Суфиянов Сабит Әбүсуфиян улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Суфиянов Сабит Әбүсуфиян улы
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of the Soviet Union (dark version).svg СССР
Тыуған ваҡыттағы исеме Сабит Әбүсуфиян улы Суфиянов
Тыуған көнө 27 декабрь 1904({{padleft:1904|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:27|2|0}})
Тыуған урыны Рәсәй империяһы, Ырымбур губернаһы, Верхнеурал өйәҙе, Сәфәр
Вафат булған көнө 10 ғинуар 1974({{padleft:1974|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:10|2|0}}) (69 йәш)
Вафат булған урыны СССР, РСФСР, Өфө
Һөнәр төрө шағир, яҙыусы, журналист
Эшмәкәрлек төрө шиғриәт
Уҡыу йорто Ырымбур башҡорт педагогия техникумы

Суфиянов Сабит Әбүсуфиян улы, әҙәби псевдонимы Әбүс (27 декабрь 1904 — 10 ғинуар 1974) — башҡорт журналисы, шағир. Сәйәси золом ҡорбаны.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Суфиянов Сабит Әбүсуфиян улы 1904 йылдың 27 декабрендә Ырымбур губернаһы Верхнеурал өйәҙе [1]Сәфәр ауылында тыуған. Йәшләй етем ҡалып, балалар йортонда тәрбиәләнә. 1924 йылда Ырымбур башҡорт педагогия техникумына уҡырға инә. Дүртенсе курстан һуң Өфө педтехникумына күсә. Уны 1929 йылда тамамлағас, «Ҡыҙыл Башҡортостан», Учалы районы «Ударник» гәзиттәрендә эшләй. 1933 йылда Өфөгә килә һәм «Һәнәк» журналында яуаплы секретарь булып урынлаша.

1934—1935 йылдарҙа Сабит Суфияновты дәүләт идеологияһына тап килмәүсе мәҡәләләре өсөн эҙәрлекләйҙәр. Шағир эшһеҙ ҡала һәм Ҡазанға күсеп китергә мәжбүр була. 1936 йылда уны ҡулға алалар һәм өс йылға хөкөм итәләр. 1949 йылдың октябрендә Әбүс ҡабат ҡулға алына һәм ғүмерлеккә хөкөм ителә. 1957 йылдың декабрендә реабилитацияланғандан һуң шағир Өфөгә ҡайта, әммә эшкә урынлаша алмай. Ғүмеренең һуңғы йылдарында ул Мосолман зыяратында ҡәбер ҡаҙыусы булып эшләй

Сабит Суфиянов 1920—30 йылдарҙа иң әүҙем ижад иткән шағирҙарҙың береһе. Шуныһы үкенесле: уның әҫәрҙәре ҡулдан ҡулға ғына йөрөй, матбуғатта баҫылмай.

Әбүстең шиғырҙары тыуған төйәккә, башҡорт халҡына ҡайнар һөйөү, яҙмышы өсөн уйланыуҙ һәм һыҙланыу мотивтары менән һуғарылған. Яҙыусының «Яһил», «Салауат», «Дауыл йыры», «Ахмаҡ», «Сөмбөл», «Кәкүккәй» тигән поэмалары бар.

«Урал мөхәбәте» исемле тәүге китабы үҙе вафат булғандан һуң, 1998 йылда донъя күрҙе.

2007 йылда Башҡортостан «Китап» нәшриәте Сабит Суфияновтың «Яҙмалар. (Хикәйәләр, көндәлектәр, хаттар)» китабын баҫып сығара.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Насиров Р. Уҙамандарҙы эҙләйем. — Өфө, 1997.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]