Рәсүл
Ауыл | |
Рәсүл | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл советы | |
Координаталар | |
Милли состав | |
Сәғәт бүлкәте | |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
Рәсүл (рус. Расулево) — Башҡортостандың Учалы районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 292 кеше[1]. Почта индексы — 453734, ОКАТО коды — 80253830004.
Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
XIX быуатта Рәсүл ауылында 14 ихата була, унда 32 ир-ат һәм 30 ҡатын-ҡыҙ йәшәй. Ауылға Пугачев ихтилалында ҡатнашыусы Ҡара-Табын улусы старшинаһы тархан Рәсүл Этйыймаҫов нигеҙ һала. Ауылдың икенсе исеме Тайсын. Риүәйәт буйынса Тайсын - Рәсүлдең уллыҡҡа алған ҡалмыҡ малайы. 1859 йылда ауылда 148 кешенән торған 36 йорт иҫәпләнә. Совет халыҡ иҫәбен алыу ваҡытында 275 кеше 52 йортта йәшәгән. Йәйләүгә 250 кешенән торған 34 йорт сыҡҡан. Уларҙың 80 аты, 47 һыйыры, 87 һарығы һәм 9 баш кәзәһе булған. Был ауыл халҡы ла яйлап игенселеккә күскән[2].
Хәҙерге осор[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Рәсүл ауылы Иманғол ауыл советына ҡарай. Ауылда төп мәктәп (Иманғол урта мәктәбе филиалы), балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана, мәсет бар[3].
Халыҡ һаны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | 275 | ||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | 304 | ||||
1959 йыл 15 ғинуар | 318 | ||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | 292 | ||||
2002 йыл 9 октябрь | 294 | ||||
2010 йыл 14 октябрь | 292 | 147 | 145 | 50,3 | 49,7 |
- Милли составы
2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәтенә ярашлы, күпселек милләт — башҡорттар (99 %)[4].
1900 йылда 219 кеше йәшәгән.
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Географик урыны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Ҡандыболаҡ йылғаһы (Урал йылғаһы ҡушылдығы) буйында урынлашҡан.
- Район үҙәгенә тиклем (Учалы): 15 км
- Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Иманғол): 10 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Учалы): 27 км[5]
Урамдары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Сейә урамы (рус. Вишневая улица)
- Йәштәр урамы (рус. Молодежная улица)
- Күпер урамы (рус. Мостовая улица)
- Тайсын урамы (рус. улица Тайсын)
- Фазулла Шәйәхмәтов урамы (рус. улица Фазуллы Шаяхметова)
- Мәктәп урамы (рус. Школьная улица)
- Юныс урамы (рус. улица Юнус)[6]
Билдәле шәхестәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Ғайсин Салауат Мөхтәр улы (24 февраль 1940 йыл) — хужалыҡ һәм йәмәғәт эшмәкәре, 1992-2011 йылдарҙа «Башинформсвязь» ойошмаһының генераль директоры. Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты, Башҡортостан Республикаһының 3-сө һәм 4-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайы депутаты.
- Итжыймасов Рәсүл — башҡорт тарханы, Иҫәт провинцияһы Ҡара Табын улусы старшинаһы.
- Сура Рәсүлев (1739 йыл — 17 февраль 1774 йыл) — 1771—1773 йылдарҙағы Польша походы старшинаһы,Емельян Пугачев етәкселегендәге 1773-1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышында ҡатнашыусы, Салауат Юлаевтың көрәштәше.
Башҡорт халыҡ ижады информаторҙары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Рәсул ауылы. 1962 йылда Учалы районының Рәсүл ауылында С. Мәүлетҡолов яҙып алған. — БЛ, № 91.
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 20. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- ↑ Рәсүл, Учалы районы
- ↑ Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — Excel форматында ҡушымта (рус.)
- ↑ Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник / Сост. Р. Ф. Хабиров. — Уфа: Белая Река, 2007. — 416 с. — 10 000 экз. — ISBN 978-5-87691-038-7.
- ↑ Межрайонная инспекция Федеральной налоговой службы № 20 по Республике Башкортостан
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 20. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- Рәсүл // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.