Абҙаҡ (Учалы районы)
Ауыл | |
Абҙаҡ рус. Абзаково | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл Советы | |
Координаталар | |
Халҡы | |
Милли состав |
башҡорттар |
Сәғәт бүлкәте | |
Почта индексы |
453713 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
- |
Код ОКАТО | |
Код ОКТМО | |
Абҙаҡ (рус. Абзаково, икенсе атамаһы Кинйәкәй) — Башҡортостандың Учалы районындағы ауыл. Абҙаҡ ауылы Мансур ауыл Советына ҡарай. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 500 кеше[2]. Почта индексы — 453713, ОКАТО коды — 80253849003.
Географик урыны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Абҙаҡ(Кинйәкәй) ауылы Уй йылғаһы ҡушылдығы Ҡаҫмаҡты йылғаһы буйында, район үҙәгенән төньяҡҡа табан 38 км һәм тимер юл станцияһы Шартымдан төньяҡҡа табан 18 км алыҫлыҡта урынлашҡан[4].
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Нуғай даруғаһы Ҡаратабын улусы башҡорттары үҙҙәренең аҫаба ерҙәрендә Кинйәкәй ауылына нигеҙ һалған. Был атама менән ауыл 1737 йылдан билдәле булған. Риүәйәт бәйән иткәнсә, хәҙерге Вознесенка (Учалы районы) ауылы урынында төпләнгән булалар. XVIII быуат аҙағында баҡыр ятҡылыҡтарын үҙләштереү менән бәйле, Кинйәкәй халҡы яңы урынға күсергә мәжбүр булған. Бынан тыш, Кирәбе һәм Шартым менән бер рәттән, Кинйәкәй баҡыр руднигы билдәле булған. Ҡаратабын ырыуына ҡараған Абҙаҡ ауылында 1795 йылда XIX быуатта 20 ихата иҫәпләнгән, унда 80 кеше йәшәгән.
1859 йылғы X рәүиз мәғлүмәттәре буйынса ауылдағы 31 хужалыҡта 215 кеше йәшәгән. 1920 йылға 48 йортта 260 кеше йәшәгән. Ауылда Абҙаҡтың улы 1791 йылғы Рәхмәтулла, ейәндәре Зәйнулла (уның улы Ғиззәтулла) һәм Ғәйнулла йәшәгән. Абҙаҡтар — ярым күсмә халыҡ. XIX быуаттың 40-сы йылдарында 220 кешенән торған 40 йортта 222 ат, 97 һыйыр, 250 һарыҡ һәм 97 баш кәзә иҫәпләнгән. 1866 йылда 31 йортта 196 кеше йәшәгән. 1900 йылда 243 кеше иҫәпләнгән. Малсылыҡ, игенселек менән шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған[5].
Хәҙерге осор
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ауылда урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана бар.
Халыҡ һаны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | 243 | ||||
1920 йыл 26 август | 260 | ||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | |||||
1959 йыл 15 ғинуар | 257 | ||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | 383 | ||||
2002 йыл 9 октябрь | 490 | ||||
2010 йыл 14 октябрь | 500 | 249 | 251 | 49,8 | 50,2 |
- Милли составы
2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәтенә ярашлы, халҡының күпселеге — башҡорттар (99 %)[6].
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Ревизия материалдарында
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1859 йылда Абҙаҡ ауылында ла рәүиз (ревизия) үткәрелә һәм уның материалдары Башҡортостандың Милли архивында һаҡлана[7].
Билдәле шәхестәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Сәйфуллин Шамил Шакамал улы (20.06.1920 (ҡайһы бер сығанаҡтар буйынса 1923 йыл)—6.12.1998) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия өлкән сержанты. Ике тапҡыр Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры.
- Лоҡманов Илнур Флүр улы (7.05.1983) — драма артисы, йырсы, 2005 йылдан Мостай Кәрим исемендәге йәштәр театры актёры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2018)[8]. 1991—2000 йылдарҙа Абҙаҡ мәктәбендә уҡыған.
Урамдары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Аратау урамы (рус. улица Аратау)
- Артель урамы (рус. Артельная улица)
- Ирәндек урамы (рус. улица Ирандыкская)
- Йәшел урам (рус. Зеленая улица)
- Йәштәр урамы (рус. Молодежная улица)
- Таулы урам (рус. Нагорная улица)
- Яңы урам (рус. Новая улица)
- С.Юлаев урамы (рус. улица С.Юлаева)
- Совет урамы (рус. улица Советская)
- Үҙәк урам (рус. Центральная улица)
- Мәктәп урамы (рус. Школьная улица)
- Шоссе урамы (рус. Шоссейная улица)[9]
Тирә-яҡ мөхит
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ер-һыу атамалары
- Һиҙиәт ҡараны
- Аратау тауы[10]
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан . Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник / Сост. Р. Ф. Хабиров. — Уфа: Белая Река, 2007. — 416 с. — 10 000 экз. — ISBN 978-5-87691-038-7.
- ↑ Абҙаҡ (Учалы районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 14. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- ↑ Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — Excel форматында ҡушымта(недоступная ссылка) (рус.)
- ↑ ревизия материалдары(недоступная ссылка)
- ↑ «Йөрәгемде тыңлап йәшәйем» «Башҡортостан» гәзите, 25.05.2018
- ↑ Межрайонная инспекция Федеральной налоговой службы № 20 по Республике Башкортостан
- ↑ Башҡортостан Республикаһының топонимдар һүҙлеге
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий — Уфа: Китап, 2009. — 744 б. — ISBN 978-5-295-04683-4.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Абҙаҡ (Учалы районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- 1859 йылғы ревизия материалдары(недоступная ссылка)