Сафина Әҡлимә Ғәзи ҡыҙы
Әҡлимә Ғәзи ҡыҙы Сафина | |
Исеме: |
Әҡлимә Ғәзи ҡыҙы Сафина |
---|---|
Тыуған көнө: | |
Тыуған урыны: | |
Гражданлығы: | |
Жанр: |
проза |
Әҫәрҙәре яҙылған тел: |
башҡорт телендә |
Наградалары: |
Мөхәмәт Хәйҙәров һәм Хәснә Юлдыбаева исемендәге премиялар лауреаты |
Сафина Әҡлимә Ғәзи ҡыҙы (29 май 1948 йыл) — совет, партия һәм йәмәғәт хеҙмәткәре, шағир һәм прозаик. 2013 йылдан 2019 йылға тиклем Учалы яҙыусылар ойошмаһының яуаплы секретары. Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Яҙыусылар союзы, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Журналистар союзы ағзаһы.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әҡлимә Ғәзи ҡыҙы Сафина 1948 йылда Учалы районының Сәфәр ауылында тыуа. Ауыл мәктәбен тамамлағас, Учалылағы һөнәрселек училищеһында уҡый.
Диплом алып, тыуған ауылына эшкә ҡайта. Тиҙҙән комсомол ойошмаһын да етәкләй.
Силәбе партия мәктәбендә уҡып ҡайтҡас, колхоздың профком рәйесе итеп һайлана. Ауыл Советы башҡарма комитеты рәйесе вазифаһын башҡара.
Ауыл хужалығы институтының экономия бүлеген тамамлағандан һуң, КПСС-тың Ҡыйғы район комитетында инструктор булып эшләй.
Унан һуң Сәфәр ауыл хәкимиәте башлығы булып хеҙмәт итә.
Сафина Әҡлимә Ғиззитдин ҡыҙы яҙыусы-прозаик, 15 китап авторы, БР һәм РФ Яҙыусылар союзы ағзаһы.
Мөхәмәт Хәйҙәров һәм Хәснә Юлдыбаева исемендәге премиялар лауреаты. 2013 йылдан Учалы яҙыусылар ойошмаһының яуаплы сәрҡәтибе.
1968 йылда комсомолдың юбилей билдәһе һәм Рәсәй Федерацияһының статистика Дәүләт комитетының «2002 йылда халыҡтың һанын алыуҙа әүҙем ҡатнашҡаны өсөн» билдәһе менән наградлана.
Ижади эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ижадҡа туҡһан бишенсе йылдарҙа ғына килә.
- Туҡһанынсы йылдарҙың аҙағында «Урланған мөхәббәт» исемле тәүге хикәйәһе «Ағиҙел» журналында баҫыла.
- «Сөсө күмәс тәме» тигән хикәйәһе «Башҡортостан ҡыҙы» ойошторған «Заман — ҡатын-ҡыҙ» конкурсында дәртләндереү премияһына лайыҡ була.
- «Йәйғором — зәңгәр күҙем» (2000) исемле тәүге китабы «Ҡырсынташ» йыйынтығында сығып тиҙ арала халыҡ ихтирамын яулай.
- Бер-бер артлы «Өҙөлгән моң» (2004), «Освенцим тотҡоно» (2009), «Сәфәрем — тыуған төйәгем» (2009), «Яҙҙар көтәм» (2009), «Йәшәү йәме» (2011), «Алъяпҡыслы малай» (2013), «Эх, йәшәйһе ине» (2014) һәм башҡа китаптары донъя күрә.
- Автор-төҙөүсе булараҡ, «Ваҡыт беҙҙе үҙе һайланы. Учалылар — Афғанстанда» (2014), «Халҡыьыҙҙың мәшһүр улы» (Зәйнулла Рәсүлев тураһында, 2013) исемле ҙур китаптар сығара.
2012 йылдан Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Яҙыусылар союзы, 2014 йылдан Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Журналистар союзы ағзаһы.
Йәмәғәт эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әлеге ваҡытта Әҡлимә Сафина хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан, Учалы яҙыусылар ойошмаһын етәкләй.
Ҡала, район һәм республика кимәлендә әҙәби-мәҙәни саралар үткәреүҙә, йәмғиәт эштәрендә әүҙем ҡатнашып йәшәй.
Тәнҡит, публицистик һәм халыҡты ҡыҙыҡһындырған социаль мәҡәләләре район һәм республика матбуғат баҫмаларында әленән-әле сығып тора.
Китаптары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- «Йәйғором — зәңгәр күҙем» («Радуга моя голубоглазая»), 2000 г изд «Китап» Уфа.
- «Өҙөлгән моң» («Прерванная мелодия»), издана по программе «Борьба против преступности», изд-во «Китап», 2003 г. Уфа.
- «Яҙҙар көтәм» («Жду весну»), «Китап». 2009 г. Уфа.
- «Алъяпҡыслы малай» («Мальчик в фартуке»), 2013, «Китап». Уфа.
- «Узница Освенцима» (перевод Б.Кагармановой). г. Сибай. 2009 г.
- «Сәфәрем — тыуған төйәгем». г. Сибай, 2009.
- «Йәшәү йәме» Учалы. 2011 г. Сборник зарисовок, очерков о передовиках об интересных личностях.
- «Их, йәшәйһе ине».(повесть) Учалы. 2014г
- «Прославленный сын народа» на башкирском языке.2013 г. Учалы.
- «Учалинцы в Афганистане. Время выбрало нас.»(первая книга)2014 г. Учалы
- «Учалинцы в Афганистане».(вторая кнгига),2018 г. Магнитогорск .
- ."Поэтическое перо Иремеля"2016 г. Магнитогорск (на башкирском языке)
- ."Майҙандарҙа бил һынаша Учалы батырҙары"2017 г. Магнитогорск.
- «Хороший сосед-божья благодать».(на башкирском языке)2017 г. Уфа, изд-во"Китап"
- ."Ҡайтырбыҙ ,тип киткәйнегеҙҙә" 2018 г. Магнитогорск.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Мөхәмәт Хәйҙәров исемендәге премия лауреаты
- Хәснә Юлдыбаева исемендәге премия лауреаты.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- [1] 2014 йыл 14 апрель архивланған.
- Күрше хаҡы
- [2]
- [3](недоступная ссылка)