙыла[15], тип бара.

Холокостың айырмалыҡтары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Маутхаузен-Гузен концентрация лагерының бер нисә әсиренең кәүҙәһе, Австрия. Тотҡондарҙы хәлдән тайғанға тиклем таш сығарыуҙа, таш киҫеүҙә эшләтәләр, һуңынан, бөтөнләй хәлдәре ҡалмағанда, үлтерәләр.


  1. Тотош милләтте тулыһынса юҡ итеүҙең алдан күҙалланған ынтылышы һөҙөмтәһендә Европа йәһүдтәренең[8] — 60, донъялағы йәһүдтәрҙең[5]; 3/4 өлөшө юҡ ителә.;
  2. Сиған халҡының 1/4 өлөшөнән 3/4 өлөшөнә тиклем ҡырыла;
  3. Поляктарҙың 10 процентҡа тиклеме юҡ ителә (хәрби юғалтыуҙарҙы һәм Литва һәм Украина коллаборационистары тарафынан ҡырыуҙы иҫәпкә алмайынса ғына)[9];
  4. 3 миллион самаһы[10] совет хәрби әсире юҡ ителә;
  5. Аҡылы зәғиф һәм хеҙмәткә яраҡһыҙҙар тотошлай ҡырыла;
  6. 9 мең самаһы гомосексуалды юҡ итеү;
  7. Кешеләрҙе күпләп юҡ итеү системаларын һәм ысулдарын эшләү һәм уларҙы даими камиллаштырыу (күҙалланған ҡорбандарҙың күп һанлы исмелеге, үлем лагерҙары һ.б.).
  8. Хәрби хәрәкәттәр Германия территорияһына күскәнгә һәм уның 1945 йылдың майындағы капитуляцияһына тиклем кешеләрҙе күпләп, милләт-ара юҡ итеү.
  9. Холокост ҡорбандарында нацицтарҙың ҡанһыҙ һәм үлемгә килтереүсе гуманһыҙ медицина тәжрибәләре.

Йәһүд халҡының геноциды[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Шоа — Европа йәһүдтәренең фажиғәһе[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Европала, Берлинда һәләк булған йәһүдтәр иҫтәлегенә һәйкәл, Германия

Шоа (ивр. ‏שׁוֹאָה‏‎‎‎ — һәләкәт, катастрофа) — йәһүдтәрҙең иврит телендә һәм ҡайһы бер башҡа телдәрҙә немец нацистарының йәһүд этносын юҡҡа сығарыу буйынса алып барылған сәйәсәтен билдәләү өсөн ҡулланылған термин; «Холокост» терминын алмаштыра. Идиш телендә был мәғәнәлә икенсе термин — дритер хурбм (идиш דריטער חורבן — өсөнсө емереү, йәһүд халҡы тарихында, Беренсе һәм Икенсе Иерусалим ҡорамдарын емергәндән башлап, үҙенсәлекле һәләкәтле ваҡиға) ҡулланыла.

Ҡорбандар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Израилдең Яд ва-Шем Һәләкәттәр һәм ҡаһарманлыҡ институты критерийҙары буйынса, Шоа ҡорбандарына «оккупацияланған территорияларҙа нацистик режим шарттарында йәшәгән һәм юҡ ителгән, күпләп атыу урындарында һәләк булған, лагерҙарҙа, геттола, төрмәләрҙә, йәшенеү урындарында, урмандарҙа, шулай уҡ ҡаршылыҡ (ойошҡан йәки ойошҡан булмаған) күрһәтергә тырышҡан ваҡытта, партизан хәрәкәтендә, подпольела, баш күтәреүҙә, сикте рөхсәтһеҙ үтеп сығырға тырышҡанда йәки ҡасҡанда нацистар йәки уларға ярҙам итеүселәр (урындағы халыҡты ла индереп йәки милләтсе төркөм ағзалары) тарафынан үлтерелеүселәр» иҫәпләнә. Бынан тыш, уларҙың иҫәбенә «яуланған территорияларҙа булған, Германияның һәм уның союздаштарының ҡораллы көстәре менән бәрелешеү, 1941—1942 йылдарҙағы эвакуация ваҡытында бомбаға тотоу, ҡасыу, һөҙөмтәһендә үлгән/һәләк булыусылар» [11] инә.

Статистика[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һуғыштан һуңғы яҡынса баһалауҙар буйынса, ҡол хеҙмәтен файҙаланыу, изоляциялау, язалау, йәһүдтәрҙе йәки халыҡтың «тулы хоҡуҡлы булмаған» башҡа төркөмөн ҡырыу өсөн нацистар 7000 самаһы лагерь һәм гетто ойоштора. 2000 йылдарҙа Вашингтондағы Холокост мемориаль музейы тикшеренеүселәре уларҙың һанын 20 мең тип белдерә. Шул уҡ музейҙың һуңғы мәғлүмәттәре буйынса, Европа территорияһында 42500 шундай учреждение була[12][13][14].

Шао ҡорбандары тип Европаның 6 миллион йәһүде иҫәпләнә[15][16]. Был һан Нюрнберг трибуналының[17] хөкөм ҡарраҙарында нығытылған. Шуға ҡарамаҫтан, ҡорбандарҙың тулы исемлеге юҡ. Һуғыш ахырына нацистар хатта үлем лагерҙарының эҙен дә юҡ итә. Был хаҡта совет ғәскәрҙәре килер алдынан кешеләрҙең күмелгән мәйеттәрен сығарыу йәки юҡ итеү тураһында раҫлауҙар һаҡланған. Иерусалимдағы Һәләкәт (Шоа) һәм Ҡаһарманлыҡ «Яд ва-Шем» милли мемориалында исемләп танылған[18] 4 миллион самаһы кешенең шәхси документтары һаҡлана. Мәғлүмәттәрҙең тулы булмауы бик йыш йәһүд общиналарының тулыһынса ҡырылыуы, уларҙың исемдәрен хәбәр итеүсе бер генә туғандары ла, яҡындары ла ҡалмауы менән аңлатыла. Һуғыш кешеләрҙе айыра һәм иҫән ҡалғандар туғандары менән осрашыуға өмөт итеп, уларҙың исем-шәрифен атауҙан баш тарта. Бик күп кеше оккупацияланған СССР территорияһында юҡ ителә, сит ил тикшеренеүселәренә илгә инеү тыйылғанлыҡтан, һәләк булыусылар тураһында уларҙың сығышын әйтмәйенсә, «совет граждандары» тип кенә белдерәләр.

Европа йәһүдтәренең һәләкәте тураһында статистика мәғлүмәттәренең төп сығанағы булып һуғыш алдынан үткәрелгән халыҡ иҫәбен алыу менән һуғыштан һуңғы иҫәп алыу мәғлүмәттәрен сағыштырыу тора. «Холокост энциклопедяиһы» (Яд ва-Шем музейы нәшер иткән) баһаһы буйынса, 3 миллионға тиклем Польша йәһүде, 1,2 миллион — совет йәһүде, шул иҫәртән Литвала — 140 мең, Латвияла — 70 мең йәһүд һәләк була. Венгрияла — 560, Румынияла — 280, Германияла — 140, Голландияла — 100, Францияла — 80, Чехияла — 80, Словакияла — 70, Грецияла — 35, Югославияла — 60, Белоруссияла 800 меңдән ашыу йәһүд юҡ ителә.

Лев Поляков һуғыш ваҡытындағы Германия мәғлүмәттәрен нацистарҙың раса сәйәсәте һөҙөмтәһендә демография эҙемтәләрен иҫәпкә алып, йәһүдтәрҙең дөйөм юғалтыуҙарын яҡынса һигеҙ миллион тип баһалай. Немец ғалимы Р. Руммель 1992 йылда нәшер иткән демографик тикшеренеүҙәр һөҙөмтәһендә һәләк булған йәһүдтәр һанын 4 миллион 204 меңдән 7 миллионға тиклем тип белдерә һәм ысынбарлыҡҡа тап килгән һан тип 5 миллион 563 меңде ала. Я. Робинзон иҫәпләүҙәре буйынса, 5 миллион 821 мең йәһүд һәләк булған. Рауль Хильберг һәләк булыусыларҙы 5,1 миллион тип билдәләй. Был иҫәпләүҙәр лагерь тотҡондарын азат иткәндән һуң үлеүселәрҙе иҫәпкә алмай, әммә шуныһы асыҡ: улар лагерҙарҙа кисергән ғазаптар һәм ауырыуҙар һөҙөмтәһендә үлгән[19]. Иегуда Бауэр 5,6 — 5,85 миллион һанын килтерә[20].

Холокосты осорҙарға бүлеү[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Холокостың мөһим ваҡиғалары

1933—1939 йылдарҙа йәһүдтәрҙең Германиялағы хәл-торошо[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Эҙәрлекләүҙәргә 1933 йылдың 1 апрелендә йәһүдтәрҙең бойкоты һәм дәүләт учреждениеларында йәки айырым профессиялар буйынса эшләгән йәһүдтәргә йүнәлтелгән раса тулҡындары юл аса. 1935 йылдың 15 сентябрендә ҡабул ителгән «Нюрнберг законы» Германияла йәһүдтәрҙең тиңлеген юҡҡа сығара һәм йәһүдлекте раса терминдарында билдәләй башлай. 1938 йылдың 9 ноябренән 10-на ҡараған төндә йәһүдтәргә ҡаршы истерия киң ҡоласлы ҡыйралышҡа килтерә. Был төн немец ҡалалары урамдары быяла ярсыҡтарына күмелгәнлектән, «Гәлсәр төн» атамаһын ала. Йәһүдтәргә ҡарата дискриминация сәйәсәте алып барылыуға ҡармаҫтан, геноцид нацистар власҡа килеү менән үк башланмай. Нацистар уларҙы илдән ҡыуып сығарырға теләй, әммә бик йыш йәһүдтәрҙең барыр ере булмай. Европа йәһүдтәре өсөн, Хаим Вейцмандың (һуңынан Израилдең беренсе президенты булып китә) әйтеүенсә: «донъя ике лагерға бүленә: үҙҙәрендә йәһүдтәрҙе күрергә теләмәгән илдәргә һәм уларҙы үҙ илдәренә индерергә теләмәүселәргә» [21]. 1938 йылдың июлендә АҠШ президенты Франклин Рузвельт инициативаһы буйынса Эвианда (Франция) ҡасаҡтар буйынса халыҡ-ара конференция еңелеү менән тамамлана. Доминикан республикаһынан башҡа, 32 ҡатнашыусы илдең береһе лә Германиянан һәм Австриянан көтөлгән ҡасаҡтарға өмөт бирмәй. Бөйөк Британия хатта үҙ контролендә булған Фәләстанға мигранттар ағымын сикләй.

1933—1939 йылдарҙа Германиянан һәм Австриянан 330 мең йәһүд ҡаса. Уларҙың 110 мең самаһы күрше илдәргә сыға, әммә һуғыш йылдарында барыбер эҙәрлекләүҙәргә дусар була.

1939 йылда Гитлер «4 йыллыҡ план өсөн яуаплы» Герман Герингҡа Германиянан йәһүдтәрҙе сығарыу буйынса саралар планы әҙерләргә ҡуша. Икенсе донъя һуғышы башланыуы, Германияға көнбайыш Польша ҡушылыуы һөҙөмтәһендә, уларҙың һанын арттырып ҡына ҡалмай, рөхсәт буйынса эмиграциялау юлдарын да ҡатмарлаштыра. 1940 −1941 йылдың башында нацистар йәһүд мәсьәләһен хәл итеүҙең бер нисә вариантын әҙерләй: Кремлгә рейх йәһүдтәрен СССР-ға ҡабул итергә тәҡдим итә, «Мадагаскар» (барлыҡ йәһүдтәрҙе Африканың көньяҡ-көнсығыш ярындағы ошо утрауға күсереү) һәм «Люблин» (Польшаның нацистар оккупацияһында ҡалған, «генерал-губернаторлыҡ» атамаһы алған өлөшөндә йәһүдтәрҙең резервацияһын булдырыу) планы инициативаһы менән сыға. Был проекттарҙың береһе лә тормошҡа ашмай.

Йәһүдтәрҙең һуғыш ваҡытындағы хәл-торошо[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Гетто[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Икенсе донъя һуғышы башланыу менән нацистар йәһүд халҡы күпләп йәшәгән илдәрҙе һәм өлкәләрҙе — Польшаны, Балтика буйын, Украинаны, Белоруссияны — баҫып ала.

Ҙур ҡалаларҙа, ҡайһы берҙә ҙур булмағандарында ла, йәһүд геттолары ойошторола һәм уға ҡаланың, тирә-яҡтағы йәһүд халҡы йыйып килтерелә. Иң ҙур гетто Варшавала була, унда 480 меңгә тиклем йәһүд иҫәпләнә.

СССР территорияһында иң ҙур Львов (1941 йылдың ноябренән 1943 йылдың июненә тиклем эшләй, 409 мең кеше иҫәпләнә) һәм Минск геттолары (1943 йылдың 21 октябрендә бөтөрөлә, 100 мең самаһы кеше) була.

Йәһүдтәрҙе тулыһынса физик юҡ итеү тураһында ҡарар ҡабул ителгәнгә тиклем «йәһүд мәсьәләһен хәл итеүҙең» түбәндәге схемаһы ҡулланыла[22]:

  • Йәһүд халҡын ҙур ҡала райондарында туплау — гетто;
  • Уларҙы башҡа халыҡтарҙан айырыу — сегрегация;
  • Йәһүдтәрҙе йәмәғәт тормошоноң барлыҡ өлкәләренән тулыһынса ҡыҫырыҡлап сығарыу;
  • Милектәрен конфискациялау, иҡтисадтың барлыҡ өлкәләренән ҡыҫырыҡлап сығарып, ярлыландырыу;
  • Ҡоллоҡ хеҙмәте уларға йәшәү өсөн берҙән-бер мөмкинлек булған сиккә еткереү.
Күпләп атыуҙар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

СССР-ҙа йәһүд халҡы йәшәгән урындарында СС-тың айнзатц төркөмдәре (нем. Einsatzgruppen), Украина һәм Балтика буйы коллаборационистары тарафынан ҡырыла.

Оккупациялағы Одесса өлкәһендә йәһүдтәрҙе ҡырыу менән румын ғәскәрҙәре шөғөлләнә. Бөтә Балтика буйында, Украинала, Белоруссияла, һәр бер ҙур булмаған ҡала, күпселек ауылдар эргәһендә «соҡорҙар» — тәбиғи йырындар була. Унда халыҡты — ир-атты, ҡатын-ҡыҙҙы, балаларҙы йыйып алып килеп аталар. 1941 йылдың июль һуңында Каунаста немецтар һәм уларҙың Литва ярҙамсылары тарафынан меңдәрсә йәһүд үлтерелә; Вильнюстың 60 мең йәһүденән 45 мең самаһы Понар эргәһендәге йырындарҙа күпләп атыу һөҙөмтәһендә һәләк була. Бындай таҙартыуҙар 1941 йылдың һуңына тиклем дауцам итә. Үлтереү тулҡыны тотош Литва буйынса үтә. 1942 йылдың башына йәһүд общиналары ҡалдыҡтары бары тик Каунас, Вильнюс, Шяуляй, Швенчис ҡалаларында ғына һаҡланып ҡала. Латвияла бер нисә аҙна дауамында провинциаль ҡалаларҙың барлыҡ йәһүд халҡы ҡырыла; Даугавпилста, Ригала һәм Лиепаила ғына общиналар һаҡланып ҡала. Риганың 33 мең йәһүденән 27 меңе 1941 йылдың ноябрь һуңында — декабрь башында үлтерелә. Даугавпилста һәм Лиепаила ла шул уҡ ваҡытта ҡырылалар.

1940 йылда Эстонияның 4,5 мең кеше иҫәпләнгән йәһүдтәренең бер өлөшөнә ҡотолоу мөмкин була. Мәҫәлән, 1941 йылдың 14 июнендә, һуғыш башланыуҙан 8 көн алда ғына 500 самаһы йәһүд НКВД органдары тарафынан Себергә депортациялана, 500 самаһы ир-ат Ҡыҙыл армия сафына алына йәки истрибитель батальонына инә. Эстонияла ҡалған 3,5 мең йәһүдтең 950-һе эвакуацияланырға теләмәй һәм тарихсы Антон Вайс-Вендтың фекеренсә, немец оккупация властарының гуманизмына өмөтләнә[23]. Яҡынса 2 — 2,5 мең эстон йәһүденә Советтар Союзының эске төбәктәренә эвакуацияланыу насип була. Дәүләттә ҡалған 929 кеше 1941 йылдың һуңында атыла. Эстония Европаның «йәһүдтәрҙән азат» беренсе һәм берҙән-бер иле була. Был хаҡта 1942 йылдың февралендә Берлинға хәбәр ителә. Белоруссияла ҡайһы берәүҙәргә генә ил эсенә эвакуацияланыу мөмкин була. 1941 йылдың 27 июнендә Белостокта 2 мең йәһүд үлтерелә, бер нисә көндән һуң — тағы бер нисә мең. Биш көн дауамында Минскиҙың һәм уның тирә-яғының 80 мең йәһүде 1941 йылдың 20 июлендә ойошторолған геттоға йыйыла. Ҡыш башланғанға тиклем уларҙың 50 меңе үлтерелә. Оккупацияның тәүге айҙарында Витебсктың, Гомелдың, Бобруйстың, Могилевтың күпселек йәһүде ҡырыла. Белоруссияла һәм РСФСР-ҙың оккупацияланған өлөштәрендә (нигеҙҙә, Смоленск өлкәһендә) ойошторолған 23 геттоның 12-һе 1941 йыл аҙағына тиклем, тағы алтыһы 1942 йылдың тәүге айҙарында бөтөрөлә.

Көнбайыш Украинала немецтар һәм урындағы халыҡ1941 йылдың июне һуңында — июль башында уҡ ҡыйралыштар башлай. Львовта 30 июндә — 3 июлдә 4 мең йәһүд үлтерелә, ә 25 — 27 июлдә — 2 мең самаһы. Немецтар Луцкты баҫып алғандан һуң бер нисә көн үткәс, 2 мең йәһүд юҡ ителә, Ровноның 27 мең йәһүденең 21 меңе 1941 йылдың ноябрендә үлтерелә. Немецтар килгәнсе эвакуацияланып өлгөрмәгән Үҙәк һәм Көнсығыш Украина йәһүдтәре нацистар ҡулына эләгеп, Көнсығыш Европа өлөшөндәге (Киевтың Бабий Яры, Николаевск өлкәһенең Богдановкаһы, Харьковтың Дробицкий Яры) йәһүдтәр яҙмышына дусар була . Немец ғәскәрҙәренең көнсығышҡа һөжүме һәм СССР-ҙың ҙур территорияһын оккупациялауы һөҙөмтәһендә хәрби хәрәкәттәр башланғанда көнбайыш райондарҙан эвакуацияланған йәһүдтәрҙең бер өлөшө нацистар власына эләгә. Уларҙы ла милләттәштәре яҙмышы көтә, Украинаның бик күп йәһүд общиналары эҙһеҙ юғала. Һуғышҡа тиклем булған 70 үҙәктең 43-ө 1941 йылда уҡ, ҡалғандары 1942 йылдың уртаһына тиклем юҡ ителә.

1941 йылдың октябрендә немецтар Ҡырымды баҫып алғас, урындағы халыҡтың актив ярҙамы менән 5 мең самаһы крымчак — Ҡырым йәһүдтәре һәм 18 мең самаһы йәһүд халҡы[19]. үлтерелә.

РСФСР-ҙың оккупацияланған Псков, Смоленск, Брянск өлкәләрендә йәһүд халҡы тупланыбыраҡ йәшәгән урындарҙа геттолар ойошторола, һуңынан ғына ундағы халыҡ атыла. Ленинград һәм Новгород өлкәләрендә, Төньяҡ Кавказда һәм Ҡырымда йәһүдтәрҙе ҡырыу улар йәшәгән биләмәләр баҫып алыныу менән башлана, уларҙы билдәле бер бинаға бары тик бер нисә сәғәткә йәки көнгә генә бергә йыялар. Әммә Калуга һәм Калинин өлкәләрендә, Мәскәү эргәһендәге контрһөжүм һөҙөмтәһендә, бер нисә биләмәлә генә оккупанттар йәһүдтәрҙе юҡ итеп өлгөрмәй.

Рәсәйҙең көньяғында һәм Төньяҡ Кавказда йәһүдтәрҙе үлтереү 1942 йылдың йәйендә, нацистар ошо территорияларҙы баҫып алғас, башлана. 11 августа Дондағы Ростовта улар күпләп юҡ ителә. Бындай күренеш иртәгәһенә лә, ҡаланы азат иткәнгә тиклем дауам итә. Дондағы Ростов ҡалаһында икенсе оккупация ваҡытында йәһүдтәр һаны, төрлө белгестәр фекеренсә, 15 меңдән 28-30 меңгә тиклем тирбәлә. РСФСР-ҙың өс автономиялы республикаһында, ике крайында һәм өс өлкәһендә, 1942 йылғы оккупация ваҡытында, 70 мең йәһүд һәләк була[24]/

«Йәһүд мәсьәләһен ахырынаса хәл итеү»[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1941 йылдың 31 июлендә Герман Геринг РСХА башлығы Рейнхард Гейдрихты "йәһүд мәсьәләһен ахырынаса хәл итеү"гә[25]. яуаплы итеп тәғәйенләү тураһында бойороҡҡа ҡул ҡуя. 1942 йылдың ғинуарында Ванзей конференцияһында был программа хупланыла. Ул халыҡҡа сығарылмай, һәм был ваҡытта берәү ҙә XX быуатта шундай яуызлыҡ ҡылыныу ихтималлығына ышанмай. 1941 йыдың декабрендә Хелмно үлем лагеры эшләй башлай. Унда йәһүдтәрҙе ябыҡ йөк машиналарында — "душегубка"ларҙа[26]. һөрөмгә тонсоҡтороп үлтерәләр.

1942 йылдың июлендә Варшава геттоһынан (иң ҙур гетто) Треблинка үлем лагерына күпләп депортациялау башлана. 13 сентябргә тиклем геттола Варшаваның 300 мең йәһүде һәләк була. Лодзь ҡалаһы геттоһында 160 меңгә тиклем йәһүд тотола. Ундағы кешеләр этап менән юҡ ителә, ә 1944 йылдың 1 сентябрендә ул бөтөнләй ябыла. Люблин йәһүдтәре Белжец үлем лагерына оҙатыла. 1942 йылдың 17 мартынан 14 апреленә тиклем 37 мең йәһүд үлтерелә, 4 меңе ҡала ситендәге Майдан-Татарский геттоһына оҙатыла.

1942 йылдың мартында Люблин воеводствоһының барлыҡ йәһүдтәре Белжецҡа күсерелә, шулай уҡ Көнбайыш Украинанан ҡорбандар килтерелә башлай. Львовтан бында 15 мең йәһүд оҙатыла, августа тағы 50 мең килтерелә.

Июнь-октябрҙә Краковтан күпселек йәһүд Белжецҡа оҙатыла; 1943 йылдың мартында унан 6 мең самаһы кеше Плашовҡа, өс мең самаһы Освенцимға ебәрелә. 1942 йылдың сентябрендә Радом, Кельц, Ченстоховтың һәм Көнсығыш Польшаның башҡа ҡалалары күпселек йәһүдтәре Треблинкаға оҙатыла. Радом районының 300 мең йәһүденән 1942 йыл һуңында ни бары 30 мең кеше тере ҡала.

Варшава геттоһындағы баш күтәреүҙе баҫтырыу менән еткәселек иткән Юрген Штроп рапортындағы фото. Уға: «Йәшенгән ерҙәренән көс менән сығарылыусылар», — тип яҙылған.

1942 йылда Көнсығыш һәм Үҙәк Европаның — күпселек, Көнбайыш Европа йәһүдтәренең билдәле бер өлөшө юҡ ителә. 1943 йылда совет армияһының уңышлы һөжүме һәм Сталинград һуғышынан һуң хәл-тороштоң үҙгәреүе, Эль-Аламейн эргәһендә Роммелдең еңелеүе йәһүдтәрҙе ҡырыу темпын тиҙләтә. Махсус подразделение (зондеркоммандо-1005) халыҡты күпләп атҡан урындарҙа мәйеттәрҙе яндырыу менән шөғөлләнә[19]. Ашығыс рәүештә Польша, Украина, Белоруссия, Латвия һәм Литва территорияларында ҡалған барлыҡ геттолар һәм лагерҙар бөтөрөлә (1943 йылдың 23 сентябрендә Вильнюс геттоһында баш күтәреү баҫтырылғандан һуң, һуңғы бер нисә мең йәһүд Эстония лагерҙарына оҙатыла); Италиянан, Норвегиянан, Франциянан, Бельгиянан, Словакиянан, Грециянан йәһүдтәрҙе Освенцимға оҙатыу башлана. Йәһүдтәргә ҡаршы һуңғы киң ҡоласлы операция — Венгрия йәһүдтәрен юҡ итеүҙе нацистар 1944 йылдың майында башлай[19].

Һуғыш аҙағы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡайһы бер тикшеренеүеселәр билдәләүенсә, 1943—1945 йылдарҙа, Германияның капитуляцияһына тиклем, йәһүдтәрҙе ҡырыу программаһының 2/3 өлөшө үтәлә. Эшсе ҡулдар етмәй башлауы һәм иҡтисади күҙлектән ҡарағанда халыҡты мәғәнәһеҙ ҡырыу ницистар етәкселегендә был аҙымдың дөрөҫлөгөндә шик тыуҙыра. 1943 йылда Гиммлер иҫән ҡалған йәһүдтәрҙең көсөн һуғыш мәнфәғәтендә файҙаланыу тураһында бойороҡ бирә. Хатта һуғыштың һуңғы этабында, Германияның еңелеүе көн кеүек асыҡ булғанда, ҡайһы бер нацист башлыҡтары уларҙы тыныслыҡ тураһындағы килешеү өсөн файҙаланырға ла тырыша. СС штандартенфюреры Дитер Вислецени Нюрнберг процесында, 1945 йылдың февраль һуңында Адольф Эйхмандың, үлтерелгән йәһүдтәр һаны «5 миллион самаһы», тип әйтеүен раҫлай</ref>. {{цитата|автор=из речи Генриха Гиммлера в Познани 4 октября 1943 г. перед офицерами СС [27]|

Холокост һәм коллаборационизм[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Германия оккупациялаған территорияларҙа урындағы башҡа халыҡтарҙың роле бер төрлө генә булмай. Меңдәрсә кеше оккупанттар ойошторған ярҙамсы полицияла хеҙмәт итә, геттоларҙы һаҡлай, йәһүдтәрҙе үлтереү урындарына тиклем һаҡлап бара һәм уларҙы ҡырыуҙа ҡатнаша. Польшала үлем лагерҙарын Травники[28][29] лагерында әҙерлек үткән совет әсирҙәре һәм урындағы халыҡ араһынан булған ирекмәндәр һаҡлай. Ҡайһы бер урындағы халыҡ оккупанттарға уларҙың йәшеренгән урындары хаҡында еткерә, үлтерелгән йәһүдтәрҙең милкенә хужа була, уларҙың йорттарында йәшәй, хатта оккупанттарҙың ҡатнашлығынан тыш, үҙҙәре үк йәһүдтәрҙе ҡырған осраҡтар ҙа юҡ түгел.

Шул уҡ ваҡытта бик күп урындағы халыҡ үҙҙәренең ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуйып, йәһүдәтәрҙе ҡотҡарып алып ҡала.

Юденраттар һәм йәһүд полицияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Немец оккупация властары инициативаһы менән һәр геттола йәһүд үҙидаралығының административ органдары — юденраттар (нем. Judenrat) — «йәһүд советтары» оойшторола. Айырым юденрат билдәле гетто, айырым территория, төбәк, хатта тотош ил өсөн яуаплы була алған. Уларҙың вәкәләтенә геттоның хужалыҡ тормошон тәьмин итеү, аҡса йыйыу, хеҙмәт лагерҙарында эшләү өсөн кандидаттар йыйыу, шулай уҡ оккупацион властарҙың бойороҡтарын үтәү ингән. Юденраттар немец властары менән теләп хеҙмәттәшлек иткән, «Германия эше» өсөн үҙҙәренең әһәмиәтен күрһәтергә һәм абруй яуларға һәм шуның менән күберәк йәһүдтәрҙе ҡотҡарып ҡалырға тырышҡан. Атап әйткәндә, Лодзин геттоһы юденраты Хаим Румковский геттола йәшәүселәр алдында балаларҙы үлтертеп, йәнәһе, шул юл менән тотош геттоны һаҡлап ҡалырға саҡырып агитацион телмәр тота. Бары тик 1942 йылда йәһүдтәрҙе күпләп үлем лагерҙарына оҙатыу ғына юденраттарҙың күҙен аса, ысынбарлыҡҡа ҡайтара, шул сәбәпле Варшава юденраты башлығы Адам Черняков үҙ-үҙенә ҡул һала. Юденраттарға йәһүд полицияһы буйһона. Полиция башлығы, ғәҙәттә, юденрат ағзаларының береһе була. Уны комплектлау немецтар һәм юденраттар етәкселәре ҡатнашлығында башҡарыла. Йәһүд полицияһына ҡорал бирелмәй, улар бары тик резина күҫәктәр менән генә йөрөй. Бик һирәктәре генә ҡораллы була.

Йәһүд полицияһының функциялары өс типҡа бүленә:

  1. Юденрат аша йәки оккупация властарынан туранан-тура алынған немец бойороҡтарын үтәү;
  2. Юденрат уҙғарған сараларға бәйле, уның ҡушҡандарын үтәү, контрибуция йыйыу;
  3. Гетто урамдарын, геттонан сығыу һәм инеү урындарын һаҡлау.

Ҡайһы берҙә йәһүд полицияһы милләттәштәрен атыуҙа ҡатнаша. 1942 йылдың 27 октябрендә йәһүд полицияһының 7 ағзаһы Ошмяндарҙа (Белоруссия) Вильнюс геттоһы начальнигы С. Деслер етәкселегендә 406 кешене[30] үлтереүҙә ҡатнаша. Был гетто полицейскийҙары йәһүдтәр колоннаһын Панеряйға, күпләп үлтереү урынына тиклем оҙата. Шулай уҡ улар 1942 йылда алты йәһүдте енәйәт ҡылғаны өсөн аҫа[30]. Шуға ҡарамаҫтан, уларҙың күптәрен барыбер ҙә холокосттың башҡа ҡорбандары яҙмышы көтә.

Ҡаршылыҡ һәм ҡотолоу[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Йәһүдтәрҙең ҡаршылығы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Варшава геттоһындағы баш күтәреүҙе баҫтырыу менән етәкселек иткән Юрген Штроптың рапортындағы фото. Уға: «Штурм төркөмө», — тип яҙылған.

Нацистарҙың йәһүдтәрҙе күпләп ҡырыуы тураһында аныҡ мәғлүмәттең булмауы геттола йәшәүселәрҙең оккупанттарҙың талаптарын, бәлки, үлтереш һәм ҡыйралыштан азат булырбыҙ, тигән өмөттән башҡарырға мәжбүр итә[[Файл:Ghetto Uprising Warsaw2.jpg|thumb|270px|. Бары тик ысынбарлыҡ асыҡланғас, лагерҙарҙа һәм геттоларҙа баш күтәреүҙәр башлана. Шоала йә урындағы халыҡ йәшереп алып ҡалыусылар, йә партизандар отрядына китеүселәр генә иҫән ҡала. Белоруссияла партизандар һәм подпольщиктар араһында 15300 йәһүд була[31]. Ағалы-ҡустылы Бельскийҙар ойошторған Калинин исемендәге йәһүд партизандар отряды булыуы билдәле.

Йәһүдтәргә ярҙам[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

[[Файл:Righteous.jpg|thumb|Белоруссияла тыныслыҡ илселәре аллеяһы]]

Оккупацияланған илдәрҙә, үҙҙәренең ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуйып, тиҫтәләрсә мең кеше йәһүдтәрҙе ҡотҡарыуҙа ҡатнаша. Польшала уларҙы ҡотҡарыусы йәки ярҙам итеүсе 2 меңдән ашыу кеше язалана[32]. Польша хөкүмәте махсус Жегота поляк подполье агентлығын ойоштора, уны Зофия Козак-Щуцька[32] етәкләй. Нидерландтарҙа, Норвегияла, Бельгияла, Францияла шундай ойошмалар, нигеҙҙә, йәһүдтәргә йәшеренеү урыны табыуҙа ярҙам итә. Данияла ябай халыҡ балыҡсыларҙың кәмәләрендә Швецияға 8000 йәһүдтең 7000 меңен сығара. Германияның союздаш илдәрендә лә шулай уҡ ҡаршылыҡ күрһәтелә. Немецтар 50 мең самаһы болгар йәһүден биреүҙе талап иткәс, бөтөн йәмәғәтселек күтәрелә. Һөҙөмтәлә 50 мең кешене һаҡлап алып ҡалыу мөмкин була, әммә һуғыш ваҡытында Болгарияға ҡушылған Македония һәм грек Фракияһынан 11343 йәһүд Освенцимға оҙатыла[33].

Италия хәрбиҙәре һәм граждандары 1942—1943 йылдарҙа оккупацияланған Югославия һәм Франция йәһүдтәрен үлем лагерҙарына оҙатыуҙы тормошҡа ашырыуҙан баш тарта. Немецтарҙың баҫымы аҫтында улар Кампанья концлагерын төҙөй, әммә унда йәшәү шарттары гуманлы була[34].

Нацистарҙың ҡанһыҙ антисемитизм сәйәсәтенә ҡарамаҫтан, Германияла даими рәүештә йәһүдтәрҙе эҙәрлекләүҙәргә ҡарата ҡаршылыҡтар ойошторолоп тора. Уларҙың иң ҙуры 1943 йылдың 27-28 февралендә Берлиндә Розенштрасста этник немецтар — лагерҙарға оҙатылырға тейешле йәһүдтәрҙең туғандары һәм йәмәғәттәре тарафынан ойошторолған демонстрация була. Ғауғанан ҡасыу өсөн Берлин гауляйтеры Геббельс демонстранттарҙың туғандарын — 2000 самаһы кеше — азат итергә һәм уларҙы Берлинда мәжбүри эштәргә ебәрергә бойора. Уларҙың барыһы ла тиерлек һуғыштың ахырына тиклем иҫән ҡала. Айырым осраҡтарҙа йәһүдтәргә юғары вазифа биләгән немецтар ярҙам итә. Ҡотҡарыусыларҙың береһе киң билдәле Оскар Шиндлер — Плашов лагерынан меңдән ашыу йәһүдте үҙенең фабрикаһына эшкә урынлаштырып, ҡотҡарып ҡалыусы эшҡыуар.

«Тыныслыҡ илселәре» араһында дипломаттар ҙа, чиновниктар ҙа була. Киң билдәлеләр араһында йәһүдтәрҙе ҡотҡарыу өсөн үҙҙәренең карьераһын хәүеф аҫтына ҡуйған Аристидес Соуса Мендес (Aristides Sousa Mendes, Португалия), Тиунэ Сугихара (Япония) һәм Пауль Грунингер (Paul Gruninger, Швейцария) бар. Ҡытайҙың Веналағы генераль консулы Хэ Фэншань йәһүдтәргә Сингапурға һәм башҡа илдәргә меңдәрсә виза бирә. Ирандың Париждағы илселеге хеҙмәткәре Абдул-Хусейн Садри шулай уҡ йәһүдтәргә өс мең самаһы Иран визаһы бирә[35]. Әммә улар араһында иң билдәле дипломат — Швециянан Рауль Валленбергтыр, моғайын. Дипломатик тейелгеһеҙлегенә ҡармаҫтан, Будапештты алғандан һуң ул совет махсус хеҙмәттәре тарафынан ҡулға алына һәм йәшерен рәүештә СССР-ға сығарылып, НКВД төрмәһендә атыла[36][37]. Бары тик 2006 йылда ғына Сальвадор дипломаты — полковник Хосе Артуро Кастельяностың исеме киң билдәлелек яулай. Ул Европа йәһүдтәренә, нигеҙҙә Венгрияныҡыларға, Сальвадор гражданлығы тураһында 40 мең самаһы ялған документ биреп, 25 мең самаһы кешенең ғүмерен һаҡлап алып ҡала. Тыныслыҡ илселәре араһында Испанияның Будапешттағы миссияһы хеҙмәткәре Джорджо Перласка менән Афиналағы консул Себастьяна Ромеро Радигалесты билдәләп китеү зарур.

2010 йылдың 1 ғинуарына ҡарата Яд ва-Шем институты мәғлүмәттәре буйынса 23 226 ҡотҡарыусы асыҡлана һәм уларға «Тыныслыҡ илсеһе» тигән маҡтаулы исем бирелә.

Польша өлөшөнә иң күп тыныслыҡ илсеһе тура килә — 3195 кеше. Голландияла улар 5009, Францияла — 3158. СССР-ҙың элекке республикаларынан Украинала — 2272[38]. Яд ва-Шем был хаҡта: «Был һандар һәр илдә ҡотҡарылған йәһүдтәрҙең аныҡ һаны түгел, әммә улар Яд ва-Шемға билдәле булған ҡотҡарылыусылар хаҡындағы мәғлүмәт сағылышы», — ти[39].

Шоа эҙемтәләре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Польша йәһүдтәренән 300 мең кеше иҫән ҡала: 25 меңе Польшала ҡотолоу таба, 30 меңе мәжбүри хеҙмәт лагерынан ҡайта, ҡалғандары — СССР-ҙан ҡайтыусылар. Йәһүд тормошоноң ҡыйратылыуы, емереклек һәм антисемитизмдың сәсәкә атыуы (1946 йылдың июлендә Кельцта ҡыйралыш уның иң көслө сағылышы була) Польшаның күпселек йәһүден илде ташлап, рөхсәтһеҙ-ниһеҙ Үҙәк Европаға китергә мәжбүр итә. Шунан һуң Польшала ни бары 50 мең йәһүд ҡала. Кешеләр генә түгел, урындағы йәһүд мәҙәниәте, ошо мәҙәниәттең быуаттар буйына көнбайыш Европа мәҙәниәтенең айырып алғыһыҙ өлөшө булыуы тураһындағы хәтер ҙә юҡҡа сығарыла. Быны раҫлаусы бер нәмә лә ҡалмай. Ҡасандыр был ерҙәрҙә донъяның йәһүдилек үҙәге булған йәһүдтәр маргинал аҙсылыҡта ҡала. Ниндәйҙер кимәлдә нацистар йәһүд мәсьәләһен тулыһынса хәл итеү бурысын уңышлы тормошҡа ашыра.

Йәһүдтәрҙе Төньяҡ Африкала эҙәрлекләү[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1940—1942 йылдарҙа француз Төньяҡ Африка (Алжир менән Тунис) Виши коллаборационистик хөкүмәте контроле аҫтында була. Алжирҙа һәм Туниста йәһүдтәрҙе нацистар оккупациялаған Европалағы кеүек үк эҙәрлекләүҙәр башлана. Йәһүдтәр гражданлыҡ хоҡуҡтарҙан мәхрүм ителә, юденраттар ойошторола һәм мәжбүри эштәргә йәлеп ителә. Шулай уҡ уларҙы һары билдә менән йөрөргә мәжбүр итәләр һәм ҙур күләмдә контрибуциялар һалалар. 1942 йылдың 9 ноябрендә инглиз-америка ғәскәрҙәре Мароккоға һәм Алжирға ултырғандан һуң, немец ғәскәрҙәре Тунисты оккупациялай. «Мысыр» зондеркомандаһы йәһүдтәрҙе ҡыйратыуға тотона. 2 мең самаһы Тунис йәһүде үлтерелә йәки үлем лагерҙарына оҙатыла. Төньяҡ Африка йәһүдтәренең юғалтыуҙары Европа йәһүдтәренеке менән сағыштырғанда күп булмаһа ла — биш мең самаһы — уларҙы ла холокост ҡорбаны тип һанайҙар[52].

Башҡа халыҡтар һәм төркөмдәр — нацистик сәйәсәт ҡорбандары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Психик сирлеләр һәм инвалидтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«Ил сәләмәтлегенә биологик яҡтан янаған» кешеләрҙе юҡ итеү программаһы (Т-4) сиктәрендә 1940—1941 йылдарҙа психик тайпылышы булған, аҡыл йәһәтенән артта ҡалған, инвалид, шулай уҡ неврология һәм соматик сирле[40] балаларҙы ла ҡушып, 70 мең кеше юҡ ителә. Программа рәсми рәүештә ябылғандан һуң, ул барыбер дауам итә һәм 1945 йылға был һан 200 меңгә етә. Бынан тыш, 1942—1945 йылдарҙа миллион самаһы пациент немец психиатрия дауаханаларында асҡа интектерелә. Был программаны башларға ул ваҡытта Германияла ҡайһы бер илдәрҙә популярлыҡ яулаған евгеника — раса таҙалығы һәм быуындан-быуынға күсә килгән дегенератив психик ауырыуҙарҙы күҙаллау тора. Альфред Хохе, Карл Биндинг кеүек ғалим-идеологтар, психик тайпылыштары булған ауырыуҙар дауалап булмай торған сирҙәр йөрөтә һәм улар "хакимлыҡ итеүсе раса"ны көсһөҙләндерә, дәүләт средстволарын экономиялау маҡсатында улар юҡ ителергә тейеш, тип раҫлай[41].

Германия территорияһында, һуңынаныраҡ Польшала, СССР-ҙа һәм башҡа оккупацияланған илдәрҙә ағыулы матдәләр индереү, ағыу, газ менән ағыулау, атыу ысулдары аша күпләп ҡырыу тормошҡа ашырыла.

Тап Т-4 программаһы сиктәрендә (концентрацион лагерҙарҙа ҡуллана башлағанға тиклем) нацистар беренсе тапҡыр 1939 йылдың һуңында Хадамарҙа (Гессен ере)газ камераһын ҡуллана[41].

Тәүҙән үк ҡорбандарҙы һайлау критерийы булып раса айырмалығы тора. Психиатрик клиникаларҙа йәһүд пациенттарын даими рәүештә үлтереү Европа йәһүдтәре геноцидына тәүге ныҡлы аҙым була. 1940 йылдың йәйенән алып йәһүд пациенттарын айырым бер урында туплайҙар, һуңынан Т-4 программаһының газ камераларында тонсоҡторалар. 1941 йылдың авгусынан һуң Нойвид ҡалаһы эргәһендәге ул ваҡытта берҙән-бер рөхсәт ителгән Бенторф-Сайн клиникаһындағы йәһүд пациенттары көнсығышҡа, үлем лагерҙарына оҙатыла[42].

Сексуаль аҙсылыҡ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1935 йылда Енәйәт кодексының (1871) 175-се параграфының төҙәтелгән варианты ҡәтғиләштерелгәс, гомосексуалдар, нигеҙҙә ир-ат, эҙәрлекләүгә дусар була. Холокост мемориаль музейы (АҠШ) ғалимдарының мәғлүмәттәре буйынса, концлагерҙарҙа гомосексуаль әүҙемлеге өсөн хөкөм ителгән 5 меңдән 15 меңгә тиклем ир-ат ултыра[43]; бынан тыш, улар төрмәләргә һәм хеҙмәт лагерҙарына, шулай уҡ психиатрик дауаханаларға мәжбүри дауаланыуға ебәрелә. Уларҙы ауыр физик хеҙмәт ярҙамында «дауаларға» һәм «төҙәтергә» теләйҙәр. Ҡайһы берҙәрен кастрациялайҙар һәм медицина тәжрибәләренә дусар итәләр. Концлагерь тотҡондары уларға, йәмғиәттән ситләтелгәндәр, тип ҡарай. Лагерҙарҙа гомосексуалдарҙың кейемдәрендә алһыу өсмөйөш беркетелә. Уларҙың ҡайһы берҙәре эсэсовсыларҙың һыу эскеһеҙ итеү туҡмауы һәм язалауынан һуң вафат була. Әммә дөйөм һан бер ваҡытта ла билдәле булмаясаҡ. Редигер Лаутманн, мәҫәлән, лагерҙарҙа 175-се параграф буйынса хөкөм ителеүселәрҙең үлеме 60 процентҡа етә[44], тип иҫәпләй. Сағыштырыу өсөн: сәйәси тотҡондарҙың — 41, Йәһүә шаһиттарының 25 проценты концлагерҙарҙа һәләк була.

Славяндар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Холокост мемориаль музейы (АҠШ) мәғлүмәттәре буйынса, нацистар поляктарҙы һәм башҡа славяндарҙы буйһонорға, ҡол ителергә, ахырҙа юҡ ителергә тейешле «түбәнге раса» тип ҡарай[45]. Ҡайһы бер тарихсылар, шул иҫәптән «Геноцид энциклопедияһы» авторҙары славяндарҙы эҙәрлекләүҙе лә геноцид тип ҡылыҡһырлай[46][47][48][7][49][50][51]. Шул уҡ ваҡытта ҡайһы бер тарихсылар, сағыштырып ҡарағанда йәһүдтәрҙең, сиғандарҙың һәм инвалидтарҙың күберәк ҡырылыуынан, славяндарҙы ҡырыу буйынса махсус план булмауҙан сығып, уларҙы эҙәрлекләүҙе Холокостҡа индермәй (мәҫәлән, словактарҙы һәм хорваттарҙы нацистар үҙҙәренең ҡиммәтле союздашы тип һанай)[65].

"Геноцид энциклопедияһы"на ярашлы, славяндарҙың геноцидының дөйөм һаны 19,7 миллиондан 23,9 миллионғаса тип күҙаллана (улар араһында СССР-ҙа йәшәүселәр, поляктар, словендар, сербтар һ.б. була[7]).

Рудольф Руммель фекеренсә, геноцид ҡорбандары булған славяндарҙың һаны яҡынса 10,5 миллион тип күҙаллана (улар араһында поляктар, украиндар, белорустар, рустар, шулай уҡ совет хәрби әсирҙәре бар)[66].

Поляктар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Нацистар, идеологик яҡтан хәүефле, тип һанаған поляктар, шул иҫәптән меңдәрсә зыялылар һәм католик руханиҙар, «Танненберг» операцияһы ҡорбаны була. Холокост мемориаль музейы (АҠШ) мәғлүмәттәре буйынса, 1939 йылдан 1945 йылғаса 1,5 миллион Польша гражданы Германияға мәжбүри эштәргә депортациялана. Бынан тыш, бер нисә йөҙ меңе нацистик концлагерҙарға ябыла. Ҡайһы бер баһалауҙар буйынса, Икенсе донъя һуғышы ваҡытында гитлерсылар 1,9 миллион полякты, Польша йәһүдтәрен иҫәпкә алмай ғына, үлтерә[52]. Руммелдең фекеренсә, 2,4 миллион поляк һәләк була[7].

СССР халҡы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«Геноцид энциклопедияһы» славяндар геноцидында 15,5 — 19,5 миллион совет кешеһе ҡорбан булыуын билдәләй[7]. Руммель 3 миллионға яҡын украин, 1,4 миллион самаһы белорус, 1,6 миллион тирәһе рус (совет хәрби әсирҙәрен иҫәпләмәгәндә) һәләк булған тип белдерә[52]. Тарихсы Богдан Витвицкий (Bohdan Wytwycky), СССР территорияһында нацистик оккупация ҡорбандарының 1/4 өлөшө (3 миллион украин, 1,5 миллион белорус) раса мотивтары[53] буйынса үлтерелгән, тип иҫәпләй. Шул уҡ ваҡытта Леонид Смиловский, «нацистар бер ваҡытта ла белорустарҙы этник билдә буйынса үлтермәгән», тип һанай[54].

Йәһүә (Иегова) шаһиттары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Меңдәрсә Йәһүә шаһиттары нацистик лагерҙарға һәм төрмәләргә иң беренсе оҙатылыусылар араһында була. Улар сәйәсәткә һәм һуғышҡа ҡағылышлы мәсьәләләрҙә үҙҙәренең нейтраль ҡарашта булыуын белдерә[55][56].

Эҙәрлекләүҙәргә, нигеҙҙә, нацистик армияла хәрби хеҙмәт үтеүҙән, ҡорал етештереү буйынса эштәрҙә ҡатнашыуҙан, нацистик сәләмләүҙе ҡабатлауҙан баш тартҡаны өсөн дусар булалар[45][57]. 2000 самаһы кеше холокост осоронда үлә, шуларҙың 250-һе — язалана[58].

Франкомасондар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Масондар лагерҙарҙа баштүбән әйләндерелгән ҡыҙыл өсмөйөш билдәһе буйынса айырыла.
Эстервеген концлагерында «Liberté chérie» һәйкәле

Үҙенең Майн Кампф китабында Гитлер, масондар йәһүдтәрҙең «ҡармағына ҡапты», тип яҙа. Франкомасондар концлагерҙарға сәйәсәи тотҡондар булараҡ ебәрелә һәм баштүбән әйләндерелгән өсмөйөш билдәһе тағып йөрөргә тейеш була[59].[60].. Холокост мемориаль музейы мәғлүмәттәре буйынса, «ҡулға алынған күпселек масондар йәһүд йәки сәйәси оппозиция ағзалары булғанлыҡтан, франкомасон булған өсөн генә күпме кеше концлагерҙарға ебәрелгән йәки юҡ ителгәне билдәһеҙ» [61]. Әммә Шотландияның Бөйөк Ложи баһалары буйынса, 80 меңдән 200 меңгә тиклем франкомасон язаланған[62].

Сиғандар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Раса ҡанундары буйынса нацистарҙың эҙәрлекләүенә сиғандар ҙа эләккән. Уларҙың тиҫтәләрсә меңе СССР-ҙың һәм Сербияның оккупацияланған территорияларында үлтерелә, меңдәрсәһе Польша һәм башҡа илдәр территорияһындағы үлем һәм концлагерҙарҙа һәләк була. Трихсылар Холокост барышында Европалағы сиғандарҙың 1/4 өлөшө, йәғни 200 мең кеше ҡырыла, тип күҙаллай. Һуғыштан һуң ГФР хөкүмәте, 1943 йылға тиклем сиғандар раса билдәләре буйынса эҙәрлекләнмәне, һәм ул ваҡытта дәүләт тарафынан ҡулланылған саралар законлы ине, тигән фекерҙә тора. Бары тик 1979 йылдың һуңында[63]. ғына сиғандарҙы раса билдәләре буйынса эҙәрлекләү таныла.

Сиғандар менән бер рәттән енишиҙар — сиғандарға оҡшаш йәшәү рәүеше алып барған, әммә уларҙан айырмалы, саф герман сығышлы этнографик төркөм дә эҙәрлекләнә.

Германияның ҡара тәнлеләре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ата-әсәһе Африканан булған немец граждандары, балаларҙы ла индереп, мәжбүри стерилләштереүгә дусар ителә. Был операцияға дусар булыусылар, төрлө сығанаҡтар буйынса, 400-ҙән 3000-гә етә[64]..

Бәхәсле мәсьәләләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Холокост темаһы ҡайһы бер мәсьәләләр буйынса бәхәстәр тыуҙыра. Уларҙың иң мөһимдәре — күренештең барлыҡҡа килеү сәбәптәре, урыны һәм ваҡыты, ҡасан күпләп ҡырыу тураһында ҡарар ҡабул ителгән, күренештең үҙенсәлеге һ.б.

Сәбәптәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ғалимдар кешеләрҙе ҡырыуҙың шундай киң һәм тиңе булмаған күренештең тормошҡа ашыу сәбәптәре буйынса төрлө фекерҙәр белдерә[65]. Бигерәк тә был процеста миллионлаған немец гражданының ҡатнашыуына бәйле һорауҙар күп тыуа. Даниэль Голдхаген үҙенең «Гитлерҙың ирекле палачтары» («Добровольные палачи Гитлера» (англ. Hitler`s Willing Executioners) тип аталған докторлыҡ диссертацияһында Холокостың төп сәбәбе — ул ваҡытта немецтарҙың аңына[66][67] хас булған антисемитизм, тип раҫлай. Холокост буйынса белгес Иегуда Бауэр[68] ҙа шундай уҡ фекерҙә. Немец тарихсыһы һәм журналист Гёц Али, нацистар геноцид сәйәсәтен хуплауҙы бары тик ҡорбандарҙан тартып алынған милекте ябай немецтарға[69] биреү һөҙөмтәһендә генә өлгәште, тип раҫлай. Немец психологы Эрих Фромм Холокосты кешенең биологик нәҫеленә хас булған деструктивлыҡ[70]. тип аңлата.

Интернационаллек һәм функционаллек[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Оҙаҡ йылдар ошо ике төркөм араһында фәнни бәхәс дауам итә: Холокост баштан уҡ Гитлерҙың йәһүдтәрҙе ҡырыу ниәте булғанмы әллә яйлап үҫешкәнме — антисемит пропагандаһынан башта планлаштырылмаған күпләп ҡырыу акцияһына әйләнгәнме[71].

Үҙенсәлеге[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Белгестәр Холокост үҙенсәлекле күренеш булып торамы һәм уны тарихта булған башҡа геноцидтар, мәҫәлән, Ғосман империяһының әрмәндәргә ҡарата геноциды, Раундалағы тутси геноциды һәм башҡа ошоға оҡшаш ваҡиғалар[71][72] менән сағыштырырға мөмкинме, тигән мәсьәлә буйынса фекер алыша.

Холокосты инҡар итеү[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Холокостың үҙенсәлектәре тураһында фәнни бәхәстәрҙән айырмалы, дөйөм ҡабул ителгән тарихты өйрәнеү[73][74] фәне яҙғанса, Холокост күренеш түгел, тигән ҡараш та йәшәй. Холокосты инҡар итеүселәр үҙҙәренең теорияһында йәһүдтәр файҙаһына күпләп ялғанлау, киң күләмдә фальсификация ойоштороу, дәлилдәрҙе йәшереп ҡалдырыу кеүек тезистарҙы килтерә. Шул уҡ ваҡытта түбәндәге мәлдәр кире ҡағыла[75][76][77][78]. При этом в основном оспариваются следующие положения[79][80][81][82]:

  • Йәһүдтәрҙең күпләп ҡырылыуы Өсөнсө рейхтың рәсми властарының маҡсатлы сәйәсәте һөҙөмтәһе була;
  • Йәһүдтәрҙе күпләп ҡырыу өсөн газ камералары һәм үлем лагерҙары төҙөлә һәм ҡулланыла;
  • Национал-социалистар һәм уларҙың союздаштары контролендә булған территорияларҙа йәһүд халҡы араһынан ҡорбандар һаны 5 миллиондан 6 миллионға етә.

Күпселек профессиональ тарихсылар Холокосты инҡар итеүҙе фәнни булмаған пропаганда эшмәкәрлеге[83][84], тип ҡылыҡһырлай. Улар, инҡар итеүселәр бик йыш тикшеренеүҙәрҙең фәнни ысулдарына күҙ йома, шулай уҡ бик йыш антисемит һәм неонацистик ҡарашта тора, тип билдәләй[74][80][81][85][86].

БМО-ның генераль Ассамблеяһы 2005 йылдың 21 ноябрендәге 60/7 резолюцияһында тауыш бирмәйенсә Холокосты тарихи ваҡиға булараҡ, тулыһынса йәки өлөшләтә инҡар итеүҙе кире ҡаға[87]. Ә 2007 йылдың 26 ғинуарында, Холокост ҡорбандарын халыҡ-ара иҫкә алыу көнө алдынан, БМО-ның Генераль ассамблеяһыХолокосты траихи факт булараҡ инҡар итеүҙе ғәйепләгән 61/255 резолюцияһын ҡабул итә[88].

Ҡайһы бер илдәрҙә Холокосты халыҡ алдында инҡар итеү законға ҡаршы килеү тип һанала[89][90].

Холокост тураһында хәтер[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Украинаның Юғары Радаһы башлығы Владимир Литвиндың Холокост хәтере тураһындағы мөрәжәғәте
Рәсәйҙең почта маркаһы, 2000 йыл

БМО-ның Генераль ассамблеяһы 27 ғинуарҙы — Освенцимды азат итеү көнөн Халыҡ-ара Холокост ҡорбандарын иҫкә алыу көнө тип иғлан итә[91]. Ойошма тарафынан «Холокост һәм БМО» тип аталған мәғрифәтселек программаһы әҙерләнә. Шундай уҡ өҫтәлмә программа ЮНЕСКО тарафынан дә әҙерләнгән[92].

Освенцимды азат итеүҙең 60 йыллығы көнөндә Европарпламент Холокосты ғәйепләүсе резолюция ҡабул итә[93]. Хәтер сараһында ҡатнашыусы 40 дәүләт лидеры һәм вәкиле Холокосты, антисемитизмды һәм ксенофобияны ҡәтғи ғәйепләй[94].

Холокосты өйрәнеү менән донъяла бик күп ғалимдар һәм тикшеренеү үҙәктәре шөғөлләнә. Уларҙың араһында иң билдәлеләре Израилдең Яд-ва-Шемы һәм Американың «Холокост мемориаль музейы». 1998 йылда Холокосты өйрәнеү һәм мәңгеләштереү хеҙмәттәшлеге буйынса халыҡ-ара ойошма төҙөлә. Унда 31 ил ағза булып тора.

2017 йылда Халыҡ-ара Холокост ҡорбандарын иҫкә алыу көнөн ЮНЕСКО был ҡайғылы датаны Холокост һабаҡтарын аңлап-төшөнөүҙә мәғарифтың, тарихи ҡомартҡылар һәм музейҙарҙың ролена арнаны. Рәсми дата алдынан халыҡ-ара ойошманың штаб-квартираһында, шулай ук күп илдәрҙә, шул иҫәптән Башҡортостанда ла хәтер саралары үтте[95].

Холокост сәнғәттә[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Яд ва-Шем институты директорҙар советы рәйесе Әнүәр Шалев, тарихты өйрәнеү йәмғиәттең ҙур булмаған өлөшөнөң ҡаҙанышы булып тора, ә йәмғиәт фекере мәҙәниәт аша, тәү сиратта – әҙәбиәт һәм кинематорграфия аша формалаша, ти[96].

Йәһүдтәргә ҡаршы йүнәлтелгән геноцид тураһында кинола беренсе тапҡыр Борис Барнеттың 1942 йылда СССР-ҙа сыҡҡан «Бесценная голова» новеллаһында әйтелә[97].

Холокост темаһын күтәргән беренсе совет фильмы («Непокоренные») 1945 йылда тамамлана. Совет киноһында был артабанғы бер нисә тиҫтә йыл дауамында йәһүдтәрҙе атыуҙың берҙән-бер күренеше була[98].

Освенцим һәм Холокост тураһында бәйән итеүсе тәүге фильмдарҙың береһе — Польша фильмы «Последний этап» (1948). Ошо темаға бағышланған билдәле таҫмаларҙың араһында «Пианист», «Список Шиндлера», «Ночь и туман», «Выбор Софи», «Жизнь прекрасна», «Шоа», «Мальчик в полосатой пижаме», «Бункер», «Остров на Птичьей улице» (1997), «Нерожденный» (2009) фильмдары бар.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 1,2 В годы Холокоста Германия включала в себя Австрию, Польшу, Дистрикт Галиция, рейхскомиссариаты Остланд, Украина и пр., см. ru:Административно-территориальное устройство Третьего рейха<
  2. Определение, которое даёт БТС 2012 йыл 7 сентябрь архивланған. (цитируется по грамота.ру): Холоко́ст. — Большой толковый словарь русского языка 2009 йыл 29 июнь архивланған.. Сост. и гл. ред. С. А. Кузнецов. СПб., Норинт, 1998—2009, 1536 с.
  3. What to Teach about the Holocaust 2011 йыл 26 июль архивланған.; есть черновик перевода 2011 йыл 26 июль архивланған..
  4. С 1990-х — см. Marcuse, 2010, p. 53
  5. 5,0 5,1 Пан Ги Мун Послание по случаю Международного дня памяти жертв Холокоста (27 ғинуар 2009). — «Сегодня мы чтим память миллионов жертв нацизма — почти одной трети еврейского народа и бесчисленных представителей других меньшинств, — которые, подверглись жестокой дискриминации, лишениям, зверствам и убийствам». Дата обращения: 22 ноябрь 2009. Архивировано 23 август 2011 года.
  6. Dictionary of Genocide (стр. 190—191),

    Holocaust. The English-language term that has been most closely identified with the nearly successful attempt … to exterminate the Jews of Europe.

    In the 1980s and 1990s the term Holocaust also began to be used by various scholars (e.g., historian Sybil Milton) and organizations (e.g., the United States Holocaust Memorial Museum) to describe the Nazis' attempt to exterminate other groups, specifically, the Roma and Sinti and the mentally and physically handicapped.

  7. 7,0 7,1 7,2 7,3 7,4 Encyclopedia of Genocide (стр. 176),

    As Simon Wiesenthal, a survivor of Auschwitz, long ago observed, «The Holocaust was not only a matter of the killing of six million Jews. It involved the killing of eleven million people, six million of whom were Jews.» Wiesenthal spoke on the basis of what was then the best available evidence. Today, some 50 years later, the only correction to be made to his statement lies in the fact that we now believe his estimate of 11 million was far too low. The true human costs of Nazi genocide may come to 26 million or more, 5 to 6 million of whom were Jews, a half million to a million or more of whom were Gipsies, and the rest mostly Slavs. Only with these facts clearly in mind can we comprehend the full scope of the Holocaust and its real implications."

  8. American Jewish Committee, Harry Schneiderman and Julius B. Maller, eds. 2010 йыл 12 декабрь архивланған., American Jewish Year Book, Vol. 48 (1946—1947) 2010 йыл 12 декабрь архивланған., Press of Jewish Publication Society of America, Philadelphia, 1946, page 599
  9. Tadeusz Piotrowski. Poland's Holocaust. — McFarland & Company, 1997. — С. 305. — 437 с. — ISBN 978-0786403714.
  10. Ueberschar Gerd R., Wette Wolfram. Unternehmen Barbarossa: Der Deutsche Uberfall Auf Die Sowjetunion, 1941 Berichte, Analysen, Dokumente. — Frankfurt-am-Main: Fischer Taschenbuch Verlag, 1984. — P. 364—366. — ISBN 3-506-77468-9., со ссылкой на: Nachweisung des Verbleibes der sowjetischen Kriegsgefangenen nach dem Stand vom 1.05.1944 (Bundesarchiv/Militararchiv Freiburg, RH 2 / v. 2623).
  11. Вопросы и ответы 2009 йыл 26 октябрь архивланған.
  12. В Европе обнаружены новые гетто и концлагеря 2016 йыл 26 декабрь архивланған.
  13. США: исследователи раскрыли истинные масштабы Холокоста 2013 йыл 27 сентябрь архивланған.
  14. Число жертв Холокоста объявили заниженным
  15. «Holocaust», Энциклопедия Британника  (Тикшерелеү көнө: 22 ноябрь 2009)
  16. The Trial of German Major War Criminals. Sitting at Nuremberg, Germany. December 3 to December 14, 1945. Twentieth Day: Friday, 14th December, 1945 (Part 5 of 9) 2007 йыл 23 июнь архивланған., The Nizkor Projec  (Тикшерелеү көнө: 22 ноябрь 2009)
  17. Приговор Международного военного трибунала. — «По его [Кальтенбруннера] указаниям было убито приблизительно 6 миллионов евреев, из которых 2 миллиона были убиты эйнзатцгруппами' и другими частями полиции безопасности». Дата обращения: 6 июль 2010. Архивировано 20 август 2011 года.
  18. 65 лет спустя: Идентифицированы две трети жертв Холокоста 2010 йыл 25 декабрь архивланған.
  19. 19,0 19,1 19,2 19,3 Катастрофа. Нацистская политика уничтожения еврейского народа и этапы Катастрофы — Ҡыҫҡа йәһүд энциклопедияһынан (рус.)
  20. Auschwitz Death Camp
  21. Беркович Евгений Михайлович Жертва двух диктатур // Еврейское слово. — 2009. — В. 22 (440).
  22. Холокост и евреи СССР
  23. Антон Вайс-Вендт. Советская оккупация Эстонии в 1940-41 и евреи // Holocaust and Genocide Studies. — 1998. — В. 2. — Т. 12.
  24. Альтман И. А. Глава 5. Уничтожение евреев СССР. § 4. Истребление евреев России и Крыма // Холокост и еврейское сопротивление на оккупированной территории СССР / Под ред. проф. А. Г. Асмолова. — М.: Фонд «Холокост», 2002. — С. 173-196. — 320 с. — ISBN 5-83636-007-7
  25. Письменное полномочие Геринга Гейдриху от 31 июля 1941 года. 2015 йыл 14 июнь архивланған.
  26. Хелмно 2009 йыл 29 апрель архивланған.
  27. Все об Израиле на русском языке
  28. «Травники» — украинцы в охране фашистских концлагерей 2010 йыл 3 февраль архивланған.
  29. United States Holocaust Memorial Museum — Trawniki
  30. 30,0 30,1 Станкерас П. Литовские полицейские батальоны. 1941-1945 гг. — Москва: Вече, 2009. — С. 105-106. — 299 с. — 3000 экз. — ISBN 978-5-9533-3897-4.
  31. Иоффе Э. Г. Белорусские евреи: трагедия и героизм: 1941-1945. Монография. — Мн., 2003. — С. 364. — 428 с. — 100 экз.
  32. 32,0 32,1 Список 700 поляков, казненных нацистами 2019 йыл 10 май архивланған.
  33. Шоа. Информационно-аналитический портал 2009 йыл 22 май архивланған..
  34. БАНАЛЬНОСТЬ ДОБРА, ИЛИ КАК ИТАЛЬЯНСКИЕ ФАШИСТЫ СПАСАЛИ ЕВРЕЕВ 2009 йыл 28 май архивланған.
  35. Кто забыл арабов — «праведников народов мира»? // Михаэль Дорфман
  36. Рауль Валленберг не был шпионом
  37. Загадочная смерть Рауля Валленберга
  38. Righteous Among the Nations — per Country & Ethnic Origin January 1, 2010 2009 йыл 23 ғинуар архивланған.  (инг.)
  39. Request Rejected. Дата обращения: 7 март 2013. Архивировано 9 март 2013 года. 2013 йыл 26 декабрь архивланған.
  40. Strous R.D. Психиатры Гитлера: целители и научные исследователи, превратившиеся в палачей, и их роль в наши дни (расширенный реферат) Врачи и их преступления против человечества в нацистской Германии // Психиатрия и психофармакотерапия им. П.Б. Ганнушкина : журнал. — 2006. — В. 5. — Т. 8. Архивировано из первоисточника 15 июль 2012.
  41. 41,0 41,1 Алексеев, Н. С. F. Kaul. Nazimordaktion, T. 4. Ein Bericht uber die erste industrimabig durchfuhrte Mordaktion des Naziregimes. Berlin. VEB Verlag Volk und Gesundheit, 1973. :(Рецензия) /Н. С. Алексеев.//Правоведение. — 1977. — № 1. — С. 122—124 2009 йыл 8 ғинуар архивланған.
  42. Хандорф Г. Убийства под знаком эвтаназии при нацистском режиме // Новости медицины и фармации. — 2010. — В. 329.
  43. Rose, Rick. «Museum of Pain». The Advocate, October 19, 1993
  44. Education | Homosexuals 2012 йыл 17 сентябрь архивланған.
  45. 45,0 45,1 Жертвы нацизма. Обзор. — Энциклопедия Холокоста. — United States Holocaust Memorial Museum
  46. Куманев Г. А., «Гитлеровский геноцид славянских народов Европы по материалам Нюрнбергского процесса и другим документам 2013 йыл 27 май архивланған.» — «Мир и политика», № 05 (56), май 2011
  47. Безыменский Л. А., «Германские генералы — с Гитлером и без него», гл. 6:

    Гитлеровская политика геноцида имела много целей, и «план Ваннзее» был далеко не единственным её откровением. На Востоке германский империализм ставил перед собой такие необозримые задачи, что счет подлежащих уничтожению шел не на сотни тысяч, не на миллионы (как в «разнарядке» Гейдриха — Эйхмана), а на десятки миллионов. Так родился «генеральный план Ост» — план ликвидации славянства в Европе.

  48. Yehuda Bauer, «The Holocaust in Historical Perspective» (Seattle: University of Washington Press, 1978), pp. 35-37. Цитируется в Gavriel D. Rosenfeld, «The Politics of Uniqueness» — Holocaust Genocide Studies (1999) 13 (1), стр. 35:

    According to Bauer, … the term «genocide» was best applied to the «murderous … denationalization» of peoples such as the Slavs and the Gypsies by the Nazis during the Second World War

  49. en:Helen Fein, «Teaching How States Destroy Citizens Rather than Represent Them» в «Encyclopedia of Genocide», стр. 195:

    the selective killings of the Polish intelligentsia and significant groups of other Slavic peoples … can be classed as genocide under the United Nations Genocide Convention and were so regarded by Lemkin (1944) prior to the Convention.

  50. Adam Jones, «Genocide: A Comprehensive Introduction»: genocide against Slavs, стр. 270—273
  51. Rudolph J. Rummel, «Democide: Nazi genocide and mass murder», стр. 4:

    In the following three chapters I … treat more fully the less heard of genocide of the Slavs

  52. 52,0 52,1 Rudolph J. Rummel, «Democide: Nazi genocide and mass murder», стр. 41
  53. Donald L Niewyk, The Columbia Guide to the Holocaust, Columbia University Press, 200, p 49
  54. Смиловицкий, Л. Л. От автора // Катастрофа евреев в Белоруссии, 1941—1944. — Тель-Авив: Библиотека Матвея Чорного, 2000. — 432 с.
  55. Persecution and Resistance of Jehovah’s Witnesses During the Nazi-Regime 1933—1945 Social Disinterest, Governmental Disinformation, Renewed Persecution, and Now Manipulation of History? p. 251.
  56. Non-Jewish Resistance, Holocaust Encyclopedia, United States Holocaust Memorial Museum, Washington, D.C.
  57. Вальтрауд Куссерова, Свидетельница Иеговы, несколько раз была арестована за отказ произносить приветствие «Хайль Гитлер». — Энциклопедия Холокоста. — United States Holocaust Memorial Museum
  58. M. J. Penton. Jehovah’s Witnesses and the Third Reich. — Toronto: University of Toronto Press, 2004. — С. 420. ISBN 0-8020-8678-0
  59. Hitler, Adolf. Mein Kampf, pp. 315 and 320.
  60. Katz, Jews and Freemasons in Europe cited in The Encyclopedia of the Holocaust, volume 2, page 531.
  61. United States Holocaust Memorial Museum, Freemasonry under the Nazi Regime
  62. GrandLodgeScotland.com
  63. GENOCIDE OF EUROPEAN ROMA (GYPSIES), 1939–1945 (ингл.). Holocaust Encyclopedia. UNITED STATES HOLOCAUST MEMORIAL MUSEUM. Дата обращения: 2015-1-10.
  64. Hans J. Massaquoi Destined to Witness: Growing Up Black in Nazi Germany. — Harper Perennial, 2001. — С. 480. ISBN 0-06-095961-4
  65. Можно ли понять Холокост? 2012 йыл 29 ғинуар архивланған.
  66. О причинах нацистского геноцида: версия профессора Гольдхагена. callofzion.ru. Дата обращения: 2015-2-4.
  67. Ревностные подручные Гитлера. jewniverse.ru. — Перевод Игоря Островского. Дата обращения: 2015-2-4.
  68. «The basic motivation [of the Holocaust] was purely ideological, rooted in an illusionary world of Nazi imagination, where an international Jewish conspiracy to control the world was opposed to a parallel Aryan quest. No genocide to date had been based so completely on myths, on hallucinations, on abstract, nonpragmatic ideology– which was then executed by very rational, pragmatic means». Bauer, Yehuda. Rethinking the Holocaust. — New Haven, Conn: Yale University Press, 2002. — P. 48. — ISBN 0-300-09300-4.
  69. Новый взгляд на причины нацистского террора
  70. Э. Фромм «Анатомия человеческой деструктивности» 2016 йыл 4 март архивланған.
  71. 71,0 71,1 Richard V. Pierard. Holocaust Denial: What It Is and Why Evangelical Scholars Must Categorically Reject It (инг.) // Global Journal of Classical Theology. — Patrick Henry College, 2004. — В. 1. — Т. 4. — ISSN 1521-6055.
  72. Is the Holocaust Unique? Perspectives on Comparative Genocide / Edited and with an Introduction by Alan S. Rosenbaum. — 3 ed.. — Westview Press, 2009. — 385 p. — ISBN 978-0-8133-4406-5.
  73. Отрицание Катастрофы. Энциклопедия Катастрофы, избранные статьи. Яд ва-Шем. Дата обращения: 5 ғинуар 2011. Архивировано 19 август 2011 года. 2011 йыл 30 август архивланған.
  74. 74,0 74,1 Yves Ternon. La problématique du négationnisme (фр.). imprescriptible.fr (2003). Дата обращения: 2011-6-2. Архивировано 19 август 2011 года.
  75. Introduction: Denial as Anti-Semitism (ингл.). Holocaust Denial: An Online Guide to Exposing and Combating Anti-Semitic Propaganda. Northwest Coalition Against Malicious Harassment, Anti-Defamation League (1995, 2001). — «While appearing on the surface as a rather arcane pseudo-scholarly challenge to the well-established record of Nazi genocide during the Second World War, Holocaust denial serves as a powerful conspiracy theory uniting otherwise disparate fringe groups…» Дата обращения: 9 ғинуар 2011. Архивировано 19 август 2011 года. 2011 йыл 1 сентябрь архивланған.
  76. Antisemitism and Racism Country Reports: United States (ингл.). Stephen Roth Institute (2000). — «Since its inception…the Institute for Historical Review (IHR), a California-based Holocaust denial organization founded by Willis Carto of Liberty Lobby, has promoted the antisemitic conspiracy theory that Jews fabricated tales of their own genocide to manipulate the sympathies of the non-Jewish world». Дата обращения: 11 ғинуар 2011. Архивировано 19 август 2011 года. 2011 йыл 28 июнь архивланған.
  77. Amarnath Amarasingam. Who Denies the Holocaust And Why Do They Deny It? (инг.) // Jewish Magazine. — 2007. — В. 115.
  78. Andrew E. Mathis. Holocaust Denial, a Definition (ингл.). The Holocaust History Project (2 июль 2004). — «Before discussing how Holocaust denial constitutes a conspiracy theory, and how the theory is distinctly American, it is important to understand what is meant by the term Holocaust denial». Дата обращения: 12 ғинуар 2011. Архивировано 19 август 2011 года. 2011 йыл 9 июнь архивланған.
  79. Herman Otten. Christian Responsibility to Truth (инг.) // Journal of Historical Review. — Institute for Historical Review, September-October 1993. — В. 5. — Т. 13. — С. 32-33.
  80. 80,0 80,1 Липштадт Д. и др. Отрицание Холокоста. «Суд над отрицанием Холокоста»: Использование истории против искажения фактов. Университет Эмори. Дата обращения: 7 ғинуар 2011.
  81. 81,0 81,1 Vest R. Holocaust Denial: Past, Present, and Future (ингл.). J495 - Proseminar for History Majors (AKA: Senior Seminar). Indiana University Southeast (2001). Дата обращения: 7 ғинуар 2011. Архивировано 19 август 2011 года. 2011 йыл 4 ноябрь архивланған.
  82. Atkins S. E. Holocaust denial as an international movement. — ABC-CLIO, 2009. — P. 81. — 320 p. — ISBN 9780313345388.
  83. Циммерман Д. Часть 3: Идеология. Глава 8. Дэвид Ирвинг и Теодор Кауфман // Отрицание Холокоста = Holocaust denial: demographics, testimonies, and ideologies / пер. М. Улановская, ред. И. Островский. — University Press of America, 2005. — 318 с.
  84. Мамедов А. Еще раз о шести миллионах // Лехаим : журнал. — Октябрь 2008. — В. 10 (198).
  85. «History is the attempt to describe events of the past and move from description to analysis, in accordance with certain agreed rules of evidence, of analysis of language, and of logic». Yehuda Bauer, Historian of the Holocaust (инг.) // Dimensions, a Journal of Holocaust Studies. — 2004. — В. 1. — Т. 18. — ISSN 0882-1240.
  86. Полян П. М. Отрицание и геополитика Холокоста // А. Р. Кох, П. М. Полян. Отрицание отрицания, или Битва под Аушвицем : Сборник. — М.: Три квадрата, 2008. — С. 22-23. — ISBN 978-5-94607-105-X.
  87. Резолюция Генеральной Ассамблеи ООН «Память о Холокосте». ООН (21 ноябрь 2005). Дата обращения: 12 ғинуар 2011. Архивировано 19 август 2011 года.
  88. Резолюция Генеральной ассамблеи ООН № 61/255. ООН (26 ғинуар 2007). Дата обращения: 12 ғинуар 2011. Архивировано 19 август 2011 года.
  89. Капинус О. С., Додонов В. Н. Ответственность за разжигание расовой, национальной и религиозной вражды, а также за другие «преступления ненависти» по уголовному праву зарубежных стран // Законы России: опыт, анализ, практика : журнал. — М.: Издательский дом «Буквовед», 2007. — В. 8. — С. 76-85. — ISSN 1992-8041.
  90. Jacqueline Lechtholz-Zey. The Laws Banning Holocaust Denial (ингл.). GPN (24 июнь 2010). Дата обращения: 29 август 2011. Архивировано 3 февраль 2012 года. 2012 йыл 25 апрель архивланған.
  91. Резолюция, принятая Генеральной Ассамблеей 60/7. Память о Холокосте 2013 йыл 14 декабрь архивланған.
  92. Основные сведения — Программа просветительской деятельности «Холокост и Организация Объединенных Наций». ООН. Дата обращения: 2012-2-4. Архивировано 30 май 2012 года.
  93. Remembering all Holocaust victims 2006 йыл 9 июль архивланған. (инг.)
  94. В Освенциме прошла церемония памяти жертв концлагеря
  95. В Башкирии проходят мероприятия памяти жертв Холокоста. [[Башинформ|]], 2017, 27 ғинуар (рус.) (Тикшерелеү көнө: 27 ғинуар 2017)
  96. Рейхман Г. Холокост в советской литературе и кино // Новости недели. — 21 марта 2013 года.
  97. Черненко М. М. Красная звезда, желтая звезда. — Текст, 2006. — С. 115. — 320 с. — (Еврейская книга). — 3000 экз. — ISBN 5-7516-0504-7.
  98. Елена Барабан. «Семейный круг: трактовка родства, евреев и военнопленных в сталинском кино о войне» // Ab Imperio. 3/2009

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]