Сәфәр (Учалы районы)
Ауыл | |
Сәфәр рус. Сафарово | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл биләмәһе | |
Координаталар | |
Халҡы | |
Милли состав | |
Сәғәт бүлкәте | |
Почта индексы |
453720 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
- |
Код ОКАТО | |
Код ОКТМО | |
Номер в ГКГН | |
Сәфәр (рус. Сафарово) — Башҡортостан Республикаһының Учалы районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә халыҡ һаны 1410 кеше[2]. Почта индексы — 453720, ОКАТО коды — 80253870001.
Географик урыны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Район үҙәгенә тиклем (Учалы): 24 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы («83 км»): 1 км
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡурыуҙы, Ҡурталы йылғалары буйлап Сәфәр (Айыт) ауылы барлыҡҡа килә. Башта ул Айыт тип атала. «Баш күтәреүселәр» ерен яһаҡлы татарҙарға бүлеп биреү тураһындағы 1743 йылғы үтенестә Айыт Йосопов һәм Айыт Иштавановтың (старшинаның улы Илтабанов) исемдәре телгә алына. Унда һанап үтелгәндәрҙең улы Сәйет Айытовтың да исеме бар. 1767 йылда Сәфәрҙең улы типтәрҙәрҙең старшинаһы булып хеҙмәт итә. Ул — Мөхәмәт Сәфәров. V рәүиз 43 хужалыҡта 282 кешене теркәй. Ырымбур губернаһының тораҡ пункттары исемлегендә 1866 йылда Сәфәр ауылы йәйә эсендә Оҙон Сәйет ауылы тип аталған һәм 1048 кеше менән 210 йорт-хужалыҡтан торған. 1920 йылға йорттар (324) һәм кешеләр һаны (1762 кеше) бер аҙ арта.
18 быуат аҙағынан алып хәҙерге исемен йөрөтә. 1795 йылда 43 йортта 282 кеше йәшәгән, 1866 йылда Сораманда (Оҙон Сәйеттә) 210 йортта — 1048 кеше. Игенселек, малсылыҡ менән шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 1900 йылда 2 мәсет, мәктәп, һыу тирмәне теркәлгән[3].
Халыҡ һаны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | |||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | |||||
1959 йыл 15 ғинуар | |||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | |||||
2002 йыл 9 октябрь | |||||
2010 йыл 14 октябрь | 1410 | 714 | 696 | 50,6 | 49,4 |
- Милли составы
2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәтенә ярашлы, күпселек милләт — башҡорттар (98 %)[4].
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Билдәле шәхестәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Мөхөтдинов Хәким Ғәйфулла улы (1922—1988), Социалистик Хеҙмәт Геройы (1951), 1949-1954 йылдарҙа Учалы районы «Совет» колхозы комбайнсыһы, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы[5].
- Мусин Фәхретдин Муса улы — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, ҡаһарманлығы өсөн 2 миҙал һәм Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән бүләкләнгән.
- Сафина Әҡлимә Ғәзи ҡыҙы (29.05.1948), совет һәм партия органдары хеҙмәткәре, йәмәғәт эшмәкәре, шағир. 2013—2017 йылдарҙа Учалы яҙыусылар ойошмаһының яуаплы секретары.
- Суфиянов Сабит Әбүсуфиян улы (1904—1974), шағир, журналист.
- Хисаметдинова Рәмзилә Миндеғәли ҡыҙы (1949—1995), шағир, уҡытыусы, Рәсәй Федерацияһының халыҡ мәғарифы отличнигы.
- Әхмәтғәлин Хәкимйән Рәхимйән улы (15.06.1923—19.07.1944), Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған башҡорт яугиры, уҡсылар полкының взвод командиры ярҙамсыһы, өлкән сержант. Советтар Союзы Геройы (үлгәндән һуң, 1945).
Урамдары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Әхмәтғәлин урамы (рус. улица Ахметгалина)
- Дауахана тыҡрығы (рус. Больничный переулок)
- Тимер юлы урамы (рус. Железнодорожная улица)
- Зәһиҙуллин урамы (рус. улица Загидуллина)
- Ҡарағастау урамы (рус. улица Карагастау)
- Комсомол урамы (рус. Комсомольская улица)
- Урман урамы (рус. Лесная улица)
- Йәштәр урамы (рус. Молодежная улица)
- Тыныслыҡ урамы (рус. улица Мира)
- Мөхитдинов урамы (рус. улица Мухитдинова)
- Яңы урам (рус. Новая улица)
- Р.М. Хисаметдинова урамы (рус. улица Р.М.Хисаметдиновой)
- Шишмә урамы (рус. Родниковая улица)
- Үҙәк урам (рус. Центральная улица)
- Мәктәп урамы (рус. Школьная улица)
- Шоссе урамы (рус. Шоссейная улица)[6]
Видеояҙмаларҙа
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- село Сафарово, Учалинский район, республика Башкортостан
- Сафарово (Учалинский район) республика Башкортостан
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1795 йылғы ревизия материалдары 2022 йыл 24 ғинуар архивланған.
- 1811 йылғы ревизия материалдары(недоступная ссылка)
- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 28. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с. (рус.)
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан . Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 28. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- ↑ Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — Excel форматында ҡушымта(недоступная ссылка) (рус.)
- ↑ Башкирская энциклопедия - Мухутдинов Хаким Гайфуллович 2016 йыл 7 апрель архивланған. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 18 июль 2017)
- ↑ Госсправка сайтында урамдар исеме
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 2. — ISBN 978-5-295-04683-4.
Портал «Башҡортостан ауылдары» | |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала | |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |