Насиров Рәүеф Хәй улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Насиров Рәүеф Хәй улы
Тыуған көнө:

11 ноябрь 1935({{padleft:1935|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:11|2|0}})

Тыуған урыны:

Башҡорт АССР-ы Учалы районы Ҡужай ауыл

Вафат булған көнө:

6 июнь 2014({{padleft:2014|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:6|2|0}}) (78 йәш)

Вафат булған урыны:

Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһы

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР →
Рәсәй Рәсәй

Эшмәкәрлеге:

журналист, яҙыусы

Наградалары:
Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре

Насиров Рәүеф Хәй улы (11 ноябрь 1935 — 6 июнь 2014) — башҡорт журналисы, яҙыусы. 1970 йылдан СССР Журналистар союзы, 1999 йылдан Башҡортостан Республикаһы һәм Рәсәй Федерацияһы Яҙыусылар союздары ағзаһы. Башҡорт АССР-ының (1978) һәм Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1993), Шәһит Хоҙайбирҙин һәм Муса Мортазин исемендәге премиялар лауреаты.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Рәүеф Насиров 1935 йылдың 11 ноябрендә Башҡорт АССР-ы (хәҙер Башҡортостан Республикаһы Учалы районы Ҡужай ауылында тыуған. Наурыҙ урта мәктәбен тамамлағас, Мейәс автомобиль заводында эшләй, өс йыл армияла хеҙмәт итә. Свердловск ҡалаһындағы Урал дәүләт университетын тамамлай.

Артабанғы йылдарҙа Башҡортостандың район һәм республика матбуғатында эшләй. Учалы, Белорет райондары гәзиттәрендә хәбәрсе, мөхәррир булып эшләй. 1982 йылдан — «Башҡортостан» гәзитендә мөхәррир урынбаҫары, аҙаҡтан «Ватандаш» һәм «Ағиҙел» журналдарында публицистика бүлеге мөхәррире була.

Китаптары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Насиров Р. Ҡайҙан hин, Матросов? — Өфө, Китап. — 1992;
  • Откуда ты, Матросов? — Уфа, 1994;
  • Славные сыны Башкирии: Очерки о Героях Советского Союза. — Т. 1. — Уфа, 1965;
  • Бикчентаев А. Г. Р. Х. Насыров. Орел умирает на лету. — Уфа, 1966.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]