Вознесенка (Учалы районы)
Ауыл | |
Вознесенка Вознесенка | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл биләмәһе | |
Координаталар | |
Сәғәт бүлкәте | |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
ГКГН номеры | |
Вознесенка (шулай уҡ Кинйәкәй; рус. Вознесенка) — Башҡортостандың Учалы районындағы ауыл. Поляковка ауыл Советына ҡарай. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 410 кеше[1]. Почта индексы — 453712, ОКАТО коды — 80253865002.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Вознесенка XIX быуаттың 30-сы йылдарында Ҡаратабын улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә баҡыр мәғдәне һәм алтын ятҡылыҡтарын эшкәртә башлауға бәйле, Троицк өйәҙендә ҡасаба булараҡ барлыҡҡа килә[2]. Башта Кинйәкәй ауылы булараҡ теркәлә. Был урында элек Кинйәкәй тигән башҡорт ауылы булған. Кинйәкәй ауылының атамаһы 1735—1740 йылдарҙағы башҡорт ихтилалдары етәкселәренең береһе, тархан, мулла Бәпәнәй Төрөпбирҙиндең кинйә ҡыҙының исемен йөрөткән йылға менән бәйле. Бәпәнәйҙе язалап үлтергәс, Кинйәкәй ауылы нигеҙенә тиклем яндырыла, хәҙер уның урынында Вознесенка ауылы тора. Йылғаның исеме иһә урыҫ телендә боҙолоп Кизнекей булып киткән[3]. Ауыл халҡы баҡыр мәғдәне, һуңынан алтын сығарыу менән шөғөлләнәАсфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 29. — ISBN 978-5-295-04683-4.</ref>. Вознесенкала улус идараһы урынлашҡан, сиркәү, мәктәп булған, йәрминкәләр үткәрелгән. 1900 йылда 2177 кеше иҫәпләнгән. Ирҙәр министрлыҡ мәктәбе һәм ҡыҙҙар сиркәү‑мәхәллә мәктәбе теркәлгән[4].
1920 йылда ауылдағы 659 йортта 3421 кеше иҫәпләнгән[5].
Әлеге ваҡытта Поляковка урта мәктәбенең филиалы — төп мәктәп эшләй, фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана бар[6].
Халыҡ һаны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | 3421 | ||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | 2142 | ||||
1959 йыл 15 ғинуар | 1123 | ||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | 496 | ||||
2002 йыл 9 октябрь | 450 | ||||
2010 йыл 14 октябрь | 410 | 200 | 210 | 48,8 | 51,2 |
- Милли составы
2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәтенә ярашлы, күпселек милләт — урыҫтар (59 %), башҡорттар (37 %)[7].
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Географик урыны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Район үҙәгенә тиклем (Учалы): 65 км
- Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Поляковка): 10 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Ҡорама): 20 км[9].
Уй йылғаһы ҡушылдығы Кинйәкәй йылғаһы буйыында урынлашҡан.
Көньяҡ Уралдың Уй-Таш һырты эргәһендә Нәжимтау тауы итәгендә[10], Вознесенка ауылынан 12 километр алыҫлыҡта Яйыҡ йылғаһы башы урынлашҡан.
Урамдары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Билдәле кешеләре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Кобельков Николай Васильевич (1851—1933) — тыумыштан инвалид (аяҡһыҙ-ҡулһыҙ) булыуына ҡарамаҫтан, атларға яҙырға, һүрәт төшөрөргә өйрәнгән, Рәсәйҙә һәм Европала цирк сығыштарын уңышлы уҙғарған, Венаның билдәле гражданы булған һәм Кобельковтар ғаиләһенә нигеҙ һалған һәм унан Пратер паркындағы участканы мираҫ итеп алған.
- Назаров Николай Григорьевич (8.08.1946) — Башҡортостандың Учалы районы «Байрамғол» совхозының һауын гурты бригадиры. Хеҙмәт Даны орденының тулы кавалеры.
Тәбиғи ҡомартҡылар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Вознесенка ауылы эргәһендәге Ҡарағайкүл — тәбиғәт ҡомартҡыһы урынлашҡан. Күлдең диаметры — 2,5 километр, ә тәрәнлеге 6 метрға тиклем етә[12].
Иҫтәлекле урындары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ауылда архитектура ҡомартҡыһы — Вознесение храмы урынлашҡан[13].
Рәсәй Федерацияһының мәҙәни мираҫы, объект № 0301164000 |
- 1884 йылда ауылда шулай уҡ Александр II һәйкәле ҡуйыла (һаҡланмаған)[14].
Тирә-яҡ мөхит
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ер-һыу атамалары
Тауҙар:
- Уй-таш тауы
Йылғалар:
Видеояҙмаларҙа
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ Вознесенка (Учалы районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Бепеня Трупбердин
- ↑ Вознесенка (Учалы районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 29. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- ↑ Вознесенка (Учалы районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — Excel форматында ҡушымта(недоступная ссылка) (рус.)
- ↑ «Объекты культурного наследия» сайты 2016 йыл 6 март архивланған.
- ↑ Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник / Сост. Р. Ф. Хабиров. — Уфа: Белая Река, 2007. — 416 с. — 10 000 экз. — ISBN 978-5-87691-038-7.
- ↑ http://www.sgau.ru/assets/files/konferenc/at_2012.pdf#page=11 (недоступная ссылка с 27-05-2015 (3469 дня))
- ↑ Госсправка сайтында урамдар исеме
- ↑ Эй, Яйыҡ йорт, Яйыҡ йорт. Әлим Зарипов
- ↑ Церковь Вознесения Господня в Вознесенке
- ↑ К. Г. Сокол. Монументальные памятники Российской империи. — М.: Вагриус +, 2006. — С. 92.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Вознесенка (Учалы районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 29. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- «Объекты культурного наследия» сайты. Наименование: ЦЕРКОВЬ. Типология (осн.): Памятники архитектуры Авторы и датировки: ХIХ В. 2016 йыл 6 март архивланған. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 4 ғинуар 2016)